Өфө янындағы райондарҙың береһендә тыуып үҫтем. Атай-әсәйемдең олоғайғас табып алған төпсөк ҡыҙы инем, мин мәктәпте тамамлағанда улар инде ҡартайғайны. Баш ҡалаға барып, һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Күп тә үтмәне, атай менән әсәй бер-бер артлы баҡый донъяға күсте. Бер туғандарымдың үҙ ғаиләһе, ғөмүмән, йәш араһы 15 – 20 йыл булғанғамы, апай һәм ике ағайым менән аралар бигүк йылы түгел ине. Минең өсөн өҙөлөп тороусы кеше, тыуған йортта ҡайтыуымды көтөүсе булмағас, тора-бара ауылым да онотолдо.
Заводҡа токарь булып эшкә урынлаштым. Илдәге сәйәси бола мәл, 90-сы йылдарҙа, хәтерләйһегеҙҙер, күп ир-ат эшһеҙ ҡалыуын, ауырлыҡтарҙы, дефицит осорон күтәрә алмай, эскегә һалышты. Ҡатын-ҡыҙҙың ихтыяр көсө ирҙәрҙән күп тапҡыр артығыраҡ, улар барлыҡ ауыр эште үҙ елкәһендә татыны. Завод-фабрикаларҙа ла станоктар артында урындар алмашынды, ир-ат һөнәре тип һаналған эште бисәләр үҙ иңенә йөкмәне. Мин дә шул ҡатындар рәтендә инем, беҙҙең цехта ир-егеттәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ булды. Эштең ауырлығы һиҙелмәне лә, сөнки егетем менән бер сменала эшләйбеҙ – мин уға үлә яҙып ғашиҡ! Тик алданасағымды һиҙмәгән дә икәнмен, ауырға ҡалыуымды белеү менән ул эштән китте, ҡайҙалыр юғалды. Аборт эшләтергә һуң, тинеләр, баланы табыу менән икенсе көнөнә үк дауаханала ҡалдырып сыҡтым. Йәш башым менән тамсы ла ҡайғырманым, сабыйҙы һағынып иламаным, ә мине ташлап ҡасҡан ир йоратын юҡһынып төндәр буйы мендәр сылата инем. “Больничный” алып та тормай, эшемә сыҡтым. Ҡырын-мырын ҡараштарға, теге-был һүҙҙәргә иҫем дә китмәне, оло хата яһауым тураһында башыма ла барып етмәне. Тик аҙна-ун көн үтеүгә “Тиҙ ярҙам” машинаһы мине тағы дауаханаға алып килде, баҡһаң, табиптар бала һуңғылығын ҡалдырған булған. Етмәһә, һаҡланмай йөрөп, ел уйнап торған анау сама ҙур цехта ныҡ итеп һыуыҡ тейҙергәнмен. Ҡыҫҡаһы, мин башҡаса бала табыу мөмкинлегенән яҙҙым, операция яһап, аналыҡты алып ташланылар. Быға бошонманым да, сөнки ирҙәрҙе күрә алмай инем, ә бала артыҡ йөк кенә булып тойолдо.
Тиҫтә йыл самаһы ваҡыт уҙҙы, эшкә барам да ҡайтам, көн дә бер үк күренеш. Парлы ғүмер, ғаилә хаҡында уйлаһам, йөрәк һыҙлай башлай. Тиҙҙән мине таныштар буйҙаҡ егеткә димләне. Утыҙға етеп, кәләш алмаған, ауылда ата-әсәһен ҡарап, мал-тыуар көтөп, етеш йәшәй ине ул. Уйлап та тормай, ризалаштым һәм төпкөл районға кейәүгә сығып та киттем. Ҡайны-ҡәйнә оло йәштә, үҙҙәре яҡшы кешеләр, ирем дә изге күңелле, тыныс булып сыҡты. Ең һыҙғанып тотондом донъя көтөргә. Бар яҡлап килгән, уңған килен, тип тел шартлатты барлыҡ ауыл. “Тик балалары ғына юҡ”, – тиеште бисә-сәсә. Иремә барыһын да асып һалырға күп тапҡыр уҡталһам да ҡыйманым. Әйтһәм, айырылышырбыҙ тип ҡурҡтым, һис кенә тағы яңғыҙ ҡалғым, һалҡын шыҡһыҙ ҡалаға ҡайтҡым килмәй ине. Элекке хаталар өсөн терһәгемде тешләрҙәй инем, ләкин… Ҡарттарҙы һуңғы һулыштарына тиклем яҡшы ҡараным, улар риза булып, фатихаһын биреп бәхилләште. Тик ҡайны-ҡәйнәһеҙ йорт һыуынып ҡалғандай булды, балаһыҙ йорттоң йәме юҡ шул. Нисәмә йыл уҙғас, выждан ғазабы яңы ҡалҡты – төштәремдә яңы тыуған бәпесемде таба алмай, әллә ҡайҙа аҙашып йөрөйөм. Шыбыр тиргә батып уянып китһәм, ҡыҙымдың ярһып-ярһып асығып илаған тауышы ҡолаҡта һаман сыңлай һымаҡ. Бер тамсы күкрәк һөтөмдө лә имеҙмәй сығып киттем бит мин, йәнәһе, өйрәнмәйем. Йомшаҡ ҡына, йылыҡай ғына итеп биләнгән баланан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡулымды тартып алғайным. Их, ҡайҙа булған минең башым ул ваҡытта, әрнеү, һыҙланыуҙарҙың сиге юҡ. Оҙаҡламай ирем менән арабыҙ һыуынды, тора-бара уның сит ҡатынға әүрәгәнен ишеттерҙеләр. Тауыш күтәреп, ир өсөн даулашып йөрөүҙең мәғәнәһен күрмәнем, бер көн сумаҙанымды тотоп, ҡалаға кире юлландым.
Өр-яңынан башланды минең яңғыҙаҡ тормош. Проблемаларымды тик үҙем генә хәл итеп өйрәнгәнгә күрә эшкә урынлашыу, торлаҡ табыу ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Уларҙы хәл итеү менән, ҡыҙымдың эҙенә төшөргә булдым. Ай буйына төрлө учреждениелар буйлап йөрөй торғас, бәпесемде бер айлыҡ сағында уҡ алғандарын белдем. Башҡаса артыҡ мәғлүмәт биреүсе булманы. Быға тиклем Аллаға бигүк ышанған кеше түгел инем, ә хәҙер доғалар ятлауға, намаҙ тәртибенә ҙур иғтибар бүлә башланым. Хоҙайҙан, баламды берәй тапҡыр булһа ла күреү, ҡулдарынан тотоп ярлыҡау һорау, хатамды төҙәтеү мөмкинлеге бирсе, тип көнө-төнө ялбарҙым.
Ярты йылдан һуң кеҫә телефонына ят номерҙан шылтыраттылар. Был күрше ауылдан элекке иремдең танышы булып сыҡты. Фермер, ауылда иген, көрпә һата, бик тырыш, эшһөйәр, тик булдырырға ғына торған әҙәм инде. Ғаиләбеҙ менән ҡунаҡҡа ла йөрөшөп алғайныҡ бер заман. Баҡһаң, яман шештән ҡатыны вафат булған, үҫмер улы һәм 5-се класта уҡыған ҡыҙы ҡарауһыҙ ҡалған.
– Сыҡ миңә кейәүгә! Йәш саҡтағы кеүек мөхәббәт менән түгел, ә тормош тәжрибәһе менән эш итә торған осорға еткәнбеҙ. Уйланым-уйланым да, тәртипле, аҡыллы, уңған, балаларыма терәк булырҙай башҡа кешене тапманым. Ҡәҙер-хөрмәт күрһәтермен, өрмәгән ергә ултыртмам, ризаһыңмы? – тимәһенме.
Шулай итеп, яңынан ғаилә ҡороу бәхетенә ирештем. Әйтергә кәрәк, был юлы бәхетле ғаилә тормошон кисерҙем. Иремә тәүге көндән үк балам булмаясағы тураһында серемде систем, арабыҙҙа ялғанлыҡ ятмаһын тинем. Вафат булған көндәшем ауырыған мәленән үк балаларын әҙерләп ҡуйған икән – атайығыҙ ҡатын алһа, тыңлағыҙ, ололағыҙ, тип өйрәткән. Апай, тип кенә торҙолар, мин дә уларға ҡарата һис тә тағатылмаған һөйөү йомғағын һүтергә тырыштым. Ошо уҡ ваҡытта, ҡыҙым менән осрашыуҙан мәхрүм итмә, тип Хоҙайҙан үтендем, өмөтөмдө өҙмәнем. Тәүге иремә килгәндә, сыуалған теге ҡатынын алып ҡайтҡайны, нилектәндер, уның да балаһы булманы. Бер-ике йылдан яңы тыуған балалар приютынан малай алып ҡайттылар.
Биш йылдан улыбыҙҙы әрмегә оҙатырға ла ваҡыт етте. Әрменән төндә генә шылтырата ала, төн уртаһына тиклем телефон тотоп көтөп ултыра инем. Үҙ атаһы улай борсолмағанды, мин баламдың (улар миңә ысынлап та үҙ балаларым кеүек) имен ҡайтып инеүен теләнем. Теләктәрем ҡабул булды, тағы ла мыҡтыланып, имәндәй кәүҙәле булып ҡайтып инде улым. Булдыҡлының эше уң, улыбыҙға Өфөнән бер бүлмәле фатир ҙа алып ҡуйҙыҡ. Юғары уҡыу йортон тамамлауға өйләнәсәкмен, тигән һүҙҙе ҡолағыбыҙға төшөрөп ҡуйғайны инде. Тиҙҙән ҡыҙын танышырға алып ҡайтты. Ҡала ҡыҙы иркә, ауылды яратмаҫ тигәйнек тә, тәү күреүҙән үк оҡшаны, һөйләшеүгә ипле, матур, һөйкөмлө, ғаиләлә баш бала булғас, эшкә лә уңған күренә. Ҡыҫҡаһы, киленгә бер һүҙһеҙ ризалаштыҡ, бер-ике айҙан ҡоҙа ебәрҙек. Гөрләп туй уҙҙы, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙ ҙа, ауылдан сығып, ҡалала төпләнгән үҙебеҙҙең милләт кешеләре, ихластар, ҡунаҡсылдар. Килендең балаға уҙғанын белгәс, һөйөнөстән бер-беребеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырыштыҡ. Ҡоҙағыйым менән йәш әсәләр, бәпес тураһында һүҙ сыҡҡас, миңә оло серен систе. “Беҙҙең ете йыл буйы бала булманы. Аптырағас, киленегеҙҙе ҡыҙлыҡҡа алдыҡ. Бер ай ғына ине уға, 19 йәшлек ҡыҙ табып ҡалдырып китте, тинеләр. Бәпес алғайныҡ, ике йылдан һуң ауырға ҡалдым, үҙебеҙҙең ике улыбыҙ тыуҙы. Был хаҡта ҡыҙым белә, 18 йәше тулғас ҡына әйттек. Тәүҙә ышанманы, һуңынан, һеҙ бит мине тамсы ла үгәйһетмәнегеҙ, тип аптыраны”.
Мин ҡойолдом да төштөм, күңелем ниҙер һиҙгән ине бит! Барыһының да, ҡәйнә менән килен төҫкә оҡшаш була, тигәндәре дөрөҫ икән, киленең бигерәк үҙеңә тартҡан, тиеүҙәренә иғтибар итмәй инем. Киленемдең туй мәжлесенән һуң күлдәген сисергә ярҙамлашҡанда күкрәк аҫтындағы хәс тә үҙемдеке кеүек миңде күреп аптырағайным. Тик былай уҡ булыр тип кем уйлаған! Тамсы ла шигем юҡ, киленем – ул минең үҙ ҡыҙым! Әлегә бер кем дә белмәй, иң мөһиме, күңелем тынысланды. Киленем тип өҙөлөп торам, хәҙер уны икеләтә яратам. Хоҙайыма рәхмәттәр уҡыйым, нисәмә йыл үткәс, ул барыбер балам менән юлдарыбыҙҙы осраштырҙы. Ҡасандыр ташлап киткән ҡыҙым йортома килен булып килеп инде, иншалла…
Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы төркөмөнән.