Әсәһенең тауышын ишетеп килеп ингән биш йәшлек Иҙел дә, күңелһеҙ хәл булғанын аңлағандай, уны ҡосаҡлап иларға тотондо. Рәхимһеҙ яҙмыш йәлләмәгән, көн һайын тигәндәй күҙ йәштәрен түгергә мәжбүр иткән ике бисараны йәлләп, минең дә күҙҙәр йәшкә тулды.
– Сабыр бул, дуҫҡайым. Балаң хаҡына бирешмәҫкә тейешһең. Донъя малы хәҙер бар, иртәгә юҡ, тиҙәр бит. Һау булһаң, фатирың да, аҡсаң да булыр.
– Аяҡҡа баҫҡансы йылдар кәрәк, ә мин Иҙелемдең бала сағы бәхетле, матур үтһен тип хыялланғайным...
– Әле был ҡала суды ғына булды. Юғарыға биреп ҡарарһың. Бөгөнгө менән көн бөтмәй, тормош дауам итә. Иҙел өсөн иң мөһиме – һин бар. Атаһы үлеүе – бер тетрәнеү, инде һин бирешмә, уға терәк бул, йәме. Әйҙә, сисен, йыуын, унан һуң сәй эсеп алырбыҙ...
Тик дуҫымдың проблемалары тиҙ генә тынысланырлыҡ түгел ине шул.
– Рәйескә һыҙланыуҙарын баҫа торған дарыуҙар ярҙам итмәгәс, таныштарым аша ҡиммәтлеләрен алырға тура килде. Ошо көндө туған-тыумасама бурыста ултырам, бер түгел, өс кредитым бар. Көндәр буйы эшләүем шуны түләүҙән артмай. Төнгө сменаға сыҡһам, эш хаҡы күберәк тә бит, баланы ҡалдырыр кеше юҡ.
Ысынлап та, Әлиәнең ире үлгәнгә бер йыл самаһы ваҡыт үтте, бер генә лә буш ултырғанын күргәнем юҡ. Балалар йортонда тәрбиәсе булған әхирәтем ял көндәрендә студенттарға курс һәм диплом эштәре яҙа, заказ буйынса күлдәктәр тегә, милли биҙәүестәр ҙә эшләй. Уның араһында дарыуханала һәм сауҙа үҙәгенә көн һайын барып, иҙән йыуа. Иртәнән кискә тиклем сапҡан ҡатын, ҡараңғы төшкәс, улын эйәртеп, арып-талып ҡайта. Үҙенә күптән ҡул һелтәне инде, әлдә генә Иҙеле бар. Бер аҙ уға әүрәй, күңелен йыуата.
Әйтеүемсә, Әлиә менән Рәйес һуң ғына өйләнеште. Егет, өр-яңы йорттағы дүрт бүлмәле фатирын ташлап, баш ҡалаға килергә теләмәне, ә ҡыҙға Салауат ҡалаһында эш булманы. Тәүҙә улар “ирекле” тормош алып барҙы, йәнәһе, әлегә бергәләр, кемделер осратһалар, тауыш-тынһыҙ ғына айырылышалар. Тик үҙҙәрен генә шулай алданы, сөнки бер-береһен яратыуын беҙ, уларҙың дуҫтары, шунда уҡ аңланыҡ. Икенсе кешегә күҙ һалыу тураһында уйлап та ҡараманылар. Осрашыу өсөн ял һайын бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөп ялҡҡас, рәсми никахлашыу тураһында һүҙ башланды. Ә бына ҡайҙа төпләнеү тураһында оҙаҡ уртаҡ фекергә килә алманылар. Әгәр ҙә Әлиә ауырға ҡалмаһа, аралары өҙөлөр ине. Декрет ялына тиклем эшләне лә, шунан һуң ғына туй үткәреп, Салауатҡа күсеп китте ул.
“Өс йыл һайын бала табып, ун йыл самаһы хөкүмәт иҫәбенә йәшәп торормон. Ул арала, бәлки, эш урыны булыр”, – тип көлдөрөп тә алды. Шулай ҙа ике йылдан ирен Өфөгә күсергә күндерҙе: күрше генә йорттан ҡуртымға фатир алдылар. Салауаттағы фатирҙарын һатып, баш ҡаланан торлаҡ алыу ине хыялдары. Тик көтмәгәндә бәлә килгәс, һатыу-алыу кеүек эштәр онотолдо.
Васыятнамә хаҡында билдәле булғас, Әлиәгә үҙ туғандары тиҙерәк судҡа ғариза яҙырға, дөрөҫлөктө эҙләргә кәңәш бирҙе. Тик ул байтаҡ ваҡыт туғанлыҡ хистәренә ышанып йөрөнө. Рәйестең бер туған апаһы Мәрзиә ғаиләһе менән фатирға күсеп йәшәй башлағас ҡына ысынбарлыҡты аңланы шикелле. Тик бына бит, етем ҡатын менән балаға суд та ярҙам итә алмаған.
– Ул фатир миңә түгел, уртаҡ улыбыҙ Иҙелгә кәрәк. Үҙ атаһының мөлкәтенә дәғүә итә алмаймы ни? Исмаһам, өй бар, тип үҙемде йыуата инем, хәҙер бер нәмәһеҙ тороп ҡалдыҡ.
– Ни өсөн мөлкәтен апаһына ҡалдырҙы икән һуң ул? Һинең менән берәй бәхәс булғайнымы? Әллә туғандары һине ҡабул итергә теләмәнеме?
– Белмәйем. Һау сағында уйламаныҡ, ауырығанында ул турала һүҙ ҡуҙғатырға ла уңайһыҙландым. Унан һуң, бәлки, һауығыр, тигән өмөт менән йәшәнем. Туғандарына килгәндә, артыҡ дуҫлыҡ та, дошманлыҡ та булманы. Ауырыған сағында ҡәйнәмдән башҡа береһе лә килеп хәлен белмәне. Себерҙә йәшәгән ағаһы хатта ерләргә лә ҡайтманы.
– Бәлки, Мәрзиә апайға бурысы булғандыр? Фатир алғанда аҡса биреп торһа...
– Өйләнгәнсе, һигеҙ йыл ипотека түләнем, тине. Шуға ғаилә ҡорорға ашыҡмаған. Бурысым бар, тип тә өндәшмәне.
– Ҡасан васыятнамә төҙөнөләр икән һуң ул? Бәлки, ҡәйнәң ҡыҙы менән һөйләшеп ҡарар, баш тартһын тип?..
– Әйтеп ҡараным, ҡыҫылмайым, тине. Һәр кемгә үҙ балаһы яҡын инде...
– Һин бит уның үлем түшәгендә ятҡан улын ҡараның! Ейәнен уйлаймы икән аҙ ғына булһа ла?
– Мин, шул бала тип, ғүмере йөрөмәгән суд юлдарын тапайым бит! Үҙем генә булһам, Себергә эшкә барып булһа ла түләр инем ул кредиттарҙы. Иҙел етемлекте тоймаһын тип, бил бөгәм...
Юғары суд ҡарары ла Әлиәнең өмөттәрен аҡламаны. Бары тик баланың фатирҙа пропискала тороуын иҫәпкә алып, уның да өлөшө бар, тигән ҡарар сығарҙы. 96 кв. м майҙандың 1/16 өлөшө, йәғни алты квадрат метр. Уны ла Мәрзиә инәһе аҡсалата компенсацияларға риза булманы. Йәнәһе, Әлиә ике миллион һумға тулайым фатирҙы һатып алһын да, йәшәһен. Ә үҙе ике йөҙ мең һумды ла түләй алмай.
Ғаилә тормошо – ҡара урман. Эсендә ниҙәр барын сит кешеләр белмәй ҙә, аңламай ҙа. Бәлки, Рәйестең васыятнамәне апаһына яҙыуының үҙ сәбәптәре булғандыр. Тик был осраҡта атайһыҙ ҙа, йортһоҙ ҙа ҡалған баланың яҙмышын кем уйларға тейеш һуң? Ауырыу ирен тәрбиәләп, һуңғы һулышына тиклем янында булған ҡатынға терәк, кәңәшсе кәрәкмәйме? Ни өсөн кешеләр байлыҡ, аҡса артынан ҡыуып, туғанлыҡ хистәрен, тормош матурлығын онота икән?
Әсәһенең һаулығы булһа, Иҙел дә ас-яланғас булмаҫ. Белем алыр, һөнәрле булыр. Туғандары уның күҙенә ниндәй намыҫ менән ҡарар икән? Мәрзиә апайҙың ниндәй кеше икәнен белмәйем, әммә күңеленең аҡ булыуына шикләнәм. Ярай, бөгөн ул ике балаһы, ире менән ҡустыһының дүрт бүлмәле йылы фатирында, ул алған йыһаздар менән рәхәтләнеп йәшәй. Ә туғанының улы ҡуртымға алынған фатир бүлмәһендә, әсәһенең тиндәр һанап алған ризыҡтарына көн күргәнен аңламаймы икән? Үҙҙәренең бер бүлмәле фатирын шул балаға яҙҙырып, ҡустыларының рухын тынысландырырға булмаймы?