Даирә
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
1 Ғинуар 2021, 19:51

"Мөхәббәт хаҡы" Таңһылыу Ғүмәрова

– Беҙ бәхетле, – ти Рәсилә Таһирҙы ҡосаҡлай-ҡосаҡлай, – һинең менән шундай рәхәт.– Рәхәт тигәнең менән ризамын, – ти Таһир ҡоро ғына, – бер ниндәй ҙә беҙ юҡ, һин бар ҙа, мин бар.– Нисек? – күҙ алдары ҡараңғыланып китте ҡыҙҙың.– Осрашыуҙар былай ғына, – ти егет иҫе лә китмәйенсә.

– Ниндәй яратыу ти? Мин һиңә берәй тапҡыр яратам тип әйттемме? – мыҫҡыллы көлөп ебәрҙе Таһир.
– Юҡ...
– Шулай булғас, ниңә юҡты һөйләйһең? Мин яратҡан ҡыҙыма ғына өйләнәсәкмен. Мин Таһир булһам да, һин Зөһрә түгел бит!
Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты.
Ә Рәсиләгә, киреһенсә, ике ҡанат бүләк иттеләрме ни?! Эшенә осоп бара, осоп ҡайта, йүгереп йөрөп өйҙәге эштәрен башҡара. Ғашиҡ булыу ошо буламы икән әллә? Улай тиһәң, ун бер йыл бергә уҡы ла, хәҙер килеп ғашиҡ бул, имеш... Шулай ҙа Таһир элекке маңҡа малай түгел, Рәсилә лә ике ҙур бантлы илаҡ ҡыҙҙан күптән үҫкән инде. Мөхәббәт тә ошоноһон яраттырайыммы, быныһынмы тип һорап килмәй шул. I Шыҡ итеп ишек асылғанын ишетеп, һиҙгер бесәй, иҙрәп йоҡлап ятҡан еренән тороп, тауыш сыҡҡан яҡҡа йүгерҙе. Ҡара ялбыр йөнлө, дәү кәүҙәле хайуан, зөбәржәттәй йәшел күҙҙәрен майландырып, хужабикәһенең инеүен көттө. Һағыныуҙан түгел бер ҙә. Ул белә: Рәсилә төйөнсөгөнән итле-майлы күстәнәстәрен сығарып һаласаҡ. Ҡарабайҙың хатта ишек биге асылыуға рефлекс барлыҡҡа килгән. Рәсилә, ғәҙәттәгесә, үҙе эшләгән ашхананан алып ҡайтҡан аҙыҡ ҡалдыҡтарын бесәйенә һалды ла, ары-бире эштәрен эшләгәс, компьютер артына ултырҙы. Бүлмәне яратҡан йыры солғап алды:
Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр,
Һөйөү урманына таратыр.
Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарҙы,
Уларҙы һуң кемдәр яратыр?
Рәсиләнең дә йәше утыҙға етеп килә, шуға ҡарамаҫтан, һаман да икенсе яртыһын осратмаған әле. Ҡалала фатирға төшөп йәшәп ята, яҡындағы ашханала ашнаҡсы булып эшләй. Ҡыҙ “Бәйләнештә” сайтындағы хәбәрҙәрҙе барлай башланы. Унда “Бөгөн Таһир Моратовтың тыуған көнө” тигән яңылыҡ бар ине. Эйе шул, класташы Таһирҙың тыуған көнө икән дә! Ихласлап ҡотлау яҙып ебәрҙе лә мөхәббәт тураһында фильм ҡарарға кереште. Таһирҙан яуап бар ине: ҡотлау өсөн рәхмәт белдергән, класташының ҡайҙарҙа йөрөүе, ни менән шөғөлләнеүе тураһында ҡыҙыҡһынған. Ҡыҙ үҙе тураһында яҙып ебәрҙе, Таһирҙың да ҡалала икәнлеге асыҡланды. Шулай итеп, интернет бәйләнеше аша аралашыу башланды. Бер нисә көндән Таһир осрашырға тәҡдим итте. Осрашыу урыны итеп ҡала паркы һайланды. Кис һалҡынса булһа ла, Рәсилә алһыу төҫтәге ебәк күлдәген кейҙе, үҙенә үтә лә килешә ошо әйбере. Ел иҫкән ыңғайға күлдәк итәктәрен елберләтә-елберләтә паркка ыңғайланы һылыу. Ана тора Таһир! Элекке малай-шалай түгел, ир төҫө инеп, мыҡтыланып киткән. Йылмайып, Рәсиләнең ҡаршыһына килде лә, ҡыҙҙың ҡулдарына ҡағылды. Таһирҙың ҡағылыуынан ҡыҙҙың тәне зымбырлап китте. Йәштәр парк буйлап йөрөнө, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙө. Рәсилә, өшөп ҡалтырай башлағас, класташы пинжәген сисеп кейҙерҙе. “Иғтибарлы ғына икән”, – тип уйлап ҡуйҙы ҡыҙ. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, Рәсилә иртә торҙо. Ниндәйҙер моңло көйҙө көйләй-көйләй, ашнаҡсыға ғына хас таҫыллыҡ менән бешеренә-төшөрөнә башланы. Ҡарабай ҙа, үҙенә нимәлер эләгеүенә өмөтләнеп, аяҡ араһында уралды. Хужабикәһенең күңеле шат, матур табын әҙерләй. Өҫтәлдән балыҡ ҡойроғон һөйрәтеп төшөргәнгә әрләшмәне лә хатта. Кемдер ҡыңғырауға баҫты, хужабикә, ҡоштай талпынып, ишеккә табан ыңғайланы. Барлыҡҡа килгән рефлексҡа буйһоноп, Ҡарабай ҙа ишек асылған тауышҡа коридорға атылды.
– Мөмкинме? – ауыҙ тултырып йылмайып инеп килгән әҙәмде күреп, Ҡарабай йөндәрен тырпайтты, уҫал ыҫылданы, сабып барып диван башына ултырҙы ла, уттай йәшел күҙҙәре менән өтөрҙәй булып өйҙәгеләрҙе күҙәтә башланы.
– Оһо, ниндәй байрам? – ғәжәпләнде Таһир, өҫтәлдәге һыйҙы күргәс тә.
– Байрам тип ни, минең эшем шул бит, – тип яуапланы ашнаҡсы. – Ә, шулай бит әле, – тип ризалашты егет тә.
– Ничего ғына йәшәп ятаһың икән! – Таһир фатирҙы урап сыҡты ла Ҡарабайҙы, эргәһендә туҡтап, һыйпамаҡсы булды. Ҡара бесәй, ырылдап, тәпәйе менән һуғып та ебәрҙе.
– Ҡайһылай уҫал!
– Улай булмай торғайны ул, бөгөн үҙен әллә нисек сәйер тота, – тине Рәсилә аҡланғандай итеп. Ҡарабай тағы Таһирға тексәйҙе, күҙ ҙә алмай уның һәр хәрәкәтен тикшереп ултырҙы. Ул бөтә булмышы менән “сит”те һиҙә, бер нисек тә ҡабул итә алмай ине. Бөгөн генә түгел, Таһирҙың башҡа килгән осраҡтарында ла шул уҡ хәл ҡабатланды, һуңғы килгәнендә Ҡарабай, үҙенең бөтә ҡылыҡтарын арттырып, егеттең ботинкаһына “бес” итеп ҡуйҙы. Ә Рәсиләгә, киреһенсә, ике ҡанат бүләк иттеләрме ни?! Эшенә осоп бара, осоп ҡайта, йүгереп йөрөп өйҙәге эштәрен башҡара. Ғашиҡ булыу ошо буламы икән әллә? Улай тиһәң, ун бер йыл бергә уҡы ла, хәҙер килеп ғашиҡ бул, имеш... Шулай ҙа Таһир элекке маңҡа малай түгел, Рәсилә лә ике ҙур бантлы илаҡ ҡыҙҙан күптән үҫкән инде. Мөхәббәт тә ошоноһон яраттырайыммы, быныһынмы тип һорап килмәй шул.
– Беҙ бәхетле, – ти Рәсилә Таһирҙы ҡосаҡлай-ҡосаҡлай, – һинең менән шундай рәхәт.
– Рәхәт тигәнең менән ризамын, – ти Таһир ҡоро ғына, – бер ниндәй ҙә беҙ юҡ, һин бар ҙа, мин бар.
– Нисек? – күҙ алдары ҡараңғыланып китте ҡыҙҙың.
– Ә осрашыуҙар?
– Осрашыуҙар былай ғына, – ти егет иҫе лә китмәйенсә.
– Тимәк, һин мине яратмайһың?
– Ниндәй яратыу ти? Мин һиңә берәй тапҡыр яратам тип әйттемме? – мыҫҡыллы көлөп ебәрҙе Таһир.
– Юҡ...
– Шулай булғас, ниңә юҡты һөйләйһең? Мин яратҡан ҡыҙыма ғына өйләнәсәкмен. Мин Таһир булһам да, һин Зөһрә түгел бит!
Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Тынлыҡты боҙоп Таһир:
– Мин Себергә китәм. Контракт яҙылған. Так что, һау бул! Рәсилә хис-тойғоларын йыя алмай, шаңҡып ултырып ҡалды. Ҡолағында һаман “Һин Зөһрә түгел бит, Зөһрә түгел бит, түгел бит...” тигән уҫал һүҙҙәр яңғырап тик торҙо. Ҡанаттары киҫелгән ҡыҙ, аяҡтарын көскә һөйрәп, эшкә барып ҡайтты. Әмәлгә ҡалғандай, тиҙҙән отпускыға сыға. Отпускыһының тәүге көнө булғанға күрә, үҙенә ял итергә ирек биреп, Рәсилә төшкә ҡарай ғына йоҡонан уянды. Уянғас та, көндәгесә һикереп тормай, ята бирҙе. Ҡарабай ҙа, “Бының татлы минуттарын бүлмәйем әле” тигәндәй, ашарға һорап, карауат эргәһендә уралманы. Тороп, тәҙрәне асты: көн салт аяҙ, болот әҫәре лә юҡ. Шунда уҡ биткә йылы һауа ағымы бәрелде. Бындай илаһи көндә нисек таш стена эсендә түҙеп ултырмаҡ кәрәк? Рәсилә тышҡа сыҡты. Подъезд алдында Фатима әбей япа-яңғыҙ ултыра ине. Иптәш табылыуға һөйөнөп:
– Иртә торһаң, аш бешә, һуңға ҡалһаң, бит бешә, – тине уйынлы-ысынлы.
– Таң һарыһынан тороп аш һалырға ҡырылып ятҡан балаларым барҙыр шул, – тип кире-мире яуап бирҙе ҡыҙ.
– Әллә кавалерың ҡастымы? – тип һорай һалды әбей. – Ҡасты, – күңелһеҙ генә яуапланы ҡыҙ.
– Танауыңды төшөрмә. Ниңә шулай тип әйтәләр беләһеңме? – һүҙҙең тәрәненә төшөп китте әбей. – Танауҙа бәхет ултыра, ә елкәлә – нужна. Үлсәү кеүек инде: танауҙы төшөрһәң нужна еңә башлай, ә ҡалҡытһаң, бәхет өҫкә сыға. Аңланыңмы? Шуға күрә танауыңды юғары тот! Рәсилә, танауын күтәрә биреп, турайып ултырҙы. – Хоҙай һәр береһенә икенсе яртыһын үҙе бүлеп ултыра, ти, – дауам итте Фатима ҡарсыҡ. – Бер яҡшыға – бер шаҡшы тип бүлә икән, ҡайһы ваҡыт яңылышып ҡына, бер яҡшыға бер яҡшы, бер шаҡшыға бер шаҡшы тип әйтеп ташлай, – урынһыҙ хәбәр һөйләгәнен абайлап, Фатима әбей шымып ултыра бирҙе лә: – Ҡайғырма, һинең дә икенсе яртың ҡайҙалыр йөрөйҙөр әле аҙашып. Тибешеп ятһа ла, тиңең булһын, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
II
Самолеттан төшөүсе оҙон аҡса эҙләүселәрҙе Себер уҫал, ҡырыҫ холоҡло бурандары менән ҡаршы алды. Дымлы һауа ла иркен тын алырға ирек бирмәй. Ҡолас йәйеп ҡаршы алырға был Башҡортостан түгел шул! Ауылдарҙа колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, әзмәүерҙәй ирҙәр эшһеҙ аптырап тороп ҡалды. Кемдер сараһыҙлыҡтан эскелек һаҙлығына батты, тәүәккәлерәктәре Себер тарафтарына юлланды. Уларға Таһир кеүек бәхет эҙләүсе романтиктар ҙа ҡушылды. Килеүселәрҙең ярты көн тиерлек документ-фәләндәрен тикшергәс, кискә ҡарай ғына ятаҡтағы бүлмәләргә урынлаштырҙылар. Таһир төҙөлөштә эшләй, эш әллә ни ауыр тойолмай. Ләкин тәртип үтә ҡаты: килешмәгән урында тәмәке тартҡан өсөн дә, һүгенгән өсөн дә штраф, эсеп йәиһә һуғышып йөрөүселәрҙе шунда уҡ үҙ иҫәптәренә ҡайтарып та ебәрәләр. Ял көнө Таһир Сережа исемле бүлмәләше менән ҡаланы ҡарап килергә булдылар. Ҡаланы уртаға бүлеп, йылға аға: йылғаның үр яғында тормош түбәнге яҡҡа ҡарағанда яҡшыраҡ кеүек тойолдо егеттәргә. Үр яҡта өйҙәр ҙә ыҡсымыраҡ, еңел автомобилдәр ҙә затлыраҡ.
– Әйҙә, кафеға инеп, һыра һемереп сығайыҡ, – тип тәҡдим яһаны Сергей.
– Әйҙә, – ризалашты бүлмәләше лә. Кафела Таһирҙың иғтибарын күрше өҫтәлдә ултырған сибәр генә ике ҡыҙ йәлеп итте. Берәүһе бигерәк тә һылыу: билгә тиклем төшөп торған ерән сәстәр, уйнап торған йәшел күҙҙәр, һомғол буй-һын. Көлөп ебәреүе лә матур ғына моңдо хәтерләтә. Таһир ятаҡҡа ҡайтҡас та теге ҡыҙ күҙ алдынан китмәне: йылмайып-көлөп ҡаршыһында тик торҙо. Аҙналап ваҡыт үтте, ятһа ла, торһа ла Таһирҙың күңелендә тик теге һылыуҡай ғына булды. “Былай булмаҫ, – тип уйланы егет, – күрергә, танышырға кәрәк!” Ялы тура килгәндә ғашиҡ егет кафе тупһаһын тапаны, ләкин күпме өмөт итмәһен, ҡыҙыҡай башҡаса күренмәне. Инде өмөтөн өҙҙө тигәндә, ерән сәсле ҡыҙ үҙе килеп инде. “Ул, эйе ул, – йөрәге дөп-дөп типте Таһирҙың, – танышырға, мотлаҡ танышырға, бер минутты ла әрәм итмәҫкә кәрәк!” Егет ҡыҙ ултырған өҫтәл янына килде:
– Һеҙҙе һыйларға мөмкинме?
– Ниңә мөмкин булмаһын ти, мөмкин, – ҡыҙ сая ғына яуап бирҙе. Егет шарап, тәм-том алып, ҡыҙ янынан урын алды.
– Таһир булам...
– Зиночка.
Таһир күктең етенсе ҡатында йөҙҙө: матурлыҡ алиһәһе үҙе иғтибар итте бит уға. Егет һәр бер көнөн, минутын тик Зина янында үткәрергә тырышты. Ҡыҙ уға һыу, һауа кеүек кәрәк ине. Таһир тамам ғашиҡ булды. Зина менән йышыраҡ осрашыу маҡсатында Таһир ҡуртымға фатир алып сыҡты. “Әйҙә, бергә йәшәйек”, – тигән тәҡдимгә ҡыҙ ҡуш ҡуллап риза булды, иртәгәһенә үк, барлы-юҡлы мөлкәтен тейәп, күсенеп тә килде. Зинаның бер ҡайҙа ла эшләмәүе асыҡланды, шулай ҙа ғашиҡты был әллә ни бошондорманы.
– Матурым минең, Зөһрәм минең, – тип ҡосаҡлай Таһир һылыуҡайҙы. – Ниңә син мине Зөхрә тисең, мин Зиниә, – тимәһенме ҡыҙ, телде вата-емерә, әллә башҡортса, әллә татарса. Бына һиңә мә! Мәрйә тип йөрөгән Зиночка беҙҙеңсә аңлай булып сығамы? Етмәһә, Зиниә имеш! Шулай ҙа ҡыҙҙың “Таһир менән Зөһрә” дастанын белмәүе аңлашыла ине. “Ярай өйҙә ултырһын, уның ише һылыуҙар эшләргә тейеш түгел, – тип фекер йөрөттө Таһир, – ашарға бешереп, фатирҙы таҙа тотһа, еткән”. Ләкин хужа эштән ҡайтҡанда аш бүлмәһендә буш кәстрүлдән башҡа бер нәмә лә юҡ ине.
– Зиночка, ниңә ашарға бешермәнең? – ғәжәпләнде Таһир.
– Маникюрым боҙола бит, кисә генә бик ҡыйбат хаҡҡа эшләттем, – тигән яуап ишетелде. Иртәгәһенә лә шул уҡ хәл ҡабатланды. – Мин диетала, миңә ашарға ярамай, – булды был юлы яуап. Меҫкен ир билмән алып ҡайтып бешереп ашарға мәжбүр булды. Тамаҡты алдап булмай. Шул ваҡыт ул Рәсиләнең бәлештәрен, былауҙарын һағынды. Эх, нисек тәмле бешерә ине Рәсилә, телеңде йоторлоҡ! Иртән торғас та, иргә сәй ҡайнатыусы ла, эшкә оҙатыусы ла булманы.
– Матурлыҡ салонына аҡса ҡалдыр! – тигән тауыш ҡына ишетелде йоҡо бүлмәһенән. Ир кеше аҡса һанап һалды ла эшенә сығып тайҙы. Бер ни тиклем ваҡыттан Таһир һыуыҡ алдырҙы, ахырыһы, йүтәлләй башланы, шулай булыуға ҡарамаҫтан, эшкә йөрөүен дауам итте. Бына ҡайтыр алдынан тыны ҡыҫылды, тирләп-беште, күкрәгендә ауыртыу тойҙо, тамам хәлдән тайҙы. Иптәштәре, “Тиҙ ярҙам” саҡыртып, егетте дауаханаға оҙатты. Температураһы бик юғары булып сыҡты, һаташты, ҡысҡырҙы, Зиночканы саҡырҙы. Кәрәкле анализдар алып, рентген үткәргәндән һуң, “пневмония” тигән диагноз ҡуйылды. Таһир Зина– Зиниәгә шылтыратты, ләкин телефон алыусы булманы. Һуңынан да нисә тапҡыр ғына уның номерын йыйһа ла “Абонент временно не доступен” тигәндән башҡа яуап булманы. Таһир үҙен сит ҡалала бер кемгә лә кәрәге булмаған бахыр итеп тойҙо. Рәсиләне бик һағынды. Ул янында булһа, бер минутҡа ла яңғыҙын ҡалдырмаҫ ине, ауыр минуттарында йылы һүҙен йәлләмәҫ ине. Ирекһеҙҙән, ҡулдары ҡыҙҙың телефон номерын йыйҙы. Теге яҡ оста яуап бирҙеләр. Үҙен һәр саҡ йәлләтеп өйрәнгән Таһир хәлен һөйләп бирҙе. Рәсилә, хәҙер үк самолетҡа билет алып, тиҙҙән килеп етәсәге тураһында белдерҙе. Таһирға рәхәт булып китте, яңғыҙы түгел икән донъяла! Палатаға шәфҡәт туташы килеп инде лә:
– Һеҙҙең бер анализығыҙ юғалған, яңынан алыр кәрәк, – тине. Кисәге мөләйем генә ҡыҙ Таһирға ерәнеп ҡараған кеүек бөгөн.
– Ул ни тигән һүҙ ул? Нисек инде дауаханала анализдар юғала? – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе Таһир.
– Шулай кәрәк, – тип ҡыҙ ҡан алды ла сығып та юғалды. Иртәгәһен Таһирҙы бер кешелек палатаға һалып ҡуйҙылар.
– Һеҙгә хәҙер баш врач килә, бер ҡайҙа ла сыҡмағыҙ, – тип иҫкәртеп китте шәфҡәт туташы. “Баш врач үҙе килә? – тип аптыраны ауырыу. – Шулай уҡ хәлем хөртмө икән?” Бер ни тиклем ваҡыҡыттан баш табип күренде. Таһир эргәһенә ултырғыс алып ултырҙы ла, ҡабаланмай ғына һөйләй башланы:
– Дауаланмай йөрөп, үпкә ауырыуын аҙҙырғанһығыҙ, шулай ҙә хәлегеҙ үтә мөшкөл түгел. Оҙаҡ ятырға тура килмәҫ һәм тағы... – тәжрибәле табип бер ни тиклем пауза яһап алды, – һеҙҙә ВИЧ-инфекция асыҡланды. Беренсе тапҡыр анализдар ыңғай һөҙөмтә биргәс, иҫбатлар өсөн ҡабаттан тикшереп ҡараныҡ. Икенсе анализдың да һөҙөмтәһе ыңғай булды. Беҙҙә дауаланғандан һуң СПИД-үҙәккә мөрәжәғәт итергә тура килер. Оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәңәш итәм. Таһирҙың ултырған ерендә ер уйылып төштөмө ни, үҙен упҡынға тәгәрәгән һымаҡ тойҙо. “Бына һиңә Зина–Зиночка–Зиниә! Бына һиңә мөхәббәт алиһәһе! Фәхишәне тәрбиәле ҡыҙҙан айыра алмағанмын икән!” “Эх, Рәсилә, белһәң ине, мәңгегә юғалттым бит мин һине!” Таһир ҡыҙға “Килмә” тигән бер генә һүҙ яҙып ебәрҙе.
III
Таһирҙан хәбәр алғас та, Рәсилә эшенән ял һораны, самолетҡа билет алды. Һис тә онотмаған бит уны һөйгәне! “Ул хәҙер ауыр хәлдә, минең ярҙамға мохтаж. Әлбиттә, барам Таһир янына, һис шикһеҙ, барам!” – тип фекер йөрөттө ҡыҙ. Рәсилә такси саҡыртты. Проспектҡа сыҡҡас та машина “тығын”ға эләкте.
– Тиҙерәк, самолетҡа һуңлайбыҙ бит, – тип түҙемһеҙләнде ҡыҙ.
– “Тығын”ды бер нисек тә урап сығып булмай, әҙерәк көтөргә тура килер, – тип яуапланы такси йөрөтөүсе егет. Рәсилә машинанан сығып йүгерерҙәй булып сәбәләнде. Пассажир һораулы ҡараштарын тағы таксисҡа төбәне. Уныһы “Ни хәл итәһең”, – тигәндәй яурындарын ғына һелкте. Тап шул ваҡыт, смс-хәбәр килеүен аңғартып, ҡыҙҙың телефоны уйнап ебәрҙе. Рәсилә түҙемһеҙләнеп уҡый һалды ла шымып ҡалды. Бер ни тиклем ваҡыттан:
– Бер ҡайҙа ла бармайбыҙ, – тип уфтанып ҡуйҙы. Машина тағы бер ни тиклем “тығын”да торҙо. Боролошҡа яҡынлашҡас, егет һүҙгә килде:
– Бер ҡайҙа ла бармағас, анау кафеға инеп ашап сығайыҡ, көнө буйы йөрөп асығылды.
– Әйҙә һуң, – тип ризалашты бөтә нәмәгә битараф булған ҡыҙ. Еңел автомобиль кафе яғына боролдо. Бының алда шатлыҡлы ла, бәхетле лә мәлдәр килтерәсәк тормош боролошо икәнлеген аңламай ине әле Рәсилә. Таһир терһәген тешләрҙәй булып үкенде, ләкин һуң ине инде. Уға, әлеге хәл-торошон ҡабул итеп, нисек тә артабан йәшәргә кәрәк. “Юлыма сығарып ҡуйған фәрештәне иблескә алыштырҙым бит, – тип яфаланды егет.
– Мөхәббәт хаҡы бик ҡиммәткә төштө, һаулығым, хатта ғүмерем менән түләргә тура киләсәк”. Юлына Рәсиләне яҙмыш үҙе сығарып ҡуйған да бит, Таһир ғына шуны аңламаған, ете-ят ерҙә бәхет һынаған. Таһир дауаланыуын дауам итте. Дин юлындағы кешеләр менән танышты, үҙе лә ошо юлға баҫты, күңеле таҙарҙы. Иллә-мәгәр күктәге торнанан ҡулдағы сәпсек яҡшыраҡ икәнен бик һуңлап аңланы егет.
фото т.роза
Читайте нас в