Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
18 Декабрь 2020, 14:10

Аҡ күлдәгең тапланмаһын (Булған хәл)

Был ваҡиға бынан ун йыл самаһы элек республикабыҙҙың көньяғында ятҡан район үҙәгендә булғайны. Ял паркының концерт майҙансығында йәш ғаиләләргә тантаналы рәүештә никах таныҡлығы тапшыралар. Мендельсон маршы оҙатыуында зауыҡ менән биҙәлгән сәхнәгә, ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-бер артлы алты пар күтәрелә. Туй күлдәге кейгән кәләштәр күл өҫтөнән тын ғына йөҙөп килгән аҡҡоштарҙы хәтерләтә.

Йыйылған халыҡтың күбеһе – йәштәрҙең ата-әсәһе, туған-тыу­масаһы, дуҫ-иштәре – һәр парҙы көслө алҡыштар менән ҡаршы ала.

Бына алты пар ҙа сәхнәгә те­ҙелеп баҫты. Һоҡланғыс күренеш! Шул саҡ нимәлер ошо байрам тантанаһының йәмен боҙғандай тойолдо.

Йыйылыусыларҙы ла ниндәйҙер тулҡын хәрәкәткә килтереп, тир­бәтеп ебәргәндәй булды. Мин шунда сәхнәлә торған ике кәләштең ауырлы икәнен күрҙем. Ап-аҡ туй күлдәге һәм… уны йыртырҙай булып тырпайып торған ҡорһаҡ. Ниндәй ҡапма-ҡаршылыҡ!..

Һәр ҡыҙға туй күлдәге килешкән кеүек, һәр ҡатынды ҡорһаҡлы булыу биҙәй, әлбиттә. Ә бына икеһе бергә тап килмәгән күренеш ниндәйҙер сирҡаныс тойғо уята, әҙәм балаһы уны ҡабул итмәй.

Ошо фекерҙе раҫлағандай, йыйылыусылар бер-береһенең ҡолағына эйелде. Ни тураһында шыбырлашҡандары аңлашыла, әлбиттә.

Янымда ғына урта йәштәрҙәге ир менән ҡатын баҫып тора ине. Уларҙың шым ғына һөйләшеүе ҡолағыма салынды. Ҡатын: “Әйт­тем мин Айгөлгә, әҙәм көлдөрөп, бында күренеп йөрөмәгеҙ, тип”, – ти ғәйепле тауыш менән. Ир уны йыуатырға маташҡандай: “Ярай инде, бисәкәй, булған – бөткән… Әллә ниңә загсҡа алданыраҡ барманылар бит…” – тип ҡуйҙы.

“Ҡиммәтле бүләк бирәләр, имеш. Бында оятыңдан ер ти­шегенә инеп китерһең!” – тип һөй­ләнә ҡатын, үҙе ҡыҙарып бүртенгән. Алан-йолан ҡарана. Тантананы алып барыусы сәхнәләге кейәү-кәләштәр менән таныштырып сыҡҡас, эргәмдәге ирле-ҡатынлы икәүҙең иң уртала ҡорһағын кәпәйтеп торған ҡыҙҙың ата-әсәһе икәнен төшөндөм.

Улар балалары өсөн ояла, ә ҡыҙҙары менән буласаҡ кейәүҙәре, бер ни булмағандай, шат йылмая. Егет кеше хатта бер аҙ тәкәббер ҙә төҫлө тойола. Күрҙегеҙме – мин ниндәй шәп: туйға тиклем үк өлгөртөп ҡуйҙым, тип маһайғандай. Инде миңә Айгөлдөң күлдәге ап-аҡ булып түгел, ә нисектер керләнгәндәй кеүек күренә.

“Тамғалы” икенсе парға күҙ һалам. Улары бигерәк бала ғына. Кәләш, йоморо ғына ҡорһағын белендермәҫкә тырышып, үҙ-үҙенә йомарланып маташа. Оялыуҙанмы, бармаҡтары һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡалтырай. Ергә төбәгән ҡарашын тантана бөткәнсе күтәр­мәне лә тип әйтерлек.

Ә эргәһендәге үҫмер, уны үҙ кәүҙәһе менән яртылаш ҡаплап, йыртҡыс януарҙарҙан балаһын ҡурсаларға әҙер торған бөркөттө хәтерләтеп ҡуя. Тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡһа ла, уны белдермәҫкә тырышып, үткер ҡарашын йыйы­лыу­сыларға ташлап ала. Унда, те­ге егеттән айырмалы, тәкәб­берлек, маһайыу сифаттары һиҙелмәй.

Был пар, бында үҙҙәрен ят донъялағы кеүек хис итеп, бөтә ҡиәфәттәре: беҙгә ҡағылаһы булмағыҙ, тип ҡысҡырып торған һымаҡ.

Бының ысынлап та шулай икәнен аҙаҡ үҙҙәренән һорашып белдем.
Егет менән ҡыҙ бала саҡтан уҡ бер-береһенә ғашиҡ булған. Гел бергә уҡып, бергә йөрөп, ун алты йәштәре тулғас, өйләнешергә һүҙ ҡуйышҡандар, ләкин ата-әсәләре риза булмаған. Уларҙан йәшереп кенә загсҡа ғариза бирергә лә барғандар, әммә унан кире бороп сығарғандар.

Һәм был икәү, аптырағандан, барыһын да факт алдына ҡуйырға булған. “Был сараһыҙҙан ҡылынған ғәмәл. Юғиһә туй булғансы мин уға бармаҡ менән дә ҡағылмаҫ инем”, – тине егет кеше ғәйепле тауыш менән.

Мин уларҙың әллә күпме халыҡ алдына сығырға баҙнат итеүенә аптыраһам да, аҙаҡ, был улар өсөн яҡшы һынау ҙа булған, тип шатланып ҡуйҙым. Тик нисек кенә булмаһын, был пар ҙа миндә кире тойғолар уятты. Кәләштең өҫтөн­дәге күлдәге таушалған, уға кер ҡунған кеүек күренде.

Ошоларға ҡағылышлы тағы бер ваҡиғаның шаһиты булдым. Клубтай иркен ауыл өйөндә туй бара. Тәү ҡарашҡа ғәҙәти туй һымаҡ күренһә лә, аҡрынлап, барыһының да нисектер яһалма ҡыланғанын тояһың. Был туй, бер яҡтан, элекке ҡыҙыл даталарға бағышланған йыйылыштарҙы хәтерләтеп ҡуя, йәғни теләһәң-теләмәһәң дә килә­һең, ултыраһың, сөнки йолаһы шулай.

Йәштәргә теләктәр ҙә ысын күңелдән әйтелмәгән, “Горь-ко!” тип ҡысҡырыуҙары ла яһалма, шул йоланы үтәр өсөн генә эшләнгән кеүек. Бының төп сәбәбе – кәләштең ауырлы булыуында. Уның туй күлдәген бүҫерҙәй булып торған ҡорһағы сабыйының яҡты донъяға килеренә һанаулы ғына көн-сәғәттәр ҡалғанын аңғарта. Ҡыҙарып бүртенгән йөҙөндә уңайһыҙланыу, түҙемһеҙлек менән бергә ниндәйҙер эске һыҙланыу билдәләре лә сағыла. Ҡыҫҡаһы, үҙ туйында бәхет-шатлыҡ түгел, ә ғазап кисерә.

Ә кейәүгә килгәндә, уға ике мөрйә – бер донъя, тигәндәй, алдындағы рюмканы төп күтәрә бәреп тә ҡуя, эргәһендәгеләр менән бышылдашып, шарҡылдап көлөп тә ебәрә. “Горько” тип ҡысҡырһалар, кәләшен һөйрәп тигәндәй торғоҙа ла, тиҙ генә ирендәренән үбеп, урынына ултыра һала. Был минуттарҙа була торған бер ниндәй тартыныу, оялыу, тулҡынланыу ҙа юҡ, сөнки уның өсөн был үтелгән этап, ул бары йола ғына үтәй.

Был туй ишаратының аҙағы ла туйса тамамланманы. Әллә буласаҡ әсәһенең ыҙаланып ултырыуы йоғонтоһонан, кәләштең ҡорһағындағы сабыйы, яҡты донъяға сығырға теләп, дыулай башланы. Шунан һуң ҡуш туй балдағы беркетелгән машина район үҙәгендәге бала табыу йортона елдерҙе.

Ошо көндә сабыйҙары тыуып, атаһы ла, әсәһе лә оло шатлыҡ кисергәндер, әммә аулаҡ өйгә ябылып, саф ҡыҙ-егеттәр өсөн серле лә, сихри ҙә төн кисерәһе урынға, береһе бала табып ғазапланһа, икенсеһе бала табыу йортоноң тупһаһын тапап үткәрҙе.

Төп сәбәпселәре булмағас, туйҙың да рәте китте һәм ул ябай эске мәжлесенә әйләнде. Һуңға табан хатта уның туй икәнен дә оноттолар шикелле.

Бына ошондай туйҙарҙың йышайғандан-йышая барыуы күңелде ҡыра. Ярай әле улары туйға тиклем барып еткән, ләкин еңел-елпе фекер йөрөтөп, барыбер өйләнешәбеҙ, тип ауырға ҡалып йөрөп, һуңғы сиктә ташлашып ҡуйыусылар ҙа бихисап бит. Һөҙөмтәлә етем балалар донъяға килә. Балалар йортона тапшырылып, үкһеҙ етем ҡалыусылар ҙа етерлек.

Күптән түгел “Моя семья” тапшырыуында бер мосолман ҡатыны, мин тәрбиәгә алырға етем бала таба алмайым, сөнки Үзбәкстанда балалар йорттары ла, ҡараусыһыҙ балалар ҙа юҡ, тине. Ул быны ҡыҙҙарҙың саф килеш кейәүгә сығыуы, айырылышыуҙарҙың юҡ кимәлендә булыуы, ә башҡа сәбәптәр менән етем ҡалған балаларҙы туған-тыумасаһы тәрбиәгә алыуҙары менән аңлатты.

Шунан килеп, хәҙер беҙҙә егет менән ҡыҙҙың туйға тиклем бергә йәшәп алыуҙары модаға инә башланы. Йәнәһе, ир менән ҡатын рәүешендә йәшәп, холоҡ-фиғелдәре бер-береһенә тап киләме-юҡмы икәнен һынап ҡарайҙар һәм ул бер-ике айға ғына түгел, бер нисә йылға һуҙылып китә. Бер яҡтан ҡарағанда, был һәйбәт тә һымаҡ. Әллә күпме сығымға батып туй үткәреп, ҡауышып, аҙаҡ холоҡ-фиғелебеҙ тап килмәне, арабыҙҙа мөхәббәт булмаған икән, тип һуғышып-талашып, суд аша айырылышҡансы, былай, тауыш-тынһыҙ ғына, икең ике яҡҡа киттең-барҙың.

Көнбайыш Европа илдәрендә күптән шулай эшләйҙәр һәм был уларҙың холоҡ-фиғеленә тап та киләлер, бәлки. Ләкин беҙҙең үҙебеҙгә генә хас булған бына тигән ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ бар. Кемдәрҙер туйыбыҙға тиклем бер-беребеҙҙе күрмәнек тә, тиһәләр ҙә, башҡорт халҡында элек-электән ҡыҙ, егет һайлау ирке йәшәй килгән. Әлеге көндә бындай мөмкинлектәр баштан ашырлыҡ. Беҙҙә ата-әсәбеҙ фатихаһын алып, теләк-кәңәштәргә бай булған бик матур туй үткәреп ҡауышыу йолаһы бар. Һәм ҡаныбыҙға һеңгән, тиһәк тә ярай. Башҡасаһын беҙ ҡабул итә алмайбыҙ.

Хәҙер йәштәр баҙнат итеп никахһыҙ, туйһыҙ йәшәп алып китһендәр ҙә, ти. Әммә уларҙың яҡын туғандарына, бигерәк тә ата-әсәләренә был нисек тәьҫир итер һуң? Әҙәмсә туйҙар үткәреп, балаларын өйләндерергә, ейән-ейәнсәрҙәрен күреп бағырға хыялланған атайҙар һәм әсәйҙәр аяныс хәлдә ҡаласаҡ. Күптәре кеше күҙенә күренергә ояласаҡ, күрше-күлән, таныш-белештәренең балалары хаҡында һорауҙарына ни тип яуап бирә алмай этләнәсәк, яуап биргәндә лә, әлләсе, йәшәп ҡарайбыҙ, тиҙәр бит, тип күҙҙәрен йәшереп, ҡыҙара-бүртенә генә әйтәсәктәр. Ундай атай-әсәйҙәргә бик оҙаҡ ейән-ейәнсәрҙәр бағырға насип булмаясаҡ әле, сөнки ниндәй кәләш “һынау осоронда” бала табып ятһын инде.

Эйе, үрҙә әйтелгән күренештәр беҙгә ят, ололар әйтмешләй, беҙҙең тәртәгә һыймай. Йәштәр һөйөшөп ҡауышһындар, гөрләтеп туй үткәрһендәр. Ә ундағы сафлыҡ билдәһе – аҡ күлдәк кейгән кәләштәр, йырҙа йырланғанса, “туй күлдәге кейгән ҡыҙҙан көнләшеп тә үлерлек” булһын ине.


Автор: Мөҙәрис БАҒАЕВ
  • Читайте нас: