Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
12 Декабрь 2020, 22:00

ФӘРЕШТӘМ МИНЕҢ Тәскирә ДАЯНОВА

– Бына хәҙер эйәрле ат кеүек шәбәйеп киттем, – тине ул. – Яныма ултыр, ҡыҙым, бергә йәшәп-йәшәп, кем икәнемде лә белмәй ҡалаһың. Әллә кәрәкмәйме?– Кәрәк, бик кәрәк. Үҙем һорарға тартына инем. – Мин шатланып киттем.– Улайһа, сәфәргә сығабыҙ, хәйерле сәғәттә. Маршрут – минең ғүмер юлы. – Ул бер нөктәгә текләп тын ҡалды. Мин сабыр ғына көттөм. Юлда уйнаған балаларҙың сыр-сыуы ишетелде. Фәрүәз бабай ҙа тормош юлындағы ташыу-ҡайтыуҙарҙы, уңыш-уңышһыҙлыҡтарҙы, бәхет, күңелҡайтыуҙарҙы иҫенә төшөрә, барлайҙыр. Ниһайәт, хәленсә тәрән итеп тын алғас, талғын тауыш менән хикәйәһен башланы.

– Бына, ҡыҙым, оло кешемен, һикһәнгә лә күп ҡалмай. Шулай, барып етә алмам инде. Ә ғүмер тигәнең елдереп үтеп тә киткән: бер ишектән инеп, икенсеһенән сыҡҡан төҫлө генә. Тиккә генә ғүмерҙе аҡҡан һыу менән сағыштырмайҙар. Бына әле генә ялан аяҡ йүгереп йөрөгән елдәй етеҙ, шуҡ малай инем бит. Йәшәү ҡыҙыҡ, күңелле, матур кеүек. Һуғыштан алдараҡ тыуған бала булғас, аслығын, яланғаслығын күреп үҫелде. Сабый ғына көйгә ауыр эшкә егелергә тура килде. Миңә еңелерәк булғандыр, тим, сөнки береһе – биш, икенсеһе ике йәшкә өлкәнерәк ағайҙарым бар ине. Әсәйем дә арыҫлан йөрәкле, аттай шәп булмаһа, беҙҙе, өс малайҙы, таҙа-һау, туптай итеп үҫтерә алмаҫ ине. Ауыр заман, бер-береһенә оҡшаш яҙмыштар – ул хаҡта күп китаптар яҙылған. Тән – кейемгә, тамаҡ икмәккә туймаһа ла, сәләмәт, сибәр егет булып үҫеп еттем. Нигеҙ ныҡлы, нәҫел шәпле булғандыр инде. Үҙем беләм: ун биш йәшемдә тиҫтерҙәрем генә түгел, үҙемдән бер-ике йәшкә өлкән ҡыҙҙар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар ине. Малайлыҡҡа барып аңлап та етмәйһең, йәшлек сафлығы боҙоҡлоҡтарҙан һаҡлай. Ҡайнап торған дәртеңде атайһыҙ үҫкән көнитмеш, донъя мәшәҡәттәре баҫа. Атайым һуғышҡа киткәндә өс йәшлек булып ҡалғанмын. Саҡ ҡына иҫләйем дә оҙон буйлы, мыҡты ирҙең өрлөккә еткәнсе сөйгәнен. Мине, төҫкә һуйып ҡаплаған атайың, тиҙәр ине. Киткәс ни бары бер хаты килгән, икенсеһе инде – уның хаҡында ҡара ҡағыҙ. Атайһыҙ бала бер мин генә түгел, яҙмышыңа күнәһең.
Уҡырға шәп булдым, уҡытыусылары ла яҡшы тура килде. Һуңлабыраҡ булһа ла, ун класс тамамланым. Шул уҡ йылды һалдатҡа ла алдылар. Оҙатып ҡалыр ҡыҙым булманы. Мин – оҙон кәүҙәле егет. Ябығыраҡмын – ас бала саҡтың касафаты. Мөхәббәтемде көтәм, тик миңә насибы осрамай әле. Оҡшамағандар менән ҡатнашҡы килмәне. Флотҡа
эләктем. Севастополгә. Диңгеҙ эргәһендәге боронғо ҡала, унда йәшәгән бөтөнләй икенсе халыҡ. Уныһын һөйләп көс сарыф итмәйек. Армия нимә бирҙе һуң? Нимәгә өйрәтте? Яҡшыһына ла, яманына ла. Диңгеҙ боламыҡтарҙы һөймәй, ихтыяр, яҡшы физик әҙерлек кәрәк. Әллә үҙе-беҙҙең Уралдың гөл-сәскәләрен,урман-күлдәрен күреп үҫкәнгә, диңгеҙгә ғашиҡ булманым. Ул миңә артыҡ матур, хыянатсы, мәкерле, дәһшәтле булып күренде. Хеҙмәт иткәндә туған телемдә һөйләшкән кеүек итеп русса һөйләшергә өйрәндем. Үҙемде яҡлау менән бергә, дуҫлыҡ-иптәшлек тойғоһо ла үҫте. Тыуған илеңдең ҡәҙерен белергә, тоғролоҡҡа өйрәнәһең. Унан килеп – маҡсатлы булыу. «Мин кемдән кәм?» тигән уй мине гелән һөрөп йөрөттө. Киләсәгеңә битараф бул-маһаң, үҙенән-үҙе шулай килеп сыға. Насарҙары: тәмәке тартырға, араҡы эсергә өйрәндем. Тағы ла насарырағы – ҡатын-ҡыҙ менән еңел-елпе бәйләнешкә инеү. Бында ҡатын-ҡыҙ батыр, беҙҙәге кеүек үҙҙәрен һаҡлап та бармайҙар. Минең дә увольнение һайын бер ҡыҙ булды. Иҫкә төшөргө лә килмәй.
Шулай оҙон дүрт йыл үтте. Көҙ ҡайтырға тейеш инем, яҙға тиклем ҡалдырҙылар. Һағынып, ашҡынып, ҙур маҡсаттар менән ҡайттым. Ағайҙарым өйләнеп, башҡаланғайны инде. Әсәйем төпсөгөнә ҙур өмөттәр бағлап тора. Яҡшы уҡыған улы артабан белем алыр, уҡытыусылыҡҡа уҡыр, ҡарт көнөндә ҡараусы, атай нигеҙен һаҡлап алып ҡалыусы булыр. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына, ир-ат ҡулы көткән ихатаны тәртипкә килтерҙем. Көн дә тигәндәй клубҡа сығам. Ауылда йәштәр күп, ситкә сығып китеүселәр юҡ дәрәжәһендә. Клубта көн дә уйын-көлкө, йыр-бейеү. Йәш, ирһеҙ ҡатын мөдир булып эшләй. Армия ғәҙәте буйынса, шул ҡатынға бәйләндем. Төҫкә арыу, айырым йортта йәшәй, инеп йөрөргә уңайлы. Яҙ шаулап үтте, йәй етте. Дәреслектәрҙе ҡабатланым. Июль айында Өфөгә киттем. Һынауҙарҙы уңышлы тотоп, БДУ-ның тарих факультетына инеп киттем. Шатлыҡ эскә һыймай. Мине
яңы бейеклектәр, икенсе тормош саҡыра. Флотта хеҙмәт итеп ҡайтҡан егетте группала комсорг итеп ҡуйҙылар. Әсәйҙән ҡыуаныслы хаттар килеп тора. Йәмәғәт эштәрендә йөҙөп йөрөп эшләйем, тырышып уҡыйым. Ҡышҡы сессияны ғәйәт уңышлы тапшырып, каникулға ҡайттым. Әсәй ҡарсыҡ менән шатланып, сөкөрҙәшеп сәй эсеп ултырабыҙ. Ул нимәлер әйтергә иткән кеүек. Тик оҙаҡ көтөргә тура килмәне, ҡыштың һалҡын быуын борҡотоп ишек асылды, бәпес күтәреп бер ҡатын килеп инде. Ҡараһам – Рәбиға, мин армиянан ҡайтҡас шаярған ҡатын. Бына һиңә уйындан – уймаҡ! Ҡойолдом да төштөм. Рәбиғаның ғына иҫе китмәне. Бәпесте урындыҡҡа һалды, юрғанын та-ратып ебәрҙе:
– Атай, бына мин ҡайттым, – тигән була, етмәһә.
Ни тиергә белмәй шаңҡып ҡалдым, ваҡыты ла тура килә, бәпесе лә миңә оҡшап тора. Тик минең генә уға ҡарағым да килмәй. Берҙән, көсләп тағыуҙы енем һөймәй. Яратмаған ҡатындан тыуған баланы ла ярата алмайым, ахырыһы. Еңел-елпе, йөрөмтәл ҡатын менән яҙмышымды бәйләгем килмәй. Инде үҙемдең курсташ ҡыҙ менән дуҫлашып та йөрөйөм. Рәбиғаны елтерәтеп сығарып та ебәрә алмайым. Тәки каникул буйына беҙҙең өйҙә серәшеп йәшәп маташты. Һөйләшмәйем, артты ҡуям да ятам. Шул тиклем уңайһыҙ хәлдә ҡалдым бит. Каникул бөткәс, йәнә уҡырға киттем. Әсәйем Рәбиғаны, тындырмай, ҡыуып ҡайтарған. Уҡый башлап аҙна үтеүгә, мине деканатҡа саҡырттылар. Рәбиғаның хаты мине бында ла ҡыуып етте. Ни ҡылырға белмәй ҡатып ҡалдым, ҡот китте. Уҡыу йортонан ҡыуалар икән, тип торам. Минең яҡшы уҡыусы студент, актив йәмәғәтсе икәнемде беләләр. Намыҫҡа килергә саҡырып оялтып, орошоп алдылар. Уҡыуҙан ҡыуманылар. Йәшен йәшнәһә лә, күк күкрәмәне.
Уҡыуҙы дауам иттем. – Фәрүәз бабай көрһөнөп туҡтап ҡалды, кипкән ирендәрен яланы.
Мин тиҙ генә сәй яһап э
йоҡоға китте. Мин ғәжәпләнеп, хайран ҡалып йөрөйөм. Кеше ҡарбуз түгел, ярып ҡарап булмай, тип әйтеүҙәре дөрөҫ. Тәртипле, зыялы бер затты гонаһлы итеп күҙ алдына килтерге килмәй. Ә ул үҙ балаһынан баш тартҡан. Тормош ҡатмарлы, күпме кеше – шунса яҙмыштар. Тарихтың аҙағын белер өсөн бабайҙы йонсотмайым. Бала кеүек тәрбиәләйем, әҙләп яҡшы итеп ашатам, уколдар яһайым. Күрше Зәки ағай килеп мунса индерә. Уның ҡатыны Нәҡиә апайҙы өнәп етмәһәм дә, ул да яман кеше түгел. Ярҙам кәрәк булһа, әйт, тип кенә тора. Тик бына һөйләгән хәбәренең осо-ҡырыйы юҡ. Минең хаҡта ныҡ төпсөнә. Фәрүәз бабай өйрәткәнсә, «алыҫ туғанымын» тип әйтеүҙән уҙмайым.
Бер иртәлә бабайҙың кәйефе яҡшы тойолдо. Уның һөйләшергә әҙерләнгәнен тойҙом.
– Ҡыҙым, минән күңелең ҡайтыр, тип шөрләп бөткәйнем. Рәхмәт, бер нәмә лә һиҙҙермәнең.
– Минең һис кенә күңелем ҡайтманы ул.
– Йәнә лә рәхмәт. Бына шулай, ни тиклем генә үкенһәң дә, үткәнде ҡайтарып булмай.
– Кире ҡайтарып булһа, нимә эшләр инегеҙ?
– Фәҡәт уны эҙләр инем.
– Кемде?
– Йәшлектә ҡалған йәрҙе. Бар ине ул, бар ине. Аҫыл ҡошто өркөтмәй генә усыма ҡундырып, йөрәгемә баҫыу кәрәк ине. Бары минең теләктән генә торҙо. Ҡәҙерен генә белмәй юғалттым.
Мин, күҙемде алмай, бабайға ҡарап торам. Бына ул яңы тарих башлар, тыйыла алмай тыңлармын, шунан ул арып, хәлдән тайыр.
– Ауыр булһа, һөйләмәгеҙ.
– Юҡ, һөйләргә, күңелде бушатырға кәрәк. Көнө лә яҡшы. Ҡояш көлөп тора. Йә, тыңла. – Бабай, тылсымлы әкиәт оҫтаһылай, серле төҫ
ала. Мин дә, «олатай, әкиәт һөйлә» тигән балалай, етеҙ генә эргәһенән урын алам. – Уныһы былай булды. Элек, мин йәш саҡта, ун йыллыҡ башҡорт мәктәбе ике ауылда ғына ине. Унлаған ауылдан йыйылып уҡыйбыҙ. Уны тәүләп комсомол йыйылышында күрҙем. Дуҫым Сәғит ҡабырғама төрттө, «ҡара» тип эйәге менән ымланы. Күҙҙәрем дымлы ҡарағаттай мөлдөр күҙҙәр менән осрашты. Ябыҡ ҡына ҡарасман ҡыҙы-ҡай. Һигеҙенселә уҡый, буғай. Уның йәшерен генә мине күҙәткәнен күптән һиҙеп йөрөйөм. Әлбиттә, бар тип тә белмәйем, сөнки унан былайыраҡтарға ҡарамайым. Боролоп ҡараным да донъяла барлығын оноттом. – Бабай көрһөндө, тауышында үкенес яңғыраны, тәҙрәгә ҡараны. Сыр-сыр һайраған ҡош тауышына ҡолаҡ һалып тын ғына ултырабыҙ. Сыйырсыҡ тамам шашты.
– Ҡошсоҡ ана ҡалай ярарға тырыша һөйгәненә, кешеләргә шуларҙан үрнәк алырға кәрәк ине лә бит. Аңһыҙлыҡ харап итә әҙәм балаларын, – уның нурһыҙ күҙҙәрен һаран күҙ йәштәре сылатты. – Һалдаттан ҡайтып, Рәбиға менән типтереп йөрөгәндә осраттым. Оятты онотоп, көтөү киткәнсе унда ятып ҡайтып киләм. Ауылдың тынысыраҡ ваҡыты, көтөү ҡыуыусылар өйҙәрендә иртәнге сәй эсәләр. Шул тиклем дә килешле, зифа буй-һындың һыуҙан ҡайтып килгәнен күреп, туҡтап ҡалдым. Нәҙек кенә билдәре, ҡояшта янған тулы балтырҙары иғтибарымды йәлеп итте. Оялсан ғына түштәре тиртеп тора. Бер ҡараһаң, яңы ғына үҫеп килгән ҡыҙ бала төҫлө. Ләкин башына ап-аҡ яулыҡ сөйгән. Тимәк, йәш килен. Янып торған оҙонсараҡ ҡуңыр йөҙ, сейә ирендәр… Күбәләктәй керпектәрен бер һирпте лә үтеп тә китте. Мин әллә ни эшләп киттем. Әле үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр. Тәҡәтһеҙ ҡалдым, быуын бөттө. Тыйыла алмай, барып көйәнтәһен тоттом.
– Һин кем?
– Тәнзилә… Кит, оят. Ебәр, кеше күрер.
Мин уны таныным. Теге ҡыҙ, бала ғына сағында миңә ғашиҡ булып
йөрөгән ҡыҙ. Хәҙер бына ниндәй. Йәмһеҙ бәпкәнең ғорур аҡҡошҡа әйләнеүе шулай була икән. Беҙҙең ауылға кейәүгә биргәндәр. Ире холоҡһоҙ ғына егет. Аҙаҡ эсте, уны йәберһетте. Үҙенең уға тиң булмағанын аңлап, үсен алырға тырышты. Йәш ҡатын оҙаҡ ҡына буйға уҙманы. Күреп-осратып ҡалам, күргән һайын йөрәгем тала, әллә ни эшләп китәм. Ә ул сибәрләнә генә бара. Мине һаман яратыуын тоям. Күрһә, ҡуңыр йөҙө мәк сәскәһе кеүек янып китер ине. Оҙаҡ ҡына йәшәгәс, ир бала тапты, уға минең исемде ҡушты.
Тора-бара сибек ҡыҙыҡай бына тигән ҡатынға әйләнде, ирен дә ауыҙ-лыҡланы, шәп балалар үҫтерҙе. Эске рух көсө бар ине унда. Оҙаҡ йылдар үткәс, нисектер бер яңғыҙ тап итеп, батырлығымды йыйып әйттем:
– Fүмер заяға үтеп бара, йә үҙең берәй ҡыйыулыҡ күрһәтмәнең, – тинем.
– Ирекһеҙләп асҡан күҙҙең нуры булыр инеме икән? – тигән яуабын ишеттем. Fорур булған ул, һыр бирмәне. Ләкин бар булмышы икенсене һөйләй ине. Миңә кескәй генә ым-ишара етәсәк ине, Тәнзилә ул юлға барманы, бәҫен төшөрмәне. Үҙемә үлеп-талып яуларға кәрәк булған да бит. Мин ҡатын-ҡыҙ иғтибарынан боҙолоп, осһоҙ хистәргә мауығып йәшәй биргәнмен. Йәшлек ахмаҡлыҡтары тормош ләззәте булған мөхәббәттән мәхрүм итте. Балаҡай, йәшһең, һөйкөмлөһөң. Һине яратҡан, үҙең тартҡан йән осрамай булмаҫ. Fафил булып ҡалма.
Был көн шул һөйләшеү менән уҙҙы. Бабай һаман һөйләргә теләһә лә, тыйҙым. Иртәгә, тинем.
Фәрүәз бабайҙың һүҙ ҡапсығы тишелде. Ҡалған уколдар килештеме, ундағы әйтеп ҡалыу теләге көс бирҙеме – тормош юлын һөйләп ҡалырға тырышты. Ни генә булһа ла, уны тыңлау – мауыҡтырғыс китап уҡыу менән бер. Бына бөгөн дә уның һүҙ башлағанын көтөп йөрөйөм. Тәрбиәләп, ашатып алғас, карауат эргә-
һендәге креслоға килеп ултырҙым.
– Ҡыҙым, кисә һүҙ ни хаҡта барҙы әле? – тип һорай ул.
– Тәнзилә апай хаҡында, – тиҙ аныҡлап ебәрәм мин.
– Аһ, Тәнзилә, һаман күҙ алдында. Күм-күк ерлеккә аҡ борсаҡтар төшкән нәҙек билле, өйөрөлөп торған итәкле күлдәген кейеп, башына үтек эҙе һиҙелеп торған аҡ яулығын бәйләп, билдәрен һығылдырып һыуҙан ҡайта. Бер генә тамсы һыуы сайпылып сәсрәһәсе! Һыуалышта һағалап тороп, бер ҡосаҡлап үпһәм дә ғүмерем был тиклем үкенесле булмаҫ ине.
– Ағай, минең Рәбиға, ҡыҙығыҙ хаҡында белгем килә. Аҙағы ни менән барып бөттө?
– Эйе, теге ваҡыт Рәбиға мине еңә алманы, осраҡлы яралған бала мине әүрәтмәне. Ни хәл итмәк кәрәк? Ярата алманым. Fәйепле икәнемде тойоп йәшәһәм дә, үҙемде еңеп булманы. Рәбиға тормошҡа сыҡты, бала артыҡ бүрәнә башы ине. Балалар йортона бирҙеләр. Мин бер ни ҡыла алманым.
– Ә әсәйегеҙ ни тине һуң? Ул да ҡатын кеше бит.
– Әсәйем ни, минең яҡлы инде. Минең ҡарашым дөрөҫ уға. Их, әсәй, әсәй! Fүмер буйы бер үҙе йәшәне, ҡыҙ унда үҫһә, үҙенә иптәш булыр ине лә бит. Барып ярҙам итеп торор инем. Шулай онотолмаҫ, күңелде өйкәп торған ғазап булып ҡалды инде.
– Кемгә өйләндегеҙ шунан? Бигерәк һайланған кеүекһегеҙ.
– Һуңғы курста һабаҡташыма өйләндем. Йәш тә китеп бара ине шул.
– Яраттығыҙмы уны?
– Тәүҙә яратҡан кеүек инем. Төҫкә сибәр, эшкә тилбер, телгә шәп. Хатта артығы менән. Бергә йәшәгән тормош юлдашыңа битараф булып булмай. Ни генә тимә, бер йөктө парлап тартаһың. Уртаҡ бурыс берләштерә кешене. Яраттыра белеү ҡатындандыр инде, тим. Әсе теле,
еңмеш холҡо һыуындыра башланы.
– Яраттырыу ҡатындан ғынамы икән? Бик уңайлы, күндәм кеше булһам да, мине ташланылар бит.
– Уға күндәм кеше кәрәкмәгән, тимәк. Ярһыу, дәртле, гел көсөргәнештә тота торған ҡатын кәрәккән.
Аптырап киттем: бабай тап өҫтөнә баҫты. Фәриткә, ысынлап та, минең һалмаҡлығым, һөйөшөү мәлдәрендәге тыйнаҡлығым оҡшамай ине.
Ә бабай хикәйәтен дауам итә, унда эске көсөргәнеш тыуа:
– Флора үҙенең ваҡсыллығы, бәйләнсеклеге, кешене гел генә контролдә тоторға тырышыуы, гел дә үҙен өҫтөн ҡуйырға ынтылыуы менән мине биҙҙерҙе. «Мин һинән шәберәк специалист, – тип ҡабатларға ярата торғайны. – Минең поддержканан башҡа һин никто, директор ҙа була алмаҫ инең», – тип ғорурлығыма тейә, кешелек бәҫемде төшөрә. Ҡанат ҡуя алманы ул миңә. Түбәләүен генә белде, мөмкин булһа, тапап уҙыр ине, йығып аяҡ һөртөр ине. Характеры артыҡ көс-лөмө – кешене баҫыу, еңеп алыу уның төп һыҙаты булды. Ләкин ир кеше, хатта йомшаҡ тигәндәре лә, үҙенекен эшләй бит ул. Мин дә үҙемсә үс алдым: тура килгән бер юбканы ла ысҡындырманым. Тик ниңәлер гел өҙгөс, йолҡҡостар осрап тик торҙо. Әллә күҙемә гел шундайҙар ғына күрендеме? Ҡатын, миңә үсегеп, баланы ла берәү генә тапты. Улымдың миңә ҡарата һалҡынлығы ла уның йоғонтоһолор. Атайың шундай, атайың бындай, тип өҙлөкһөҙ тылҡыны, – бабай ирендәрен сәй менән сылата ла һүҙен дауам итә. Хатта ки ярһыу менән һөйләй. – Был донъяла бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй. Бар ҡылығың өсөн дә яуап бирергә тура килә. Берҙән-бер улымдың балаһы юҡ. Минең нәҫел ҡорой, фамилиям да ҡал-маҫ. Үҙ баламды яҙмыш ҡосағына ташлағаным өсөн был яза. Бына нисек килтереп һуға. Фәнни атеизм уҡып, ата коммунист булып йөрөһәм дә, һуңғы көндәремдә Хоҙай Тәғәләгә ышанып, унан ярлыҡау ялбарып ятам.
Рәхмәтлемен уға: һинең менән осраштырҙы. Үлем түшәгендә ятҡан кеше бәхетлеме ул, тиһәләр, бына ғүмеремдең тап әлеге өлөшөндә, һуңғы көндәремдә, мин бәхетлемен. Ысын. Әжәл яғаңдан алғанда ҡараулы, ҡәҙерле булып, таҙа урындыҡта, таҙа кейем менән ятыу; сарсағанда иренеңде сылатырға һыу биреп тороусың булыу – иң ҙур бәхеттер ул.
Ташландыҡ эт хәлендә был донъянан китеүселәр аҙмы ни? Мин дә шул көндө күрә яҙып ҡалдым бит. Һөйләмәм тигән инем. Һиңә һөйләйем, балаҡай, әйҙә, күңелдә төйөр булып ҡалмаһын.
Тағы бер ваҡиға һөйләп, бөтөнләй хәлдән тайыр, тип ҡурҡа ҡалдым.
– Зинһар, мөмкин булһа, һөйләмәгеҙ юҡ хәлегеҙҙе бар итеп, – тип әйтә һалам.
– Юҡ, һөйләргә булғас, һөйләргә. Әҙәмдең ни тиклем дә ҡанһыҙ була алыуына бер ғибрәт. Ҡатын кешенең шул сиккә етә алыуын күрергә насип булды. Етмәһә, үҙ баламдың ҡатыны. Уныһы былай булды. Улым командировкаға йыйынды. Кистән кереп, үҙе ашатты, сәй эсерҙе. «Атай, үҙең беләһең, мин хөкүмәт кешеһе, китергә тура килә, киленеңә әйткәнмен», – тине.
Улым киткән көн килен инмәне. Ярай, сәй бар, һалҡын булһа ла, кисәңге бутҡа бар. Шуларҙы ҡабыштырам. Икенсе көн дә юҡ был. Әллә бөтөнләй ҡайтмай. Аш-һыу еҫе һиҙелмәй. Урыҫ әйтмешләй, голод не тетка. Бер нисә ҡабым ризыҡ менән булһа ла тамаҡты алдарға кәрәк. Таяна-һөйәлә кухняға сығам, холодильникты асам. «Лып» итеп ултырып китәм. Унда тәғәм ризыҡ юҡ. Шкафтарҙан ярма, туҡмас кеүек нәмәләрҙе һыпырып түккәндәр, буғай. Килен мине асҡа үлтерергә булған. Башҡаса уйлау мөмкин түгел. Ни генә булһа ла, яуыз әҙәм ҡулынан ҡорбан булғым килмәне. Ысынлап тороп соҡонорға керештем. Йәшәү өсөн көрәш хәл индерҙе. Ҙур бер кәстрүл артынан ҡоймаҡ оно килтереп сы-ғарҙым. Язалаусым уны күрмәгәндер. Уның тоҙо, йомортҡаһы үҙендә
тигәндәй. Шыйыҡ ҡамыр туғыным. Хәҙерге табаларға май кәрәкмәй әлдә. Үҙемә шулай ризыҡ йүнәттем. Ҡайнар һыуға ҡытлыҡ юҡ. Аҙығымды бүлмәмә алып барҙым. Йәнә өс көн шулай йән аҫырап яттым. Улым китеүгә алты көн үтте тигәндә, килен шым ғына фатир ишеген асты. Алғы яҡта лыбыр-лыбыр килделәр. Төнө менән мин йәнә кухняны тикшерҙем. Бөтәһе лә үҙ урынында. Һыуытҡыста йәнең ни теләй – шул. Тауыҡ һурпаһы, былау, кәтлит-маҙар, колбаса. Бөтәһен дә тултырған. Йәнәһе, мине ныҡ һыйлап тотҡан. Төндә улым ҡайтты. Мин шымсыға әйләндем. Килендең мине нисек ҡәҙер-хөрмәт менән тәрбиәләгәнен ишеттем. Улыма әйтеп торманым. Барыбер ышанмаҫ, тинем. Бына шулай, ҡыҙым.
Мин хайран ҡалып тыңлайым, хатта асҡан ауыҙымды яба алмай ултырам. Ҡәбәхәтлек тигән нәмә менән осрашҡан бар инде, ә бындайы башҡа һыймаҫлыҡ. Шул тиклем дә кешене күрә алмаҫҡа. Бер бәлтерәгән ҡарт ул ҡатынға ниндәй яманлыҡ ҡылған инде.
– Аптырама, балаҡай, тормошта барыһына ла әҙер булып йәшәргә, бирешмәҫкә кәрәк.
– Йә, ярай, ял итеп алығыҙ әле. Минең дә тамаҡ әҙерләйһе бар.
– Сәй генә эсермен. Төп уйымды әйтмәнем әле.
Сәй әҙерләй һалып, икәүләп эсеп алдыҡ. Бабай, тырышып булһа ла, минең менән бер өҫтәл артында ултырҙы. Ярты кәнфит, бер ҡоймаҡ менән сәй эскәс, маңлайына сыҡҡан тирҙе һөрттө. «Болонда бесән сапҡан кеүек арыным», – тине. Урынына ятты, ғәҙәттәгесә ойоп китмәне. Тағы мине саҡырҙы.
– Мин әйтәһе һүҙҙәремде әйтеп бөтмәнем бит әле.
– Һеҙҙе тыңлай башлаһаң, айырылырлыҡ түгел, ләкин…
– Етте, бер ниндәй «ләкин» кәрәкмәй. Әйтер һүҙемде әйтеп бөтмәһәм, йәнем сыға алмай интегер.
– Һеҙгә ҡаршылашып килештерерлек түгел.
– Улай булһа, тыңла. Минең уй-фекерҙәрем һинең күңелеңдә урын алһа, киләсәктә шытым бирһә, китеү ҡурҡыныс түгел.
Хәҙер төп уйымды әйтмәксемен, был – минең васыятым, тиһәм дә була. Әлеге ваҡытта, донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тип тылҡырға әүәҫләнделәр. Һүҙ юҡ, гүзәллек – шәп нәмә. Тик кешелекте ҡотҡарырға көсө етерме? Ә мин... – Ул тәрән итеп тын алды, хатта һулышы оҙайып киткән төҫлө, – донъяны һөйөү, мөхәббәт ҡотҡарыр, тип ҡат-ҡат әйтер инем. Сөнки мөхәббәт кенә бар ғаләмгә ҡот бирә. Боронғо китаптарҙа, Аллаһ, йәғни юғары көс, барса йыһанды яратҡан, тип әйтелә. Яратыу, йәғни барлыҡҡа килтереү. Яратыу – ул ижад. Баланы ла бит, бар көсөңә, бөтөн йөрәк көсөңдө биреп яратмаһаң, әҙәм итеп булмай. Ергә һөйөү менән хеҙмәт итмәһәң, уңыш алып булмай. Ир менән ҡатын мөхәббәте булмаһа, кешелек дауам итмәй. «Мөхәббәт» тигән һүҙҙе киңерәк аңлау фарыз. Хәҙер енси яҡынлыҡты мөхәббәт менән бутай башланылар. Ваҡланылар бөйөк тойғоно. Мин ниңә Рәбиғаға өйләнә алманым, сөнки мөхәббәттең остоғо ла юҡ ине. Оло һөйөүҙән яралған балалар ғына рухы һәм тәне менән сәләмәт яралғанлығына шигем юҡ. Буталып һөйләһәм, ғәфү ит. Ашығам, буғай. Тағы ни әле? Эште лә яратып, күңел һалып башҡарһаң ғына һөҙөмтәле, мәғәнәле була. Бар донъяны, тереклекте, әҙәмиәтте һөйһәң генә, ҡотҡарып алып булыр. Ҡайһы бер донъя тотҡаларының (улар үҙҙәрен шулай тип уйлай) кешелеккә ҡарата яуызлығынан, мәрхәмәтһеҙлегенән ниндәй афәт, һуғыш-ҡырылыштар килеп сыға. – Бабайҙың тауышы ҡарлыҡты, тынып ҡалды. Хәле насар кеүек түгел ине, киреһенсә, унда эске ярһыу һиҙелә. Аптырап уға ҡарап торам, һөйләүенән тетрәнеп ҡалдым. Ул шул тиклем үтемле итеп, ышандырып һөйләй белә. Артыҡ тынып ҡалыуынан ҡур-ҡып, йөрәк дарыуы эсерә һалдым. Ул, хәлһеҙ генә йылмайып:
– Ҡурҡма, ҡыҙыҡай, ебәр ҙә ҡуй мине, йәнем асманға ашһын әйҙә, – ти.
Күптән, хатта ай тирәһе инде, үҙемдә сәйер үҙгәрештәр һиҙеп йөрөйөм. Ваҡыты-ваҡыты менән эсем бороп ауыртып ала, тағы үтә. Хәлдән дә тайып китәм. Уныһы яңылыҡ түгел. Күңел ныҡ болғанып, иртә менән ҡоҫоп та алам. Нимә генә ҡапһам да, аш түгел, күңелгә ятмай. Әсе сейәме, ҡарағатмы ҡапҡы килә. Ауырлымын, тиер инем, түлһеҙмен бит. Табиптарҙың ҡарары шулай. Тәк, тип һанай башланым, өмөтһөҙ – шайтан, кем белә, бөтөнләй ҡыу ағас түгелмендер ҙә. Ауырым булһа, өс ай булып килә инде. Айлыҡтарым юҡ, ауырыуға һылтанып йөрөй бирәм дә ул. Йөрәгем ҡорошоп китә. Әллә берәй яман сирем бармы? Эй, Аллам, көсәйеп китмәһен тағы! Бабайҙы кем тәрбиәләр?
Оло кеше хәлемде һиҙеп ятҡан икән.
– Ни булды, балаҡай? – Ул йылы итеп өндәшә. – Төҫөң дә боҙолоп китә. Һиҙҙермәҫкә тырышһаң да, барыһын да күреп ятам бит. Ныҡлап сирләй күрмә.
Уны тыңлап, поликлиникаға юл тоттом. Шулай ҙа иң беренсе ҡатын-ҡыҙҙар докторына инергә булдым. Сәбәбе лә бар бит. Доктор – оло ғына ҡатын. Ентекләп ҡараны. Аптыраны. Дарыу еҫенә сытырайғанымды күреп, йылмайҙы:
– Ҡотлайым һеҙҙе. – Уның тауышы шундай мөләйем. – Ауырығыҙ ун ике аҙналап. Ни эшләп килмәй йөрөнөгөҙ, ун һигеҙ йәшлек түгелһегеҙ бит.
– Мин бит ауырға ҡалырыма ышанмағайным... – Хистәремә тулышып илап ебәрҙем.
– Көлөргә, ҡыуанырға, бейергә кәрәк. Бәхетле һеҙ. Был – мөғжизә.
– Тик ирем ташлап китте бит инде.
Табип ханым уйсанланды.
– Аңлағыҙ, меңгә бер булған осраҡ. Һуңғы шанс. Беҙҙең халыҡта, бала үҙ ризығы менән тыуа, тигән әйтем бар. Дөрөҫ фекер ул, миңә ышанығыҙ.
– Ышанырға тырышам. – Балаларса танау тартам.
– Шулай булғас, йөгөгөҙҙө еңел итеп күтәрегеҙ. Уңыштар һеҙгә.
Артабан карта тултырып, анализдарға ҡағыҙҙар яҙҙы.
– Анализдарығыҙҙы иртән бирерһегеҙ.
Хушлашып сығып киттем. Әсәйем менән һөйләшкән төҫлө рәхәт булып ҡалды. Яҙғы һыуҙар йырғылаған һуҡмаҡтан атлайым. Нескә генә тауыш менән гөрләүек селтерәй. Бала төҫлө, туп-тура күләүектәргә баҫып киләм. Итегем бысранып бөттө. Саф һауаны күкрәк тултырып һулайым. Аҡ болоттар араһынан зәңгәр тәрән күлдәр һымаҡ күк йөҙө күренә. Улар миңә шатланып баҡҡан Хоҙай күҙҙәре һымаҡ тойола. Бар нәмә матур, һоҡландырғыс. Кисә генә яңғыҙ инем, хәҙер икәүбеҙ. Илау аша көлөп ебәрәм. Яңы яралған сабыйым, мин һине бар донъянан өҫтөн күреп яратам инде. Мине ташлап китер алдынан Фәрит иғтибарлы, яғымлы булырға тырышты. Арабыҙ арыулана бара тип, иреп төштөм. Ихлас иркәләнем, иркәләндем. Яралтҡан сабый өсөн һине ғәфү итәм, рәхмәт әйтәм.
Тилереп тигәндәй ҡайтып индем. Фәрүәз бабай борсолоп, түҙемһеҙләнеп көтә ине. Тороп уҡ ултырған.
– Балаҡайым, ни булды? Һөйләй һал.
Хистәремә тулышып, уны ҡосаҡлап илап ебәрҙем.
– Мин ауырлымын, бабаҡай. Ни хәлдәр генә итермен?
Уның ҡалтыранған хәлһеҙ ҡулдары арҡамды һыйпай, сәстәремдән үбә.
– Туҡта, балам, мине үлтермәй тор.
Аңыма килеп, шып туҡтаным.
– Ҡотлайым, ҡыҙым. Һөйөндөрҙөң. Юҡһа әллә нәмәләр уйлап бөттөм.
– Атайһыҙ үҫер инде ул.
– Кем белә? Өмөтөңдө өҙмә улай. Йәшһең, һылыуһың. Маңлай
күҙҙәре ботаҡ тишеге булмаһа, күрерҙәр, баһаларҙар. Мотлаҡ ишеңде табырһың. Әгәр теләһәң, минең фамилиямды бир. Ейәнем ҡала, тиермен. Ҡыҙым, торт килтермәй булмай. Бөгөн байрам беҙҙең өсөн.
Шатлығыма иҫереп йөрөй торғас, кинәт айнып киттем. Августа эш башлаясаҡһың, тигәйнеләр. Тап минең декрет ваҡыты еткән була. Өләсәйҙең бер мәҡәле иҫкә төштө: «Хәйерсенең ауыҙы ашҡа тейһә, танауы ҡанай». Шиктәремде бабайға һөйләмәй булдыра алманым. Был арала кем күберәк ярҙамға мохтаждыр: үлем түшәгендәге ауырыумы, әллә минме? Шул хәлдә лә уның миңә таяныс булыуы ғәжәпләндерә.
– Һиңә апрель башы менән эш башларға тура килә, ҡыҙым.
– Ә һеҙ?
– Мин нимә? Ятырмын әле. Ятҡан бар. Нәҡиә апайың күҙ-ҡолаҡ булыр.
– Күңелем ятмай уға. Бер ҙә ауыҙы ябылмай. Гел кеше һөйләй. Ғәйбәт...
Бабай асыуланды:
– Был осраҡта тыуасаҡ йәнде уйларға кәрәк. Һис тә икеләнмә. Бар, саф һауаға сығып кер, һиңә файҙалы ул. Телефонды тоттороп сыҡ.
Уны тыңламай хәлем юҡ. Тышҡа сыҡтым. Болотлап ебәргән, ел сыҡҡан. Күктәге зәңгәр тәҙрәләр юғалған. Кинәт епшек ҡар яуырға тотондо. Тоҙлоҡ яумай ҡар бөтмәй, тиҙәр. Моғайын тоҙлоҡ яуалыр. Өйгә ингәндә, бабай тыныс ҡына йоҡлай ине инде. Сабый һымаҡ ҡайғыһыҙ, тыныс сырай, тимәк, ҡәнәғәт. Шым ғына йөрөп, өй эштәрен бөтөрҙөм.
– Яныма килһәңсе, – тигән тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Йоҡоһо ҡоштоҡо һымаҡ ҡына. – Ултыр яныма. Бына шулай.
Тын ғына ултырабыҙ. Күп ваҡыт ошондай тынлыҡтар ваҡытында күңелдәр һөйләшкән төҫлө. Уның хәбәренең ыңғай булырын аңлап торам.
– Алдағы дүшәмбенән эш башларһың. Ҡаршы һүҙҙең булыуы
мөмкин түгел.
– Рәхмәт һеҙгә. Был изгелектәреҙҙе нисек кенә ҡайтарып бөтөрөрмөн?
– Ҡайтарып йөрөйһөң түгелме? Хатта артығы менән.
Эш башларға тағы ла ике көн бар. Шул арауыҡта булһа ла бабайҙы яҡшыраҡ ҡарарға тырышам. Тауыҡ һурпаһы бешерәм, компот ҡайнатам. Янынан китмәйем, һәр бер күҙ ҡарашын аңлап, теләктәрен үтәп кенә торам. Тик уның ашау теләге көндән-көн кәмей. Бер-ике ҡаба ла кире ултыра.
– Рәхмәт, ҡыҙым, тәмле, – тип маҡтаған була. – Кәрәкмәгәнгә эш табып маташма. Янымда ултырһаң, иң яҡшыһы.
Ике көн күҙ асып йомғансы үтте. Дүшәмбе Нәҡиә апайҙы саҡырып, күрһәтмәләр биреп, ят ергә, ят кешеләр араһына киттем. Директор, әлбиттә, таныш инде. Кәрәк ҡағыҙҙарҙы Заһир ағай аша алдыртҡайным. Тормошомда ярҙам итеп торған яҡшы кешеләр осрауына шатланам. Йәшәү тигәнең гел ҡара һыҙаттарҙан ғына тормай икән шул, уның яҡшы яҡтарын да күрә белер кәрәк.
Лицейҙа йыл башынан уҡ ике тәрбиәсе кәрәк булған. Унда эшләгән оло ғына педагог: «Баламды уҡытам, аҡса күберәк кәрәк», – тип бер үҙе ике кеше өсөн эшләп йөрөгән. Әлеге ваҡытта арып, ярҙамсы һорай башлаған икән. Ана шул урынға мине алдылар ҙа инде. Тәрбиәсе Әнисә Сәғитовна ла шунда икән. Ул мине лицей менән таныштырырға алып китте. Уҡыусыларҙың уҡыуҙары, йәшәүҙәре бер урында. Спортзал да, ашхана ла ошонда уҡ. Шулай булғас, бик уңайлы инде. Йыһаздар заманса, яҡты, йылы. Бында эшләүе лә бик күңеллелер. Тәрбиәселәр өсөн ҙур, уңайлы кабинет бар. Иртәнән башлап балалар уҡып сығыр алдынан килергә. Көн режимын тайпылышһыҙ үтәү – тәрбиәсенең бу-рысы. Әнисә Сәғитовна түңәрәктәр расписаниеһы, режим менән таныш-тырып сыҡты. Бөтәһе лә яңы, ҡыҙыҡ ине. Эште, балаларҙы
яратасағымды һиҙҙем.
Эшләй башлағас, бөтә иғтибарымды балаларҙы өйрәнеүгә йүнәлттем. Уларҙы бер төркөм итеп түгел, һәр береһен айырым шәхес, һәр береһендә үҙенә генә хас фиғел-холоҡ тип уйлап, шул юҫыҡтан сығып аралаша башланым. Яңы тәрбиәсегә төбәлгән ҡыҙыҡһыныусан, һынаусан ҡараштарға бирешмәҫкә тырышам. Әле тәжрибәһеҙ педагог тип, миңә ҡыҙ балаларҙы бирҙеләр. Ниңә ҡыҙҙар менән эшләү еңелерәк, тип уйлайҙар икән, тип аптырап ҡуйҙым. Дөйөм алғанда, балалар оҡшаны. Аҡыллы, етди, белем алыр өсөн йыйылған алсаҡ, ихлас ҡыҙҙар. Мөләйем, йыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта ҡыйыу Айзиләне оҡшатып өлгөрҙөм.
Теләктәрем тормошҡа ашты. Күптән хыялланған һөнәрем буйынса эшләйем, бәпесем буласаҡ, торор урыным бар. Хыялдарымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткән кеше генә үлем түшәгендә. Был хәл иҫкә төшөп, йөрәкте өҙөп тора. Хәҙерге ваҡытта эшем ныҡ ылыҡтырһа ла, ашығып ҡайтам. Ауырыу мине түҙемһеҙлек менән көтөп ята. Уның хәле хәҙер көнләп түгел, сәғәтләп насарая. Хәҙер инде был донъянан алыҫлаша бара, бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмай, нисек эшләп китеүемде лә һорап торманы. Ҡайтып инәм, иң беренсе эшем итеп янына ултырам, ҡулын тотам. Шулай тын ғына хәтһеҙ ваҡыт үтә. Мин уға булған бар рәх-мәтемде шулай еткерергә тырышам. Ул быны аңлай, минең яҡын бу-лыуымдан рәхәтлек кисереп шым ҡала.
Шулай тәүге эш аҙнаһы үтте. Һөнәремә тиҙ үк төшөнөп алдым. Ҡатмарлы нәмә булмаһа ла, һәр бала – үҙе бер асылмаған донъя. Ләкин асасағыма ныҡлы инанам. Балалар миңә тиҙ үк тартылып китте. Әнисә Сәғитовнаның быға бер аҙ эсе бошҡан кеүек. Йыуаш ҡиәфәтемә ҡарап, был ни алып барып сығыр, тип уйлағайны, буғай. Ул үҙе киҫкелек, ҡатылыҡ менән генә алдыра, үҙе әйтмешләй, кәнфитләнеүҙе ене һөймәй.
– Улай һәр береһен һылай-һыйпай башлаһаң, нисәгә бүленергә мөмкин? Йөрәгеңә тиҙ тейер, бына күрерһең, – тип ҡуя.
Ял көнө иртүк тороп иҙән йыуҙым, ашарға әҙерләнем.
– Гел генә эш табып юрғалама, уның сиге булмаҫ. Миңә лә оҙаҡ ҡалмай. Икебеҙ ҙә ҡотолорбоҙ.
– Улай тимәгеҙ, зинһар, – күҙ йәштәремде күрһәтмәҫ өсөн йөҙөмдө ситкә борҙом.
– Көтөү ялҡыта, бөтәһе лә ялҡа. Китеүсе лә, ҡалыусы ла. Бар әле, балаҡай, яҡшы күлдәгеңде кей. Бер аҙ төҙәнеп тә ал. Бөгөнгө көн шуны һорай.
– Ниңә инде?
– Кәрәк. – Ауырыу серле көлөмһөрәй, сырайы йәшәреп киткәндәй була.
Үҙем йәшәгән йоҡо бүлмәһенә инеп, сумкамды астым. Fәлимә бүләк иткән зөбәржәт төҫөндәге күлдәгемде кейҙем. Был төҫ минең ҡап-ҡара сәстәремә, ҡуңыр йөҙөмә килешә. Күҙҙәремде һөрмәләп, помада яҡтым. Капрон колготки, туфли кейҙем. Фәрүәз бабай күҙен дүрт итеп көтә ине инде. Һуңғы ваҡыт ул ныҡ сабырһыҙға әйләнде.
– Урап йөрөп ал, күргәндәй булайым. – Ул минең бүлмә буйлап әйләнеүемде иғтибарлап күҙәтте. Миңә лә күңелле булып китте. Күлдәген күрһәткән бәләкәй ҡыҙ кеүек өйөрөлөп йөрөгән булам.
– Һуңғы көндәреңдә алдыңда шундай фәрештә йөрөгәндә был донъяны нисек итеп ташлап китмәк кәрәк, шайтан алғыры. – Бабайҙан сәләмәт кеше тауышы сыҡты. Ул, мендәр аҫтынан алып, бер бит ҡағыҙ һуҙҙы. – Һуңынан уҡырһың. – Йәнә зәңгәр бәрхәт ҡумта алып миңә тотторҙо. – Был алҡа егет сағымдан алып хужабикәһен көткәйне. Лайыҡ кешеһен тапманым. Ул һиңә насип булған. – Емелдәп торған оҙонса йәшел ҡаш алтын тирәскә ултыртылған. Һәр ҡырынан нур сәселә.
– Таҡ. – Тауышына буйһоноп, тағып ҡуям. Күлдәк менән икеһенең тап килеп тороуы бит әле уның. – Һуңғы бүләгем. Ҡолағыңдан һалма. Элек уның хаҡына йорт һалып була ине.
Бүләк оҡшаһа ла, шатландырмай, сөнки минең өсөн изге, ҡәҙерле кешенән айыра һымаҡ.
– Әйкәнемде тыңла, белеп ҡал, әйҙә. Ниңә яҙмыш әҙәм балаһын был тиклем дә мыҫҡыл итәлер? Ниңә беҙ замандаштар булып яралмағанбыҙ? Минең иҫке сепрәккә әйләнеп теткеләнгән йөрәк ғашиҡ булырға ла көс тапты. Бер аҙнанан үләсәк кеше өс ай йәшәп ташланы. Һинең тылсымың был. Минең хисемдән, зинһар, ғәрләнмә. Заманында бөркөт егет инем. Тиңемде генә таба алманым. Әле бәхетле булып китермен, ер йөҙөндә миңә оҡшарҙай ҙа зат булған икән, тиермен. Киләсәктә, бәлки, минең кеүек берәү осрап, һине бәхетле итер. Һәр хәлдә шуны теләп китәм. «Үлем түшәгендә теләк ҡабул була» тигәнде әсәмдән ишетеп ҡалғайным. Әле килеп иҫемә төшә... – Бабай мендәргә йығылды, ҡороға ташлаған балыҡтай ауыҙын асты.
Йүгертеп килтереп дарыу ҡаптырып, һыу йоттороп ебәрҙем. Укол һалдым. Тәне дарыуҙы ҡабул итә, тимәк, хушлашыуы түгел әле.
– Рәхмәт, бәпесем, – бабай ойоп китте, һулышы рәтләнә бирҙе.
Ул биргән ҡағыҙҙы астым. Был кәкре-бөкрө итеп хәлһеҙ ҡул менән яҙылған шиғыр ине.
Һуңғы хистәр
Был бит һуңғы һөйөү, һуңғы хистәр,
Һуңғы тапҡыр ҡанат талпыныуы.
Һуңғы буран, һуңғы өйөрмәләр,
Һуңғы тулҡын ярһып ашҡыныуы.
Елгә елберҙәгән һуңғы япраҡ,
Көҙөн гөлйемештәр атыуы.
Ҡояш байығастан ал шәфәҡтең
Һуңғы нуры менән балҡыуы.
Ниңә генә шулай бары ла һуң?
Тулама һин, күңел, даулама.
Сабыр итсе, баҫыла күр, йәнем,
Һуңғы һөйөүемде арала.
Ни булһа ла, рәхмәт яҙмышыма,
Мин татыным гүзәл, саф хистәр.
Үҙем менән китер баҡыйлыҡҡа
Һөйөү менән тулы был хистәр.
Йән тетрәнеүе менән ҡағыҙҙы күкрәгемә ҡыҫтым. Алда буласаҡ йәнә бер юғалтыу йөрәгемде өтә. Ниңә минең тормошом юғалтыуҙарҙан тора һуң? Ата-әсәм, ирем, хәҙер килеп – атамдай яҡын кешем. Ҡасан табыштарым башланыр? Уларҙы көтөп алырға хәлем етерме?
Дүшәмбе йәнә эшемә киттем. Токсикоз борсомай инде. Ҡан баҫымы, анализдар барыһы ла нормала. Теләп, көтөп алған бәпесем булғанға шулайҙыр.
Бабай хәлһеҙләнгәндән-хәлһеҙләнә. Көнө буйы бер-ике йотом ҡайнаған һыу менән хушлана. Ике ҡалаҡ шыйыҡ бутҡа ҡаба. Тире менән һөйәктән генә тора инде. Сыҡмаған йәне генә бар. Улына шылтыратып, хәлен еткереп торам, саҡырам. Бабай өндәшмәй генә көтә. Был осраҡта ла ул ир кеше булып ҡала белде. Фуат Фәрүәзович килә алмай ине. Мәскәүҙән тикшереү көтәләр. Был хаҡта еткермәй булмай. «Улар мәңге йәшәрҙәр, минең көнөм бер ҡасан да килмәҫ». – Ауырыуҙың йөҙө нығыраҡ сытырайҙы, яңаҡтары һуҙыла төштө.
***
Быйылғы ҡар нисек кенә ҡалын булһа ла, мөғжизә менән бөтә барған кеүек. Көҙҙән ҡоро ҡалған тупраҡ һәр тамсыны ҡомһоҙланып йота бара. Бөрөләр шартларға етешкән. Бабай һөйләшмәй тиерлек. Үтенесен күҙҙәренән аңлайым. Зәки ағай, муллаға әйтеп, ике тапҡыр ясин уҡытты. Элекке коммунист доғанан баш тартмай ине. Рәфиҡ Ҡаҙыевич был арала эшкә йөрөмәҫкә рөхсәт итте. Быны аңлап ятҡан бабай шатланды. Ул хәҙер һүнгән шәм төҫлө. Иҫһеҙ ятамы, ойоп
киткәнме – белеп булмай. Бер ҡалаҡ һыу йотоу ҙа ғазап уға. Кипкән ирендәрен марля менән сылатам. Янынан китмәйем. Һуңғы минутында янында булмауҙан ҡурҡам. Уны юғалтҡас, нисек кенә түҙермен? Тыуасаҡ балам иҫемә төшһә, йәнә айнып китәм.
Ул көн ғәжәп аяҙ килде. Апрелдең һуңғы көнөнөң зәп-зәңгәр күкле, ҡоштар сыр-сыу килгән саф бер иртәһе ине. Ошо гүзәл иртәлә Фәрүәз бабай күҙҙәрен ҙур итеп асып ебәрҙе лә миңә текләне. Әллә хәле арыуланып киләме? Шатланып емеш һыуы килтереп еткерҙем. Ул йотлоғоп эсеп ҡуйҙы. Элекке кеүек матур тауыш менән:
– Яныма ултыр, фәрештәм... – тине. Тәрән, яғымлы, салт ҡарашы мине иркәләне, ҡулын күтәреп минең ҡулымды тоторға көсө етте. Йөҙө алһыуланды. Әйтерһең, бер ҡасан да һулышын ала алмай интекмәгән.
– Йә, хуш инде, бәхил бул, фәрештәкәйем минең. Алырға килеп тә еттеләр ана. Яңғыҙ булмаҫһың һин… – Һөйләмен әйтеп бөтөрә алманы. Күҙҙәрен йомдо, тәненән тулҡын үтеп киткәндәй булды ла бер генә эйәк ҡаҡты.
Ҡарап торам: китеп барыуы шул булдымы? Йөҙө балауыҙ төҫөнә инә башланы. Үкһеп илап ебәрҙем, уның ҡаҡ күкрәгенә ауҙым. Шул ваҡыт ҡарынымда лепер-лепер иткән хәрәкәт тойҙом. Һикереп тороп, эсемде тоттом. Күбәләк ҡағыуына оҡшаған хәрәкәт ҡат-ҡат ҡабатланды. Ләкин оҙаҡ һуҙылып торорға ваҡыт юҡ. Ниҙер эшләргә кәрәк. Үтеп киткәндән һуң бабайҙың йөҙө тыныс, мөләйем ҡиәфәттә ине. Ҡара ҡаштары, бейек маңлайын ҡаймалаған сәстәре күркәмлек биреп тора. Уға ҡыш етмеш һигеҙ йәш тулған икән.
Ауырлы ҡатын мәйеткә оҙаҡ ҡарап торорға тейеш түгеллеген әллә ишеткәнем бар, әллә үҙем һиҙендем. Аҡ простыня алып мәрхүм өҫтөнә яптым да Зәки ағайҙарға шылтыраттым. Ағай мәйет ҡарауылларға ирҙәр саҡырып китте. Нәҡиә апай шкаф, көҙгө кеүек әйберҙәрҙе япмалар менән ҡапланы.
– Мәйетте һинән башҡа ла тәрбиәләрҙәр, беҙгә барып ултыр. Ауырлы көйгә бында йөрөмә, – тине.
Үлем бөтәһен дә йыуашландыра, тәртипкә саҡыра икән. Иртәгәһен мөһабәт кәүҙәле, атаһына ике тамсы һыу кеүек оҡшаған Фуат ағай менән тәкәббер сырайлы Зарина апай ҡайтып төштөләр. Апай мине күреү менән, яратмайса, сырайын һытты:
– Ҡайҙан килеп объявилась наследница, бедная родственница, – тип бәйләнергә итә башланы.
Ҡойолдом да төштөм, бер һүҙ әйтер әмәлем юҡ. Фуат ағай миңә һынап ҡарап алды ла, ҡатынына боролоп:
– Ҡартты бер стакан сәйгә зарыҡтырып, үлем түшәгенән билдәһеҙлеккә оҙатҡан көйөңә, әле килеп уның мәйете өҫтөндә тауыш сығарырға итәһеңме? Учти, һинең арҡаңда атай алдында ғүмергә ғәйепле ҡалдым, – тип теш араһынан шундай уҫал итеп әйтте. Тағы ла бер «учти» тип ҡуйҙы. Ир менән ҡатын араһында татыулыҡ юҡлығы ете ят кешеләргә лә аңлашыла ине.
Фуат ағай минең менән үҙен йомшаҡ, яғымлы тотто. Хатта ки уның йотлоғоп, һоҡланып ҡарауын тойоп йөрөнөм. Быны һиҙеү миңә ниндәйҙер ғәйеп тойғоһо тыуҙырған төҫлө. Зарина апай ҙа, үткер кеше, күрә йөрөй, йәне көйә, ләкин үҙен тота.
Мәйетте тәрбиәләүҙе ойоштороу, йыназа уҡыу, хәйер таратыу эштәре муллаға тапшырылғайны. Бәләкәй генә кәүҙәле, етеҙ, ихлас кеше ине ул. Бөтә мәшәҡәтте намыҫлы атҡарып сыҡты.
Мәрхүмде оҙатырға бик күп кеше йыйылды. Элекке эшләгән еренән, уҡыусыларынан олпат, хөрмәтле кешеләр килде. Шунан ғына ла Фәрүәз бабайҙың абруйлы шәхес икәнен төшөнөргә була ине. Ул, үлеренә ике аҙна ҡалғас, «Фуат ағайыңа бирерһең» тип бер конверт ҡалдырғайны. Шуны тапшырғас, бурысым үтәлгән кеүек еңеллек тойғоһо кисерҙем. Унда мәрхүмдең һуңғы теләктәре, кәңәштәре
яҙылыуына шигем юҡ.
Фуат ағай үҙен олпат, тыйнаҡ-ихлас тота. Унда атаһының һыҙаттары сағыла. Шул кешенең үҙенең яҡын кешеһенә булған иғтибарһыҙлығына ышанғым килмәй. Фәрүәз бабай, бәлки, яңылышҡандыр, тигән фекер тыуа.
Бабайҙы табутҡа һалғас, һуңғы тапҡыр хушлашырға, ҡарап ҡалырға теләгәйнем, мулла ағай рөхсәт итмәне.
– Йыуылған мәйеттең йөҙөн асырға ярамай, ғөсөлө боҙола, – тип сабыр ғына аңлатты.
Был бер үкенес булып ҡалды.
...Зыяратҡа тик ирҙәр генә китте. Беҙ ҡапҡа төбөндә генә оҙатып ҡалдыҡ.
Буп-буш йортта үҙем генә ҡалдым. Өй эсе йыйнаҡ, ауырыу файҙаланған әйбер, һауыт-һаба алып ҡуйылған. Был яңғыҙлыҡты көсәйткән һымаҡ. Кистәрен Нәҡиә апай ҡунырға инә.
– Оло мәйет сыҡҡас, өйҙә ҡырҡ көн яңғыҙ йоҡларға ярамай, – ти. Уға өйрәндем инде, артыҡ бәйләнсек тойолмай. Күп һөйләүе лә ялҡытмай.
Фәрүәз бабайҙың етмәүен бар булмышым менән тоям. Уның әйткән һүҙҙәрен эсемдән барлайым. «Изге фәрештәм минең», – тип өндәшер ине. Кем кемгә фәрештә булғандыр? Хоҙай ғына белә. Дөрөҫө, мине күп бәлә-ҡазанан ҡотҡарыусы, аралаусы фәрештә ине бит. Уның әйткәндәре һаман ҡолаҡ төбөндә: «Ирең һиңә кире килер, бына күрерһең. Ниндәй аҫыл ташты юғалтыуын аңлар, әҙерәк аңы булһа. Тик һин ҡара, бер баҫҡан тырмаға икенселәй абынма».
Ул хаҡлы булған. Кисә Fәлимә шылтыратты. Фәрит уның менән ҡайғыһын уртаҡлашмай булдыра алмаған. Минең менән һөйләшергә үҙенә нимәлер ҡамасаулай. Ояламы, ғәрләнәме, намыҫы ҡушмаймы.
«Ныҡ яңылыштым, – тигән ул. – Фәрештәләй күргәнем аждаһа булып сыҡты. Минең йортто, машинаны һаттырып, пластик операцияға
барырға уйлаған. Етмәһә, минән ун йәшкә олораҡ булып сыҡты. Керпегә лә, тештәре лә яһалма икән. Әл дә өйҙө һатмағанмын, уныһы өсөн Асияға рәхмәт. Хәҙерге көндә ауылға ҡайттым, Асия ҡайтһа, кире ҡаҡмам», – ти икән.
Хайран ҡалыуҙан ят та үл. Мин һаман меҫкенләнеп, ялынып, ғәйепле кеше кеүек уның аяғына баш һалып ҡайтып инергә тейешмен. Шулай итер ҙә инем әле, йүләр. Фәрүәз бабай осрап, үҙемде хөрмәт итергә өйрәтмәһә, һаман шулай үҙемде ҡәҙерһеҙ итеп йөрөр инем. Бәлки, шатланып маташыр инем. Бер нисә ай эсендә лә бөтөнләй үҙгәреп киткәнем өсөн ҡыуаныс кисерҙем. Fәлимә минең ауырлы булыуымды ла әйтеп тормаған, рәхмәт төшкөрө.
Унан килеп, Фуат ағайҙың хушлашҡан саҡтағы күҙ ҡарашы иҫемә төшөп аптырата. Фәрүәз бабай һымаҡ йылы-яғымлы итеп оҙаҡ ҡарап торҙо, наҙлы ғына ҡулымды ҡыҫты. Нимә аңлата был ҡараш? Әллә оҡшатам инде уны? Ҡуйсы-ҡуйсы, был уйҙарҙы күңелдән ҡыуалайым. Ә улар һаман ябырыла.
Нәҡиә апайҙың һәр саҡтағыса хәбәре күп: Фуат ағайҙың бала саҡтарын, уның шуҡлыҡтарын иҫенә төшөрә. Бәләкәй генә саҡтан гел пистолеттан атыш уйнаны, бандиттар баҫтырҙы, ти. Бала саҡ хыялдары тормошҡа ашҡан, ул хәҙер, ысынлап та, пистолет тағып йөрөгән кеше, ти. Ә һин, ҡыҙыҡай, белмәһәң белеп ҡуй. Ул ҡатыны менән исем өсөн генә йәшәй. Аралары күптән һалҡын, йә балалары юҡ. Кем белә, ҡартласты яҡшы ғына тәрбиәләһә, Фуаттың күңеле йомшарыр ине… Һәм башҡа оҙон-оҙон хәбәрҙәр теҙелә..
Мин тыңлайым, бүлдермәйем. Фуат ағай тураһындағы хәбәрҙәр оҡшағанын һиҙеп ҡалам.
– Фәрүәз Сафиевич беҙгә ҙур яҡшылыҡ эшләгән кеше. – Яңы йөкмәткеле һүҙ теҙмәләре башлана. – Беҙ ауылдан район үҙәгенә күсеп килгәс, мине техничка, Зәки ағайыңды завхоз итеп эшкә алған кеше ул.
Fүмер буйы бергә эшләп пенсияға сыҡтыҡ.
Ә-ә-ә, бына ниңә эскерһеҙ ярҙам итергә әҙер торалар икән, тип аңлап ҡалам.
– Ә Зарина апай бабайҙы бер аҙна ашатмай ятҡырған, нисек йәлләмәгәндер, – тип ҡысҡырып уйлап ҡуям, телемдән нисек ысҡынғанын һиҙмәй ҡалам.
– Нимә, нимә тиһең? – Апай сат йәбешеп төпсөнә башланы, миңә бик ҡыйын булып китте, үҙемде кеше араһында һүҙ йөрөтөүсе һымаҡ тойҙом.
– Юҡсы, яңылыш ысҡындырҙым, – тиһәм дә, апай өҙмәй-ҡуймай һорашыуын белде.
– Уның шулай булырына аптырамайым. Зарина килен йылан аяғын киҫкән бит ул, – тип йомғаҡлап та ҡуйҙы.
Нәҡиә апай мине, Фәрүәз бабайҙың дүртенсеме, бишенсеме быуын бер туғанының ҡыҙы, тип уйлап, кем балаһы икәнлегемде, кемгә оҡшауымды уҡ билдәләп ҡуйған. Шуға ла яҡын күрә. Миңә был уңайлы ла.
Әгәр эшем булмаһа, йәнә лә ныҡ ауыр булыр ине. Ауырға ҡалыуымды Fәлимә һуңлап ҡына белде, ғәҙәтенсә, тәүҙә тиргәп алды, һуңынан ҡотларға кереште. Фуат ағайҙы ла белә ине ул. Ни тиһәң дә, яҡташтар шул.
Май айы һис бер яңылыҡһыҙ, шыма үтте. Был һуңғы ваҡыттағы иң тыныс ара ине. Унынсы июндә Фуат ағай атаһының ҡырҡына ҡайтырға тейеш. Улар ҡайтыуға йорт тирәһе йәмле булһын тип, ирис, нәркәс, ләлә гөлдәре ултыртҡайным. Гөрләп сәскә атып ебәрҙеләр. Һиҙмәҫтән Фуат ағайҙы көтөп йөрөүемде аңланым. Тиргәп тә, оялтып та үҙемде еңә алмайым. Ҡорһағым бәләкәй булһа ла, һиҙелә инде. Ауырлы көйгә ир кеше уйлап йөрөү оят, яҙыҡ эш. Шул ваҡыт көслө итеп телефон шылтыраны. Ашығып трубканы алам. Fәлимә тауышы: «Сәйеңде ҡуя
һал, ун минуттан килеп етәбеҙ», – тип хәбәр һалды. Яр һалып: «Кем, кем менән?» – тип ҡысҡырам. Fәлимә шарҡылдап көлә, ул ҡәнәғәт, уның кәйефе көр. «Һиңә ғашиҡ кеше менән», – ти ҙә трубканы ырғыта.
Хоҙайым, кемде әйтә ул? Әлбиттә, шаярта. Йөрәгемдә өмөт баҙлай, уны һүндерер әмәл юҡ. «Өҫтәлгә ҡуйырға нимәләр бар?» – тип һыуытҡысҡа күҙ һалам. Сәй ҡуям. Ул арала затлы иномарка ҡапҡа төбөнә килеп туҡтай. Хоҙайым, был бит – Фуат ағай машинаһы. Уларға ҡаршы йүгерәм. Тәүҙә Fәлимә атылып килеп сыҡты, унан ҡулына алһыу розалар тотҡан Фуат ағай күренде.
Фәрүәз бабайҙың аҡыллы, уйсан, ләкин сикһеҙ һөйөү менән тулы күҙҙәре миңә төбәлә. Уларҙа үтенес, ялбарыу ҙа бар кеүек. Эйе, был минутта был ҡараштар тап уның күҙҙәре менән бағалар, уның хистәрен һөйләйҙәр һымаҡ.
– Һаумы, фәрештәм минең, мин килдем, ҡыумаҫһыңмы? Хистәремә яуап бирерһең тип, өмөт менән килдем.
***
Хөрмәтле уҡыусым! Әйтмәй булдыра алмайым. Ҡыҙым тыуҙы, уға Фәйрүзә тип исем ҡуштым. Бабай, был донъяла нәҫелем ҡалмай, исмаһам, тип үкенес белдергәйне. Фәрүәз бабайҙың рухы шат булһын. Мин Фуат ағайға кейәүгә сыҡтым, уның фамилияһын йөрөткән ике улан таптым. Тәүге балам да уның фамилияһын йөрөтә...
Тәскирә ДАЯНОВА
фото т.роза
Читайте нас: