Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
8 Ғинуар 2021, 00:40

"Насар төшөм иҫкәрткәйне бит..."

Сөмбөл аңына килеү менән ире Ринатты алып шул тал төбөнә йүгерә һәм ғәзиз балаҡайының үле кәүҙәһен таба...

Был ваҡиға бар ауыл һәм район халҡын шаҡ ҡатырғайны. Инде ун ике йыл үтһә лә, йылғаның шул еренән үтеп барған һәр кем әлеге ғаиләнең фажиғәһен хәтерләмәй китмәй...
Сөмбөл менән Ринат яратышып өйләнешә. Үҙҙәренә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Баш ҡалала юғары белем алған йәштәр ауылға ҡайтмаҫ, ҡалала ҡалып, еңел тормошта йәшәр тип фаразлаһалар ла, улар ауылды үҙ итә. Сөмбөл клубта эшләй башлай, Ринат - ауыл амбулаторияһында табип. Йәштәрҙе тиҙ арала үҙ итәләр. Айырыуса килен булып төшкән Сөмбөлдө яраталар. Ул клубта эшләп ауылға яңы һулыш өрә, гөрләтеп ебәрә, аҙна һайын матур саралар үткәрә.
Ғаиләнең ауылда төпләнеп йәшәй башлауына биш йыл ваҡыт та үтеп китә, тик һаман балалары булмай. Кешеләр шыш-пыш килә башлағас, Сөмбөлгә сәйер төш керә. Бер малай килә лә, атай-әсәй, мине көтөгөҙ, юлға сыҡтым, ти. Тик инде һөйөнгән Сөмбөлдө бәләкәй малай шикләндерә лә. “Әсәй, һин ҡайғырма, тик мин оҙаҡҡа түгел”, – ти малай.
Йәш ҡатын шикләнә, бик оҙаҡ уйлана был төшө тураһында. Ә инде был турала онота башлағас, ауырға ҡалғанын һиҙеп ҡала. Йәш ғаилә был ваҡиғаға ныҡ ҡыуана һәм түҙемһеҙләнеп сабыйҙы көтә башлай. Ошо шатлыҡ араһында Сөмбөл төшөн иҫенә төшөрөп, күңеле болоҡһоп китә, тик насар уйҙарын башынан ҡыуып, ҡыуаныслы ваҡиғаға әҙерләнеүен дауам итә.
Күңеленең бер мөйөшөндә генә Сөмбөл, әгәр бала ҡыҙыҡай булһа, насар төшөм ысын булмаҫ һәм уны онотормон тип өмөтләнеп йөрөгән сағында, ул ир балаға ғүмер бирә. Шикләнә, ҡурҡа яңы мәшәҡәттәргә сума ғаилә. Тик уйҙары тынғы бирмәй башлағас, төшө тураһында иренә һөйләргә батырсылыҡ итә. Тормошҡа аныҡ ҡараған Ринат уны насар уйҙары өсөн әрләп ташлай, был турала башҡа һүҙ күтәрмәҫкә ҡуша.
Бәләкәй Тимур, бөтәһен дә ҡыуандырып, бик аҡыллы, матур, шуҡ бала булып үҫә. Сөмбөл төшөн оноторға тырышып, күңеленең бер мөйөшөнә бикләп ҡуя. Әммә... Был төш тормошҡа ашыр өсөн килгән булған шул...
Ул яҙ ауыл буйлап ағып ятҡан бәләкәй генә йылға ныҡ таша. Урам балалары бергә йыйылышып, йыш ҡына йылға буйында уйнарға, таш ырғытырға ярата. Бер көн ихатала уйнап йөрөгән малайҙар йәнә йылғаға барырға ҡарар итә. Иң ҙур ташты алам тигән Тимур тайып китә һәм йылғаға ҡолап төшә. Бәләкәй генә кәүҙәне ажғырып торған һыу тиҙ арала ҡаплай һәм алып та китә...
Тимурҙы бөтә ауыл эҙләй. Ҡайғыһынан күҙҙәре томаланған Сөмбөл менән Ринат өс көн һәм төн йоҡламай, йылға буйынан ҡайтмай тиерлек. Полиция, ирекмәндәр, битараф булмаған кешеләр ҙә ярҙам итә, юҡ эҙләү һөҙөмтә бирмәй. Дүртенсе көн тигәндә илауҙан шешенеп бөткән Сөмбөл иҫе китеп йығыла. Уны ире Ринат саҡ ҡотҡарып ҡала. Шул иҫһеҙ ятҡан сағында Сөмбөл йәнә төш күрә, уға улы Тимур килә. “Әсәй, ғәфү ит мине. Таш ныҡ матур ине шул. Мине ауыл артындағы ҙур тал төбөндә эҙләгеҙ. Нисә тапҡыр янымдан үттегеҙ, күрмәнегеҙ”, – ти.
Сөмбөл аңына килеү менән ире Ринатты алып шул тал төбөнә йүгерә һәм ғәзиз балаҡайының кәүҙәһен таба...
Был тиклем дә ауыр ҡайғыны нисек кисергәндәрҙер, аңлатырлыҡ та түгел. Ике йыл ауыл клубы бикле тора. Унан бер тапҡыр ҙа музыка, йыр-моң тауышы килмәй. Ауыл халҡы быны аңлап ҡабул итә, сабыр ғына көтә.
Ә ике йыл үтте тигәндә, клуб яғынан музыка тауышы ишетелә. Кешеләр шым ҡалып, ипләп кенә клуб янына килә. Музыканы бөтә тауышына ҡуйып, сәхнәлә бейеп йөрөгән Сөмбөлдө күреп, берәүҙәр ҡыуана, ә икенселәр, аҡылына зәғифлек килдеме икән, тип ҡурҡып та ҡуя. Ә ҡатын бер кемгә лә иғтибар итмәй бейей ҙә бейей.
Сөмбөлдөң ҙур шатлығы тураһында әле бер кем дә белмәй шул... Төшөнә Тимуры инеп, яҡшы яңылыҡ еткерә: ул атаһы менән әсәһе янына һеңле менән ҡустыһын ебәргән! Улар оҙаҡламай килеп етәсәк һәм был юлы оҙаҡҡа ҡаласаҡ...
Фото: mama.md
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: