Бер ҙә мәжлестән айырым ҡайтмайҙар ине. Төпсөгөн – Әмирен йәлләп ашыҡҡан булды. Ике йәше тулмаған сабыйҙы ҡарап тора алмаҫ апайы, тип хафаланды. Мирсәйете менән уның һеңлеләренә һуғым ашына барғайнылар. Халыҡ оҙаҡ йыйылды. Аштан һуң хужа әсе балын да сығарғас, китте ирҙәрҙең телдәре асылып. Башта ауыл хәбәрҙәрен һөйләшеп алдылар. Һуңынан район, республикаға күстеләр. Хатта сит илгә сығып китеп, башлыҡтарын да барланылар. Американы иҫкә алып, йырлап та ҡуйҙылар:
Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ
Американы яҡын йылдарҙа…
Хәбәр артынан хәбәр, йыр артынан йыр китеп, күпме ултырғандарын да оноттолар. Гөлниса, улдарын иҫенә төшөрөп, бер нисә тапҡыр ҡайтырға өндәне Мирсәйетен. Тик тегеһенең шундай матур мәжлесте тиҙ генә ҡалдырып киткеһе килмәне. Булмаһа, үҙең генә ҡайта тор, тип оҙата сыҡты. Башҡа ир-ат та тәмәке көйрәтергә сығып, ишек алдында ҡалды Гөлниса ҡайтып киткәндә. Ҡаршы буранды көс-хәл менән еңеп ҡайтып ингәндә, балалары иҙрәп йоҡлай ине. Ҡатын, тынысланып, һике ситенә ултырҙы. Теҙелешеп йоҡлап ятҡан балаларының өҫтәренә япты. Алты бала бер-береһенә һыйынып, татлы йоҡоға талған. Буран тауышын да, тәҙрә ҡапҡастары шаҡылдауын да ишетмәйҙәр. Эй, вайымһыҙ, хәстәрһеҙ, рәхәт саҡтар. Инде шулай атай-әсәй ышығында рәхәтләнеп үҫергә яҙһын. Гөлниса балаларының арҡаларынан һөйөп сығып, юрғандарын рәтләберәк япты ла, тағы тышҡа ашыҡты. Юҡ, күренмәй Мирсәйет. Ауыл өҫтө ҡараңғы, ут алырға әле иртәрәк, тип ҡатын өйгә инде. Өй эсе һалҡынайып бара. Балалар тороуға тиҙерәк йылынһын тип, мейескә ут яғып ебәрҙе. Сытырлап янған ҡоро утынға ҡарап, йәшлек йылдарын, һуғыш осорон уйлап ултырҙы. Күпме михнәт күрелде. Аслыҡ-яланғаслыҡ, белгесе бер Хоҙай ғына. Түҙҙең бит, тип эстән ҡыуанып та алды. Балаларым күрмәһен мин күргәндәрҙе, тип теләп, тәҙрә ҡапҡастарын асыр өсөн тышҡа сыҡты. Инде яҡтырып та килә. Буран һаман ауыл буйлап тулап йөрөй. Күршеләрендә лә ут алғандар, туң тәҙрәләренән тоноҡ ҡына яҡтылыҡ төшә. Кинәт Гөлнисаның йөрәге жыу итеп китте. Әгәр ире буранда аҙашып, ҡайта алмай йөрөп, өшөп-туңып ҡуйһа! Алыҫ ҡына ара бит. Әсе бал быуынға төшә, ултыра-ултыра ойота. Әллә барып урарғамы һеңлеләргә? Мең төрлө уй бырауланы мейеһен. Юҡ, яҡҡан мейесте ташлап китеп булмай. Балаларҙы уятырға әле иртәрәк. Уларҙы мәктәпкә оҙатҡас, барып урарға ниәтләп, Гөлниса самауыр ҡуйҙы. Өҫтәл әҙерләне. Үҙе ишек асылып китеп, Мирсәйете ҡайтып инеүен көттө. Юҡ, ҡайтманы ире. Балаларҙы берәм-берәм уятып, ашатып, мәктәпкә оҙатты, кескәйҙәрен күршеһенә ҡалдырып, кисә ҡунаҡ булған өйгә ашыҡты. Сәрүәр кейәүе аҙбар буйында мал ҡарап йөрөй. Гөлниса уға баш ҡаҡты ла өйгә ашыҡты. Хужабикә сәй табыны әҙерләп йөрөй, өйҙә башҡа кеше күренмәй. Гөлниса һораулы ҡарашын хужабикәгә төбәп:
– Мирсәйет ҡайҙа? – тип бышылданы. Тулҡынланыуҙан, эске ярһыуҙан үҙ тауышын үҙе таныманы.
– Бәй, кистән үк таралышты бит улар. Мирсәйет ағай Латип менән бергә сығып китте. Сәрүәр менән тышта оҙаҡлап тәмәке тартып, гәпләшеп торҙолар әле, башҡа өйгә инеп торманылар, – тип яуапланы Вәзиә.
Гөлнисаның аяҡ быуындары йомшарып китте, башы әйләнде. Быймаһын да һалып тормайынса һикегә килеп ултырҙы. Бер мәлгә иҫе ауғандай булды, күңелен шом баҫты.
– Ҡайтманы бит ул өйгә, ҡайтманы, таңға ҡәҙәр көтөп ултырҙым, – тип асырғанып әйтте лә кинәт тышҡа атылды. Тупһа төбөндә бер нәмә аңламай тәмәке тартып ултырған Сәрүәргә төбәне һораулы ҡарашын:
– Мирсәйет ҡайҙа?
Сәрүәр тороп баҫты ла, Гөлнисаға аптырап ҡарап:
– Ҡайтып киткәйне бит Мирсәйет, ҡайтманымы ни? – тип һорауға һорау менән яуапланы. Инде ҡайҙан эҙләргә, тип баш ватып торған Гөлнисаны Сәрүәрҙең тауышы бүлде:
– Урамдарҙан эҙләп киләйек, төнө буйы буран ҡоторҙо бит, донъя хәлен белеп булмай, кистән арыу ғына һалғайныҡ та…
Ҡатын ярһып, ҡапҡанан сыҡты ла, урам буйынан ике яҡлап ҡар өйөмдәрен тикшерә-тикшерә урам осона ашыҡты. Уның артынан Сәрүәр ҙә эйәрҙе. Осраған бер кешегә Мирсәйеттең юғалыуын, ауыл урамдарын ҡарап сығыу кәрәклеген әйтеп, ирҙе эҙләүҙе ойошторҙо. Халыҡ күпләп йыйылып, бөтә урамды ураны. Хатта һыйыр фермаһы, ат һарайы эргәләре ҡалманы. Юҡ, табылманы Мирсәйет, һыуға төшкән кеүек юҡ булды. Арып-талып өйөнә ҡайтҡанда, инде төш ауышҡайны. Гөлниса балаларына төшкө аш әҙерләүгә һуңлауына асырғанып, тиҙ генә картуф әрсей башланы. Ишек шығырлауға боролоп ҡараһа, күршеһе улдарын индергән икән. Ул да ишеткән яман хәбәрҙе. Үҙе йыуатырға тырышҡан була, күҙҙәрендә – шом.
– Табылыр әле, Гөлниса, бик хафаланма, бәлки, берәйһендә баш төҙәтеп ултыралыр, – тип һөйләнгән була.
– Ул, кистән эстем тип, баш төҙәтеп, эшкә бармай ҡалған кеше түгел. Колхозда бухгалтер, башһыҙ әҙәм түгел, – тип ярһып теҙеп алып китте Гөлниса.
– Нисек кенә һуң булһа ла балалары янына ҡайтмай ҡалғаны юҡ, – тип иламһырап өҫтәп ҡуйҙы. Кемуҙарҙан уҙышып мәктәптән ҡайтып ингән балалар әсәләренең йәшле күҙҙәрен күреп, аптырап ҡалды. Ҡатын, күршеһенә балаларға белдермәҫкә ым яһап, шым ғына өҫтәл әҙерләне. Уларҙың һораулы ҡарашын күрмәмешкә һалышты. Тик оло ҡыҙы кинәт:
– Әсәй, беҙҙең атай юғалғанмы ни? – тип һорап, шом өҫтөнә шом өҫтәне.
– Ҡуйсы, кем һөйләй ундай хәбәрҙе? – тигән булды Гөлниса.
– Кем тип ни, бөтә мәктәп гөр килә – Мирсәйет ағай юғалған, Мирсәйет ағай юғалған, тиҙәр, – тип яуапланы Лилиә.
Бына һиңә мә: ә ул хәбәрҙе балаларҙан йәшергән була, бөтә ауыл белде, мәктәп балалары белмәй ҡалмаҫ инде. Гөлниса үҙен ҡулға алырға тырышты, йылмайғандай итте лә:
– Йә, ярай, бына хәҙер ҡайтып инер әле һеҙҙе һағынып, – тип балаларын ашарға ултыртты. Үҙенең тамағына аш барманы. Сабыйҙарының көлөшә-көлөшә, шаярышып ашап ултырыуына ҡарап, уйға сумды. Белемле, уҡымышлы кеше уның Мирсәйете. Техникум тамамлап, колхозда бухгалтер булып эшләй. Ҡулы ла эшкә оҫта. Буш ваҡытында, ял көндәрендә ауылдаштарына сана, арба, тәгәрмәстәр эшләй, йүнәтә. Эшһеҙ ултырғаны юҡ. Ҡыш көндәрендә генә бер аҙ бушай. Шул һуғым аштары ваҡытында инде. Эре малды ауыл халҡы ғинуар аҙағы, февраль башына ҡалдыра. Ҡаҙ, өйрәк, һарыҡ ите кәмеүгә киткәс кенә эре малға тотоналар. Ауылда туған-тыумаса күп. Көн дә тиерлек һуғым ашына йөрөлә. Аҙналарға һуҙыла был муллыҡ аштары. Аллаға шөкөр, халыҡ хәллерәк йәшәй башланы. Картуф менән ит булғас, йәшәргә мөмкин. Игенен дә бирә колхоз. Хужалыҡтың үҙ тирмәне бар, көнө-төнө эргәһенән иген тейәлгән сана өҙөлмәй. Ҡаластай икмәк ашай халыҡ. Көнөнә бер тапҡыр ыумаслы аш ҡына ашап торған саҡтар, онотолмаһа ла, алыҫлаша бара.
Эстән ут янып, тыштан тыныс булырға тырышып, Гөлниса өйөн йыйыштырҙы, табаҡ-һауыт йыуҙы, ә күҙҙәрен ишектән алманы. Бына ишек асылып китер ҙә, Мирсәйет ауыҙын йырып ҡайтып инер кеүек. Балалар тышта ҡар тауы яһап уйнай. Кескәйҙәрен апайҙары өй эсендә уйнатып, әсәһен борсомаҫҡа тырыша. Ҡыҙ бала ҡыҙ бала инде, уның хәлен аңлап, ярҙамлашырға тырыша.
Иртәгәһен бөтә ауыл халҡы мәктәп балалары менән берлектә ауыл урамдарын, яҡындағы тау буйҙарын ҡарап сыҡты. Өс көн буйы эҙләп арыған халыҡ, бәлки, күрше ауылға киткәндер, тигән хәбәр һалды. Ошо күҙ асҡыһыҙ буранда нишләп юлланһын ул сит ауылға, тип ярһыны ҡатын. Ә шулай ҙа күрше Баязит, Үрнәк ауылдарына эҙләргә кеше ебәрҙе. Ул ауылдарҙа ҡарындаштары булғас, бәлки, тигән өмөт йөрөттө ҡатынды. Юҡ, буш ҡайтты юлаусылар. Таныш-белештәре, туғандары ла иренең күренмәүен әйтеп ебәргәндәр.
Инде аҙна етеп килә юғалғанына, бер хәбәр-хәтер юҡ. Һуң, энә түгел бит ул, бесән араһына төшөп киткән. Таҙа, мыҡты кәүҙәле ирен иҫенә төшөрөп, Гөлниса уның шулай эҙһеҙ юғалыуына ышана алманы. Ә күңелендәге шом, ҡурҡыу үтмәне. Ете баланы нисек ҡарап үҫтермәк кәрәк. Иҫән генә булһын инде, һуңлап булһа ла ҡайтып инһен, тип, белгән доғаларын уҡып, эсенән теләктәр теләне, нәҙер әйтте.
Бер аҙна тигәндә Никкүстем урамындағы ҡойонан һыу алғанда, Мәүлиҙә апайҙың биҙрәһенә бер һыңар бейәләй эләгеп сыҡты. Оло ғына ирҙәр бейәләйе нисек итеп халыҡ һыу эскән ҡойоға төшһөн инде, тип шомланып, бейәләйҙе тотоп, Гөлнисаларға йүнәлде. Ул ишекте асып ингәндә, ҡатын икмәк баҫа ине. Ишек тауышына боролоп ҡарағас, үҙҙәренән алыҫ ҡына йәшәгән Мәүлиҙә апайҙы күреп, ҡаушап ҡалды. Күҙҙәре уның ҡулындағы бейәләйгә төштө. Мирсәйеттең бейәләйе, үҙе бәйләп биргәйне. Ҡамырлы ҡулдары менән бейәләйҙе Мәүлиҙәнән тартып алды ла, күкрәгенә ҡыҫты. Һораулы ҡарашын уға төбәне:
– Ҡайҙан таптың, апай?
– Ҡойонан, биҙрәгә эләгеп сыҡты әле генә, – тип яуапланы тегеһе.
Гөлниса апшығып кейенде лә Мәүлиҙә артынан эйәрҙе. Сәрүәр кейәүҙәргә урам аша ғына тиерлек ул ҡойо. Уның алдына халыҡ йыйылып та өлгөргәйне. Ҡойоноң бураһы тирәләй дүрт яҡлап ялтырап туңған боҙ биҙрә һыйырлыҡ ҡына урын яһап, аҫҡа табан һуҙылған. Ҡойо эсе ҡараңғы. Балта, көрәктәр алып килеп, боҙҙо ватып, эскә осҡан боҙ киҫәктәрен биҙрәнән түккәндә биҙрәгә Мирсәйеттең бүреге лә эләгеп сыҡты. Халыҡ аптырашта ҡалды. Ошо кескәй генә биҙрә һыйырлыҡ асыҡлыҡҡа нисек мыҡты кәүҙәле ир һыйһын инде.
Арҡан алып килеп, бер йәш ирҙе ҡойо эсенә төшөргә күндерҙеләр. Ир ҡойо эсенә инеп юғалғас, өнһөҙ ҡалып, уның хәбәрен көттөләр. Өмөт сатҡыһы һүнеп барған Гөлниса ситкәрәк китеп баҫты. Ҡойонан "бында" тигән тауыш ишетелгәс, ҡатын кинәт хәлһеҙләнде, ҡар өҫтөнә теҙләнде. Аҙна буйы һаҡлап йөрөткән өмөтө өҙөлөүен ярһып илау алмаштырҙы. Ҡатындар уның тирәләй йыйылып, йыуатырға тырышты, яҡындағы өйгә алып инеп китеп, ҡайнар сәй эсерҙеләр. Ҡатын үҙен томан эсендәге кеүек тойҙо. Тағы ярһып тышҡа атылды. Ул сыҡҡанда иренең кәүҙәһен ҡойонан сығарып, районға оҙатырға ылау көтәләр ине. Гөлнисаны уның эргәһенә ебәрмәнеләр. Ауыл советы рәйесе, ҡатынды өйөнә илтеп ҡуйырға бойороп, ылауҙы оҙата китте. Гөлниса көс-хәл менән ҡайтып инде өйөнә. Балалары теҙелешеп һикелә ултыра. Өй эсе шундай тыныс, йылы. Бәлки, төш кенә күрәмдер, яман төштөр ул Мирсәйеттең үлеме, тип үҙен-үҙе йыуатырға, алдарға тырышты. Ысынбарлыҡ шундай яман ҡурҡыныс ине. Ете бала! Әйтеүе генә анһат. Оло улына 16 йәш. Эргәһендә лә түгел бит улыҡайы. Бәләбәйҙә, ауыл хужалығы техникумыда уҡып йөрөй. Бер нәмә белмәй балам, тип үрһәләнеп, Гөлниса тағы өйөнән сығып йүгерҙе. Кәнсәлә телефон бар, хәбәр итергә кәрәк улына. Ул уҡыған йортта ла телефон бар, бер ҡайтыуында ҡалдырып киткәйне номерын, бәлки кәрәге тейер тип. Һиҙендеме икән ни улыҡайы кәрәк булырын? Тик бына нисек тип әйтергә һуң? Үлде, тип әйтеп, баланы ҡурҡытыуың бар. Йүгерә-йүгерә уйланды ҡатын юл буйына. Кәнсәлә Малик ҡарт ҡына ултыра ине. Хәлде аңлатып тороу ҙа кәрәкмәне. Ул телефон номерҙарын йыйып, яуап көттө. Тиҙ алдылар телефонды теге оста. Аяны бала күңелен ҡарт. Атаһы ауыр хәлдә Дәүләкән дауаханаһында ята, тура шунда ҡайтһын егет, тип хәбәр һалып, трубканы ҡуйҙы.
Йәшәгән фатирына ҡайтырға йөрөгән Рәлдифкә хәбәрҙе килеп әйткәс, ул башта бер нәмә лә аңламай торҙо. Нисек инде, яңыраҡ ҡына һап-һау килеш, көлөп-шаярып оҙатып ҡалған атаһы ауыр хәлдә булһын? Тик тәрбиәсенең етди ҡарашын, ашыҡтырыуын күреп, фатирға ашыҡты. Тиҙ генә йыйынып, Аксаков станцияһына юлланды егет. Абдулла электр поезына нисек тә өлгәшергә кәрәк. Ул Дәүләкәнгә килеп төшкәндә көн кисләгәйне инде. Әсәһенең һеңлеләренә тура барып, тамаҡ ялғап алғас, еҙнәһе менән яҡында ғына урынлашҡан район дауаханаһына киттеләр. Еҙнәһе әйтте уға ҡурҡыныс хәбәрҙе. Атаһын мәйетхананан эҙләп таптылар. Ауыр кисерҙе был юғалтыуҙы егет. Бөтә күңелен, йөрәген әрнеү сорнап алды. Яҙмыштың шул ҡәҙәр мәрхәмәтһеҙлегенә хайран ҡалып, әсе ысынбарлыҡты ҡабул итергә теләмәне. Илай ҙа алманы. Ете бала араһында иң өлкәне икәнен иҫенән сығарманы. Әсәһенең берҙән-бер терәге, таянысы булып ҡалғанын бар булмышы менән аңланы Рәлиф. Яҙмыш уны ваҡытынан алда өлкәнәйтеп, уйсанландырып ебәрҙе. Атаһының йыназаһын томан эсендә кеүек кенә иҫләне. Халыҡ бик күп йыйылған, бөтәһе лә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Әсәһенең үкһеп илауы, туғандарының илашҡанын уның да күңелен йомшартып ебәргән минуттар булды. Тик бирешмәне егет, ҡайғыны сабыр, ололарса үткәрҙе.
Ауыл өҫтөн шомло тынлыҡ баҫты. Кемгә уйларға ла белмәне халыҡ. Юҡ, Мирсәйет үҙе барып төшмәгән унда, кемдер ярҙам иткән, тиештеләр. Ә кем? Хоҙай ғына белә. Ҡойо ла юлдан ситтә тора. Күҙ асҡыһыҙ буранда нишләп ҡойо эҙләп йөрөһен инде әҙәм балаһы. Боҙо ла апаруҡ туңған, биҙрә һыйырлыҡ ҡына ҡалған. Һыу ташығанда ҡатын-ҡыҙ ҡойо ситтәрен балта менән сапҡылап, биҙрәләрен көскә һыйҙыра. Кеше кәүҙәһен тыңҡыслап тыҡһаң да һыймаҫ. Ә ниңә тиеште ҡайһы берәүҙәр, башы менән тығып китһәләр, боҙ ни кәүҙә йылыһынан иреп, аҡрынлап Мирсәйетте аҫҡа һөйрәп алып киткәндер. Ә кем, кем һуң? Ошо һорау борсоно хафаға ҡалған халыҡты. Ул көндө буран да бик көслө ине шул.
Тикшереүҙе ауыл советына тапшырҙылар. Мирсәйетте һуңғы күреүсе, хатта уның менән бергә ҡайтырға сығыусы Латип икәнен бөтә ауыл белә. Шик тик уға ғына төшә һымаҡ. Мәжлестә булған һәр кемдән һорау алып сыҡтылар: ығы-зығыһыҙ, тыныс, матур үткән табын.
Сәрүәр ҡунаҡтарын ҡапҡа төбөнә ҡәҙәр оҙата сығыуын, Мирсәйет менән Латиптың бергә ҡайтып китеүен белдерҙе. Латип ҡына аныҡ яуап бирә алманы. Урамға сыҡҡас та ашығып ҡайтып китеүен, Мирсәйеттең артта ҡалыуын һөйләне. Тикшереүсенең, ҡойо янына ниңә барҙығыҙ был буранда, ул бит бөтөнләй ситтә, урамдың икенсе яғында тора, тигән һорауына, Латип тотлоға-тотлоға, юҡ, мин һалманым ҡойоға Миңлеғоловты, мин түгел, мин түгел, тип һамаҡланы. Юҡ, осона сыға алманылар был фажиғәнең. Айҙарға һуҙылған тикшереү һөҙөмтә бирмәне.
Ете балаһын ҡалдырып, мәңгелеккә күсте Мирсәйет. Ҡатынын, балаларын ҡайғыға, ауыл халҡын шомға һалып. Аҙна буйы ирҙең кәүҙәһе ятҡан ҡойонан һыу эскән халыҡ сиргә һабышыр сиккә етте. Ҡойоно тиҙ арала ҡаҙаҡлап, ябып ҡуйҙылар. Шомло сер сиселмәй ҡалды. Үлтереүсе табылманы, кем икәнлеге асыҡланманы. Тик ауыл халҡы күңелендә ул кешенең улар араһында йәшәүе, йөрөүе көн кеүек асыҡ ине. Кешеләр Хоҙайға тапшырҙы. Иң дөрөҫ язаны бары тик ул ғына бирә. Ете баланы етем итеүсе, йәш кенә ҡатынды тол итеүсе йән эйәһе язаһыҙ ҡалмаҫ, тигән өмөт йәшәп килде халыҡ күңелендә. Буранлы төн бөтә серҙе үҙе менән ҡапланы.
Тик Рәлиф кенә тынғы таба алманы. Ҡабат-ҡабат барып, Сәрүәр еҙнәһе менән һөйләште. Табында булыусылар менән айырым-айырым аралашып сыҡты. Ул үҙен ғаиләһе өсөн үтә яуаплы тойҙо. Ғаиләлә иң оло бала булараҡ, ул үҙенең әсәһенең терәге, таянысы, яҡлаусыһы булып ҡалыуын бөтә йөрәге менән аңлап, уны йыуатырға тырышты. Латип ағайға барып та һөйләшеп ҡараны ул. Тик тегеһе тура ҡарарға ҡыймай, тотлоға-тотлоға үҙенекен тылҡыны: "Мин түгел, туған, мин түгел". Шәхси тикшереү ҙә һөҙөмтә бирмәне тиерлек. Тик Рәлифтең бөтә шик-шөбһәһе Латипҡа барып туҡтала. Халыҡ араһында ла имеш-мимештәр ҡуйырҙы. Имеш, Латип Мирсәйеткә: "Күрһәтермен әле мин һиңә", – тип янаған икән. Ни өсөн? Бәлки, ревкомиссия рәйесе булараҡ, Мирсәйет уның берәй яҙығын белгәндер. Бәлки… Бәлки… Осо-ҡырыйы күренмәгән был тикшереүҙең эҙһеҙ үтмәүен һиҙҙе Рәлиф. Йән ғазабы тигән төшөнсә лә бар бит әле. Йән ғазабын күтәрә алмаҫ кеше йәнен ҡыйыусы, күтәрә алмаҫ…