Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
10 Ғинуар 2021, 00:36

"Ошоно эсерһәң, бер уянмай йоҡлай..."

Ауылға ялға ҡайтҡанымда класташымды, йәш саҡтағы әхирәтемде магазинда осраттым. Мине күреп ныҡ шатландымы, тулҡынландымы, шәп-шәп хәбәр һөйләне лә үҙенә саҡырып ҡайтып китте.

Кискә сабыйына бүләк тотоп киттем уларға, бәләкәй саҡта йыш барып йөрөгән йортҡа. Хәтеремдә: уларҙа гел күңелле, таҙа, һәр саҡ тәмле еҫтәр сығарып әсәһе ниҙер бешереп йөрөй торғайны. Хәҙер әсәһе лә, атаһы ла гүр эйәләре инде. Класташым үҙенән күпкә йәш ир менән төп йортта йәшәп ята икән.
Мине ирле-ҡатынлы бик ихлас ҡаршы алды, табынға көтөп кенә торғандай, өҫтәл янына ултырттылар. Өйҙәре элеккесә ҡотло кеүек. Табынға бер "аҡбаш" килтереп ҡуйҙы хужа. Ҡыҫтап-ҡыҫтап, мине, ҡунаҡты, икәүләп һыйлай башланылар. Бер аҙҙан ике йәш тирәһендәге ҡыҙ бала килеп етте һәм ҡырталашып өҫтәлгә үрелде. “Ҡана, әҙерәк тәмләтәйем әле, шуны һорай бит ул”, – тип әсә кеше рюмканы ҡыҙының ауыҙына терәне. Уныһы сирышып торҙо ла бер-ике йотом уртланы.
“Ҡуй, ярамай бит”, – тинем, күргәнемдән саҡ һушыма килеп. “Ярай, витамин була. Шуны йотторһаң, төндә бер уянмай йоҡлай”, – тип һаман балаһының ауыҙына эсемлекте терәп маташты әсә. “Әйҙә, тот, һин шул балалай ҙа була алмайһың, – тип мине лә “оялтырға” онотманы. – Мин теге йыл еҙнәй менән кем күпме эсә алыр тип ярышып еңгәйнем әле, ул бер яртынан йығылды, ә минең һаман “ни в одном глазу” тиҙәрме әле. Үәт”, – тип маҡтанып та алды. Эсештерә тигәндәрен ишеткәнем бар ине лә, тик үҙең күрмәйенсә ышанып булмай бит инде бындай ғәйепләүгә.
Бик ауыр тойғолар менән сыҡтым мин ҡасандыр үҙенә ылыҡтырып торған йорттан. Үҙҙәренән бигерәк балалары ныҡ йәл ине. Улар күңел асһын тип, әлегә ямандан яҡшыны айырмаған саф йән эйәһе иҫереп йоҡлап ҡына ятырға тейешме икән тип уйландым.
Башҡаса күрмәнем класташымды, күргем дә килмәй ине, ауылға ҡайтыу ҙа һирәгәйҙе. Аҙаҡ, күпмелер йыл үткәс, уның буранда туңып үлгәнлеге тураһында ишеттем. Ә ниндәй һылыу, егәрле, шаян, алсаҡ ине ул йәш сағында. Өҫтәүенә матур йырлай ҙа, бейей ҙә ине. Тик шул “йәшел йылан”дан арбалып, түбән тәгәрәгәнен һиҙмәй ҙә ҡалған шул бисара. Иртәме-һуңмы, үҙе менән ярышҡандарҙы – көслөһөн дә, уңғанын да, белемлеһен дә – барыбер йыға шул ул.
Ә бына ҡыҙының артабанғы яҙмышы тураһындағы хәбәр ғәжәпләндерҙе лә, шатландырҙы ла: уның бик тәртипле, тәүфиҡлы булып үҫеүен, институт бөтөрөп, яҡшы ғаиләгә кейәүгә сығыуын ишеттем. Эскегә әүәҫлеге юҡ, хатта уны бөтөнләй күрә алмай, егете иманлы кешеләрҙең балаһы икәнлеге тураһында һөйләнеләр. Ярай әле, класташ, “сирең” балаңа ҡағылмаған, исмаһам, һинең барлыҡ гонаһтарыңды юйҙырыр өсөн хәйер-саҙаҡа бирер, аят бағышлатыр – күңелде шуныһы йыуата.
Фото: sonhome.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас в