Был тиклем ҡайғынан ҡатын һығылып төштө. Әйтерһең, көтмәгәндә өҫтөнә ҡая ишелде лә уны иҙгесләп-ботарлап ташланы. Йөрәккәйе, бәғеркәйе өҙөлдө, көнө менән төнө буталды, ашауҙан яҙҙы.
Бигерәк йонсоп, ҡыҙғаныс хәлдә китте шул. Тәүҙә берәм-берәм тештәре ҡойолдо, унан күҙе һуҡырайҙы. Тора-бара бөтөнләй ашауҙан яҙҙы. Үҙе лә йөрәккәйе артынан саҡ теге донъяға китмәй ҡалды. Ярай әле ваҡытында туғандары килеп сығып, иҫһеҙ ятҡан ерендә тап итеп, “Ашығыс ярҙам” саҡырған.
Инде бына матурының уны ташлап китеүенә өс ай тулып та килә. Ваҡыт ҡайғыны дауалай тигәндәре буш һүҙ икән. Әсмә көндән-көн уны нығыраҡ юҡһына. Фатирҙағы бөтә нәмә уны хәтерләтә.
Ике бүлмәле фатир бары уның әйберҙәре менән тулған. Бөтә донъяның йәмен алып китте шул. Әсәһе бигерәк бәғерһеҙ бит әле. Нимә ти бит:
– Кит, тапҡанһың хәсрәт. Шуның өсөн дә күҙ йәше түгеп ултырсы әле, кеше көлдөрөп. Берәү булһа, анһат ҡына ҡотолғанына ҡыуанып бөтә алмаҫ ине. Ә һин әҙәм аптыратып, шыңшып ултыраһың...
Унан Әсмә стенала теҙелеп киткән фотоларға күҙ һалды. Йөрәккәйен фотоға йыш-йыш төшөрөп барҙы ул. Бына быныһын өйгә алып ҡайтҡан тәүге көндә төшөргәйне. Бигерәк бәләкәй – өс айлыҡ ҡына ине шул. Ана бит ниндәйен мөлдөрәп ҡарап тора. Әсәһенән, туғандарынан айырылыуы еңел булмағандыр. Ул барғанда пыр туҙып уйнап йөрөйҙәр ине. Ҡайтҡансы иланы. Уның тауышынан Әсмәнең йөрәге һыҡраны, бахыр, кемгә лә әсәһе менән айырылыуы еңел түгел инде. Үҙе бит инде, унынсы класты бөтөп, ҡалаға сығып киткәс, уҡырға ингән еренән кире ҡайтты ла китте. Ә ул сабый ғына ине. Ҡайтҡас та әле көйһөҙләнеп илап бер булды. Ашаманы, эсмәне. Уның өсөн үҙе бер ҡайғырҙы. Бер заман бәпес кенәһе ауырып китте, температураһы күтәрелде. Фатирына табиптарҙы саҡырып, көскә әҙәм итеп алғайны. Теге фотоны теүәл бер йәше тулғас төшөрҙө...
Әсмә йөрәккәйенең кейемдәрен тотоп, яратып-яратып, үбеп-үбеп алды. Унан йәнә балауыҙ һыҡты. Кеше балаһы кеймәгәнде кейҙерҙе, әҙәм балаһы ашамағанды ашатты. Бынау тәпешкәһен сит илдән алып ҡайтты, ә теге ҡышҡы комбинезонын Италияға барғанында тапты. Бигерәк матур ине, йәл, бер генә ҡыш кейеп ҡалды...
Бер аҙҙан Әсмә тағы ла үкһей ине. Ҡулына берҙән-бер этенең йылы кофтаһын тотҡайны ул...