Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
21 Декабрь 2020, 10:40

Ата-әсә тәрбиәһе етмәгәнлектәнме?

Былтыр Башҡортостанда бәлиғ булмаған 260 ҡыҙ бала тапҡан. Был турала Башстат хәбәр итә. Дүрт баланың әсәһенә 15 йәш тә тулмаған булған.

Был балаларҙың 116-һы законлы никахта тыуған. Былтыр бәлиғ булмаған 162 ҡыҙ менән никах теркәлгән. Алты кәләштең кейәүҙәре үҙҙәренән 13 һәм унан да күберәк йәшкә өлкәнерәк булған. Ете ғаилә тарҡалып та өлгөргән, өсәүһе йылдан ашыу йәшәгәндән һуң айырылған.
Ә бына аборттарға килгәндә, мәғлүмәттәр төрлө, сөнки рәсми статистикаға шәхси клиникаларҙа яһалған операциялар индерелмәй. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда 30 үҫмер ҡыҙ аборт яһатҡан. Ә бына рәсми булмаған һандар күпкә күңелһеҙ: 2018 йылда 13-15 йәшлек ҡыҙҙар 364 аборт яһатҡан.
Росстат күрһәткестәре буйынса, илдә йыл һайын 1,5 мең бала 15 йәшлек әсәләрҙән тыуа, 9 мең бала – 16 йәшлектәрҙә, 30 мең бала – 17 йәшлектәрҙә. Был дөйөм тыуғандарҙың 2,3 процентын тәшкил итә.
Социаль йәһәттән яҡланмаған ҡыҙҙар өсөн иртә ауырға ҡалыу һәм бала табыу айырыуса хәүефле. Йәш әсәлек уларҙы белем, һөнәр алыуҙан сикләй, үҫмерҙәргә хас теләктәре һәм ҡыҙыҡһыныуҙары менән йәшәй алмай башлайҙар. Ғалимдар фекеренсә, дәүләттең демографик сәйәсәте ҡатын-ҡыҙға ғына түгел, ир-атҡа ла йүнәлтелгән булырға тейеш.
Был яҙмаға үҫмерҙәр иғтибар ҙа итмәҫ, шуға күрә ата-әсәгә күберәк ҡағыла. Ул-ҡыҙҙар өсөн бәләкәйҙән енси тәрбиәне башларға, уларға барыһын да асыҡ аңлатырға, даими рәүештә киҫәтеп торорға кәрәк, ти белгестәр. Ҡыҙҙар менән әсәләр әхирәттәр кеүек булһа, улар серҙәрен дә ышанып һөйләр, һөҙөмтәлә күңелһеҙ хәлдәр кәмерәк булыр ине. 15 кенә йәшендә аборт яһатҡан ҡыҙҙың аҙаҡ әсәй булыу мөмкинлеге бермә-бер кәмей бит.
Фото: osnmedia.ru
Автор: Альфия Мингалиева
  • Читайте нас: