Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
23 Декабрь 2020, 19:08

"Ирем баламды туҡмай..."

"Атаһынан айырып, яңғыҙым ир баланы тәрбиәләй алырмынмы тип тә ҡайғырам. Артыҡ сүпәләтәмме икән әллә, ысын ир-егет итеп тәрбиәләй алмаһам..."

“Ҡәҙимге генә ғаилә булып йәшәп ята инек... Әлегә тиклем үҙемде бәхетле тип һананым... Әммә иптәшемде алыштырҙылармы ни - үҙгәрҙе, миңә түгел уртаҡ балабыҙға.
Ирем менән яратышып өйләнештек. Мөхәббәт емешебеҙ – улыбыҙ тыуҙы. Бәләкәсте ирем менән икәүләп тәрбиәләнек, ул миңә бар нимәлә ярҙам итте. Әллә ныҡ иркәләнек микән, тип тә уйлайым хәҙер. Сөнки улыбыҙ еңмеш булып үҫеп килә, үҙенекен таптырып, туҙынып илаған саҡтары ла була. Үҙенең тиктормаҫ, хәрәкәтсән сағы...
Ирем баланы сабый сағында яратып ҡына тора ине, ә бына хәҙер уға ҡул күтәрә башланы. Дүрт йәшлек улының ҡылыҡтары уны сығырынан-сығара. Бала мыжый башлаһа, һуғып ебәрергә лә тартынмай. Йәнәһе лә, ул шулай малайында ир характеры тәрбиәләй. Ә мин күҙ нурымды йәлләйем. Һуң бит, ситләшеп, ҡурҡа башланы, атаһы булған бүлмәгә яңғыҙы сыҡмай. Ҡурҡмаҫһың да, хатта тел менән дә әйтеп тормай тумаҡ эләктереүе йышайҙы.
Сабыйымды ныҡ йәлләйем, артабан былай йәшәргә ярамағанлығын, нимәлер ҡылырға кәрәклеген аңлайым. Тиран атайҙан баланы алып, айырылырғамы икән әллә тигән уйҙар хәҙер башымда йыш сыуала. Күрәләтә баланың психикаһын зәғифләткем килмәй.
Икенсе яҡтан, атаһынан айырып, яңғыҙым ир баланы тәрбиәләй алырмынмы тип тә ҡайғырам. Артыҡ сүпәләтәмме икән әллә, ысын ир-егет итеп тәрбиәләй алмаһам... Үҫкәс улым мине ғәйепләп торһа шунан...
Йәшәүемдең йәме китте, ике ут араһында ҡалдым. Тормош тәжрибәһе булған кешеләрҙең кәңәше кәрәк ине”.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ араһында бындай хәлдә ҡалған йә таныштары араһында ошондай осраҡты белгән кешеләр барҙыр, бәлки. Тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашып, кәңәш бирһәгеҙ ине Өфө районында йәшәгән был йәш ҡатынға.
Фото интернеттан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: