Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
9 Ғинуар 2021, 21:17

Мөхәббәтем… сабырлыҡ ҡанатым

Сөгөлдөр баҫыуынан - утауҙан ҡайтып килгәндә систе серен Әҡлимә әхирәтенә:

- Эй, дуҫҡайым, Әхмәткә ғашиҡмын мин! Белһәң ине йөрәккәйемдең ни эшләүҙәрен! Бына-бына осоп сығып китәм тип, ҡанатланып тибә! Әхмәт тә һөйәлер, күрәһең. Кисә Зәйни артынан осрашыуға саҡырып яҙыу ебәргән.
Әхирәтенең һүҙҙәре Гөлшаттың йөрәгенә энә булып ҡаҙалды. Ул хыялында йөрөткән, уйҙар диңгеҙендә сумдырып, йоҡоһоҙ төндәр кисерткән егетте Әҡлимә ярата?! Әхмәт тә әхирәтенә ғашиҡ!?
Нисек кенә һиҙҙертмәҫкә тырышһа ла, ҡапыл биләп алған уй-хистәре йөҙөнә сыҡты, күрәһең. Янында елпенеп атлап килгән Әҡлимә әхирәтенә бәхетле ҡарашын төшөрөп алды ла:
- Ниңә кәйефең ҡырылды? Әллә һин дә уға …Ҡара уны, юлыма сығаһы булма! Күҙҙәреңде тырнармын, бынау толомдарыңды бөртөкләп йолҡормон! – тине, шаяртып, һәм дуҫ ҡыҙының яуырындарынан ҡосаҡлап алды.
Юҡ, юлдарына ҡаршы төшмәне Гөлшат. Киреһенсә, үҙенең хис-тойғоларын күңел түренә бикләп, ике йәш йөрәкте тоташтырыусы күпер булды. Башта араларында хат ташыусы, осраштырыусы, аҙаҡ туйҙарында шаһит булды. Гөлшатты яңғыҙын яуапһыҙ һөйөү утында ҡалдырып, сибәрлеге менән унан күпкә ҡайтыш булған әхирәтен һайланы шул Әхмәт. Айытбай ҡарттың танауын һөртә-һөртә: “Мөхәббәттең күҙе юҡ. Уға маңҡа не мешает!” – тигәне хаҡтыр, күрәһең. Йылдар үтһә лә, Әхмәткә булған мөхәббәте һүнмәне лә, һүрелмәне лә Гөлшаттың. Ғүмер уҙған һайын нығынып, көсәйә генә барҙы.
Йәшләй генә кейәүгә сыға һалған Әҡлимә йыл һайын тип әйтерлек бала тапты. Үҙе баланан һуң бер-ике генә ай ял итеп фермаға һыйыр һауырға йөрөнө. Ә ире унда алыштырғыһыҙ мөдир булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ситтән тороп зоотехниклыҡҡа уҡып сыҡты. Салауат медучилищеһын бөтөрөп, ауылдарындағы медпунктта эшләгән Гөлшаттарҙың күршеһендә генә яңы өй һалып керҙеләр улар. Гөлшат эше буйынса ла, күрше генә булғас былай ҙа йыш ҡына кергеләне уларға. Әллә үҙенеке юҡлыҡҡа, әллә Әхмәттекеләр булғанға, икәүһенең хатта “Кендек әбейе” булған балаларын ныҡ яратты. Килгән һайын ҡулында күстәнәс-фәлән өҙөлмәне. Тегеләре лә, уны бик тә үҙ иттеләр.
Әлбиттә, сибәр ҡатынды яусылаусылар ҙа аҙ булманы. Тик мөхәббәтһеҙ ҡауышып йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәне Гөлшат. Төндә килеп, күҙҙәрен майландырып ишек төбөндә ата бесәй һымаҡ мырлаусылар ҙа юҡ түгел ине. Ләкин бер-икеһен ҡаты ғына итеп үҙ урындарына ултыртҡас, ҡабат ишек тырнаусы булманы.
Ә бер ваҡыт Әхмәт ҡайҙандыр ситтән килеп ферма бинаһы төҙөүсе шабашниктарҙың береһен эйәртеп килеп ингәйне. “Ҡатыны менән айырылышҡан, үҙе былай ипле генә күренә. Әллә никах уҡытып ебәрәйекме?” – тине ул. Әхмәт әйткәс, бигерәк тә уға оҡшаған кеше булғас, Гөлшат риза булыбыраҡ та ҡуйған ине. Тик тегенеһенең ике бәләкәй генә ҡыҙыҡайы булыуын ишеткәс: “ Ҡуй, балаларыңды етем итмә. Улар хаҡына булһа ла ҡатының менән ҡабат ҡауышырға тырыш”, - тип кире бороп сығарҙы. Атаһы ташлап сығып китеп, әсәһе ҡулында ғына тәрбиәләнеп үҫкән ҡатын тере етемлектең ни икәнен бик яҡшы белә ине.
Бәлә кеше башынан йөрөй тиһәләр ҙә, һайлап йөрөмәй икән шул! Яңы ғына алтынсы балаһынан ҡотолған Әҡлимәне паралич һуҡты. Һөйөп-һөйөлөп, дәртләнеп эшләп йөрөгән йәш ҡатын, йәй уртаһында ҡырау һуҡҡан гөлдәй бөгөлөп, ҡабат тормаҫҡа урынына ятты.
Бәлки, ҡайһы бер ирҙәр был ҡапыл килгән бәләнән һеңгеҙәп ҡалыр, балаларын берәм-берәм балалар йортона оҙатып, эскегә лә һабышып китер ине. Ләкин башта алйырабыраҡ ҡалғандай тойолһа ла, Әхмәт бирешмәне. Төн йоҡоһон йоҡламаһа йоҡламаны, фермаһына ла өлгөрҙө, ихатаһы тулы мал-тыуарын да ҡараны, балаларын да әҙәмсә тәрбиә итергә тырышты. Әлбиттә, уға йыл ярым элек әсәһен ерләп бөтөнләй яңғыҙ ҡалған Гөлшат ҙур таяныс булды. Аҡрынлап күрше ҡатын бөтә өй эшен, балаларҙы, әхирәтен тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә алды. Әҡлимәнең ғазапланып ятыуына йөрәге әрнеһә лә, һөйгән кешеһенең яуырынына төшкән ауырлыҡты күтәрешә алыуына ҡыуаныс та кисерҙе ул. Бәхеттәренә урынынан ҡуҙғала алмаһа ла сабыйҙы имеҙҙереп алырлыҡ һөтө булды Әҡлимәнең. Үҙен күрһәтмәгән табип ҡалманы тип әйтерлек, ләкин файҙаһы булманы. Шулай өс йыл самаһы ваҡыт уҙғас, инде терелеп аяҡҡа баҫырға өмөтөн өҙгән Әҡлимә Гөлшат менән Әхмәтте үҙ янына саҡырып алды ла, күҙ йәштәренә быуыла-быуыла былай тип һүҙ башланы:
- Икегеҙгә лә изгелегегеҙ өсөн оло рәхмәтлемен… Әхмәт, һин йәшһең әле. Ҡатын наҙы кәрәк һиңә! Уны бирә алмауым өсөн ғәфү ит… Ә һинең, Гөлшат…Әхмәтте яратыуыңды беләм мин…һин дә ике ут араһында йөрөмә…Өйләнешегеҙ әйҙә! Законлымы, былаймы – ҡауышығыҙ ҙа ҡуйығыҙ… Хет балалар хаҡына!
Әҡлимәгә был һүҙҙәрҙе әйтеүе нисек ҡыйын икәнен белеү, Әхмәткә булған саф һөйөүен уға үҙ ауыҙынан түгел, башҡаларҙың еткереүе Гөлшатты тетрәтеп, ҡапылдан күңелен тултырып ебәрҙе. Ул эйелеп әхирәтенең ҡулбашынан ҡосаҡланы һәм үкһей-үкһей:
- Ни һөйләйһең, һин, Әҡлимә?! Тиҙҙән, Хоҙай насип итеп аяғыңа ла баҫырһың әле. Ирең, балаларың менән тағы ла бәхетлерәк йәшәп китерһегеҙ! – тип һөйләнде.
Әлбиттә, Гөлшаттың яратҡан кешеһенең күкрәгенә башын һалып һөйөлгөһө, ә әзмәүерҙәй ирҙең янындағы сибәр, йәш ҡатынды ҡосағына алып иркәләйһе, иркәләнәһе лә килгәндер. Ләкин береһе мөхәббәтен сабырлыҡ ҡанаты итеп, икенсеһе дәртен ауыҙлыҡлап, былай ҙа яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған Әҡлимәнең йөрәгенә тағы ла әрнеү өҫтәргә баҙнат итмәнеләр.
Ауылда күптән инде юҡтан ғәйеп табып, энәне дөйәгә әйләндереүсе ҡайһы бер осло теллеләрҙең: “Әхмәткә йәтеш, ике бисә менән рәхәтләнә!” – тигән ғәйбәте таралған ине инде. Ләкин тегеләре кеше һүҙенә ҡарамай элеккесә йәшәй бирҙе.
Әҡлимә тағы ла ете йыл йәшәп, ҡоро һөйәк менән күҙҙәре тороп ҡалып, яҙғы иртәлә донъя ҡуйҙы.
Йылын уҡытҡас, ҡауыштылар Әхмәт менән Гөлшат. Ике ихата араһында үҫкән ҡарт алмағас та уларға фатиха биргәндәй, шау сәскәгә күмелгән ине ул мәл.
Түле һаҡланған ҡатын яратҡан иренә өс малай, бер ҡыҙ табып бирҙе.
Йөҙҙәрендә кисергән ҡайғы-хәсрәт эҙҙәре һаҡланһа ла, күҙҙәрендә бәхет нуры ла сағылып китә яңы таныштарымдың. Инде балалары хаҡына Хоҙай мәрхәмәте менән артабанғы тормош күктәре аяҙ булһын ине уларҙың.
...Мин уларҙа булғанда йорт-ихаталағы етешлекте, бөхтәлекте күреп, өлкәнерәк балаларҙың да, кесерәктәренең дә бер-береһенә, ата-әсәләренә ихтирамын һиҙеп, көр-шат тауыштарын ишетеп, хужаларҙың ҡунаҡсыллығын тойоп, күңел рәхәтлеге кисерҙем. Тик хужабикәнең мөләйем йөҙө генә ҡайһы саҡ болоҡһоуланып китә ине. “Үҙемдең бәхетемде тапһам да, нисектер күңелем китек минең. Кеше өлөшөнә ингән кеүекмен. Бәлки, Әҡлимәнең аяуһыҙ сире миңә яҙһа, башҡалар өсөн дә һәйбәтерәк булыр ине лә бит – тик уны һорап та, бүлеп тә алып булмай шул!” – тигәйне ул.
Юҡҡа күңелең әрнемәһен, Гөлшат апай! Һөйгән кешең менән ҡауышып, унан балалар табып йәшәү бәхетең, һинең тоғролоғоң, сабырлығың, изгелегең өсөн Хоҙай биргән хаҡлы бүләгең ул!

Автор - Мөҙәрис БАГАЕВ.
фото т.роза
Читайте нас: