Даирә
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
7 Ғинуар 2021, 15:55

ЯҢЫ ЙЫЛ

Гөлсейә мәктәпте тамамлағас медицина институтына имтихандар биргәйне, тик инә алманы . Иң ҙур хыялы, аҡ халат кейеп тағалы туфлиҙәрҙә генә больница коридоры буйлап тыҡылдата баҫып йөрөү ине. Ҡала больницаһында. Буласаҡ ире лә аҡ халатлы, абруйлы кеше буласаҡ. Һәм мотлаҡ ҡаланыҡы.

Хыялы әлегә хыял ғына булып ҡалып торҙо . Икенсе йыл инермен тип ауылға ҡайтып китте ул . Унан күпкә түбән билдәләргә уҡып йөрөүсе Эльвира еп еңел генә инде лә китте институтҡа . Әхирәте хәҙер медицина институты студенткаһы .
Гөлсейә бар ваҡытын дәреслектәр , китаптар аҡтарып үткәрҙе . Эшкә лә урынлашырға теләмәне ул , атай әсәй елкәһендә ята бирҙе . Әсәһе лә күп уҡыған ҡыҙына эш ҡушып йонсотманы .
Кистәрен һирәк һаяҡ булһа ла ауыл клубына сығып әйләнде ҡыҙ .Шәмбе һайын үткәрелгән дискотекаларҙа күбеһенсә һигеҙенсе - унынсы класс уҡыусылары , өйләнмәй йөрөүсе буйҙаҡ егеттәр бер мөйөштә өйкөлөшөп тора , күңелле тормош яратыусы өлкәнерәк ғаиләле апайҙар ҙа күренгеләп ҡала . Гөлсейә клубта ла йәм тапмай . Бала - сағаның күңелле көйгә ҡыйшаңлашыуын әҙ - мәҙ ҡарап тора бирә лә , ҡайтып китә .
Яңыраҡ армиянан ҡайтҡан тиҫтер егеттәр Айнур менән Василдан башҡа , ауылда йүнле егеттәр ҙә юҡ тип иҫәпләне Гөлсейә . Улары ла әллә кем түгел , береһе шофер , икенсеһе тракторист . Юҡ , тиң түгел ауылдыҡылар Гөлсейәгә . Ул кейәүгә фатирлы , машиналы ҡала егетенә генә сығасаҡ . Уның ире доктор булырға тейеш . Дәрәжәле һәм кәрәкле кеше .Крутой ғына машинала ауылға елдереп кенә ҡайтып төшәсәктәр ҡунаҡҡа . Ауылдаштары шаҡ ҡатасаҡ , күҙҙәре ҡыҙасаҡ .Гөлсейә алдағы шәп тормошон күҙ алдына килтереп йылмайып ҡуйҙы хатта .

Василдың төн йоҡоларын осорҙо Гөлсейә. Йөрөй йөрөй ҙә , үҙе лә һиҙмәҫтән Гөлсейә , Гөлсейә тип шыбырлай егет . Юҡ , оҙаҡҡа һуҙмаҫ кәрәк , үҙенең хистәрен белдерергә тейеш егет ҡыҙға . Юғиһә , ҡолаҡ ҡағыуың да бар . Дуҫы Айнур ҙа ҡыҙға битараф түгел һымаҡ . Һәм Васил бар ҡыйыулығын йыйып тәүәкәлләргә булды . Сираттағы тансанан һуң , Васил ҡыҙҙың артынан китте .
Ләкин , ҡыҙ шундай итеп яуап бирҙе , егет асҡан ауыҙын да яба алмай , башын түбән эйеп артына сигенергә мәжбүр булды . Гөлсейәнең русса - башҡортсаны ҡуша болғап ҡысҡырыуы бик оҙаҡ сыңлап торҙо егеттең ҡолаҡ төбөндә .
- Кем ты себя возомнил ?! Колхозник несчастный ! Доньяла егет бөткән тиһәләр ҙә , мин һине аяҡ осома ла һалмаясаҡмын !
Васил ғәрләнде , бер һүҙҙә өндәшмәй , ҡырт боролоп шәп атлап китеп барҙы .
Һуңғы һүҙҙәрҙе Гөлсейә ике еңгәһенең ирешкәнен тыңлағанда отоп алғайны . Бәләкәй ағаһы үлеп , йәш кенә еңгәһе тол ҡалды . Өлкән еңгәһе ирен килендәшенән ҡыҙғанып ҡаңғырҙы . Бер шулай , ике килен ирешеп киттеләр . Тәҡәте ҡороған йәш еңгәһе өлкән килендәшенә :
- Доньяла иң һуңғы ир ошо тиһәләр ҙә , аяҡ осома ла һалмайым мин һинең иреңде ! Үҙеңә хәйерле булһын ! - тип ҡысҡырғайны . Өлкән еңгәнең өнө тығылды , Гөлсейәгә оҡшаны бит ошо һүҙҙәр . Бына ҡулланырға ла яйы сыҡты . Ҡыҙ тәкәббер рәүештә шул һүҙҙәрҙе әйткәндә егет ниҙәр кисергәндер , ә Гөлсейә үҙенең тапҡыр теленә шат ине . Ҡыҙ үҙенсә шулай уйланы .

Яңы йыл яҡынлашты . Эльвира Яңы йылды башҡалала ҡаршылаясағын белдереп шылтыратты .Гөлсейәне ҡунаҡҡа саҡырҙы . Үҙенең Өфө егете менән дуҫлашыуын , тиҙҙән уға кейәүгә сығасағын әйтте . Егетенең һәйбәт кенә дуҫы барлығын һәм Гөлсейәне шул егет менән таныштырырға теләүен белдерҙе . Гөлсейәнең төн йоҡолары осто , хатта ашауҙан яҙҙы ҡыҙ . Ата - әсәһен күндереп , Яңы йылды ҡалала ҡаршы алырға тип юлға йыйынды ҡыҙ .
Киске поездға ултырып , иртәгәһенә килеп төштө ул Өфөгә . Ҡаланы яҡшылап ҡына түгел , бөтөнләй белмәй ине ҡыҙ .Икенсе тапҡыр ғына килеүе . Әхирәтенә шылтыратты , уныһының телефоны һүнек булып сыҡты . Кешенән һорашып , ҡулындағы ҡағыҙ киҫәгенә яҙылған адресты эҙләп китте . Яңылыш өйрәттеләрме , әллә үҙе ҡаңғырыпмы , бөтөнләй икенсе яҡҡа китеүсе автобусҡа ултырған булып сыҡты . Бер автобустан төшөп , икенсеһенә ултырып ҡаланы урап йөрөй торғас , адрес яҙылған ҡағыҙын да юғалтты ул . Көн дә кисләне . Асыҡҡан , һыуһаған һәм йонсоған ҡыҙ , ҡырмыҫҡа иләүеләй мыжғып торған халыҡ араһында япа - яңғыҙ тороп ҡалды . Алдағы остановкала төштө лә , күҙҙәренә йәш тулып иларға ғына торғанда , берәү арттан килеп ҡосаҡлап алды ҡыҙҙы .
- Ауылдашҡайым ! Күршекәйем ! Гөльямал апайымдың ҡыҙы бит һин ?
Гөлсейә ҙур ҡалала ауылдаш апайҙы осратыуына шатланып бөтә алманы . Хәл әхүәлдәрҙе һорашып бөткәс , Хәлимә ҡыҙҙы үҙҙәренә саҡырҙы .
- Беҙ яҡында ғына торабыҙ ул . Бынауында . Әйҙә беҙгә ! Ҡунаҡ саҡырғанбыҙ , байрамды бергә ҡаршыларбыҙ . Гөлсейәнең яуабын да көтмәй , сумкаларҙы эргәлә торған урыҫҡа тотторҙо .
- Был еҙнәң . Коля еҙнәң . Мин яңынан тормошҡа сыҡтым бит һеңлем .
- Әәә .
Хәлимә йылмая - көлә сутырлығы сыҡты , Гөлсейәгә барыбер ине , уның нисәнсе иргә сығыуы ла урыҫ булыуы ла . Тиҙерәк йылы өйгә инеп , тамағын туйҙырып йоҡлау ине уйында .
Хәлимә йәшләй генә ҡалаға сығып киткән ине . Гөлсейәләрҙән өс өй аша ғына уларҙың өйҙәре . Әсәһе Мәхмүзә инәй ҡарт инде хәҙер .Яңғыҙы ғына тора . Гөлсейәләргә көн аша тиерлек килеп йөрөй әбей .
Иркәләтеп кенә үҫтергән бер бөртөк кенә ҡыҙы Хәлимә Мәхмүзә әбейҙең . Һигеҙҙе бөттө лә ҡалаға сығып китте . Ниндәйҙер училищены бөткән тиҙәр . Оҙаҡ йылдар стройкала эшләгән , хәҙер ни менән көн күрәлер кешегә билдәһеҙ . Эсеүгә һалышҡан тип тә ишетелде . Бик күптән тыуған ауылына ҡайтып әсәһенең хәлен дә белгәне юҡ . Әле бына шул апайҙы осратыуына Гөлсейә шатланып бөтә алманы . Әгәр ул осрамаһа , ҡайҙа барыр ине ул ят ҡалала ?
Хәлимәгә ҡыуана ҡыуана эйәреүсе Гөлсейәнең квартираға килеп инеү менән , йөрәге " һулҡ " итеп сәнсеп ҡуйҙы .
Өй эсен томан кеүек тәмәке төтөнө сорнап алған . Бер төркөм ҡатын - ҡыҙҙар өҫтәл артында тәмәке тартып , араҡы эсеп , күңелле генә гөжләшеп ултыралар ине инде .
- Ауылдан һеңлем килде , исеме Гөлсейә - тип Хәлимә барыһы менән дә таныштырып сыҡты . Яһалма керпектәр , бүрттерелгән бүлтәйеп торған иренле , самаһыҙ биҙәнгән ҡатындар һәр береһе ҡул биреп Гөлсейә менән күрешеп сыҡтылар .
- Таныш булайыҡ , мин Надя булам .
- Гөлсейә .
Надя тигәне алсаҡ ҡына ихлас күренде ҡыҙға .
- Ә мин Света .
Светаһы ҡылансыҡланып ҡына күреште . Шаян хәбәрҙәр һөйләп көлдөрҙө .
- Альбина .
- Саша .
- Данил.
- Ваня .
Ир егеттәр ҙә ҡул биреп күрешеп бөткәндән һуң , ҡыҙҙы әйҙүкләп түргә индереп ултыртып ҡуйҙылар . Улар ингәндә үк башланған мәжлес күңелле генә дауам итте .
Эльвира әхирәтенә тип алып килгән күстәнәстәрен Гөлсейә Хәлимә апаһына бирҙе . Апаһы ҡыуанды ауыл күстәнәсенә , Гөлсейәне ҡосаҡлап суп та суп үпте .
Гөлсейә асыҡҡан булһа ла , ризыҡҡа ҡағылырға ҡыймай ултыра бирҙе . Бүре өйөрөнә килеп ингән кәзә бәрәсе хәлендә ине ул ошо ваҡытта . Һауыт - һаба бысрағыраҡ , өҫтәлдәге һый ниғмәт тә артыҡ оҫталыҡ һалынмай ғына , зауыҡһыҙ әҙерләнгән ине . Өй эсендәге бысраҡлыҡҡа , ҡотһоҙлоҡҡа аптырап ҡалған ҡыҙ , үҙ әсәһенең нур балҡытҡан өйөн , тәмле татлы аш һыуҙан һығылып торған өҫтәлен күҙ алдына килтереп , күңел төбөндә үкенес хисе барлыҡҡа килде . Өфө тип сығып китеүенә үкенеп бөтә алманы . Әгәр ауылда ғына ҡалған булһа , әсәһе бешергән билмәндәрҙе ашап ҡына ултырыр ине . Клубҡа сығыр ине . Моғайын Васил да сыҡҡандыр әле .
Ҡыҙға араҡы ҡойоп бирҙеләр . Света эргәһенә килеп тороп ҡыҙҙы эсергә ҡыҫтаны .Коля еҙнәһе әле ул ризыҡты , әле был ризыҡты балдыҙы алдындағы тәрилкәгә һалды . Еҙнәһе былай арыу кешегә оҡшаған. Ҡыҙға яҡын туғаны һымаҡ ҡәҙер хөрмәт күрһәтергә тырышты . Саша тигәне бигерәк әрһеҙ булып сыҡты . Ҡулын ҡыҙҙың йә яурынына йә биленә һалды . Гөлсейә ҡурҡыуға төштө. Ҡыҙ ванна бүлмәһенә инеп һығылып ҡына илап алды. Телефондан уға-быға шылтыратты, тик һөйләшеп ҡуйғандай береһе лә трубканы алманы.
Хәлимә апаһы ҡыҙҙы ҡабат өҫтәлгә саҡырҙы. Үҙе арыу ғына ҡыҙып та алған ине. Яңы йыл сәғәте һуҡҡан ваҡытта ҡунаҡтар барыһы ла тиерлек иҫеректәр ине инде. Байрамды шау гөр килеп ҡаршы алдылар. Кемеһелер ҡысҡыра ҡысҡыра тост әйтте, кемдәрелер илашты, иреште. Аҡыртып ҡуйылған музыкаға бейеп маташтылар. Иң аҙаҡтан килеп ингән Рома исемле ир Гөлсейәгә ысынлап бәйләнә башланы. Бейергә төшөргә һөйрәкләне, ҡыҙ бейемәйем тип ҡаршылашып ҡараһа ла, күтәреп тигәндәй алып сыҡты . Көслө ҡулдарҙың һыға ҡосаҡлауынан йырыла алмаған ҡыҙ , ҡалтырана ҡалтырана өйөрөлөргә мәжбүр ине. Йөрөй торғас Рома ҡыҙҙы үбергә ынтылды, араҡы еҫе борҡоп тороусы һаһыҡ ауыҙҙан көс хәл менән ысҡынды ҡыҙ. Ул арала ҡайҙалыр юғалып торған Хәлимә килеп инде. Романың Гөлсейәгә бәйләнеүен күргәс, ҡыҙҙы икенсе бүлмәгә алып сыҡты.
- Бәпесем, һин арының шикелле . Урын һалам, йоҡлайһыңмы?
- Йоҡлар инем апай.
Йоҡо бүлмәһендә өс карауат тора. Төптәге карауатта бер ҡыҙ йоҡлап ята ине . Ҡара ҡаршы тороусы ике карауаттың береһендә бер ҡарт ята ине. Ҡарттың ҡаршыһындағы карауатҡа Гөлсейәгә урын һалып биреп, Хәлимә ҡунаҡтар яғына сыҡты.
Коля еҙнәһенең атаһы тинеләр бабайҙы. Бабай әллә иҫерек инеме, әллә аҡылға зәғиферәк булдымы, таяғын болғап ҡыҙға һуғырға киҙәнде. Гөлсейә ҡурҡып ята торғас сыҙаманы, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Тауышҡа Хәлимә менән Коля йүгереп инделәр. Хәлде аңлағас, Хәлимә йоҙроҡтарын төйөп ҡартты туҡмай башланы. Уға Коляһы ҡушылды. Бабайҙы иҫһеҙ итеп туҡмап һалып ҡуйғас , икәү ара талашып алып киттелә. Улар мәжлес барған бүлмәгә сығып китеү менән ҡыҙ ырғып торҙо. Тәҙрә төбөндәге карауатта ятыусы ҡыҙ ҙа тороп ултырған ине . Гөлсейә шул ҡыҙ баланан үҙенә такси саҡыртыуын үтенде.
Такси килеү менән, Гөлсейә апаһы менән хушлашып та тормайынса, йүгереп сығып ултырып китте. Таңғы сәғәт биш тулып килә ине инде. Вокзалға килеп төшөп ҡалды ул. Төнгө вокзалда кеше күп түгел, ләкин йөрөп тороусылар бар. Кемеһелер ултырған килеш серем итә. Һыуыҡ, ҡотһоҙ вокзалда үҙен тыныс тойған ҡыҙ эскәмйәгә килеп ултырып күҙҙәрен йомдо.
Улай былай үтеп йөрөүсе милиционерҙарҙың барлығы күңеленә һиллек өҫтәне. Мәхшәрҙән ҡотолоуына ҡыуана ҡыуана йоҡларға тырышты, әммә йоҡлай алманы.
Кире ҡайтыуға поезд кискә генә була.
Ҡыҙ көнө буйы вокзалда ултырып саҡ кисте еткерҙе.
Ауылына ашҡынып ҡайтты ул. Өйҙәренә килеп инеү менән, ҡотолдом тип шыбырланы.
Икенсе көндө кис клубҡа сыҡты Гөлсейә. Байрамға ҡаланан йәштәр күп ҡайтҡан ине. Клубта йәнлелек, шау шыу.
Класташтарының ҡосағынан йырылып ҡыҙ күҙҙәре менән берәүҙе эҙләне. Аҡ бейеү иғлан ителгәс, ҡыйыу рәүештә Василдың алдына барып баҫты Гөлсейә.
Көй ыңғайына еңел генә өйөрөлдө улар. Ҡыҙ маңлайын егеттең сикәһенә терәне, күҙҙәрен йомдо. Ошо кешенән дә ҡәҙерлеһе юҡ икәнен йөрәге менән тойҙо ҡыҙ. Ҡала ла, фатиры ла ҡиммәтле машинаһы ла, буй етмәҫлек ҡала егете лә кәрәк түгел ине уға.
Моңло көй дауам итте. Ҡыҙ һәм егет өйөрөлдө лә өйөрөлдө...
Автор: Миңзифа Ҡашҡарова.
фото т.роза
Читайте нас в