Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
19 Декабрь 2020, 21:48

“Тәүге иреңә бер кем дә етмәй икән…”

“Мөхәббәт тураһында уйланғаным да юҡ ине. Тәүге иремдән айырылғас, күп тә үтмәй күңелемде шундай ипле, йөҙгә йәмле генә ир яулап алды. Тәҡдименән баш тарта алманым. Тәүге иремә баш була алмай күпме йәшәнем. Ирекле булып йәшәүҙе өҫтөн күрҙе шул. Ҡасан теләй – шунда ҡайта.

Социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә, гәзиттең сайтында төрлө яҙмыштар, мөхәббәт тарихтары, тормош күренештәре хаҡында йыш яҙабыҙ. Уларҙы уҡыған кешеләр, эс серҙәрен бушатырға теләп, үҙе күргәндәр башҡаларға фәһем булһын тигән маҡсатта авторҙарға шәхсән хаттар ҙа яҙа. 43 йәшлек Венераның яҙмаһы ла күптәр өсөн фәһемле булыр, моғайын.
“Мөхәббәт тураһында уйланғаным да юҡ ине. Тәүге иремдән айырылғас, күп тә үтмәй күңелемде шундай ипле, йөҙгә йәмле генә ир яулап алды. Тәҡдименән баш тарта алманым. Тәүге иремә баш була алмай күпме йәшәнем. Ирекле булып йәшәүҙе өҫтөн күрҙе шул. Ҡасан теләй – шунда ҡайта. Ҡайҙа йөрөй, кем менән йөрөй? Күпме аҡса эшләй? Киләсәккә ниндәй пландар ҡора? Бармы пландары? Ул турала белгән юҡ. Билдәһеҙлек ялҡытҡайны.
Апайҙарымдың етеш, татыу, ныҡлы ғаиләләрен күреп, нисек шулай мөхәббәтле булып йәшәп була икән, тип ҡыҙығып ҡарай инем. Юбилей-туйҙарҙа еҙнәмдәр менән бар кеше алдында парлашып йөрөүҙәре – үҙе бер һоҡланғыс күренеш. Бына әле үҙем шул яңы кейәүем менән апайҙарыма тиңләштем. Пар күгәрсендәр кеүек гөр киләбеҙ ирем менән. Тик... кеше алдында ғына матур күренәбеҙ. Апайҙарым минең өсөн эй ҡыуана инде. Бына, исмаһам, бәхетеңде таптың, тиҙәр.
Ә ысынында беҙ кеше алдында ғына шулай матур, бәхетле күренәбеҙ. Беҙҙең арала бер ниндәй ҙә мөхәббәт юҡ. Ул миңә бары тик тормош юлдашы ғына. Уның тупаҫлығынан, ҡатылығынан йәнем өшөй, әйтер һүҙемде әйтә алмай ҡатып ҡалам.
Ысын һөйөүем тәүге иремә булған икән. Быны әле, яңынан кейәүгә сыҡҡас ҡына, аңланым. Әммә беҙ ул һөйөүҙе юҡ-бар менән һүндергәнбеҙ, тормош ауырлыҡтары саф хистәребеҙҙе юҡҡа сығарған тиергә лә була. Тәүге йылдарҙағы ғаилә мәшәҡәттәре, юҡлыҡ уны ла, мине лә һындырған. Кәңәш менән ярҙамға килеүсе лә булмаған, беҙҙе бер кем дә ҡурсаламаған. Уның ата-әсәһе бигерәк тә шундай ваҡытта терәк булмаған.
Әле бик ҡыйын булып киткән саҡтарҙа уның менән йәш саҡта бергә үткәргән матур саҡтарҙы иҫкә төшөрөп алам. Шулай бер мәл таң ҡаршыланыҡ. "Мин һине шул тиклем яратам", тип әйткән һүҙҙәре әле лә ҡолаҡ төбөмдә яңғырап киткәндәй. Бына әле килеп, уның ни тиклем мөһим һүҙҙәр икәнен аңлап ултырам. Юҡҡа бит уға кейәүгә сыҡмағанмын, балалар тапмағанмын. Һаҡлай алмағанбыҙ мөхәббәтебеҙҙе..."
Фото: poembook.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: