Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
5 Ғинуар 2021, 20:09

“Кемгә алмаштырҙың мине, Фәрит?”

Таныш-тонош, дуҫ-иш бот сапты, телефондан телефонға үрелде, фараз ҡылды, Марина менән Фәриттең камил тормошонан йөй эҙләне. Әлбиттә, ғаиләне боҙған ҡатындың кем икәнлеге лә ҡыҙыҡһындыра ине...

Берәү ҙә ышанманы, сөнки башҡа һыйырлыҡ түгел ине: Марина ише ҡатынды ирҙәр ташлап китәме ни? Сибәрлегенән күҙҙәр ҡамаша: ул ҡалын, оҙон алтын сәстәр, күк йөҙөләй төпһөҙ зәңгәр күҙҙәр тиһеңме... Тауышы сылтырап аҡҡан шишмә шикелле – һөйләшеүе йыр булһа, йырлауы инде – моңло мөғжизә. Йөҙөнән йылмайыу китмәй – ҡояш ише балҡып тора. Аҡыллы: уның менән теләһә ниндәй темаға әңгәмә ҡороп була, кеше тикшереп, ваҡланып ултырғанын күрмәҫһең.
...Фәрит уны бер күреүҙә ғашиҡ булғайны. Хөрмәтле ғаиләләлә тәрбиәләнгән күрмәлекле, белемле егеттең ата-әсәһе башта албырғап ҡалды: күҙ терәп торған төпсөктәре башҡа милләт вәкиленән кәләш ала буламы? Күнделәр, улдарына оҡшап торған ҡара күҙле, ҡара бөҙрә сәсле малай менән ҡыҙ бер-бер артлы донъяға килгәс, тамам шиктәре таралды – мөхәббәткә кәртә юҡ. Йәшәһендәр генә...
Тормош мәшәҡәттәре, донъя ығы-зығыһы менән тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт та үтеп киткән икән. Эш, карьера, торлаҡ мәсьәләләре яйлап хәл ителде, бергә ваҡыт уҙғарған, шатлыҡ-көйөнөстәрҙе бүлешкән дуҫ-иштәр ҙә күбәйҙе. Ситтән ҡарағанда барыһы ла яҡшы һымаҡ ине – һоҡланырлыҡ, матур ғаилә, һүҙ тейҙеререк бер урын юҡ.
Шуға ла Фәриттең: “Башҡа ҡатынды яратам”, - тип әйберҙәрен алып сығып китеүе барыһына ла аяҙ көндө йәшен һуҡҡан төҫлө булды. Таныш-тонош, дуҫ-иш бот сапты, телефондан телефонға үрелде, фараз ҡылды, Марина менән Фәриттең камил тормошонан йөй эҙләне. Нисек улар, тормош күргән тәжрибәле кешеләр, танау аҫтында шундай ваҡиғалар булып ятҡанын һиҙмәгән, йәнәһе? Әлбиттә, ғаиләне боҙған бисәнең кем икәнлеге лә үтә ҡыҙыҡһындырған ғәмәл ине.
Быныһы ла асыҡланды: сибәрлеге менән Маринанан һис ҡайтыш булмаған, һомғол буйлы, әммә сөм-ҡара күҙле, ҡара сәсле сағыу һылыуҡай булып сыҡты. Фәлән районда тыуып үҫкән, Өфөлә төпләнгән, университетта уҡыта, имеш. Ире менән бер ул тәрбиәләгәндәр, бынан бер нисә ай элек айырылышҡандар икән.
Кеше психологияһында аҙмы-күпме толҡа беләм тип иҫәпләгәндәр тағы берҙе хайран ҡалды: ай-һай, Фәрит, ғәҙәттәгесә, бер типтағы ҡатынды һайламаған, ә ҡапма-ҡаршы сифаттағыһын һайлаған икән!
Марина нимә кисергәнен, ниндәй ут йотҡанын үҙе генә белә, әммә әллә нисә быуын интеллигенттар ғаиләһендә тәрбиәләнгән ҡатын ауыҙындағы ҡанын төкөрмәне, күҙ йәштәрен күрһәтмәне, киреһенсә, үҙен төрлө даирәләрҙә һынарға тотондо. Бейеүгә яҙылды, вокал менән профессионал рәүештә шөғөлләнә башланы. Балаларын алып сәйәхәткә сығып китте, бығаса һирәгерәк йөрөгән косметик салондарҙа йышыраҡ булып, үҙен тәртипкә клтерҙе. Музей-театрҙар тураһында әйтеп тораһы юҡ: рухи үҫеш, ғөмүмән, алғы планға сыҡты.
Был ҡылыҡтары менән ул башҡаларҙы тағы ла хайран ҡалдырҙы: ай-һай, Фәритте яратмағандыр был ҡатын; бер ҙә зарланып-илаулап йөрөгәне тойолмай; улай тиҙ генә рәткә килгәс, берәй “әтнәкә”һе барҙыр, тип һөйләнеүселәр ҙә табылды.
Фәритте иһә яңы мөнәсәбәттәр ҡанатландырып ебәрҙе. Маринаны үҙенсә ярата, хөрмәт итә ине ул, әммә күңел тыныслығы, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа, бөтөнләй юғалғайны. Һәр яҡтан килгән кәләшен һайлағанда бер генә сәбәпте иҫәпкә алмаған һәм уныһын да мең төрлө дуҫ-иштәре, яҡындары, таныштары алдында ауыҙ тултырып әйтә алмай ине. Ул да булһа, барыһына ла хөрмәт йөҙөнән...
...Улының камил тойолған ғаиләһе быяла йорт кеүек ыуалып төшкәс, бигерәк тә ике бәләкәй ейәне өсөн йөрәге әрнегән Фәриттең әсәһе форсат табып, улы менән һөйләшеп ҡарарға булды. Ул да башҡалар ише һәр яҡтан килгән Маринаның нимәһе яраманы һуң, тигән иң ябай тойолған һорауҙы бирҙе. Фәрит оҙаҡ ҡына тын ултырҙы. Унан әсәһенең ҡулдарын усына һалды ла былай тине:
– Борсолма әсәй, барыһы ла яйланыр. Тамырҙар тарта икән ул барыбер. Мәҫәлән, өйгә ҡайтҡас, борщ урынына туҡмаслы йылы һурпа ашағы килә. Картуф менән иттән мейестә бешерелгән бәлеш, ҡаҙылыҡ, сәксәк... Һанай китһәң күп инде улар. Бына әсәй, һинең атайымды ни тиклем тәрән хөрмәт, күндәмлек, “ир бит ул” тигән тойғо менән яратҡаныңды беләм. Рухташ, ырыуҙаш булыуығыҙ ҙа мөһимдер. Туған моңдар, туған телмәр ҙә һағындыра икән ул... Ҡатынымды хөрмәт итәм, ул – балаларымдың әсәһе, әммә ғаиләнең ҡото, ырыҫы булырлыҡ уртаҡ ҡиммәттәр юҡ беҙҙең. Үҙемде киң ҡарашлы кеше тип иҫәпләп йөрөһәм дә, тормош кәмәһе иң ябай төшөнсәләргә барып төртөлдө...
Әсә өндәшмәне. Улы менән килешкән-килешмәгән урындары бар ине, әлбиттә. Ваҡыт, фәҡәт ваҡыт ҡына барыһын да үҙ урынына ултырытыр, тип уйланы әсә. Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, күрәһең: бәғзе ҡиммәтәрҙе аңлау өсөн ҡайһы саҡта урау юлдар үтергә тура килә шул.
Фото: fotovmire.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: