Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
19 Декабрь 2020, 12:58

ЙӘШӘҮ МЕНӘН ҮЛЕМ АРАҺЫ

Беҙҙең ҡанға ни эшләптер яҡты донъяға тыуған һәр кем кәмендә 70-80 йыл йәшәгәс кенә үлергә тейеш, тигән аңмы, аңһыҙлыҡмы һалынған. Йәнәһе, һәр әҙәми зат бала, үҫмер, йәшлек, урта йәш, ҡартлыҡ осорҙарын кисергәс кенә баҡыйлыҡҡа күсергә тейеш, тигән. Мин үҙем дә дин нигеҙҙәренә аҙыраҡ төшөнә башлағансы ошолай уйлай инем.Баҡтиһәң, һәр кемебеҙҙең

әжәле эргәлә генә йөрөй, уның ҡасан килерен Аллаһтан башҡа берәү ҙә белмәй икән - Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, берәүҙең дә ғүмере бер миҙгелгә ҡыҫҡармай ҙа, оҙаймай ҙа икән (“Әл-Нәхел” (“Бал ҡорто” ) сүрәһенең 61-се аятын ғына алайыҡ: “ Әжәлдәре бер сәғәткә иртә лә килмәҫ, бер сәғәткә лә һуңға ҡалмаҫ”).
Бәләкәй саҡта мәйетте күреүҙән генә түгел, зыярат эргәһенән хатта тын алырға ла ҡурҡып йүгереп үтә инек. Атайым, беҙҙең ошолай ҡыланғанды күрһә, гел :” Үлеләрҙән ҡурҡмағыҙ һеҙ, улар кешегә тороп йәбешмәй, тереләрҙән ҡурҡығыҙ – бөтә бәлә уларҙан”, -ти торғайны.
Ысынлап та, ҡәберлектән ҡурҡыу тойғоһо мине атайым үлгәс ташлап китте – тау битендәге зыярат, унда иң ҡәҙерле кешем ятҡанғамы, үҙ һәм яҡын булып китте. Унда яңғыҙ инеп-сығыу ҙа ҡурҡытмай башланы.
Үлем, тигәндәй. Өлкән ағайымдың бөйөрҙәрендәге яман шеше күп ағзаларына метастаза биргән булып сыҡты. Рәсүл хәҙрәткә: “ Ағайым үлә инде, яман сире шашҡан”, -тейем. “Ағайың үлеүҙән ҡурҡма, иманһыҙ китеп бармаһын, тип ҡурҡ”, -тине хәҙрәтебеҙ. Ошо һүҙҙәрен мейемдә йөҙ өйрөлтөп, аҡыл бизмәнендә мең үлсәп, ҡалай йәш кенә булһа ла, аҡыллы фекер йөрөтә хәҙрәтебеҙ ,тигән һығымтаға килдем. Ағайымды тәүбә иттереп иманға килтереү, йән биреренән алда шәһәҙәт һүҙҙәрен әйттереү өсөн илай-илай тырышылды. Теге Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең атаһы, поттарға табыныусы Азар ҡарт ише, юҡ, мин совет заманы кешеһе, ышанмай йәшәнем, ышанмайым инде, тип күпме ҡырталашты. “ Һин , ошо һүҙҙәрҙе әйтмәһәң, ожмахҡа һис ҡасан эләкмәйәсәкһең, мәңгелек донъяла туғандарың, еңгәм, үлгән улың Байрас менән дә бергә була алмаясаҡһың”, -тип ауыртҡан еренә тейгәс, әйтте ләә иләһә иллаллаһты. Өс тапҡыр әйтте...
Яңыраҡ бер тарихты тыңлап иҫем китте. Татарстандың элекке мөфтөйө Ғосман хәҙрәттең бер журналист менән әңгәмәһе ине. “ Мин әсәйемә бик рәхмәтле – ул диндар кеше ине. Эх, йома көнө үлһәм ине, тип хыяллана ине- йома көнө китте. Йома көнө йома намаҙынан һуң ҡәҙерләп ерләнек. Уны ҡуйғанда көн ялтлап, ҡояш сыҡты, йыназала кеше күп булды.
Әсәй- һәр кем өсөн иң ғәзиз кеше. Ул киткәнгә ҡайғырһам да, башҡа шундай уй килде – бәй, әсәй, үҙе теләгәнсә, йомала китте, йыназаһы үҙе теләгәнсә күмәк кеше менән үтте,хәйер-саҙаҡа итеп уның китаптары таратылды,хатта көнө лә ул теләгәнсә торҙо – ҡояш та яҡтырта, бер үк ваҡытта ямғыр ҙа яуа. 92 йәшенә етеп китте, динебеҙ өсөн күп эшләне. Уның “Намаҙ уҡыу тәртибе” китабын уҡып меңәрләгән кеше намаҙға баҫты (әйткәндәй, мин дә ошо китаптан уҡып намаҙ уҡырға өйрәндем), ошо ғына ла джәриә саҙаҡаһы булып барып торасаҡ уның рухына. Бәй, шулай булғас, әсәйемдең үлеме ҡайғы түгел, шатлыҡ бит, тип уйланым. Ысынлап ҡараһаң, шулай бит”,-тине хәҙрәт.
Үлем тигәнең һәр кешегә төрлөсә килә шул. Тарихта булған шәхес, үҙен Алла тип, бөтә нәмәгә хаким батша тип иғлан иткән Нәмруд батшаны ғына алайыҡ. Ул Ибраһим ғәләйһис-сәләм осоронда йәшәгән шәхес.Нәмруд батша Ибраһим ғәләйһис-сәләмде күрә алмай, уның бер иләһкә – Аллаһҡа табыныуы тәҡәтен ҡорота, борсоу-хафаға һала. Ошоға тиклем уның үҙенә иләһ күреп табынған халыҡ Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең артынан эйәреп китмәһен, тип хафалана.Ибраһим ғәләйһис-сәләм күп поттарҙы (идол) емереп-онтап ташлағас (мөшриктәр уларҙың барыһына ла Аллаһ тип табынған була), Нәмруд батша, әрҙәнә-әрҙәнә утын әҙерләтеп, уларҙы соҡорға өйҙөрөп, шунда Ибраһим ғәләйһис-сәләмде ташлата. Тик, Аллаһтың ҡөҙрәте менән, пәйғәмбәр уттан тере сыға. Нәмрудтың халҡы алдында абруйы төшә, Ибраһим ғәләйһис-сәләмдеке , киреһенсә, арта.
Пәйғәмбәр һынлы пәйғәмбәрҙе үлтереү менән янаған тиран Нәмрудтың үлеме лә кескенә мәхлүктән – ҡырмыҫҡанан. Кескенә ҡырмыҫҡа уның танауынан инеп мейеһенә урынлаша ла, тиранға тынғы бирмәй. Бер дарыу ҙа, табип та ярҙам итә алмай. Ауыртыныуҙары шул саҡта ғына бер аҙ баҫылып ҡала – ярандары аяҡ кейемдәре менән батшаның башына типһә генә. Ошо ҡырмыҫҡанан 40 йыл зыян күрә Нәмруд. Йәне лә, батшаның үтенесе буйынса бер хеҙмәтсеһе башына типкәс, сығып китә. Эткә эт үлеме була шулай.
Баяғы Рәсүл хәҙрәткә әйләнеп ҡайтһаҡ, ошо тажзәхмәт сығырҙан алда ул беҙҙе мәсеткә саҡырып мәйетте нисек йыуырға, кәфенләргә кәрәклекте өйрәтте. Аҡ тауар менән ҡурсаҡты урап күрһәтте. Аҙаҡ Гөлнара Хоҙайназарова етәкселегендә Ҡөрьәндән һәптеюҡ ҡыҫҡа сүрәләрҙе ятланыҡ. Әйтерһең, алдан күрә белгән остаздар – пандемияға бәйле тәрәүихты һәр кем өйҙә уҡыны, теге сүрәләрҙе ятлау ярап ҡалды, юғиһә бит мәсеттә имамға ғына эйәреп рәхәтләнә инек.
Тағы: бынау мәйетте йыуыу, кәфенләүҙе лә бөгөнгө заманда һәр кем белергә тейеш, тип уйлайым, сөнки тормош ошоно тәҡрарлай – тажзәхмәт сәбәпле кеше йыназаларға, мәйет сыҡҡан йорттарға күпләп йыйыла алмай. Ковидтан үлгәндәр хаҡында түгел һүҙ, башҡа сәбәптәр менән баҡый донъяһына күскәндәрҙе тәрбиләп күмеү өсөн аранан кеше кәрәк.
Мәсеттә алған ошо белемдәр тормошта урынын тапты – былтыр урыҫ ауылында үлгән Хөмәйрә апайымды Фәнүзә апайым менән икебеҙ генә йыуып кәфенләнек.
Ҡыҫҡаһы, һәр кемебеҙҙең ғүмере – йәшәү менән үлем араһы. Фани донъяға беребеҙ ҙә мәңгелеккә килмәгән. Шуға дин нигеҙҙәрен, йыназа тәртиптәрен һәр кемебеҙгә өйрәнеү, белеү кәрәктер ул.Мосолман йәшәргә әҙер булған ише үлеменә лә һәр саҡ әҙер булырға тейеш.Тиккә генә пәйғәмбәребеҙ саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм: “ Хәҙер үләм икән тип, бик ихластан, ысын күңелдән ғибәҙәт ҡыл һәм мәңге йәшәйем икән тип донъя эштәре менән бул ”, -тимәгән...
Үлемдән түгел, иманһыҙ йәшәү һәм үлеүҙән ҡурҡыу кәрәк икән – шуға төшөндөрҙө тормош...

АЙҺЫЛЫУ ҒАРИФУЛЛИНА.
фото т.роза
Читайте нас: