Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
5 Ғинуар 2021, 00:21

Ирем кире ҡайтыр тип ҡурҡам...

“27 йыл бергә йәшәү дәүерендә балаларҙы аяҡҡа баҫтырҙыҡ, әллә күпме мөлкәт тупланыҡ. Тик иремдең холҡо йылдан-йыл үҙгәрҙе, ҡырыҫланды. Баҡтиһәң..."

Илле йәшен быйыл яҙҙың беренсе айында билдәләйәсәк Фәниә йәш саҡтағы фотоһүрәттәренә күҙ һалып алды ла уйға ҡалды. Улар араһынан берәүһе ҡатынды алыҫта ҡалған йәшлегенә алып ҡайтты...
Ул саҡта Сәлим менән икеһенә егерме йәш тә юҡ ине. Өфөлә танышҡайнылар. Икеһе лә бер райондан, күрше генә ауылдан. Бер аҙҙан ике йәш йөрәк ҡауышырға ҡарар итте. Икеһе лә Өфөләге юғары уҡыу йортона инергә теләгәйне, тик уй-ниәттәре килеп сыҡманы. Һөҙөмтәлә егет илдең икенсе ҡалаһына юлланып, тормошон хәрби хеҙмәткә бағышланы. Һуңғараҡ үҙе янына Фәниәне лә алды.
Йәш ғаиләгә төрлө гарнизондар буйлап күсеп йөрөргә тура килде. Әммә, бер-береһен яратҡас, тормош ауырлыҡтарына артыҡ иғтибар итмәнеләр. “Егерме ете йыл бергә йәшәү дәүерендә ҡыҙыбыҙ менән улыбыҙҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырҙыҡ, әллә күпме мөлкәт тупланыҡ. Тик бына иремдең холҡо ғына йылдан-йыл үҙгәрҙе, ҡырыҫланды. Нимә эшләһәм дә, оҡшатмай башланы, аҡсаһын йәшереп тота, ә минең күпме сумма сарыф иткәнемде туҡтауһыҙ контролдә тота. Был ғына түгел, эсеп ҡайтып, янъял сығарҙы, ҡул күтәрҙе, – тип кисерештәре менән уртаҡлашты Фәниә. – Бер мәл “Һул яҡҡа йөрөмәйме икән ирем?” тип уйлай башланым. Теләй икән, өйгә ҡайтмай ҙа бит... Командировкалары ла ҡапыл йышайҙы. Үҙ ғаиләләре менән беҙҙән айырым йәшәгән балаларыбыҙ был хәлдәрҙе, әлбиттә, күрмәне...
Әхирәттәрем көнләшә ине минән. Улар иремдең ғаиләһе өсөн тырышып эшләүенә, балаларыбыҙҙың беҙҙе борсомай, үҙаллы йәшәргә ынтылыуына һоҡлана ине. Әммә ысынбарлыҡта ниҙәр кисереп йәшәгәнемде һиҙмәнеләр. Барлыҡ байрамдарҙы ла ирем хәрби часта минһеҙ генә үткәрә башланы. Бергәләп киноға йәки паркка барыуҙар онотолдо. Йәйге отпускты ла икәүләп үткәрмәй башланыҡ. Бер-беребеҙгә булған йылы хистәр кинәт кенә шулай юҡҡа сыҡты...”
Бер кис Фәниәнең ире ҡайта ла: “Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә!” – тип әйберҙәрен йыйып сығып та китә. “Шуныһы ғәжәп: һис тә ҡайғырманым был хәлгә. Хатта ҡыуандым ғына. Иремдең мине һанға һуҡмауынан, битарафлығынан биҙеп бөткәйнем. Әле, киреһенсә, үҙемде иректәге ҡош кеүек тоям, хатта бәхетлемен. Ирем кире ҡайта ғына күрмәһен тип торам... Быға тиклем уйлап та бирмәгән маникюрҙы эшләтәм хәҙер, тағы машина йөрөтөргә өйрәнеү өсөн курсҡа яҙылғанмын, – ти Фәниә. – Ошо тыныслыҡты боҙоп, һәр саҡ дәғүә белдергән, ҡаты күңелле, дорфа ирем генә ҡайта күрмәһен...”
Фото: beesona.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: