Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
13 Ғинуар 2021, 13:55

"Атайым мине ниңә яратмай ул?.."

“Мөмкин булһа, балаҡайым мине кисерһен”, - тип күҙ йәштәре менән үтенгән атайым үлер алдынан. Ул баҡыйлыҡҡа күскәс...

Мине, ниңәлер, атайым яратманы. Бәләкәй генә сағымдан шуны тойоп, ғәрләнә, илай торғайным. Юҡ, ул мине әрләмәне, һуҡманы, бер ҡырын һүҙ әйтмәне, шул уҡ ваҡытта маҡтаманы ла, йөпләмәне лә, йәғни бөтөнләй иғтибар итмәне.

Минең дә атай менән ғорурланып етәкләшеп урам буйлап үткем, елкәһенә менеп ултырғым, ул етәкләгән атта йөрөгөм килә торғайны бит, уның туғандарым менән мәш килеүен ситтән генә күҙәткән саҡтарым күп булды. Ғаиләлә беҙ өс ҡыҙ үҫтек: мин – уртансыһы. Һәр беребеҙҙең араһы – икешәр йәш. Мин апайым һәм һеңлемә төҫ-ҡиәфәтем менән дә, буй-һыным менән дә оҡшамағанмын. Холоҡтар ҙа төрлө-төрлө: апайым баҫалҡы, сабыр, бер ваҡытта ла кеше күңелен ҡыйырлыҡ һүҙ әйткәнен әле лә ишеткәнем юҡ, иң бәләкәсебеҙ әллә үтә иркәләүҙән бигерәк наҙлы, көйһөҙ, бәләсел булып иҫтә ҡалған (әҙергә генә өйрәнгәнлектән, тормошта уға үҙ юлын табыуы ауырға төштө).

Мин бәләкәйҙән үҙаллы, тура һүҙле, ныҡышмал инем, тойғоларымды әле лә күрһәтеп бармайым, бәлки, мине хисһеҙ тип уйлаусылар ҙа барҙыр, ә көйөнөү-һыҙланыуҙарым эстә ҡайнай.

Атайымдың командировкаларға йыш йөрөгәне иҫтә ҡалған. Унан тәмле-татлы күстәнәскә ҡушып апайыма күлдәкме, салбармы, һеңлемә инде ул нимә әйтеп ебәрә, шуның бөтәһен дә тиерлек алып ҡайта, бер миңә бер нәмә лә эләкмәй (йәнәһе, ана, апайыңдыҡы барыбер һиңә ҡала, ә һеңлем бәләкәс, имеш). Бер тапҡыр "мә, сәсеңә ҡуйып йөрө" тип кәкре тараҡ биргәне генә иҫемдә. Эй шунда ғәрләнеп илауым! "Ниңә атайым мине яратмай ул?" – тип әсәйемдән бер һораным да хатта. "Нишләп яратмаһын, уға барығыҙ ҙа бер тигеҙ инде" тиеүҙән башҡа яуап бирә алманы ул саҡта ҡәҙерле кешем.

Атайымдың үҙенән дә был хаҡта һорарға тел ҡысыта торғайны, тик уның һалҡын ҡарашы гел туҡтата килде. Ҡайһы берҙә рәнйеп, мине балалар йортонан алғандармы икән, тип тә уйлап ҡуя торғайным. Шулай атайлы-әсәйле көйө үҙемде етем, кәрәкһеҙ тойоп, гел кәмһенеп, ҡырыҫ, тура һүҙле булып буй еткерҙем. Танауға еҫ кергәс, башымда олораҡ уйҙар ҡайнай башланы. Бер көн күңелемә тынғы бирмәгән һорауҙы әсәйемә бирергә йөрьәт иттем: "Әллә мин атайымдың ҡыҙы түгелме?.." Бындай уҡ туралыҡты, тупһыҙлыҡты көтмәгән әсәйем баҙап ҡалды, шунан: "Тәҡәтемде ҡороттоғоҙ инде", – тип сығып китте. Шул ваҡыттан үҙемә "асыш" яһаным: мин, тимәк, атайымдың ҡыҙы түгел. Улай булғас,кемдеке һуң?

Һигеҙенсе класты тамамлағас, әсәйем мәжбүрләп тигәндәй, минең теләкте иҫәпкә алмайынса, медицина училищеһына уҡырға ебәрҙе. Мәктәптә яҡшы уҡыным, бөтә фәнде лә тигеҙ белә инем, шулай ҙа миңә ижад эше нығыраҡ оҡшай торғайны. Әҙәбиәт уҡытыусыһы ла миңә ҙур өмөттәр бағлай ине, сөнки бәләкәйҙән шиғыр, нәҫерҙәр яҙырға әүәҫлегем бар, хатта республика буйынса үткәрелгән ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып беренсе урынды яулағаным булды. Тик, ни хәл итәһең, күндем, бәлки, бындай ҡырҡа боролош хәйерлегә булғандыр, сөнки әле эшемдән ҡәнәғәтмен. Икенсе яҡтан, ул ваҡытта өйҙән сығып киткәнемә үкенмәнем, бәлки, артыҡ ҡуйыртамдыр, тик мин туғандарым араһында үҙемде яңғыҙ тоя инем.

Яйлап буласаҡ һөнәремә лә өйрәндем, юғары стипендия алырлыҡ яҡшы уҡыным. Ауылға ҡайтҡан хәлдә лә өс көндән артыҡ торманым, каникулдарҙа аҡса эшләп, өҫ-башымды йүнәттем, өйҙән аҡса һорап ултырманым. Уҡып бөткәс, икенсе өлкәгә эшкә сығып киттем, шунда буласаҡ тормош иптәшемде осраттым. Атай һөйөүе күрмәгән ҡыҙҙар никахта бәхетһеҙ була, имеш, тигән һүҙҙәр миңә тап килмәне: ирем менән арабыҙ шул тиклем яҡын, бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ аңлайбыҙ. Әйткәндәй, уны туғандарым да оҡшатты, уларға ул "атай", "әсәй" тип кенә өндәшә ине. Ҡыҙыбыҙ тыуғас, минең яҙмышым кеүек булмаһа ярар ине, тип әҙерәк ҡурҡҡайным, тик бушҡа ғына, атаһы ҡыҙыбыҙ өсөн өҙөлөп тора.

Ғүмер шулай үтә торҙо, атайым ауырып түшәктә ятты, беҙ иҫән сағында ҡайта алманыҡ. Үлер алдынан "ҡайтманымы?" тип мине һорап ятҡан тиҙәр, ә беҙ уны ҡуйышырға саҡ өлгөрҙөк. Яңғыҙ ҡалғас, әсәйем дә тиҙ биреште, уны ҡарарға мин отпуск алып оҙаҡҡараҡҡа ҡайттым.

"Ғүмер буйы атайың һине үҙенең ҡыҙы түгел тип йөрөнө. Һин үҙең дә шулай тип уйланың, эйеме? Ә һин уның ғына ҡыҙы, мин бер ваҡытта ла иремә хыянат итмәнем, ә ул ышанманы... Атайың шул йылдарҙа ситтән тороп уҡыны бит, кеше тормошонан көнләшеп нисек тә боҙорға уйлаған әҙәмдәр уға минең турала нахаҡ хәбәр һөйләгән. Әмәлгә ҡалғандай, һин дә шул йылда тыуҙың. Береһенә лә оҡшамағайның... Өләсәйең һине үҙенең әсәһенә оҡшатты: кәүҙәһе, атлап китеүе, холҡо тас әсәйем бит әле ул, ти торғайны. Бына бер фотоһын да һинең өсөн һаҡланым. Атайың үлер саҡта хаталанғанын аңланы ул, шуға һине көттө, “мөмкин булһа, балаҡайым мине кисерһен” булды һуңғы һүҙҙәре. Ниңә алданыраҡ һөйләмәгәнмендер, шәп саҡта был ваҡ-төйәк кеүек күренә, тағы ла, ҡайтһаң, гел эш тә эш, бер яйлап ултырып һөйләшмәгәнбеҙ..."

Икәү генә ҡалғас, ғүмер буйы икеләнеүҙәремә яуап итеп, әсәйем миңә ошоларҙы һөйләне. Был хәбәре менән өлкәнәйеп бөткән ҡыҙын тынысландырам тип уйлағандыр инде ҡәҙерлем, әммә мин бер ниндәй еңеллек тә тойманым, ҡыуанманым да...

Эх, әсәй, хәҙер икегеҙ ҙә юҡһығыҙ, берегеҙгә лә үпкәләмәйем дә, күптән бәхетһеҙ бала сағым тураһында уйланмайым да кеүек, атайымдың да яҡшы яҡтарын ғына иҫкә төшөрөргә тырышам, тик барыбер ҡапыл күңелде яманһыулатып, күптәнге хәтирәләр килә лә төшә. Үткәндәрҙе онотоғоҙ, үҙегеҙҙән ебәрегеҙ, ти психологтар, аңлайым барыһын да, тик йөрәк менән идара итә алмайым: күңел төпкөлөндә ятҡан һары һағыш эсте һыҙып һулҡылдап тик тора...

(Өфөлә йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).


Фото: scontent-arn2-1.cdninstagram.com

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас в