Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
29 Декабрь 2020, 11:08

Кем ишек асыр: ҡыҙыңмы, улыңмы?

Был хикәйәтте, бәлки, уҡығанығыҙ, ишеткәнегеҙ ҙә барҙыр. Әммә ҡабатлап уҡыуға, ишетеүгә ҡарамаҫтан, ул тәрбиәнең дөрөҫ асылы, мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ кеүек изге ҡиммәттәр тураһында уйландырыуы менән әһәмиәтле.

...Яңы өйләнешкән йәш пар бер көндө бер кемгә ишек асмай, икәүҙән-икәү генә булырға хәл иткән. Иртә менән ишектә ҡыңғырау сыңлаған. Ишек күҙенән ҡараһалар, егеттең атаһы менән әсәһе килгән, ти.
“Беҙ бөгөн бер кемгә лә ишек асмайбыҙ, шулай бит”, - тип бер-береһенә ымлағандар ҙа асмаған, ти, былар.
Күп тә үтмәгән – тағы ҡыңғырау. Был юлы ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе торған ишек тышында. Ир кеше: “Беҙ бөгөн бер кемгә лә ишек асмайбыҙ, шулай бит, ҡәҙерлем”, - тип ҡабатлаған. Быны ишетеп, кәләше илап ебәргән. Илаған ҡатынын йәлләп, йәш ир ишекте асырға мәжбүр булған.
Был икәү бик матур, татыу ғүмер кисергән. Дүрт улдары тыуған. Әлбиттә, уларҙың һәр береһен шатланып ҡабул иткәндәр. Ә инде бишенсегә ҡыҙы тыуғас, атай кеше түбәһе күккә тейгәндәй ҡыуанған, оло байрам ойошторған.
“Улдарың тыуғанда былай уҡ ҡыуанманың, ни өсөн ҡыҙыңа шул тиклем шатланаһың?” – тип һораған дуҫтары. “Сөнки минең мин килгәндә ишек асыусым тыуҙы!” – тип яуаплаған атай кеше.
Әлбиттә, был хикәйәттәге кинәйәне һәр осраҡта ла дөрөҫ тип ҡабул итергә ярамай. Әммә халыҡ араһында таралған ҡарһүҙҙәр, хикәйәттәр ҙә буштан килеп сыҡмай. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: samoraskrytie.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: