Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
7 Ғинуар 2021, 16:36

Фаягөл (Хикәйә)

Фаягөл йәш сағында иҫ киткес сибәр ине. Тулҡынланып торған ҡуйы ҡуңыр сәстәр, нәфис аҡ йөҙ, ҙур йәшел күҙҙәр, килешле буй-һын. Йылмайып ҡына торған алсаҡ ҡыҙыҡайҙы оҡшатҡан егеттәр күп ине, тик наҙлыҡай Айратты ғына үҙ итте. Оҙон һомғол буйлы, ҡара бөҙрә сәсле егетте күп ҡыҙ оҡшатҡандыр, тик ул Фаягөлгә ғашиҡ булды. Бер нисә ай дуҫлашып йөрөгәндән һуң, егет ҡыҙға тәҡдим яһаны. Фаягөл риза булды.

Матур итеп туй үткәреп йәшәй башланы улар. Саҡ ҡына күрмәй торһа ла, һағынып күрешер, бер-береһенән һөйөү тулы ҡараштарын ала алмаған һоҡланғыс пар булдылар. Ҡайҙа барһалар ҙа, гел бергәләр. Кемдер һоҡланып, кемдер көнләшеп баҡты был икәүгә.

Йәштәрҙең бер-бер артлы ике улдары донъяға килде. Ғаилә ҡороуҙарына биш йыл тигәндә, улар яңы күркәм өйҙә йәшәй башланы. Аҙыҡ-түлек магазинында һатыусы булды ҡатын. Йөк ташыусылар һәр саҡ та булмай. Үҙҙәренә ауыр йәшниктәрҙе лә күтәрергә тура килде. Фаягөл билен ауырттырып, дауаханаға эләкте. Оҙаҡ ҡына дауаланып ятты унда. Айрат ҡатынын башҡа эшләтергә теләмәне. Йәш кәләш өйҙә ултырҙы, бала ҡараны, йорт хужабикәһе генә булды. Тырыш, уңған ҡатын йорт эштәренә лә өлгөрҙө, заказға торт-бәлештәр ҙә бешереп һатты. Туйҙарға, тыуған көндәргә унан бешертергә тырышты ауылдаштары. Өлкән улдары Зариф бигерәк зирәк ине, яҡшы уҡыны. Еңел уҡыны малай, көндәлеген тик "бишле"ләр генә биҙәп, ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына торҙо. Бәләкәйҙәре Азат спорт ярыштарында беренселекте бирмәне.

Айрат тырышып Себерҙә эшләне. Етеш тормошонан ҡәнәғәт ине ғаилә башлығы.

...Барыһы ла һәйбәт кенә барған кеүек ине. Тормошо үҙ яйы менән тәгәрәгәндә, атай кеше бер төрлөлөктән ялҡҡанын тойҙо. Фаягөл дә элек­кесә ылыҡтырғыс түгел. Нескә буй-һыны йыуанайып китте, оҙон ҡуйы толомдары күптән ҡырҡылған, ҡыҫҡа сәстәре саҡ яурынына етә. Ҡасандыр Айраттың һушын алған ҡарашы аҫылташ балҡыуын хәтерләтмәй хәҙер, йөрәгендә ярһыу хистәр ҙә уятмай.

...Сираттағы командировкаһында ул Лизаны осратты. Ҡыҙыҡ булды тәүге осрашыуҙары. Аҙыҡ-түлек магазинына ингәйне. Кассала ултырған иҫ киткес һөйкөмлө ҡыҙыҡайға күҙе төштө. Фаягөлөн тәүге күргәнендә ниндәй хистәр биләп алһа, бында ла шул уҡ тойғолар кисерҙе. Йөрәге ярһып, урынынан ҡуптымы ни. Ҡырҡты уҙған олпат ир йәш егет кеүек ғашиҡ булды ла ҡуйҙы!

Айратты рус ҡыҙы Лиза ла оҡшатты. Бер аҙҙан улар осраша башланы. Йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп ярһыу хистәрҙе кисереү барлыҡ тыйыуҙы онотторҙо. Йәп-йәш дәртле һылыуҡай янында бар донъя онотола шул...

Фаягөлө алдында үҙенең ғәйебен тоя ла бит. Лиза уға үҙе тәҡдим яһаны. Ҡатынынан айыртып, Айратты үҙенә өйләндерергә теләгәнен йәшермәне. Һөйәркә роле күптән ялҡытҡан, никахлы ҡатыны булғыһы килә. Ауырға ҡалған йәш сая ҡатын үҙенең тормошон һөйәренән башҡа күҙ алдына ла килтермәй ине.

Лиза бергә йәшәргә теләй, ҡатыны ла йәл. Тик барыһын да туранан-тура әйтә алмай. Дөрөҫөн белһә, Фаягөлө бик ауыр кисерәсәк. Бигерәк нескә күңелле шул. Телевизорҙан мелодрамалар ҡарағанында хисләнеп илап бөтә, ә бында – айырылыу... Барыбер ҡасан булһа ла дөрөҫөн әйтергә кәрәк. Күпме һуҙырға була. Һуңғы ҡайтыуында ир ҡатынына барыһын да әйтергә ниәтләне. Тик нисек башларға ғына белмәне.

...Килешле йәйге күлдәген кейгән ҡатыны ирен шундай шатланып ҡаршы алды. Ҡиәфәте үҙгәргән – сәсен ҡырҡтырып, һарыға буятҡан. Аҡ йөҙлө ҡатынға һары төҫ килешеп тора. Ярайһы уҡ ябығып, кәүҙәһе лә ыҡсымланып ҡалған.

Өйөн бөхтә итеп йыйыштырған, бар донъяһы йәмле, ҡараулы. Тәмле аш еҫтәре таралған, бәлештәр бешергән. Мунса ла яғып ҡуйған. Айрат тамағын туйҙырып алғас, мунсаға китте.

Танһығы ҡанғансы сабынды, рәхәтләнеп оҙаҡлап йыуынды ир. Мунсанан сыҡҡас, йөрәгенең ҡапыл тулап китеүе хәлен алды. Арманһыҙ итте.

"Их, йөрәгем, бик йыш үҙеңде һиҙҙертә башланың түгелме? Ә миңә йәшәргә лә йәшәргә бит. Бар ғүмерем алда әле", – тип уйланы Айрат. Тәмәкене бигерәк йыш тарта шул, ташларға уйлай ҙа бит, ихтыяры етеңкерәмәй. Эҫе мунсала сабынмаҫҡа булған да бит... бигерәк һағынып ҡайтҡайны шул. Өйөнә ҡайтып ятып алһа, хәл инер...

...Таҫтамалға уранып, өйөнә саҡ ҡайтып йығылды. Хәлдән тайғансы сабынырға кем ҡушты инде уға... Оҙаҡ ятты ул диванда, һөйләшерлек тә хәле юҡ ине. Фаягөл килтергән мәтрүшкәле сәйҙе бер аҙ йотто. Ята торғас, йоҡлап киткән...

Икенсе көндө ул һуңлап уянды. Хәл ингән һымаҡ. Йөрәге лә күкрәгенән атылып сығырҙай булып туламай. Саҡ ҡына тынысланған кеүек. Айрат аҡрын ғына аяғына баҫты. Сәй эсеп алды ла ихатаға сыҡты.

Машинаһына инеп ултырҙы, кеҫә телефонын алды. Һөйгәненән смс хәбәр килгән икән. "Любимый мой, как по тебе скучаю! Поскорее приезжай". Шылтыратырға, Лизаның танһыҡ иркә тауышын ишетергә теләне. Өлгөрмәне, йөрәген ҡот осҡос ауыртыу матҡып алды, хәлһеҙ ҡулы һалынып төштө...

Фаягөл уны юғалтып, борсолоп эҙләп тапҡанда, иренең тәне һыуына башлағайны инде...

Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға байтаҡ кеше йыйылды. Барыһы ла уның балаларын, ҡатынын йәлләне. Укол ярҙамында ғына йөрөгән Фаягөлдөң ерләү мәшәҡәт­тәрен еңеләйтергә тырыштылар.

Ваҡытты, иң яҡшы табип, тиҙәр. Ҡайғынан хәлһеҙ­ләнгән ҡатын саҡ атланы, бәүелеп-сайҡалып йөрөп ҡолаған сағы ла булды. тик нисектер еңел генә йығыла, күҙгә күренмәгән берәү тоторға ярҙам иткән һымаҡ, тиҙ генә аяғына баҫа һала ине. Бер ере лә сыйылманы, имгәнмәне уның. Кемме, нимәме шулай һаҡлай, ҡурсалай ине... Әллә һөйгәненең рухы шулай ярҙамға килде инде...

Нисек кенә ауыр булмаһын, йәшәргә кәрәк. Фаягөл бирешмәҫкә тырышты. Тәүге көндәрҙә аяғында саҡ баҫып торһа ла, укол ярҙамында ғына йөрөһә лә, эшен ҡалдырманы. Йорт мәшәҡәттәре менән йөрәк әрнеүҙәрен баҫты.

...Сәскәләй нәфис, наҙлыларҙан-наҙлы ҡыҙ ине Фаягөл. Ата-әсәһенең иркә кинйәкәйе ...Йыл артынан йыл үтеп, сағыу матурлығы тоноҡлана төштө. Ҡайғыларҙы етерлек кисерергә тура килде.

Эй, ҡатын-ҡыҙ! Нескә күңелле, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ! Имәндәй ирҙәр ауырлыҡтан һығылып төшкәндә, шартлап һынғанда, "көсһөҙ" зат барыһын да күтәрә... Тормоштоң ҡаты дауылдары бары сыныҡтыра ғына, бөгөлһә лә һынмай улар. Йәшәүгә көс алып йәшәүен дауам итә "көсһөҙ" зат!

...Телевизорҙан Литва актрисаһы тураһында тапшырыу бара ине. Иғтибар менән ҡараны уны Фаягөл...

Спектаклдең премьераһына бер көн ҡалғас, төп ролде башҡарыусы актрисаның ире үлә. Ролгә тағы бер актриса тәғәйенләнгән була. Тик ул аяғын һындыра. Алыштырырға башҡа кеше юҡ. Бар ихтыяр көсөн туплап, үҙен ҡулға ала ул. Таныш медсестраһын саҡырып, үҙенә укол һалдыра. Ире мәйетханала ятҡан сағында ла, актриса Англия королеваһы Елизавета Беренсе ролен иҫ киткес матур уйнай. Грим һалынған һылыу йөҙө шундай тыныс, актриса ысын батшаларса ғорур, текә була. Зал уны алҡыштарға, сәскәләргә күмә. Иртәгәһен гәзит- журналдар спектакль премьераһы хаҡында яҙып сыға. Сәнғәт күгендә яңы сағыу «йондоҙ» ҡабына, ул билдәле булып китә...

Актрисаның дарыуҙар, укол ярҙамында ғына йөрөгәнен, йөрәгендә ниндәй дауыл ҡупҡанын, аяҡ өҫтө ниндәй ҡайғы кисереүен бер кем дә һиҙмәй. Икенсе көнөндә ул отпускыға китергә ғариза яҙып индерә, коллегаларына ирен юғалтыуы хаҡында белдерә. Ниндәй көслө рухлы ҡатын була!

"Бына кемдән үрнәк ал, бирешмә. Ауыр булһа ла, бирешмәҫкә тырыш, Фаягөл! Ебеп төшһәң, иреңә оҡшамаҫ ине", – тип үҙ-үҙен дәртләндерҙе тол ҡатын. Түгелеп илап ала ла тағы йылмая, күҙ йәштәре аша көлөргә тырышҡан була ул. Ҡойма ямғырҙан һуң ҡояш сығамы ни, саҡ ҡына булһа ла күңеле күтәрелеп китә...

Бөтөнләй үк уңалмаһа ла, саҡ ҡына йән әрнеүҙәре баҫылғандай булды. Үҙенең икмәк­ханаһын асып ебәрҙе ҡатын, үҙ-үҙен йәлләмәй эшләне.

...Ҡайһы берҙә сәйер ҙә, матур ҙа төш күрә ул. Шау сәскәләрҙән туҡылған хәтфә болонда йөрөй, имеш. Тирә-яҡ һоҡланып туймаҫлыҡ матур. Төрлө төҫтәге күбәләктәр оса. Күк йөҙө салт аяҙ. Ҡаршыһына ҡупшы күлдәк кейгән ҡыҙсыҡ килә. Фаягөл уны күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫа... Бала йомшаҡ ҡына бармаҡтары менән уның сәсенән һыйпай. Ни эшләптер, ҡатын илай башлай...

– Илама, әсәйҙәр иламай бит...– тип йыуата, имеш, ҡыҙыҡай.

– Иламайым, ҡыҙым, иламайым... – ти ҙә уянып китә.

Төшөндә илайсы... Хәйер, төштә илаһаң, өнөңдә шатланаһың, тиҙәр бит.

Ә төшө, төшөндәге сабыйы шундай матур, шундай танһыҡ, яҡындарҙан-яҡын ине... Күңеленә шундай еңел, шундай рәхәт ... Бер килке хисләнеп, торорға ашыҡмай хыялланып ятты ул. Шундай ҡыҙың, шундай балаҡайың булһа, ниндәй яҡшы булыр ине...

Иренең вафатына ике йыл тигәндә Сорғот яҡтарынан заказлы хат килеп төштө. Уны уҡығас, ҡатын саҡ һуштан яҙманы. Хатта Панина Елизаветаның Айраттан ҡыҙ бала табыуы, аварияға осрап вафат булыуы, кескенә Лиданың етем ҡалыуы тураһында яҙылғайны.

Бер аҙна тирәһе аңҡы-тиңке йөрөнө. Айраты менән егерме йыл йәшәп, иренең хыянатҡа һәләтле булыуы тураһындағы уй бер тапҡыр ҙа башына килмәне. Башҡа ҡатындарҙың иренә нисек ҡарағанын белгән хәлдә лә, имеш-мимештәр ишетелһә лә, иғтибар итмәҫкә тырышты. Уны үҙе кеүек тоғро тип уйланы. Ирен камил зат тип белде. Бигерәк яратты шул үҙен. Кәмселеге булһа булғандыр, һөйөү тулы күҙҙәре күп нәмәне шәйләмәне...

Хаталанған ире, яңылышҡан... Хәҙер барыһы ла тик Аллаһ Тәғәлә хөкөмөндә... Мәрхүмдәрҙе кире ҡайтарып булмай. Тормош, ниндәй ауыр булмаһын, дауам итә... Балаҡай йәл, ата-әсәһеҙ ҡалған сабый уғата йәл. Балалар йортонда уны нимә көтә? Кемгә үпкәләргә хәҙер, иренәме, үҙе бер тапҡыр күрмәгән, уның донъяла барлығын да белмәгән көндәше, утыҙ йыл ғына йәшәп, теге донъяға күскән Лизағамы?

Фаягөл ҡыҙ бала тураһында хыялланды. Тик ир балалар ғына тапты. Ә бында – иренең ҡаны, уның ҡыҙы, уның төҫө. Айратты ул һаман ярата ине, сабыйҙы үҙенә алырға ҡарар итте. Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы юллай башланы. Лиданы алып ҡайтҡас, балалар йортонан, үкһеҙ етем, тип таныштырҙы. Яратҡан иренең серен яҡындарҙан-яҡын әхирәте лә белмәне. Иренең ҡылығын ҡырҡ төрлөгә әйләндереп һөйләүҙәрен, ғәйбәт итеп сәйнәүҙәрен теләмәне ҡатын. Барыһын да үҙе генә белде, барыһын да тик йөрәгендә генә һаҡланы.

Ҡатынды иренең көтөлмәгән һуңғы бүләге – Лида ҡыҙы шулай килеп тапты. Ағайҙары ла йәшел күҙле ҡыҙсыҡты яҡшы ҡабул итте.

Һөйкөмлө алсаҡ бала туғандарына ла оҡшаны. Бер ни тиклем ваҡыттан ул башҡортса өйрәнә башланы. Күңелле тәтелдәп, барыһының ҡыуанысы булып үҫеп килә ҡыҙыҡай.

Барыһын да хайран иткәне шул булды: Лида үҫкән һайын икенсе әсәһенә оҡшай барҙы. Йөҙө, килеш-килбәте тап Фаягөлдөкө, тик сәсе генә һары. Ҡатынының йәш сағын хәтерләткән Лизаға ғашиҡ булған ир һөйәркәне ҡатынына оҡшатып һайлаған, ахыры.

Яңылыҡ авторы: Римма ӘХМӘТЙӘНОВА.
фото т.роза
Читайте нас: