Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
4 Ғинуар 2021, 21:04

Бер шатлыҡҡа - бер ҡайғы...

Ай, был яҙмыш! Аяуһыҙ һынай бит Зәбирәне... Нисек шул тиклем юғалтыуҙарға йөрәге түҙә тиң. Шатлыҡ менән ҡайғы гел йәнәшә йөрөнө уның эргәһендә. Унан тыш та ҡаршылыҡтарын сығарып ҡына тора. Ҡаҡса иңенә төшкән бындай ҡаты өлөш ниндәйҙер гонаһтары өсөн биреләме, әллә Алланың яратҡан бәндәһе булғанға уға нығыраҡ эләгәме, әллә берәй яуыздың ҡарғыш һүҙе төшкәнме?..

Бала сағы бәхетле булды бит уның. Әсә-атаһы ҡанаты аҫтында, ел-ямғыр теймәй, унан башҡа тағы ике ҡыҙ һәм бер малай үҫтеләр. Сыр-сыу килеп, берсә шаярып, берсә талашып тигәндәй... Етеш торҙолар, ата-әсәһе икеһе лә уңған ине шул: колхозда ла, өйҙә лә йүгереп йөрөп эшләнеләр. Үҙ-ара мөнәсәбәттәре ипле, яғымлы булды, ғөмүмән, өйҙә татыулыҡ, ихлас мөнәсәбәт хөкөм һөрҙө. Мөләйем йөҙлө әсәһе, бар эшкә оҫта булыуы менән бер рәттән, матур йырлай ҙа ине. Тик баҫалҡылығы арҡаһындамы, концерттарға сығыш яһарға саҡырһалар ҙа бармай ине, уның моңло саф тауышын өйҙәгеләргә генә һирәк-һаяҡ ишеткеләргә насип булды.
Әсәһенә оҡшап Зәбирәнең дә тауышы матур. Өләсәһе мәрхүмә "Бынау балаға ниңә шул тиклем моң биргән икән, бәхетле генә булһын" ти торғайны. "Ҡыҙым, һин сәхнәгә сығып йырлама, кеше тауышыңды бик ишетмәһен" тип тә өҫтәй ине. Ә Зәбирә уның һүҙҙәренә ул ваҡытта иғтибар ҙа итмәгән, йыр уҡытыусыһы уны бер концерттан да ҡалдырманы. Моңло кеше бәхетһеҙ була тигәндәре раҫҡа сыҡтымы әллә?..

Унынсы класты тамамлағас, ике иптәш ҡыҙы менән баш ҡалаға юғары уҡыу йортона йүнәлә Зәбирә, тик инә алмай. Ҡайғырып тормай, һөнәрселек училищеһына уҡырға инә лә заводҡа эшкә урынлаша. Тәүҙә иҙән йыуыусы булып, аҙаҡ һөнәренә ярашлы эше лә табыла. Уңған ҡыҙ, ҡайҙа эшләһә лә, бурыстарын еренә еткереп башҡарғас, уның хеҙмәттәштәре араһында абруйы ҙур, йөҙө яҡты була. Тәлғәт исемле егет менән дә шунда - заводта таныша, йәштәр араһында һөйөү уты тоҡана. Тәлғәт ҡыҙҙы үҙенең ябайлығы, һүҙгә маһирлығы, уңғанлығы менән арбай, унан да бигерәк ихласлығы менән. Оҙаҡ та йөрөмәй улар, ҡауышып та ҡуя. Кейәүҙәре ҡыҙҙың ата-әсәһенең дә күңеленә ята, егеттең туғандары ла алсаҡ, уңған Зәбирәне тиҙ арала үҙ итә. Ғаилә тормошо матур хис-тойғолар, киләсәккә яҡты өмөттәр менән башланып китә. Йәшәргә урын юҡлығы ла, аҡса етешмәүе лә йәштәрҙе көйһөҙләндермәй. Ике уңғандың хеҙмәтен баһалап, күп тә үтмәй, завод ятағынан ҙур ғына бүлмә бирәләр. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп ҡыҙҙары донъяға ауаз һала.

...Тик сабый тыуыу ҡыуанысы оҙаҡҡа һуҙылмай, ауылдан шаңҡытҡыс хәбәр килә: "атайың китеп барҙы... йөрәктән..." Ауырып та ятмай атаһы, йоҡоһонда ғына һыҙланмай-нитмәй баҡыйлыҡҡа күсә лә ҡуя... Уның шулай ҡапыл үлеп китеүе әсәһен дә, балаларын да һеңгәҙәтә һуға. Оло юғалтыуҙы бик ныҡ ауыр кисерә Зәбирә, эргәһендә хәстәрлекле йән киҫәгенең булыуы, бәләкәс кенә ҡыҙсығының гөрөлдәп йөрөүе ҡайғыһынан уйылып китеүҙән һаҡлайҙыр. Көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәт, ығы-зығы, шатлыҡ-ҡыуаныстары, көйөнөстәре менән тормош дауам итә. Ул арала заводтан Зәбирәләргә бәләкәйерәк булһа ла фатир биреп ташлайҙар. Торлаҡлы булыуҙың ниндәй ҙур бәхет икәнен белмәгәндәр һирәктер - яңы урынға күсергә тип күңелле мәшәҡәттәргә күмелә ғаилә. Әммә бер көндө тағы оло бәлә шаҡый ишекте: Тәлғәт аварияға осраған, дауаханаға алып барып еткерә алмағандар... Ниңә гел шулай шатлыҡ артынан ҙур ҡайғы ебәрә һуң ул яҙмыш уға?.. Йәненең селпәрәмә килеп ҡойолоуынан теле асыла башлаған ҡыҙы ҡотҡара был юлы. Оҙайлы ғазаплы йән тетрәнеүенән һуң үҙ тормошон юлға һалырлыҡ көс таба Зәбирә.

Ҡыҙына алты йәштәр булғанда ҡатындың юлында тағы бер яҡшы кеше осрай. Яңғыҙыңа ҡыйын булыр, балам, тип әсәһе лә гел әйтә торғас, Зәбирә икенсегә бәхетен һынарға ҡарар итә. Ысын мәғәнәһендә изге йәнле кеше булып сыға икенсе ире Рәмил. Уның ҡыҙын үҙенекеләй күреп ҡараша, Әлиәһе лә уны атай тип үҫә. Ғаиләлә иреш-талаш-тартышҡа урын булмай. Икеһенең дә икенсе никах, тормош тәжрибәләре етерлек, шуға күрәлер һүҙҙәре бер, донъяға ҡараштары уртаҡ була уларҙың. Рәмил менән үҙен бик ышаныслы, яҡлаулы тоя ҡатын, бер аҙ ғына булһа ла, тыныс, ҡайғыһыҙ йәшәп ала. Тормош шулай тын ғына, тигеҙ генә дауам итһен ине лә бит...

Әлиә уңышлы ғына мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона инә, шунда буласаҡ тормош иптәше менән осраша. Ата-әсә лә буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары менән таныша, туй көнө билдәләнә. Өйҙә күңелле мәшәҡәт - туйға әҙерлек бара. Бына ул көн дә етә. Берҙән-бер ҡыҙының ҙурайып, оянан сығып китеүе әсә өсөн эсте бошорғос ваҡиға ла, шул уҡ ваҡытта уның үҙаллы булыуы, үҙ яртыһын табыуы ҙур шатлыҡ та. Ныҡ тулҡынланған, шатланған-ярһыған әсә йөрәге шул ваҡытта ниҙер булыр кеүек шомланып тибә. Бушҡа булмаған шул һиҙенеүҙәре: туйҙан һуң аҙна ла үтмәй икенсе ире вафат була: ҡапыл, атаһы кеүек үк йөрәк өйәнәгенән... Ун алты йыл бергә йәшәп өлгөрә улар.

Тереләр өсөн тормош дауам итә: Әлиәһе һап-һау шалҡандай малай таба. Шуға ҡараһа, ҡайғылары таралып, онотолғандай була Зәбирә. Оҙаҡ та үтмәй тағы бала тыуыу ҡыуанысын ҡаралап яман хәбәр алына: ауылдағы берҙән-бер ағаһы вафат була. Һуҡыр эсәге эстә шартлаған, ваҡытында дауаханаға барып өлгөрмәгәндәр... Осраҡлыҡмы был, әллә яҙмыш уға шундай өлөш әҙерләгәнме: тәүҙә бәхеткә күмә, аҙағынан ҡара ҡайғыларға батыра...

Әлиә ҡыҙы икенсегә ауырға ҡала, ҡыҙ була тигәндәр. Бер шатлыҡҡа гел бер ҡайғы татыған ҡатындың күңелен шом баҫа: Хоҙайым, бүтән хәсрәт күрһәтмә, тип ялбара. Баланы ауыр таба был юлы ҡыҙы, бәпесе лә етлекмәй тыуа. Уны дауаханала алып ҡалып шәбәйеп киткәнсе тоталар. Ә бына ҡыҙы... йүнәлеп аяғына баҫа алмай шул. Ҡыҙ бала тыуыу шатлығын үҙ ҡыҙының үлем хәбәре шаңҡыта һуға әсәне. Уның ғүмерен ҡыйғансы минекен алһаңсы тип яҙмышына үпкәләп-рәнйеп ер тырнап үкһей ҡатын. Бер бөртөк ҡыҙымды ла юғалтҡас, миңә донъяла ни бар, тип уйлап үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла маташа. Тик, күрәһеләре бөтмәгәндер инде, әжәлдән аралап алып ҡалалар. Яртылаш үлек, яртылаш тере Зәбирә өсөн туғандары хафаға ҡала.

Әлиәһенең зәңгәр күҙҙәре менән шелтәләгәндәй ҡараған ейәнсәрен күреп кенә аңына килә ҡатын, шул бәләкәс кенә уны яңынан аяҡҡа баҫтыра, йәшәргә көс бирә. Ҡыҙының балаларын үҙе ҡарап үҫтерергә тейешлеген аңлап, Зәбирә кейәүенә уларҙан баш тартырға кәңәш итә. Һин йәш, яңынан өйләнерһең, ә улар ҡамасаулар ғына бит, тип төрлө һүҙҙәр менән кейәүен күндерә. Күндерә тигәс тә, үҙе лә аптырашта ҡалған йәш ир ҡаршылашып маташмай ҙа. Шулай итеп ҡыҙының ике йәшлек улы менән яңы ғына тыуған ҡыҙ бала өләсәй ҡулында ҡала. Сабый балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу кеүек яуаплы бурыстар йөкмәлгән өр-яңы тормош башлана. Туғандары, әсәһе һәр яҡлап ярҙам итмәһә, белмәйем, күтәрә алыр инеме икән был йөктө?

Әле ейәне икенсе класта уҡый, ейәнсәренә алты йәш, икенсе йыл мәктәпкә барасаҡ. Уны балалар баҡсаһына йөрөткәндә Зәбирә үҙе кеүек ейәнен яңғыҙ үҫтергән ир менән таныша. Уның ҡатыны ла үлгән, ә бына малайҙың ата-әсәһе бар-барлыҡҡа, әммә сабыйҙарын ташлап, икеһе ике яҡҡа сығып олаҡҡан. Бер төрлө яҙмышлы ике яралы йөрәктең тап шунда осрашыуы осраҡлыҡмы, әллә яҙмыш ҡушыуымы?.. Ир Зәбирәгә иғтибарын күрһәтә, бергә йәшәп ҡарарға тәҡдим яһай, әммә һәр бәхете өсөн ҡорбан көҫәлгәнен белеү генә түгел, иңдәрендә күп тапҡырҙар татыған ҡатын был юлы был эштә ашыҡмаҫҡа, ә ейәндәрен үҫтереп, аяҡҡа баҫтырырға кәрәклеге тураһында ғына уйлай...
Фото:Т.Роза
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: