Ғаиләбеҙгә 11 йыл. Яңыраҡ, ике ай самаһы элек, өсөнсө балабыҙ тыуҙы. Ирем менән барыһы ла яҡшы кеүек ине. Ҡайһы берҙә һүҙгә килешеп алһаҡ та, дөйөм алғанда, татыу йәшәнек. Уны ныҡ яратҡанға, бер-бер артлы балалар таптым. Һәр береһен үҙе һораны. Уларға һәйбәт атай булды. Инде шатланып, дәртләнеп өсөнсөһөн табып, дауаханала ятҡанда, ғаиләбеҙгә ҙур ҡайғы килде. Улы тыуғанын “йыуып” йөрөгән ирем иҫерек килеш рулгә ултырып аварияға эләкте. Машина селпәрәмә килгән, ә үҙе ауыр хәлдә дауаханаға эләкте. Мин, яңы тыуған бәпесемде лә онотоп, уның янына ашыҡтым, реанимация төбөнән китмәй өс көн ултырҙым. Ике аҙна комала ятты. Инде үлде тип бөткәс, табиптар уны теге донъянан йолоп алып ҡалды. Тик ирем инвалидҡа әйләнде, аяғы йөрөмәйәсәк, тинеләр.
Был тиклем ҡайғынан һөтөм бөттө, бәпесте яһалма туҡландырыуға күсерҙем. Тик һынауҙар дауам итте. Ирем комала саҡта телефоны миндә ине. Дуҫтары, хеҙмәттәштәре шылтыратып хәлен белешеп торҙо. Яңыраҡ йәнә шылтыраны телефон. Таныш булмаған номерҙы алғас: “Ҡояшым, ҡайҙа юғалдың? Мин бит һине һағынып бөттөм”, – тип мырылданы бер иркә ҡатын. Ҡойолоп төштөм, шулай ҙа уның менән аралашырға көс таптым.
Баҡһаң, берҙән-берем ике йыл инде һөйәркә күңелен дә күреп йөрөгән. Мине бала артынан бала таба, шуға китә алмайым, бәләкәйе саҡ ҡына үҫеү менән ташлайым, тип әйткән бит әле уға. Кеше шул тиклем һуҡыр була аламы икән? Нисек һиҙмәгәнмен, тоймағанмын? Балалар менән артыҡ мауыҡтыммы икән ни? Ҙуры икенсе класты тамамланы, уртансыһы баҡсала булды, улар минең өҫтә ине. Һуңғы йылда ауырлы ла йөрөгәс... Иремә иғтибарым етмәнеме икән?
– Миңә һинең инвалидың кәрәк түгел. Үҙеңә булһын, – тине лә трубканы ташланы.
Ирем менән был турала һөйләшмәгәнмен әле, уның һаулығы һаман тотороҡло түгел. Туғандары, дуҫтарына хыянаты хаҡында әйтеп булмай, был беҙҙең эш. Ә миңә ни ҡылырға? Үлә яҙып ярата кеүек инем уны. Хәҙер күңелемдә бер нәмә лә ҡалманы. Тик нәфрәт һәм йәлләү. Ошондай хәлендә ташларғамы? Барлыҡ яҡындарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ мине аңламаясаҡ, ауыр саҡта яңғыҙын ҡалдырҙы тип әйтәсәк. Әллә ғүмер буйы инвалид ирҙе үҙ елкәмдә һөйрәргәме? Йәшлегем дә үтә бит. Хыянаты булмаһа, бер һүҙһеҙ уны ошондай килеш ҡабул итер инем, ә хәҙер ни эшләргә? Кәңәш кәрәк миңә”.
Бер уҡыусыбыҙ ошондай хәле менән уртаҡлашты. Бәлки, һеҙ кәңәш бирерһегеҙ?