Үҙе минән кесерәк, етмәһә, Рәсәйҙең икенсе осонда йәшәй. Ул ваҡытта мин - институтты, ул мәктәпте тамамлай ине. Ярты йыл буйы дуҫтарса яҙыштыҡ. Тора-бара был виртуаль аралашыу интернет-романға әүерелде. Шиғырҙар, йырҙар, күҙ йәштәре, йоҡоһоҙ төндәр...
Бер аҙҙан егетем мин уҡыған ҡалаға юғары уҡыу йортона инергә килде. Ике көн генә осрашып өлгөрҙөк. Уйламағанда оло ҡазаға тарыныҡ. Бергә китеп барғанда, уны, мине һәм һеңлемде, ҡыҫҡаһы, өсөбөҙҙө бергә машина төкөттө. Бәхеткә, ул бик зыян күрмәне, ә бына һеңлем менән икебеҙгә арыу ғына эләкте – таз һөйәктәребеҙ һынғайны. Операция, аҙаҡ реабилитация үтеүҙәр, ҡултыҡ таяҡтары...
Ошо ауыр минуттарҙа ул янымдан китмәне. Гел эргәмдә булды - наҙын, мөхәббәтен йәлләмәне. Уның ярҙамында аяҡҡа баҫтым, яңынан атларға өйрәндем. Беҙҙең ҡалаға уҡырға инде ул. Яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен, уның менән осраштырғаны өсөн.
Нимә өсөн яҙа быны, тиһегеҙҙер. Йәштәргә әйтер һүҙем шул: әгәр хистәрегеҙ ысын икән, йәш айырмаһы ла, ара йыраҡлығы ла бәхеткә кәртә була алмай. Бары тик хыялыңа ышанырға кәрәк, бәхет ҡошон мәлендә ысҡындырмау мөһим".
(Мәләүез ҡалаһында йәшәгән ҡатындан яҙып алынды).