Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
15 Декабрь 2020, 11:40

Ете айлыҡ сабыйы менән бергә...

Өфөлә икенсе тәүлек инде ете айлыҡ Андрей исемле улы менән бергә 21 йәшлек Анна Егорованы эҙләйҙәр. Улар тураһындағы мәғлүмәтте "Лиза-Алерт" ирекмәндәре баҫтырған.

Сабыйҙың медицина ярҙамына мохтаж икәнлеге билдәле. 13 декабрҙән алып яҡындары йәш әсә һәм уның балаһы тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт ишетмәгән.
Аннаның билдәләре: буйы 160 см, ҡаҡса буйлы, һоро сәсле, һоро күҙле. Өҫтөнә ҡара-йәшел куртка, салбар, ҡара ҡыҫҡа ҡуныслы итек, ҡара-күк төҫтәге шапка кейгән.
Баланың - Андрейҙың - билдәләре: буйы 72 см, ябыҡ, һары сәсле, һоро күҙле. Өҫтөндә ҡара-күк төҫтәге куртка, ҡара салбар һәм күк шапка.
Кем дә кем улар тураһында берәй мәғлүмәт белһә, ашығыс хеҙмәткә (112) йәки ирекмәндәргә (88007005452) шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото: "Лиза -Алерт" отряды ирекмәндәре.
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: