Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
26 Декабрь 2020, 23:18

"Бәхетле ҡатын да, әсәй ҙә булманым..."

"Ирем балабыҙҙы туҡмай" тигән яҙманы уҡығандан һуң быға ҡаршы үҙ мөнәсәбәтемде белдерергә булдым. Ғаиләлә атай кешенең абруйы, ҡаты һүҙе булырға тейеш, кәрәк саҡта малайҙарға ҡайыш ҡулланыу ҙа зыян итмәҫ, киреһенсә, мәлендә дөрөҫ йүнәлеш алырға ярҙам ғына булыр.

"Атайлы бала арҡалы" тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Айырылып, ғаиләне емереп, һеҙ улығыҙҙы етерлек кимәлдә тәрбиәләй, уны ысын ир итеп үҫтерә алырһығыҙмы - иң тәүҙә шул турала уйларға кәрәк. Икенсе берәүгә кейәүгә сыҡһағыҙ ҙа, үгәй, ни тиклем яҡшы күренмәһен, үҙ атаһы һымаҡ булмаҫ, һуҡмаһа ла, ҡаҡмаһа ла...


Мин һеҙгә үҙ яҙмышымды һөйләйем әле. Бик һайланмай ғына әле йәшәп ятҡан абзыйығыҙға кейәүгә сыҡтым. Ул - геолог, мин заводта эшләй инем танышҡан ваҡытта. Тәүҙә ятаҡ, шунан коммуналь торлаҡ, шунан инде, ҡыҙыбыҙға -10, улыбыҙға 7 йәш тигәндә, өс бүлмәле фатирлы булдыҡ. Ул яғынан зарланмайым,ҡайһы берәүҙәр шикелле урамда йөрөмәнек.


Тик шуныһы үкенесле, атайлы көйө балаларымды яңғыҙ ҡарарға яҙған миңә: иртән-кисен баҡсаға йөрөтөүҙәр, һуңынан оҙон-оҙаҡ тойолған мәктәп йылдары, ата-әсәләр йыйылышы, йыш сирләп ыҙалатыуҙары, быларҙан тыш та бихисап йөкләмә-бурыстар...
"Битараф" - ошо һүҙ беҙҙең атай өсөн генә уйлап сығарылған тиерһең. Улыбыҙ зәғиферәк булып тыуғайны, үҫә килә сире көсәйеп, тиҙ ҡуҙғыусанға, илаҡҡа, мыжыҡҡа әйләнде. Атайҙары экспедициянан ҡайтҡан арала ла уларға яҡын килмәне, кабинет итеп эшләп алған бүлмәһенә инеп бикләнә лә ҡуя ине. Бер тапҡыр улының енләнеп иҙәнгә китаптарын атып бәргәнен күргәс, күҙе шарҙай булып ҡарап торҙо ла, "Был бала кемгә оҡшап шулай ул? Мин ҡайтҡансы уларҙы йоҡлатырға тырыш" тип тағы бүлмәһенә инеп биген элеп ҡуйҙы... Ундай эс бошорғос хәтирәләр күп инде яҙа башлаһаң.
Тәүҙә балаларым атайҙарын һағынып, бүләктәр, унан да бигерәк хәбәрҙәрен әҙерләп көтә ине. Ә ирем өйҙә саҡта ла балаларын күрмәне лә шикелле, һәр хәлдә, иғтибар итеп, ҡыҙыҡһынып һөйләшеп ултырғаны иҫемдә юҡ. Киреһенсә, үҙе бала кеүек иғтибар, ихтирам талап итә ине уларҙан. "Атай ҡасан ҡайта?" тип торған балалар үҫә килә унан ятһырай, ситләшә башланы, һәр ҡайһыһы үҙенә бикләнде.
Ҡыҙым менән ҡыйынлыҡ булманы ул, ә бына малай үҙ артынан йүгертте генә. Шунда атаһының янда булыуы, ярҙамының кәрәклеге ныҡ һиҙелә торғайны: ирҙәрсә һөйләшәме, ҡайыш ҡулланамы - барыһына ла риза булыр инем, бәлки, күп ауыр хәлдәрҙе урап үтер йәки еңел кисерер инек...
Ҡыҙым инде кейәүҙә, айырым йәшәйҙәр. Улыма - 30 йәш, һаман беҙҙең менән, моғайын, һаулығым еткәнсе уны шулай үҙем ҡарармын. Хәйер, ул ғына түгел, пенсияға сыҡҡан, гел һыуыҡта йөрөгәнлектән аяғы һыҙлаған ирем дә өйҙә - ике мыжыҡ ауырыу минең өҫтә. Һәр икеһенә ярарға тип көнө-төнө эргәләрендә бөтөрөләм, бер тапҡыр ҙа ҡунаҡҡа йә концерт-фәләнгә барып онотолоп китеп ултырғаным булманы ошоғаса, ял йорттарына, шифаханаларға йөрөү тураһында һүҙ ҙә юҡ.
Ә атай булған кеше һаман тормош ағышын үҙ бүлмәһенән генә күҙәтә, шау-шыуға, әллә ни ҙә бер килгән ейәнсәренең тауышынан башы ауырта, ҡан баҫымы күтәрелә, магазиндан аҙыҡ-түлек ташырға йә баҡсаға барып эшләшергә - аяҡтары һыҙлай, тиҙ арый. Уға ял һәм тыныслыҡ кәрәк. Ваҡытында ғына ашарға, мәлендә генә йоҡларға ятырға кәрәк. Улы менән әле лә бер тапҡыр ҙа яңғыҙ ҡалғаны юҡ, ҡайҙа барһам да олоғайып бөткән баламды бергә алып йөрөйөм.
Бына ошондай тормоштан арыған ҡатын, әсә булараҡ, мин атай кешенең ҡаты ҡуллы, бер һүҙле булғаны, балаларының һәр аҙымы менән ҡыҙыҡһынып торғаны, кәрәк саҡта ҡайышын да тамыҙып ебәргәне яҡшы булалыр тип уйлайым.

Хөрмәт менән Сәғиҙә апайығыҙ".

Фото:flight-of-thought.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: