Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
7 Ғинуар 2021, 21:25

Битарафлыҡ хаҡы

Тиҙҙән Яңы йыл. Иң күңелле, бала саҡтан көтөп алынған байрамдарҙың береһе: өлкәнәйеп, бар иллюзия таралып бөткән хәлдә лә, барыбер ошо байрам мәлендә ниндәйҙер мөғжизә, тылсым булыр кеүек. Урамдар, йорттар гирляндалар менән биҙәлде, боҙ ҡаласыҡтары төҙөлдө. Күп ойошма, учреждение Яңы йылды ҡаршылай ҙа башланы. Корпоративтар, ғәҙәттә, күңелдә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырып, күтәренке кәйефтә үтә. Ләкин барыһы ла түгел, үкенескә күрә, фажиғәле тамамланғандары ла бар.

– Былтыр Яңы йыл менән бергә ғаиләбеҙгә оло ҡайғы килде, шул турала һөйләмәй булдыра алмайым, яҙһағыҙ – яҙырһығыҙ, яҙмаһағыҙ ҙа үпкә юҡ, күңелемде бушатһам да, бер аҙ ҡайғым еңеләйер кеүек, – тип шылтыратты хаҡлы ялдағы Әсмә* апай. – Һеңлебеҙҙең улы Вәсил корпоративҡа барып, һәләк булып ҡуйҙы. Һеңлебеҙ байтаҡтан вафат инде, йәш кенә сағында ғүмерен сир өҙҙө. Улы беҙгә уның төҫө ине, шуға ла Вәсилде ныҡ яраттыҡ. Ул үҙе лә һөйкөмлө, бәләкәйҙән бик ипле, тәртипле булды, тыныс холоҡло ине, һис ҡасан эсеп, тәртип боҙоп йөрөмәне. Урта һөнәри уҡыу йортонда уҡып, диплом алғас, армияға хеҙмәт итергә китте. Унан ҡайтҡас, уңған, ҡулы эш белгән егет бер ойошмаға эшкә урынлашты. Һәйбәт кенә эшләп китте, киләсәккә пландар ҡороп, өйөн рәтләп, нығытты. Корпоративҡа барыуы тураһында хәбәрҙар инек, эсеп, боларып йөрөмәгәнен белгәс, бәлә көтмәнек. Ә икенсе көндө уның үлеме тураһында хәбәр килде – туңып үлгән, тинеләр. Башҡа күҫәк менән һуҡҡандай тәьҫир итте был ҡурҡыныс яңылыҡ, барыбыҙҙы ла һеңгәҙәтте. Нишләп туңып үлгәнен аныҡ ҡына һөйләгән дә, аңлатҡан да кеше булманы, патологоанатомдың һығымтаһын да күрмәнек. Ваҡиғаларҙың осона сығырға маташыуыбыҙ ҙа һөҙөмтә бирмәне. Өҙөк-һурыҡ ҡына һүҙҙәрҙән ошоно асыҡланыҡ: корпоратив тамамланғас, барыһы ла йыйналышып, ҡайтып киткән, байрам үткәрелгән бина бикләнгән, Вәсилдең курткаһы эстә элеүле торған, ә ул үҙе, байрамса йоҡа ғына кейемдә килеш, урамда ҡарҙа ятып ҡалған...

Һаманғаса аптырайбыҙ: ул бит алйығансы эсеп, былағайланып йөрөгән дыуамал бала түгел ине, нишләп кенә йығылып ятты икән? Саҡ ҡына эскәс тә, әллә урамда яңылыш йоҡлап киттеме? Әллә берәйһе уны этеп йығып, иҫен юйып ятып ҡалдымы? Әгәр бында кемдеңдер ғәйебе бар икән, уныһы үҙенең намыҫында ҡалды инде... Һәм улар күмәкләп килгәс, ҡайтҡанда нишләп берәүһе лә араларында Вәсилдең юҡлығын аңғармаған? Ишекте бикләгән кеше лә бер генә куртканың элеүле тороп ҡалғанын күргәндер ҙә бит инде? Был уны шиккә һалмағанмы ни? Ниңә куртканың хужаһын эҙләп ҡарамаған? Әллә ҡайҙа алыҫта ла түгел, бина янында, яҡында ғына ятып ҡалған булған бит Вәсил, ҡараһа, күрер ине.

Әлегәсә йөрәгебеҙ әрней: әгәр ҙә, исмаһам, берәйһе беҙгә шылтыратһа, Вәсил тороп ҡалды, тиһә, барып, улыбыҙҙы эҙләп алып ҡайтыр инек. Бергә эшләгән иптәштәренең береһе лә, Вәсил беҙҙең менән бергә ҡайтманы, күренмәне, тип борсолмаған, саң ҡаҡманы. Битараф ҡалып, йәш егеттең үлеменә юл ҡуйҙылар. Янығыҙҙа тере кеше ине бит, тип ҡысҡырғы килә хатта! Егерме генә йәшлек һап-һау егет ине. Атай-әсәй нигеҙен һыуытмайым, тип яҡты өмөттәр менән йәшәгән, туған, тип тартылған яҡшы күңелле етем бала ине...

Ярай, ир-егеттәрҙең иҫе лә китмәне, ти. Ә һуң, бергә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҡайҙа ҡараны? Әсәлек инстинкты ҡайҙа булған уларҙа? Бергә-бергә байрам иткәс, шул бер баланы ҡарап алып ҡайтырға ҡыйын булдымы ни? Их, әрәм иттеләр улыбыҙҙы, үлеменә юл ҡуйҙылар... Ниңә генә барҙы инде шул корпоративтарына, тип әсенеп, терһәкте тешләрҙәйбеҙ ҙә, тик бик һуң, яҙмышын үҙгәртеп, улыбыҙҙы терелтеп булмай.

Беҙ икенсе ауылда йәшәйбеҙ, шуға төндә өйөнә ҡайтмауын белмәнек. Был хаҡта һөйләмәҫ тә инем (үҙебеҙ генә үкенес, юғалтыу уттарында янабыҙ), әммә Яңы йыл корпоративтары башланып тора, бәлки, был хәл кемделер һиҫкәндерер, уйланырға мәжбүр итер, кемдеңдер ғүмерен һаҡлап алып ҡалыр, тип, шылтыраттым, бәлки, гәзиткә яҙырһығыҙ. Һәр етәксе, теләйме-юҡмы, эштә саҡта үҙенең хеҙмәткәрҙәре өсөн яуаплы, тип уйлайым. Шәхсән яуаплылыҡ тойғоһо, моғайын, бергә байрам иткәндә лә ҡалырға тейештер. Шуны етәкселәр онотмаһын ине. Һәр хәлдә кешеләр иптәштәренә битараф ҡалмаһын.

Ә бит беҙҙең быуын улай битараф булманы. Беҙ бер-беребеҙҙе ҡарап, ҡурсалап йөрөнөк. Әле иһә һәр кем тик үҙен генә хәстәрләй, башҡаларҙа эше юҡ. Шуныһы үкенес...

Әсмә апайҙың әрнеүҙәренә вайымһыҙ ҡалып булманы. Сөнки халыҡта битарафлыҡтың көсәйеүенә танышым Динә лә ныҡ көйгәйне. Уның етмеште уҙған әсәһе Альцгеймер ауырыуына дусар булып, хәтерен юйҙы. Бер көндө ул, Динә эштә саҡта, өйҙән сығып китеп юғалды. Декабрь аҙаҡтары ине. Әсәһе өсөн ҡайғырып, Динә бер нисә сәғәт эсендә ярты ҡартайҙы. Әсәһен эҙләй торғас, таңға таптылар: бисара ҡатын аҙашып, баҡсаларға барып инеп, шунан сығыу юлын тапмай, ҡарҙа бөршәйеп йоҡлап ятҡан була. Һалҡын тейҙергән, аяҡ-ҡулдары туңған ҡатын байтаҡ ваҡыт реанимацияла ятып, әллә нисә операция үткәрҙе.

– Кешеләр күргән бит инде яҡшы ғына кейенгән ҡатындың аҙашып, юғалып йөрөгәнен, ләкин бер кем дә ярҙам ҡулы һуҙмаған, – тип иланы Динә, ҡул суғынан ҡулдары ҡырҡылған әсәкәйен йәлләп. – Ул һуҡмаҡтың эргәһендә генә ятҡан, янынан күпме кеше үткән, әммә торғоҙорға, хәлен белешергә, бик тә булмаһа, “Тиҙ ярҙам”ға йәки полицияның дежур часына шылтыратып, хәбәр итергә береһенең дә башына ла инмәгән. Ул ер тирә-яғындағы өйҙәрҙән дә ап-асыҡ күренеп тора, төнө буйы фонарь ҙа яна, оло йәштәге ҡатындың туңып ятҡанына нишләп бер кем дә иғтибар итмәгәндер, белмәйем. Был минең башыма һыймай. Кешеләрҙең битарафлығы арҡаһында әсәйемдең ҡулдарында гангрена башланып, ул ҡулһыҙ ҡалды, үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп, саҡ үлмәне. Ә бит ул ихтирамға лайыҡ кеше, ҡаланы күтәреүселәрҙең береһе. Алтын ҡулдары ошо таш йорттарҙы төҙөгән. Ә ул йорттарҙа хәҙер таш бәғерле кешеләр йәшәй. Шулмы ғәҙеллек?!

Әрнеүҙәргә сыҙай алмаған Динә, мин битарафтар араһында бынан ары йәшәй ҙә алмайым, йәшәргә теләмәйем дә, тип, ҡаланан бөтөнләй күсеп үк китте. Ғәрипләнгән әсәһен дә үҙе менән бергә алды.

Күршеләренең битарафлығы арҡаһында Сәлиә лә фатирын алмаштырҙы. Эшҡыуар ире менән айырылышҡас, ул эшкә сыҡҡайны. Ә өс йәшлек бәпесен балалар баҡсаһына урынлаштыра алмағас, ауылдан әсәһен килтерҙе.

– Бер-ике айҙан балалар баҡсаһында сиратыбыҙ килеп етергә тейеш ине, шуға ла әсәйем баламды ҡарап торорға ризалашты, – тип яҙҙы Сәлиә ошо хаҡта. – Тәүҙә әсәйем уны ауылға алып ҡайтам тигәйне лә, ҡыҙымдан оҙаҡҡа айырыла алмайым, тигәс, мине йәлләп, ҡалала ҡалдылар. Ирем менән айырылышыу ғәләмәт ауыр булды, нервыларым бөткәйне. Ҡыҙым янымда булһа, миңә нисектер еңелерәк. Бәләкәй бала тиктормаҫ, етмәһә, көндәр кинәт эҫетте, фатирҙа тынсыу, көнө-төнө балкон ишеге асыҡ торһа ла, һауа етмәй, тип әсәйем зар­ланды ул зарланыуға, әммә йүнләп иғтибар итмәнем. Яңы эшкә сыҡҡас, проблемалар баштан ашҡайны. Мин эштә саҡта эҫенән кинәт ҡан баҫымы күтәрелеп, әсәйемде инсульт һуҡҡан. Әсәйем йығылғас, ҡыҙым иларға тотонған. Балконға ла сығып илаған, әсәй, тип ҡысҡырып мине саҡырған, ишек төбөнә лә барып, туҡылдатып илап торған. Әммә бер күрше лә иғтибар итмәгән! Ул ваҡытта күршеләрҙең күбеһенең өйҙә булғанын мин яҡшы беләм. Барыһының да тәҙрә-балкондары шар асыҡ, стеналар ҙа йоп-йоҡа, бер-беребеҙҙең һөйләшкәнен ап-асыҡ ишетеп йәшәнек. Ниңә улар бәләкәй баланың зыулап, асырғаланып илағанына иғтибар итмәгән? Аҙаҡ шуны күршеләрҙән һорағайным, әллә, тип ҡулдарын йәйҙеләр. Улар ҡыҙымдың илағанын ишетһә лә, битараф ҡалған. Әгәр ҙә, ни булды, тип ғауға күтәрһәләр, әсәйем иҫән ҡалыр ине. Эштә саҡта, хәлдәрен белешәйем тип, әсәйемә шылтыратҡайным, ул трубканы алманы. Йөрәк һиҙә бит ул, ниҙер булған, тип, етәксенән һорап, таксиҙа елдереп ҡайтып инһәм, илауҙан шешенеп бөткән ҡыҙым иҙәнгә йығылған өләсәһенә һыйынып ҡына йоҡлап ята, фалиж һуҡҡан әсәйемдең теле лә әйләнмәй, шундай хәле ауыр. Тәүҙә күтәреп диванға һалырға уйланым, тик көс етмәгәс, “Тиҙ ярҙам” саҡырҙым. Дауаханала икенсе инсульт үлемесле булды. Табиптар, алдараҡ килтерһәгеҙ, әсәйегеҙ иҫән ҡалыр ине, тине. Үҙемде әсәйем алдында ныҡ ғәйепле тоям, минең арҡала ғүмере өҙөлгән кеүек. Битараф күршеләремде күрә алмаҫ хәлгә еткәс, фатирҙы алмаштырҙым. Улар менән һаулыҡ һорашып йөрөнөм, хәлдәрен дә белештем, ә ярҙам кәрәк саҡта береһе лә ҡыл да ҡыбырлатмаған. Күршелә йәшәгән тыныс тәбиғәтле бәләкәй бала сәғәттәр буйына илаһа, барыбер нисек булһа ла иғтибар итергә кәрәктер ҙә бит?! Ерле-юҡтан иламағаны билдәле. Әммә юҡ, иғтибар итмәгәндәр, тамсы ла борсолмағандар, улар өсөн күрше хаҡы бер ҙә Тәңре хаҡы түгел...

Бына шундай заманда йәшәйбеҙ хәҙер, кеше үҙ-үҙенә генә йомолоп, бер-берен белергә теләмәгән һалҡын битарафлыҡ солғауында.

...Урамда гирляндалар емелдәшә, сафлыҡ өләшеп, ҡар яуа. Шул сафлыҡ күңелдәргә лә һибелһен ине. Ҡытлыҡҡа әйләнеп барған изгелек булып һибелһенсе.

* – исемдәр үҙгәртелде.
Яңылыҡ авторы: Б. Ҡаһарманова
фото т.роза
Читайте нас: