Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
5 Ғинуар 2021, 00:24

Атайымдың бүләген һаман һаҡлайым...

Бәләкәй сағымда Яңы йыл алдынан булған ул ваҡиға һис ҡасан иҫемдән сыҡмай. "Ҡыҙым, бер нәмә алып ҡайттым. Бейеһәң, бирәм", - тине атайым. Ә мин...

Яҡты, тулҡынландырғыс, күңелдән мәңге юйылмаҫ бала саҡ хәтирәһе һәр кемдең дә була торғандыр моғайын.
"Бәхетле ҙур ғаиләбеҙҙә атай-әсәй менән бергә алты ҡыҙ үҫтек. Иң кесеһе - мин. Беҙ бәләкәй саҡта магазинда кейем-һалым бик булманы, һирәкләп килгәнен дә "аҫтан" һаттылар. Ул замандағы ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһе тигәндәй оҫта тегенсе булғандыр тип уйлайым. Әсәйебеҙ ҙә беҙгә күлдәк, ыштан, хатта пальтоны ла үҙе тегеп кейҙерҙе. Яңы тауарҙан булғаны һирәк эләккәндер, әлбиттә. Күбеһенсә үҙенең йәки атайҙың иҫке өҫ кейеменән тегелә ине әйберҙәр. Төпсөк булғас, мин яңы кейем тураһында хыялланмағанмындыр ҙа, апайҙарҙан ҡалғанын кейҙерәләр ине.
Биш-алты йәштә сағымдағы күп хәл-ваҡиғалар иҫтә яҡшы һаҡланмаған. Ә бына Яңы йыл алдынан булған береһе шул көйө хәтерҙә. Төҫө, еҫе, шул мәлдәге кәйеф менән...
...Яңы йылға тиклем күпме ваҡыт ҡалған булғандыр, бер көн ҡаланан ҡайтып төшкән атайым мине янына саҡырып тубығына ултыртты ла: "Ҡыҙыма бер нәмә алып ҡайттым. Бейеһәң, бирәм", - тине. Бәләкәйҙән оялсан, ҡыйыуһыҙ булдым. Ул ваҡытта ла атайҙың тубығынан һыпырылып төшөп, өҫтәл аҫтына инеп киттем. Шунан инде атайым юл биштәренән бер төргәк алды ла тағатып ебәрҙе. Ҡыҙыҡһынып күҙәтәм: ҡулында һары төҫтәге ҡалын күлдәк! Матурлығына иҫем китеп, өҫтәл аҫтынан нисек килеп сыҡҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. "Был һиңә, ҡыҙым", - тигәс, оҙаҡ ҡына ышанмай ҡарап торҙом әле, сөнки быға тиклем миңә атап нимәлер алғандары юҡ ине.
Апайҙарҙың да күҙҙәре янып китте, йәһәт кенә миңә күлдәкте кейергә ярҙамлаштылар. Ниндәйерәк ине бит әле ул: бығаса берәүҙә лә булмаған бумазый тауарҙан тегелгән, һары төҫтәге ерлеккә кескәй генә эт һүрәттәре төшөрөлгән, алда түш тәңгәлендә өс матур йылтыр төймәһе, итәгендә ике яҡтан кеҫәһе бар. Ҡыбырлаған һайын ҡыштырлып тороуы баһаһын тағы ла нығыраҡ күтәреп ебәргәндәй. Шундағы шатланыуым! Үҙемде ҙур кеше итеп тойоп, күңелемдең үҫеүе! "Йә, хәҙер бейейһеңме?" тигәс, бер тартыныуһыҙ өйөрөлдөм дә өйөрөлдөм ул саҡта. Әле лә күҙ алдымда яҡындарымдың бәхетле йылмайыуы, сәпәкәйләп, тел шартлатыуҙары. Иҫемә төшһә, яңы күлдәктең хатта еҫе лә танауыма килеп бәрелгәндәй була...
Ул күлдәкте оҙаҡ кейҙем, бәләкәсәйгәс, әсәйем бөгөлгән еренән һүтеп, ҙурайтып та бирҙе. Кейергә бөтөнләй ярамай башлағас та ташламаным әле уны, әллә нисә тапҡыр әсәйемдең түшәк эшләргә тип йыйған сепрәктәре араһынан кире тартып сығарып, шкафҡа йәшереп ҡуйҙым. Әйткәндәй, әле лә һаҡлайым уны...
Аҙаҡтан, тормош яҡшырғас, күлдәктәр күп булды, ҙурайышып, ҡырға сығып киткән апайҙар ҙа алып ҡайта ине. Тик береһенә лә теге саҡтағылай ҡыуанманым, шатланып өйөрөлмәнем, күбеһен иҫләмәйем дә. Бына шулай, атайым тураһында уйлаған һайын шул тулҡынландырғыс, аңлатып булмаҫлыҡ хис-тойғоно өр-яңынан кисерәм, бала саҡтың иң шатлыҡлы, бәхетле мәленә яңынан ҡайтып килгәндәй булам. Рәхмәт һиңә, атай!.."
Зәлиә.

Ә һеҙҙең шундай иҫегеҙгә ныҡ һаҡланған ваҡиға бармы, дуҫтар?

Фото: wallgood.fon
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: