Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
12 Декабрь 2020, 16:46

АУхикәйә Әмир ӘМИНЕВ

Түңәрәк аҡ йөҙлө, аҡһыл төҫтәге һирәк сәсле, ерәнһыу керпекле, киң маңлайлы, кәүҙәгә тәпәш, әммә йыуантаҡ бабайымды (әсәйемдең өлкән ағаһы), мин үҙемде белә башлағандан бирле беләм. Ул беҙгә күберәк йәй килә, килгән көндәре байрам төҫөн ала, өйҙә ниндәйҙер күтәренкелек, күңелле һөйләшеүҙәр, ҡунаҡ күрһәтеүҙәр башлана. Әсәйем тарафынан да, атайым тарафынан да уға иғтибар ҙур: береһе ағай тип өҙөлә, икенсеһе ҡайнаға тип өтәләнә. Өҫтәлдән самауыр төшмәй, кистәрен бал балы ултыртыла. Бабайым балыҡ ярата, шуға ла уның был йомшаҡлығын яҡшы белгән атайым көн дә тиерлек бер биҙрә балыҡ алып ҡайта (ул саҡта ау менән балыҡты ауылда бер Мәүлимбирҙе бабай ғына тота торғайны, бөгөнгө һымаҡ бер кем дә йылым менән йөрөмәне, шуға ла ауыл эргәһенән генә аҡҡан Еҙемдә балыҡ күп ине. Атайым эшкә киткәндә Мәүлимбирҙе бабайға балыҡ кәрәк икәнен әйтеп китә, кисен алып ҡайта). Әсәйем йәшелсә

баҡсаһындағы ҡойо эргәһендәге тәпәш өҫтәлдә таҙарта. Бер өлөшөн, бөгөнгө кис һыйын, ҙур табала ҡыҙҙыра, икенсеһен, күберәген, икмәк һала торған оло мейескә ут яға ла, күмерен тартып, суйын сөгөнгә тултырып, төнгөлөккә ултырта. Уныһы – иртәнге ризыҡ. Һөйәктәренә тиклем майҙа ҡурылып бешкән ул балыҡтың тәмлелеге! Бабайым ҡәнәғәт, маҡтай-маҡтай ашай, үҙе ихлас, күңелсәк, шаян.
Үҫә төшөп, уҡырға барғас, бабайым уҡыуым менән ҡыҙыҡһына, ҡайһы предметты яратыуым хаҡында һорай. Юғарыраҡ кластарҙа инде ниндәй китаптар уҡыуымды белешә, яҡшы уҡырға, ваҡытты бушҡа уҙғармаҫҡа, маҡсатлы йәшәргә, художестволы әҙәбиәт менән дуҫ булырға өндәй. Туғыҙ-унынсы кластарҙа мин уның билдәле яҙыусы икәнен белә инем, гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, хикәйәттәрен уҡыйым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәҙисә апай, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәрүә апайҙар йыш ҡына уның хикәйәләре, хикәйәттәре буйынса диктант, инша яҙҙыра, авторы — беҙҙең яҡташ, ошо класташығыҙҙың бабаһы, тип миңә күрһәтә. Бындай саҡтарҙа башым түбә таҡтаһына тейерҙәй булып ғорурланып ултырам...
Өфөләге фатирҙарында китаптарының күплегенә хайран ҡала торғайным. Унда башҡорт, рус, башҡа телдәрҙә туғандаш, донъя әҙәбиәте классиктарының томдары, әҙәби тәнҡит, фольклор, философия буйынса китаптар, сәйәсәт, театр, кино, һынлы сәнғәт, скульптура, рәссамдарҙың альбом-каталогтары, ҡалын-ҡалын энциклопедиялар, һүҙлектәр... Бындай миҡдарҙағы китаптар беҙҙең мәктәп китапханаһында ла булмағандыр.
Китапханаһына бәйле бер ваҡиға, дөрөҫөрәге, минең һорауыма уның яуабы иҫтә. Һигеҙенсе класта уҡығанда булһа кәрәк, атайым менән уларға килдек. Ҡышҡы каникул мәле ине. Ниндәйҙер яңы сыҡҡан әҙәби китапты кәштәнән һурып алып, ҡараштыра башланым. Шул мәл әбейем сәй эсергә саҡырҙы. Мин китапты диванға һалдым да ванна бүлмәһенә ҡул йыуырға йүнәлдем. Бабайым минең арттан: “Китапты урынына ҡуй!” – тине ҡәтғи тауыш менән. Мин йәһәт кенә боролоп әлеге китапты алған еремә тыҡтым. – “Бында алты меңдән ашыу китап, килгән һәр кем алған китаптың урынын бутаһа, мин үҙемә кәрәген нисек табам? Мин уларҙың ҡайһыһы ҡайҙа тороуын ятлап бөткәнмен. Алғанһың икән, урынына ҡуйырға ғәҙәтлән”.
– Һалып ҡына торҙом бит, сәйҙән һуң алыр инем, – тип мөңгөрҙәнем. Ғүмерлек һабаҡ булды ул һүҙҙәр минең өсөн, китапты ғына түгел, ғөмүмән, алған, ҡулланған, тотонған һәр әйберҙе урынына һала барырға өйрәтте...
Икенсе килгәнемдә, нисектер ҡыйыуланып: “Был китаптарҙың барыһын да уҡыныңмы?” – тип һораным. “Үҙемә кәрәген уҡыным”, – тине. “Алты меңдән нисәүһе кәрәк булды инде?” – тип ныҡышам. “Бөтәһе лә”, – тине бабайым. Мин ошоға тиклем дә, аҙаҡ та бындай бай китапхананы бүтән бер кемдә лә күргәнем булманы.
Юғары уҡыу йортонда математика факультетын тамамлаһам да, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныу, бөтә буш ваҡытта художестволы китап уҡыу – уның йоғонтоһолор тип уйлайым – ғүмерлек ғәҙәткә әйләнде. Алты мең үк булмаһа ла, байтаҡ китап йыйылды. Һатып алып уҡый барам, кәштәгә теҙә барам...
Бабайым илле йәшен тултырғас та фажиғәле рәүештә һәләк булып ҡуйғас (юл аша туҡталышҡа сыҡҡанда машина бәреп китә), китапханаһын улы менән ҡыҙы бүлешеп алды. Әйткәндәй, уларға ла китап ене ҡағылғайны – аталарының өлгөһө. Күп өлөшөн үҙҙәре уҡыған мәктәптәргә бүләк иттеләр. Ә бына ҡулъяҙмаларын – архивын үҙемә алдым. Уларҙы яйлап барлап, танышып, төрлө йыйынтыҡтарҙа, альманахтарҙа донъя күргәндәрен бер яҡҡа, сыҡмағандарын бер ерҙә туплап барҙым. Ул бер нисә көндә генә тамамлана торған эш түгел, байтаҡҡа – айҙарға, йылдарға һуҙылды. Хәйер, үҙем дә әллә ни ҡабаланманым. Һөҙөмтәлә бер-бер артлы өс китабын – хикәйәләр, повестар, шиғырҙар, әҙәби тәнҡит мәҡәләләрен нәшер итеп булды. Ваҡыт-ваҡыт ҡалын папкаларҙы, дөйөм дәфтәрҙәрҙе, гәзиттәргә төрөлгән ҡулъяҙмаларҙы аҡтара торғас, яңы әҫәрҙәре лә килеп сыға тора, башланғандары, ташланғандары, герой-персонаждар теҙмәһе, уҡтар менән сыбарланған биттәр (сюжет-композиция ҡоролмаһы, әҫәрҙәрҙең график кәүҙәләнешелер инде) осрай. Шул ваҡытҡа тамамларға тейешмен, эш бара, ҡәнәғәтмен, йәки бармай, оҙаҡ тотона алманым, тигән үкенесле яҙмалар ҙа бар... Шуныһы шатлыҡлы, әҙәби тәнҡит “ҡуҙғалды”: уның дөйөм ижады, донъя күргән әлеге әҫәрҙәре хаҡында матбуғатта мәҡәләләр, рецензиялар, иҫтәлектәр, хәтирәләр, тора-бара күләмле монографиялар яҙыла башланы. Ҡәләм оҫтаһының яңынан тыуыуы ине был, уның әҙәби-ғилми мираҫын яңы күҙлектән барлау, баһалау ине. Үкенескә, һуңлабыраҡ ҡайттыҡ был ижадҡа, үҙе күрә алманы, ғәҙел баһа ишетә алманы...
Бөгөн мин әҙәбиәт һөйөүселәргә бабайымдың ҡулъяҙмалары араһынан табылған хикәйәһен (әҫәр бәлки повесть булараҡ уйланғандыр ҙа) тәҡдим итәм. Ул мин туплап сығарған йыйынтыҡҡа эләкмәне, һуңыраҡ таптым. Уҡып сыҡҡас әҫәрҙе ... тамамланмағандай тойҙом. Герой өйөнән сыға, әммә тәғәйен еренә барып етмәгән, һаман китеп бара һәм уның ҡасан барып етере билдәһеҙ. Үкенескә, ҡулъяҙманың артабанғы биттәрен, күпме эҙләһәм дә, таба алманым. Әллә өлөшләп-өлөшләп ташығанда берәй ерҙә төшөп ҡалған, әллә башҡа ҡағыҙҙары араһына инеп киткән. Икенсе уй ҙа килеп ҡуя башҡа: әҫәрҙе ослап өлгөрмәүе лә бар, яңынан ҡайтыу маҡсатында һалып ҡуйыуы ла ихтимал...
Йәнә шуны өҫтәргә кәрәктер: яҙыусының барлыҡ хикәйә, повестары реаль тормош ваҡиғаларына ҡоролһа, йәғни социалистик реализм методына нигеҙләнһә, был әҫәре бөтөнләй икенсе юҫыҡта. Әҙип ҡулланған алым тип әйтәйемме, форма тип әйтәйемме, бөгөнгө башҡорт прозаһында юҡ, һәр хәлдә күпме уҡып та әлегә тиклем ундайҙы осратҡаным булманы. Ул Франц Кафканың “Замок” һәм “Процесс”, Коба Абэның “Женщина в песках” романдарын хәтерләтә, һәр хәлдә, оҡшашлыҡ бар. Әлбиттә, һүҙ авторҙың яҙыу оҫталығы йәки юғары художество кимәле хаҡында бармай, ә геройҙың йәмғиәттә юғалыуы, ә йәмғиәттең уны аңламауы, тормоштоң абсурдлығы хаҡында. Кеше, тормошта әллә күпме кеше менән аралашып йәшәһә лә, ул барыбер ҙә япа-яңғыҙ, яҡлаусыһыҙ, һаҡлаусыһыҙ һәм, ҙурҙан ҡупҡанда, уның бер кемгә лә кәрәге юҡ. Хәйер, мин алғараҡ киттем, әҫәрҙе уҡыусы үҙе баһалар.
***
– Булалыр, тик бынан урау түгелме икән? – тип яуапланы водитель, Әсләмдең, район үҙәгенә барыр өсөн ошонда төшөргәме, тигән һорауына. – Ошо тирәлә икәнен пассажирҙарҙан ишеткәнем бар инде.
– Уның ҡайҙа икәнен теүәл генә белмәгәс, бынан ураулығын ҡайҙан беләһегеҙ һуң?
Водитель яурындарын һикертте лә, әллә уңайһыҙланып, әллә Әсләмдең һорауына йәне көйөп, ҡарашын ситкә алды. Ҡаҙҙыҡы ише оҙон муйыны буйлап күмәгәйе үтте, яҫы усы менән етеү сәстәрен һыпырҙы.
– Бында ҡалмаһаң, әйҙә, иптәш булып киләһе туҡталышҡа тиклем бар. Кем белә, бәлки унан яҡыныраҡтыр.
– Юҡ, ошонда төшәм, ошонда төшөргә тинеләр, – Әсләм йәнә туҡталыш исемен һораны водителдән, эйе, шул, тип ыңғай яуап алғас, рюкзагын арҡаһына ташланы. – Ошо маршрутта йөрөйһөгөҙ, ә район үҙәгенең ҡайҙа икәнен дә белмәйһегеҙ.
– Мин бит тик ошо маршрутта ғына йөрөйөм, ул яҡҡа сыҡҡаным юҡ.
Әсләм өндәшмәне. Төшһөн, нишләп “водителгә иптәш” булып барырға тейеш һуң әле? Бараһы еренә бөгөн барып етергә тейеш тә. Иртәгә уны район үҙәгендә мөһим эш көтә.
Водитель, ярай, мәйелең, тигәндәй, йәнә яурындарын һикертте, оҙон муйыны буйлап йәнә күмәгәйе күтәрелде һәм артабан һүҙ ҡуйыртып тормай ҡуҙғалып та китте.
Туҡталышта Әсләмдән башҡа берәү ҙә төшмәне. Хәйер, кем төшһөн, һуңғы өсмө, дүртме туҡталышты япа-яңғыҙы ғына килде бит. Водитель автовокзалда уҡ, кеше аҙ, биш-алты пассажир өсөн маршрутҡа сыҡмайым, тип юлға ҡуҙғалмаҫҡа ла ниәтләнгәйне, урта йәштәрҙәге бер уҫал, ирҙәрсә ҡалын тауышлы тәтәй ҡатын менән таяҡҡа таянған телдәр ҡарсыҡ ҡырталашып, билет алғанбыҙ, алып барырға тейешһең, юҡһа начальнигыңа инәбеҙ, тигәс кенә сигенде. Бәлки инәлтеп баһаһын күтәрергә генә теләгәндер. Ә теге ике бисә әллә ни алыҫ китмәне, бер нисә туҡталыштан һуң төшөп тә ҡалды. Был яҡҡараҡ килһәләр, Әсләм район үҙәгенә алып барған юлды, әлбиттә, уларҙан һорашыр ине. Төшкәстәре һорамағанына үкенде лә бит, тик һуң ине. Моғайын да, ауылдаштарылыр, әммә Әсләм уларҙы танымай. Күрше ауылдыҡылар булыуы ла ихтимал.
Туҡталышта кеше юҡ. Аптыраны Әсләм. Ярай, унан башҡа төшөп ҡалыусы булманы, ти, ә теге яҡҡа ултырып китеүсе лә юҡ бит. Белеүенсә, автобус ары киткән һайын ауылдар йышая, унан ҡалалар башлана, кешеләрҙең дә барып-ҡайтыу-йөрөүҙәре артырға тейеш. Ә юҡ...
Өс яғы бетон коробка-ҡоролманың эсе бысраҡ, һейеп, хатта оло ярау яһап, стеналарына оятһыҙ һүҙҙәр яҙып, шәрә ҡатын-ҡыҙ һындары төшөрөп бөткәндәр. Ул һындар ҙа кеше анатомияһын бөтөнләй боҙоп, дөрөҫөрәге, белмәй, үтә примитив һәм тупаҫ яһалған. Башланғыс синыф балаһы ла шулай төшөрмәҫ. Хәйер, йәштәре оло булһа ла аңдары шул башланғыс синыфтан ары китмәгәндер инде. Һыйыр, аттар ҙа кергән – тиҙәктәре өйөлөшөп ята. Ямғыр, ҡар яуһа, ел, буран булһа нисек кереп ышыҡланалар икән һуң был хәшәрәткә, тип аптыраны Әсләм. Нишләйһең, беҙҙең ысынбарлыҡ шулай инде, тип уйланы йәнә, үҙешмәкәр рәссамдарҙың ижад өлгөләрен күҙҙән үткәргәс. Ҡайҙалыр, нимәлер яҙырға, төшөрөргә беҙҙең ҡул ҡысып ҡына тора, һәр ерҙә үҙебеҙҙең барлыҡты теркәп китергә өйрәнгәнбеҙ. Уның башҡаларға кәрәкме, юҡмы, уның яҡшымы, насармы икәнен уйлау юҡ.
Ҡағыҙҙар ҙа йәбештерелгән ҡоролма стенаһына. Һыҙылып, мөйөштәре йыртылып, яндырылып бөткән төрлө ҙурлыҡтағы ул ҡағыҙҙарҙың йөкмәткеһе: һыйыр, башмаҡ, ат, тай юғалған, шуларҙы табырға ярҙам һорайҙар, малдарының йәшен, төҫөн, башҡа билдәләрен, ауылдар исемен, үҙҙәренең исем-фамилияларын яҙғандар. Йәштәр бер-береһенә сәләм ҡалдыра, үҙенең ауылға шул көндә ҡайтасағын белдерә, ир-ат исемдәре менән ҡатын-ҡыҙ исемдәре араһына ҡушыу билдәләре ҡуйылып тигеҙ була мөхәббәт тигән яҙыуҙар ҙа әллә күпме. Һәм уларҙың һәр ҡайһыһына һыу буйы аңлатма, шарж, һүрәт-һындар...
Ҡарай-тикшерә торғас Әсләмдең күҙе бер иғланға туҡталды. Ул хатта иғлан да, белдереү ҙә түгел, ә судҡа саҡырыу ине. Шунса йылдың шунса айы, шунса көнөндә (Әсләм уҡыуҙан туҡтап бөгөнгө числоны иҫенә төшөрҙө лә судтың бынан ай элек үк үткәнен иҫәпләп сығарҙы), район үҙәгендә суд буласағы һәм Әсләмдең (фамилияһы, исеме, атаһының исеме, ауылы исеме, урамы, йорт һаны тулыһынса бар) ошо судҡа саҡырылыуы, килмәй ҡалһа, суд ултырышы унһыҙ ғына үтәсәге хаҡында яҙылғайны. Аптырау ғына түгел, иҫе китте Әсләмдең, тамағы кибеп, быуындары хәлһеҙләнде хатта. Ай элек үк саҡырғандар, ә ул саҡ китеп бара. Алманы ул бер ниндәй ҙә ҡағыҙ. Юлда юғалдымы, әллә почтала ятамы икән ни повесткалары? Әллә алып, әсәһе йәшереп ҡуйҙымы? Улай тиһәң, бар, белешеп ҡайт, нишләп һаман саҡыртмайҙар, теге хәлгә байтаҡ ваҡыт үтте, һинһеҙ генә һине ғәйепләп ҡуймаһындар, тип үҙе ебәрҙе. Ә ниңә бында элгәндәр? Аңлауынса, повестканы бит килтереп ҡулына тотторорға ла, тапшырыуҙары тураһында ҡултамғаһын алырға тейештәр ине. Телефоны ла бар – һис юғы шылтыратырға мөмкин. Нишләргә? Кире боролорғамы? Ай элек үткән судҡа нимә тип китеп бара инде? Суд ҡарары сыҡты, һуңланығыҙ, йөрөмәгеҙ, тип кенә әйтәсәктәр. Юҡ, бер сыҡҡас барып етергә, инергә, асыҡларға, повестканы алмауы хаҡында белдерергә кәрәктер. Юҡһа, килмәне, күренмәне, саҡырыуҙы инҡар итте, тип ғәйепләүҙәре ихтимал. Иртәме, һуңмы барыбер саҡырасаҡтар, унан йәнә юлға сығырға тура киләсәк. Эйе, бында еткәс кире боролоп булмай инде.
Әсләм ҡағыҙҙы һаҡ ҡына ҡуптарып алып түш кеҫәһенә тыҡты ла, бетон ҡоролманың артына сыҡты. Тапалып ятҡан юл юҡ, һирәк-һаяҡ үткән һуҡмаҡ ҡына төҫмөрләнә. Әллә мал йөрөгән, әллә кеше аяғы. Тәрән көрһөндө, тирә-яғына ҡараш йүгертеп үҙен оҙон юлға әҙерләне, баш осондағы ҡояшҡа ҡарап алды, рюкзагының ҡайышын нығыраҡ ҡыҫты. Яҡты күҙҙә барып етергә тейеш, әсәһенең әйтеүенсә, ун – ун ике саҡрым ара инде. Ауылда етенсеме, һигеҙенсеме класта уҡыған саҡта бер генә барғайны район үҙәгенә. Хәрби комиссариатҡа, медицина тикшереүенә. Унда ла мәктәпме, әллә колхозмы автобусына тейәп йөрөтөп алып ҡайттылар. Шунан бирле барғаны юҡ. Нисектер тура килмәне. Армияла йөрөп ҡайтты, уҡырға керҙе, ә бына район үҙәгенә башҡаса бер ҙә барырға форсат сыҡманы. Бына нисә йылдан һуң саҡ китеп барыуы. Был юлы бөтөнләй икенсе маҡсат менән.
Атлай торғас йәнә бер уй башына килә Әсләмдең. Туҡталышта, ғәҙәттә, ауыл була, дөрөҫөрәге, ауыл эргәһенә яһайҙар туҡталышты. Унда йәшәгән халыҡ юлға сығып, үҙенә кәрәк тарафҡа юлланыр, барған еренән ауылына әйләнеп ҡайтыу өсөн. Ә бында ауыл юҡ, һәр хәлдә Әсләм һаман күрмәй. Алда төҫмөрләнгән урман артында йәки эсендә генә булмаһа. Кеше көн итмәгән ергә туҡталыш ҡороп ҡуйғандар булып сыға түгелме? Улай тиһәң, был яҙыу-һыҙыуҙар ҡайҙан? Уларҙы кем йәбештергән? Йәштәрҙең бетон будка эсенә кереп теләһә нәмә яҙып, төрлө һүрәттәр төшөрөүен нисек аңларға? Яҡын-тирәлә ауыл булмағас уларҙы кем ҡалдырған? Әсләмгә тәғәйенләнгән иғлан-саҡырыуҙы ла кемдер килтереп элгән бит район үҙәгендә урынлашҡан суд бинаһынан. Тик кем? Суд хеҙмәткәре түгел бит инде. Улар халҡы бындай түбәнлеккә төшә буламы? Тимәк, ауыл бар, мал-тыуар эҙе лә булғас, ул йыраҡ түгел – мал ауылдан йыраҡ китмәй.
Һуҡмаҡ буйындағы ялан тиҙҙән бөттө лә ваҡ ҡыуаҡлыҡтар, үләне ап-аруҡ ҡуйы һәм бейек булып үҫеп өлгөргән ерҙәр китте. Бер аҙҙан берәм-һәрәм булһа ла ҡайын, ваҡ имән, шыршынан торған ҡатнаш ағаслыҡ башланды. Әммә ул оҙаҡламай тығыҙ ағаслы ысын урманға килеп терәлде.
Тәүҙә дәртле генә атлаған Әсләм яйлап арый башланы. Хәйер, ул физик арыу ҙа түгелдер, ә тәүге эмоциональ күтәренкелектең һүнә барыуылыр, судҡа һуңлауынан тыуған күңел төшөнкөлөгөлөр. Өр-яңы туфлиҙар кейгәйне, йәнәһе, тегендә матур күренә, аяҡтарын, бигерәк тә һул аяғының сыңарсай бармағын ҡыҫа, өйкәй башланы, етмәһә. Бәләкәйерәкте алған, ахыры. Был юлға аяҡтары күнеккән иҫкерәк нәмә кейһә булған да бит. Әйтәйек, кеды йәки сандалый. Асфальттан атламаҫын, урман юлынан барасағын белә ине. Юҡ, башы эшләмәне, еңел уйланы. Әсәһе лә өндәшмәне. Ул да, күркәм йөрөһөн, тип уйлағандыр. Сөнки гел генә, ағас күрке япраҡ, әҙәм күрке сепрәк, тип ҡабатларға ярата һәм бәләкәйҙән Әсләмдең бөхтә йөрөүен талап итте, әле лә талап итә.
Аяҡтары аҫтында – кипкән ағас ботаҡтары, ер өҫтөнә сығып ятҡан йыуан тамырҙар. Етмәһә, атлаған һайын урман ҡуйыра, ағастар бейегәйә, яҡтылыҡ һүрәнәйә бара. Юлы ла бер юғала, бер төҫмөрләнә, унан барған һуҡмағынан ике яҡҡа беленер-беленмәҫ ваҡ һуҡмаҡтар айырылып сығып аптырата. Әсләм уларҙың нығыраҡ тапалғанын, ҡырҡа боролош яһамай турараҡ барғанын юғалтмаҫҡа тырыша. Оҙон юл тик тура ғына һуҙылырға тейеш, ул киҫкен боролошло була алмай. Ҡаршыһына кеше осрамауы, һыбай йәки арбалыларҙың йөрөмәүе лә ғәжәп. Ауылдар араһында ғәҙәттә кеше йөрөп ята торғайны ла. Район үҙәгенә китә торған юлда хәрәкәт булырға тейештер бит. Һәм был, дөрөҫ бараммы икән һуң, тигән ҙур шик уята Әсләм күңелендә. Был шик тау башынан ысҡынған ҡар өйөмөнөң аҫҡа тәгәрәгән һайын ҙурая барғаны һымаҡ, арта бара, арта бара.
Ниһайәт, байтаҡ атлағас, балта туҡылдауы, бензин бысҡыһы шыжлауы, уфылдап-илап оҙон ағас ҡолауы тауыштары ишетелде. Ағас ҡырҡалар, тимәк, кешеләр бар. Әсләмдең эсенә йылы инде, тимәк, һорай, белешә ала район үҙәгенә илтер юлды. Һәм ул туфлиҙары ҡыҫҡанлығын да онотоп, аҙымдарын ҡыҙыулатты.
Ағастар кинәт бөттө. Өйҙә ҡорғанды асҡан һымаҡ тирә-яҡ ҡапыл яҡтырып китте. Ҡояш байымаған, ярайһы уҡ бейектә ине әле. Биш-алты кеше йылдам хәрәкәтләнеп ағас эше менән мәшғүл. Берәүһе бензин бысҡыһы менән йыға, икенсеһе йығылғанды ботай, өсөнсөһө үлсәп, кәрәкле оҙонлоҡта турап йөрөй, дүртенсеһе ат менән бер урынға һөйрәттерә. Арыраҡ, юлдан эстәрәк, тейәгестәре, машиналары ултыра, шунда уҡ усаҡ яна, йыуан төпһәләрҙә ҡашығаяҡ, сәйнүк, ҡоромға батҡан биҙрәләре, ботаҡҡа эленгән рюкзак-төйөнсөктәре, кейем-һалымдары күренә.
Әсләм һуҡмаҡҡа яҡыныраҡ йөрөгән тәүге егет янына барҙы. Ул биленә тиклем сисенгән, йылтырап торған тәнендә һелтәнгән ыңғайға төйөмлө мускулдары уйнай, йоҡа триконан ғына, башында – шыйыҡ һыйыр иҙмәһенә оҡшап кәпәсе йәйелеп ята. Яшыҡ бит-йөҙөн шырт һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, ҡалын ҡаштары керпектәренә тиклем һәлберәп төшкән. Аяҡтарында ҡыҫҡа ҡуңыслы кирза итектәр, тимәк, армияла десантник булып хеҙмәт иткән, ҡулдарында аҡ бирсәткәләр.
– Һаумыһығыҙ! – Әсләм егеттең янына барып баҫты. Әммә егет уны ишетмәне лә, күрмәне лә, ахыры, әйләнеп тә ҡараманы, һаман һелтәнеүен белде. Аптырап икенсегә өндәште Әсләм, китеп барған район үҙәгенең исемен дә атап, дөрөҫ бараммы шунда, тип тә өҫтәне. Был юлы ла яуап бирмәне урмансы. Тамам ғәжәпкә ҡалған Әсләм тапанды-тапанды ла, тегенең янынан китергә мәжбүр булды – күргеһе, ишеткеһе килмәгән кеше янында әрһеҙләнеп нисек баҫып тораһың? Ишетмәйҙер тиһәң, ҡолағы бар, күрмәйҙер тиһәң, күҙҙәре бар.
Икенсе эшсе янына туҡтаны ла иҫәнләшеп, йәнә юл тотҡан ауылдың исемен атап, дөрөҫ бараммы, тип һораны. Тәүгеһенән олораҡ күренгәс, быныһы ҡабырғаһын ҡуймаҫ, аңлатыр, өйрәтер, тип өмөтләнгәйне лә, өмөтө аҡланманы, илтифат күрһәтмәне быныһы ла. Терәлеп тигәндәй янында баҫып торған Әсләмгә ул күтәрелеп тә ҡараманы, хатта, ҡамасаулама, һинең ҡайғың юҡ, күрәһең бит, эштәмен, тигән ҡиәфәттә, күҙенә кереп йонсотҡан себенде ҡыуған ише ҡул һелтәне лә, янынан китеп үк барҙы. Бына һиңә мә! Был ни хәл? Нишләп был урмансылар һуҡыр ҙа, һаңғырау ҙа һуң? Етәкселәре бер кем менән дә һөйләшмәҫкә, аралашмаҫҡа ҡушҡанмы? Законһыҙ ағас йығыусылармы әллә? Һы-ы, кеше осрауына ниндәй шатланып килде, бушҡа булды, юлы сәйер, хатта уңышһыҙ башланды, хәйерлегә булһын.
Байтаҡ баҫып торҙо Әсләм урман ҡырҡыусыларҙың ҡылыҡтарын аңлай алмай. Аңларлыҡ түгел ине уларҙың тәртибе, әҙәмсә түгел ине. Нишләһен, юлын дауам итергә мәжбүр булды – тороуҙан фәтүә юҡ, ҡояш байымаҫ элек ыратырға ла, район үҙәгендә йәшәүсе апаһына – әсәһенең бер туған һеңлеһе – барып етергә кәрәк. Иртәгә иртәнсәк суд бинаһын эҙләп табыр һәм, барыһын да асыҡлап, ҡайтыу яғына боролор.
Тиҙҙән асыҡлыҡ бөттө, йәнә ҡара урман башланды, беленер-беленмәҫ тар һуҡмаҡҡа ҡараңғылыҡ ятты. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп яй ғына атлай торғас ер өҫтөнә быуар йыландай сығып ятҡан йыуан ағас тамырҙарына эләгеп йығылып тубығын, ҡулдарын ауырттырҙы. Һул аяғын өйкәүенә түҙә алмай туфлиҙарын систе: бармағының тиреһе һыҙырылып ҡанға туҙғайны. Был килеш артабан атларлыҡ түгел. Әсләм аяҡ кейемен ҡулына тотоп алды. Әммә оҙаҡ бара алманы, йәнә әлеге тамырҙарға аяғын бәрҙе.
Яйлап урман эсе тамам ҡараңғылыҡҡа сумды. Шуға ла артабан атлауҙан мәғәнә юҡ – беленер-беленмәҫ һуҡмаҡ ишаратынан ситкә сығып аҙашыуың ихтимал. Әсләм бер йыуан ҡарағай төбөнә сүгәләне. Йәйге төн ҡыҫҡа, нисек тә таң аттырыр әле. Һәрмәнеп юл япрағы эҙләне, әллә шуны, әллә шуға оҡшаш башҡа йәйенке япраҡты йолҡто ла һул аяғының бармағына урап, носкийын кейҙе. Рюкзагынан май һыланған икмәк телеме, ит киҫәге, һөтлө сәй алып ризыҡланды. Ярай ҙа шуларҙы алырға башы еткән. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙенең башы етмәҫ ине, юл хәлен белеп булмай, һалайым әле шуларҙы, тип әсәһе көсләп тигәндәй биштәренә тыҡты. Һәм бына кәрәкте лә. Әсләм арҡаһын ағасҡа терәп күҙҙәрен йомдо. Һәм юлға сығыуына беренсе тапҡыр үкенде.
Күк күкрәүенә тертләп уянды. Быҫҡаҡлап ваҡ ямғыр яуа. Бер мәлгә ҡайҙалығын аңлай алмай ултырҙы. Өшөгән. Өҫ-башы лысма һыу. Хәйер, йоҡламағандыр ҙа,
арығанлыҡтан ойоп ҡына ултырғандыр. Ҡулдары, бите буйлап ҡырмыҫҡалар, әллә ниндәй бөжәктәр йөрөй, тешләй, салбары, күлдәге эсенә тулғандар. Әсләм һикереп тороп баҫты ла битен, муйын, елкәһен, күлдәгенең һәҙәптәрен ысҡындырып эсендә, арҡаһында йөрөгән хәшәрәттәрҙе һыпырҙы. Урман эсе дөм-ҡараңғы, шомло, ағас баштары һелкенгән, ҡоро ботаҡтарҙың һынып ергә төшкәне, төнгө ҡоштарҙың осоуы, ниндәйҙер йән эйәләренең япраҡ араларында йөрөүе ишетелә. Ай, юҡҡа сыҡты хәйерһеҙ юлға, былай төнгә ҡалырын, урманда төн сығырын белһә һис ҡуҙғалмаҫ ине. Әйтте әсәһе, кискә ҡарай сыҡмайһыңмы әллә, барып етә алмаҫһың, иртәгә иртүк ҡуҙғалырһың, тине. Ҡәтғи әйтмәне, кәңәш рәүешендә әйтте, әммә Әсләмгә әсәһе һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк булған. Юҡ, ҡараңғы төшкәнсе барып етәм, әллә ни йыраҡ түгел дә, тип үҙһүҙләнде. Олоно тыңламаған, оролған дә бәрелгән, тигәндәре тап шул булалыр. Оролоп-бәрелеп йөрө инде бына. Еттең ти! Ултыр инде бына хәҙер дөм ҡараңғы урман эсендә күшегеп. Плащ һымаҡ нәмә лә алмаған. Өҫтөндә йәйге йоҡа куртка ла, ҡыҫҡа еңле күлдәк. Бараһы еренә нисә саҡрым ҡалғанын да, күпме ара атлағанын да белмәй.
Уяулы-йоҡоло ултырғанында, әллә өҫтөнән ямғыр яуып торғанға инде, һыуға бәйле бер төш күрҙе. Имеш, Еҙемдә йылым менән балыҡ тоталар. Әсләм балыҡсы түгел, ул – балыҡ, тик кеше ҡиәфәтендәге балыҡ. Береһенән-береһе таҙараҡ бер нисә ир, яр башында тегеләй-былай йүгергеләп аҡыра-баҡыра күрһәтмә биреүсе берәүҙең бойороғона буйһоноп, ифрат оҙон һәм бейек йылымды ярға тарта. Йылым ҡамауында – ҙур балыҡ көтөүе. Эрерәктәре, сосораҡтары йылым өҫтөнән һикереп ҡаса, аңыштары, вағыраҡтары аҡ ҡалҡыуыстарҙан өркөп һикерә алмай, тегеләй һуғылып, былай һуғылып йылым тартылған ыңғайға яйлап ярға эркелә бирә. Әсләм дә бер нисә тапҡыр өҫкә һикереп ҡараны, әммә ауыр кәүҙәһен һыуҙан айыра алмай кире ҡолап төштө. Йылым аша һикереүҙән тыш ҡайһылыр урында кескәй тишек шәйләп байтаҡ балыҡ, бында инде вағыраҡтары, шунан сығып ҡаса, эрерәктәре һыймай, унан килеп ниңәлер өркә лә. Ләкин йыуан кешеләрҙең береһе, тишекте шәйләп, әлеге йыртыҡты ике яҡлап тартып бәйләне. Балыҡтар араһында паника ҡупты, йылым буйлап эркелешеп йөрөй башланы, һөҙөмтәлә күбеһе йылым тоғона эләкте, илауҙар, һыҡрауҙар китте, ҡарғауҙар яңғыраны. Аңралыҡ көслө ине шул араларында, һикергән саҡта бер-береһенә ҡамасаулау, тишектән сыҡҡан саҡта бер-береһенең ҡойроғонан тешләп эскә тартыуҙар, тәүҙә мин, юҡ мин, тип талашыуҙар күп ине. Етәкселек итеү юҡ ине, аҡыллы етәксе булманы араларында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шуға ла оло бер көтөү балыҡ, ҡамалып, һаман ярға яҡынлашты.
Әсләм-балыҡ һыу тамам һайығып ҡырсынлы яр яҡынайғас йәнасыҡҡа йәнә бер һикерҙе, бәлки өмөтөн өҙөп һуңғы тапҡырҙыр, бейеккә осто, йылымдың теге яғына, иреккә сыҡтым инде, тип шатланып уйлап та өлгөрмәне, йылым артынан атлаған йыуан бәндәнең йөҙөнә килеп бәрелде лә, дөрөҫөрәге, теге Әсләмде маңлайы менән эскә һирпеп ебәрҙе. Әсләм шап итеп кире йылым эсенә ҡоланы. Ошо бәрелгән арала ул уның һимеҙ йөҙөн, эскә ултыртылған ас ҡыҫыҡ күҙҙәрен, сәсе ҡырылып алынған йылтыр башын шәйләп өлгөрҙө... Бөттөм, эләктем, был мине айғолаҡтан эләктерҙе тигәндә уянып китте...
...Япраҡ араларынан һарҡҡан һүрән яҡтылыҡ, урман эсендәге ҡараңғылыҡты яйлап шыйыҡлатты, төнө буйы яуған ямғыр ҙа, ниһайәт, туҡтағандай итте. Әсләм ауыр итеп ҡалҡынды, бар быуындары ла һыҙлаған һәм таралырға әҙер кәүҙәһен саҡ ҡуҙғатып бер нисә аҙым яһаны, лысма һыу кейемен сисеп һығырғамы икән әллә, тип берауыҡ уйланып торҙо, унан мәғәнәһе булмаҫ, атлағанда тәндә кибер әле, тип юлын дауам итергә ҡарар итте.
Ауылға еткәндә тамам яҡтырғайны. Ярышып әтәстәр ҡысҡыра, һыйырҙар баҡырыша, быҙауҙар өзөлдәй, һарыҡ-кәзә мөзөлдәй. Ара-тирә көтөүсенең ҡәнәғәтһеҙ тауышы ишетелеп ҡала. Йоҡоларынан уянып етмәгән кешеләр яй хәрәкәтләнеп малын ауыл осона ҡыуа. Килеп еттем шикелле, тип ҡыуанды Әсләм, иртәнге ауыл тормошон күргәс. Ауыл ярайһы ғына ҙурҙыр, ахыры, район үҙәге шулай булырға тейештер ҙә, бер нисә урамлы, бейек, бөхтә итеп һалынған йорттар байтаҡ. Төн үткәргән еренән әллә ни алыҫ та булмаған, йәнә бер ынтылһа, кисә кистән килеп еткән дә булған икән. Кем белгән былай яҡын икәнен?
Йыйылған малды баҫыу яғына ебәрмәй ҡамап тотҡан көтөүсе янына килде лә иҫәнләште, был район үҙәгеме, тип һораны. Ҡарт ағас олоно кеүек суғырмаҡлы йөҙлө, башына тар тирәсле керле эшләпә, өҫтөндәге төҫһөҙ халаттымы, плащтымы яҫы һалдат ҡайышы менән быуған. Резина калуштар кейгән оло ғына йәштәрҙәге көтөүсе битараф ҡарашын яй ғына шыуҙырып Әсләмде башынан аяғынаса һынсыл ҡарап сыҡты. Ҡырыҫ йөҙөнә сикһеҙ аптырау ғәләмәте ятты, әйтерһең дә, негрҙы йәки сит планетанан килеп төшкән йән эйәһен күрә. Көттөрөп кенә баш сайҡаны ла Әсләмгә артын борҙо.
– Нисек? Ниндәй ауыл һуң? Исеме? – саҡ әйләндереп һорай алды ғәжәпләнгән Әсләм.
Көтөүсе ауыҙ эсенән генә нимәлер мөгөрҙәне, әллә ауыл исемен атаны, әллә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе, Әсләм төшөнмәне.
– Йыраҡмы? Нисә саҡрым?
– Ат юлы менән ун ғына булыр. Кәзә һуҡмағынан атлаһаң яҡыныраҡ инде. Алты-ете самаһы.
Саҡрымдар һанынан бигерәк Әсләмде көтөүсенең һөйләшеүе ҡыуандырҙы, юҡһа, кисәге ике урмансы һымаҡ был да өндәшмәһә харап ҡына итә инде, тип ҡурҡа ине. Ул ғына араны атлар, көн саҡ башланып тора. Бәлки кәзә һуҡмағын да табыр. Иң мөһиме, барыр йүнәлеше төҫмөрләнде.
– Миңә автобус туҡталышынан район үҙәгенә ун ике саҡрым тигәйнеләр. Кисәнән бирле шул араны өс мәртәбә атлағанымдыр, ә һеҙ йәнә ун тип тораһығыҙ.
– Ниндәй туҡталыш? Был тирәлә бер ниндәй ҙә туҡталыш юҡ. Һин һораған район үҙәгенә шул сама, – көтөүсе тауышында йәнә ҡәнәғәтһеҙлек сыңланы. Үҙенә ҡаршы әйткәнде яратмағаны күренеп тора ине. Бәлки йоҡоһо ла бөтмәгәндер, кисә ныҡ ҡына төшөргәнгә лә оҡшай – йөҙө шеш. Мал менән йөрөп үҙе лә малға әйләнеп бөткән, күрәһең. Ул ҡулын ҡарайып, шуға ла шомло булып күренгән урман яғына һелтәне лә урынынан ҡуҙғалды һәм һайт-һайтлап байтаҡ йыйылған мал-тыуарҙы ҡыуа ла башланы. Шунан ҡапыл туҡтаны ла: – Һин тилберерәк атла, әтеү өлгөрмәүең бар. Эй, былай ҙа һуңланың инде, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
– Нимәгә һуңланым?
– Бәй, районға тиһең дә? Судҡа китеп бараһың түгелме ни?
– Эйе..
– Шулай булғас...
– Ә һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ? – Әсләм аптырауының сиге юҡ ине.
– Был донъяла, егет кеше, һәр кем ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен белеп тора. Бөтә айырма шунда: берәүҙәр был хаҡта һөйләй, икенселәр белһә лә өндәшмәй, – көтөүсе мыҫҡыллы ғына йылмайҙы, йәнәһе, көтөүсе генә булһам да донъялағы серҙәргә мин дә хәбәрҙармын. – Әммә һин үҙеңдекен иҫбатлай алмаясаҡһың. Ҡара көстәр берҙәм, ә ғәҙеллек тарҡау. Ғәҙеллек юҡ ул, ул барҙыр, ләкин түрә-ҡара, аҡсалы бәндәләр уны тыуыу менән йотоп тора. Ай, хаҡлыҡҡа юлың алыҫ, егет кеше, – көтөүсе һүрән генә йылмайҙы ла һайт-һайтлап көтөүе артынан ҡуҙғалды.
Әсләм ергә ҡаҙаҡланған бағана кеүек ҡатты ла ҡалды. Ҡайҙан белә икән һуң был ҡартлас: радио йәки телевизор аша хәбәр иткәндәрме, әллә эҙләүҙәре тураһында иғлан биргәндәрме? Унан шул тиклем дә ҙур яңғыраш алған эшме ни инде? Алдан берәйһе хәбәр иткәндер тиһә, уны юлда уҙыусы булманы. Ул ғына түгел, бөтә донъя хәбәрҙар, ти ҙәһә. Туҡталыштағы ҡағыҙҙы уҡығандыр, тиһәң? Хәйер, ул туҡталыш ҡайҙа ҡалды, Әсләм үткән урман юлы аша көтөүсе шул яҡҡа барып йөрөй буламы? Улай тиһәң, бетон ҡоролма эсе мал-тыуар тиҙәге менән туп-тулы ине. Берәйһе генә килеп әйтмәһә. Уныһы ла бик икеле. Минең судҡа барырға тейешлегем кемгә кәрәк тә, кемгә ҡыҙыҡ? Һәр кем үҙенең донъяһында ғына көн иткәндә, кемдеңдер ҡайҙалыр китеп барыуы бер кемгә лә хәжәт түгел.
Көтөү баҡырыша-баҡырыша ауыл осона китте, малдарын алып килгән бала-саға, әбей-һәбей, ҡатын-ҡыҙ яйлап таралышты. Нишләргә, көтөүсе күрһәткән тарафҡа ҡуҙғалырғамы, әллә кире боролорғамы, тип йәнә икеләнеп торҙо Әсләм. Унан иртәнге ысыҡтан лыс һыу салбар балаҡтарына, йүкә ағасының нәҙек ботаҡтары менән уратып бәйләгән туфлиҙарына ҡараны ла үҙен бер меҫкен итеп тойҙо. Бөгөн бит-йөҙөн йыумаған да хатта. Ә бармағы һыҙлай, һыҙлай ғына түгел, бөтә аяғы зәңкей хәҙер. Тиреһе һыҙырылып сей ите ҡыҙарып тора. Ҡулъяулығын да бәйләп ҡараны, еңеллек килмәне барыбер. Шешеп ҡуймаһа ярар ине лә. Көтөүсе район үҙәгенә кәзә һуҡмағынан алты-ете саҡрым тиһә лә, йырағыраҡ булыуы ла ихтимал – Әсләм хәҙер был яҡтағы саҡрымдарға һис ышанмай. Үлсәү берәмектәре бөтөнләй икенсе. Автобустан төшкәс тә күпме атланы, ун уҡ булмаһа ла әлеге алты-ете генә йыйылғандыр, ә был көтөүсе шул сама тип тора. Кемгә ышанырға?
Ауылдың икенсе осона сығып еткәнсе, көтөүсе әйткән кәзә һуҡмағын урамда осрағандарҙан һорай-белешә атлаһа ла, барыбер ҙә теүәл белеүсе булманы. Берәүҙәр, шул тирәлә инде, тип урман яғына иҙәне, икенселәр, ат юлынан башҡа юл юҡ ул, тип иҫбатланы, өсөнсөләр, тәүгә ишетәмсе, тип яурын йыйырҙы, дүртенселәр бөтөнләй өндәшмәне, хатта туҡтаманы ла. Белмәүҙәренә иҫе китә Әсләмдең, ышанмай, иҫәрҙер былар, бөгөн, егерме беренсе быуат башында, шундай кешеләр ҙә булыр икән, тип аптырай. Әйтерһең дә, урыҫ староверҙары һымаҡ ил сигендәге тайгала йәшәп яталар. Уның ҡайҙа китеп барыуын ошо ауыл көтөүсеһе лә белгәс, былар ҙа беләлер, шуға һөйләшкеләре килмәй, тип тә уйлай. Ә күрше ауылды, үҙҙәренең район үҙәген, нисек белмәҫкә мөмкин икән һуң? Бынау заманда бер ҡайҙа сыҡмай, йөрөмәй, ҡыҙыҡһынмай, хәбәрҙар булмай үҙ ауылдарында ғына бикләнеп йәшәргә буламы икән ни?
Алты-ете саҡрым тиһә лә, ғәжәп, ара көтөүсе әйткәндән яҡыныраҡ булып сыҡты. Әммә ул иртәрәк шатланған: ауылға ингәс тәүге осраған кеше – әбейҙән ауылдың исемен белешкәйне, юҡсы, нишләп улай булһын, беҙҙең ауыл шулай тип аталасы, тип бөтөнләй икенсе атаманы әйтте ҡуйҙы! Саҡ йығылып китмәне Әсләм. Ниһайәт, килеп еттем, тип нисек шатланғайны! Ә шул район үҙәге ҡайҙа һуң, бынан йыраҡмы, тигәнгә, бәй, белмәйемсе, тәүгегә ишетәм, был тирәлә ундай үҙәк юҡ, беҙҙең икенсе район, тип һалмаһынмы! Мөғжизә, тек мөғжизә. Ниңә, ул исемдәге ауыл бөтөнләй юҡмы әллә? Һәм ул бушҡа эҙләп йөрөй булып сығамы?
Артабан нишләргә икән һуң, район үҙәген эҙләп һаман барырғамы, әллә кире боролорғамы? Эҙләһәң, табылырына бер ышаныс юҡ, ҡайҙа барып төртөлһәң дә белмәйемдән һалдырасаҡтар, кирегә боролһаң – юлды хәтерләмәй, аҙашасаҡ. Шунан йөрө ҡара урмандан сыға алмай.
Ҡапыл ҡайҙандыр бер йәш егет пәйҙә булды ла иҫәнләшеп тә тормай:
– Эй, тартырға бир әле! – тип өндәште.
– Тартмайым, – тип яуапланы Әсләм, көлөмһөрәп. – Һиңә лә шуны теләйем.
– Миңә һинең теләгең кәрәкмәй, миңә тәмәке кәрәк, – тине егет дорфа ғына. Унан ҡулдарын кеҫәһенә тығып бөршәйҙе. – Тартҡы килә, баш та сатнай. Тәмәкең юҡ икән, давай яртылыҡ аҡса бир. Кисә артығыраҡ тейәлгән, срошны төҙәтер кәрәк.
– Тек һиңә тәмәке кәрәкме, әллә яртылыҡ аҡсамы?
– Икеһе лә.Тәмәкең юҡ, уныһын әйттең, давай, аҡса. Уныһы бар.
Әсләм уйға ҡалды. Әлбиттә, аҡсаһы бар, юлға аҡсаһыҙ сығамы кеше, тик бынау оятһыҙ бәндәгә нишләп бирергә тейеш һуң әле?
– Ниңә өндәшмәйһең? Аҡсаң юҡмы әллә? Воопще, һин кем ул? Бер ҙә беҙҙең яҡ кешеһенә оҡшамағанһың, – егет ишараты ҡулдарын кеҫәһенән сығарҙы, күҙҙәрендә асыу шәйләнде. – Аҡса, тим! Ниңә аңшайҙың? Йәһәт бул! Юҡһа, иптәштәрҙе саҡырам. Бер һыҙғырыуым етә. Улар минең һымаҡ һорап тормаясаҡ, аҡыртып талап аласаҡ.
Егет шаярмай ине. Бәләһенән баш аяҡ, тип уйланы ла Әсләм, салбар кеҫәһенән ике йөҙ һумды сығарып, һондо. Егет рәхмәт тә әйтмәй дуға кеүек кәкре аяҡтары менән өйрәк ише алпан-толпан баҫып китеп тә барҙы.
Әсләм бараһы ерен ҡарай-ҡарай килә ине, ауыл осона ла килеп сыҡты. Теүәл генә береһе лә әйтә алманы район үҙәгенең ҡайһы тарафта икәнен. Ғәжәп ине ауыл халҡының уны белмәүе. Ошо район биләмәһендә йәшәйҙәр, ә үҙәкте әйтә алмайҙар. Йомош-фәләнгә юлдары төшмәйме икән ни? Әйтәйек, магазин, справка, туған-тыумаса. Автобус бәйләнеше лә тойолмай, кеше лә осрамай. Үҙ өйөңдән сыҡмай, кеше менән аралашмай көн ит инде ошо заманда...
Арба юлынан атлап ташландыҡ ырҙынға еткәйне, туҡта, эй, туҡта, тип һөрәнләгән тауыштар ишетеп артына боролдо. Боролғайны, өс егеттең кемуҙарҙан үҙенә ҡарай йүгереүен күрҙе. Ҡул болғайҙар, һөрлөгөп йығылып та китәләр, ҡалҡынып йәнә йүгерәләр. Аҡса алған егеттең этлеге. Тимәк, барыбер ҙә өлкәнерәк иптәштәрен ҡотортоп ебәргән! Әсләм аҙымдарын ҡыҙыулатты, әммә арыған, туфлиҙары аяуһыҙ ҡыҫҡан аяҡтарын һөйрәп шәп китә алманы – йөҙ-йөҙ илле метр үтә алдымы, юҡмы, иҫерек егеттәр уны ҡыуып та етте.
– Ҡайҙа ҡасаһың? – тине береһе, бышлыға-бышлыға. – Кем һин?
Күлдәге салбары тышына сыҡҡан, сәстәре тирләгән маңлайына йәбешкән, кәм тигәндә аҙна самаһы ҡырынмаған был кешенән мәрхәмәт көтөрлөк түгел. Эсеүҙән йөҙө кәкрәйеп, салышайып бөткән.
Әсләм өндәшмәне. Нимә тиһен? Ҡурҡыта алмай, иргәшә алмай, һуғыша алмай. Былар өсәү, ул бер үҙе. Шул ауылдан, эш менән район үҙәгенә китеп барам, тине.
– Ҡайҙа? – тип хихылданы егеттәрҙең береһе, аптырағандай итеп.
– Ниңә алдайһың? Был тирәлә ундай район үҙәге юҡ. Беҙҙең район үҙәгенең исеме шулай. – Егеттәрҙең икенсеһе исем атаны. – Ул бөтөнләй икенсе яҡта.
– Нисек... икенсе яҡта? Миңә ошо юлды өйрәттеләр, – хәҙер Әсләм аптырай.
– Алдағандар. Был тирәлә ундай ауыл юҡ.
– Ә ҡайҙа һуң? – Әсләм йәнә район үҙәгенең исемен атаны. Ғәжәпләнеүенең сиге юҡ ине.
– Давай, һин беҙгә допрос ойошторма. Ҡайҙа китеп барыуың беҙгә кәрәкмәй, хет Ҡаф тауҙары аръяғына кит, беҙгә яртылыҡ аҡса бир. Юҡ, тимә, барлығын беләбеҙ, – егет ҡәнәғәт көлдө, әйтерһең дә, оло серҙе асҡан күрәҙәсе. Үҙе ярамһаҡланып иптәштәренә ҡараны.
Вәт, сволочь, теге алкаш егет ҡотортоп ебәргән, ысынлап та. Бирмәһә, барыбер талап аласаҡтар. Нишләһен, ҡалған аҡсаһын һонорға мәжбүр булды.
– Бүтән юҡ, бөтә аҡса шул, берәүегеҙгә биргәйнем бит инде. Шул етмәнеме ни?
– Беҙ уны күрмәнек, беҙ үҙебеҙ башҡа, – егет ҡулындағыһын һананы. – Бында күпме?
– Яртыға етә, – тип яуапланы Әсләм. – Һеҙгә бит эсергә кәрәк.
– Эсергә түгел, баш төҙәтергә, – тип бүлдерҙе бәләкәй кәүҙәле юлбаҫар.
– Барыбер инде.
– Барыбер түгел шул, барыбер булһа бармаҡ менән эшләрҙәр ине, – егет хихылдап көлдө, йәнәһе, осҡор хәбәр әйтте.
– Ике яртылыҡ аҡса менән юлға сыҡмайҙар. Район үҙәгендәге ашханала итһеҙ кәбеҫтә өйрәһе генә лә шул хаҡ тора, – быныһын таҡыр баш әйтте.
– Тентейемме? – тип әтәсләнде теге бәләкәй, Әсләм яғына ынтылып-ынтылып.
– Ҡырағайланма, бында ике шешәгә етә, ысынлап та, – тип яуапланы таҡыр баш ҡәтғи генә. Намыҫы ҡуҙғалды, ахыры, – булмаған район үҙәгенә китһен әйҙә.
Егеттәр бер-береһенә серле генә һирпелде лә еңеүсе ҡиәфәтендә ашыҡмай ғына китеп барҙы. Әсләм улар артынан байтаҡ ҡарап торҙо, үҙенең меҫкенлегенә, көсһөҙлөгөнә, ҡаршылашмай-нитмәй күҙ асып күҙ йомған арала ике тапҡыр таланыуына йәне көйҙө. Бирмәй ҙә булмай ине шул – туҡмауҙары бик ихтимал ине. Өсәүгә яңғыҙы нисек ҡаршы торһон? Имгәтеп-нитеп ҡуйһалар, судъяларға нисек күренә? Улар бит бер ғәйепһеҙгә юлбаҫарҙарҙан туҡмалған, аҡсаһын алдырған тип түгел, килгәндә ҡайҙалыр, кемдәр менәндер һуғышып йөрөгән, тимәк, үҙе һуғыш суҡмары, тип ҡабул итәсәк. Улай уйлауҙары Әсләмгә һис кәрәкмәй, был уның файҙаһына түгел, һөйләшеүҙәренә ныҡ ҡамасаулаясаҡ – төп эшен асыҡлайһы урынға, быныһына бәйләнеп йонсотасаҡтар. Төшөрөп ҡалдырманыммы, тип Әсләм туҡталыш будкаһынан йолҡоп алған ҡағыҙҙы тотоп ҡараны. Урынында, әммә лыс һыу ине ҡағыҙ, гәзиткә йәки полиэтиленға төрөп һалырға башы етмәгән.
Нишләргә белмәй, берсә урманға, берсә ауыл яғына ҡарап аптырап торған арала талаусы егеттәрҙең туҡтағанын һәм ҡулдарын һелтәй-һелтәй бер-береһе менән бәхәсләшкән, ҡысҡырышҡандарын шәйләне. Тәүҙә, быларға аҡса етмәне, ахыры, йәнә миңә килергә ниәтләнәләр, тип уйлағайны ла, береһе, таҡыр башлыһы, уның яғына ишаралап, нимәлер ҡысҡыра, һөрәнләй башлағас бәхәстең сәбәбе аҡсала түгеллеген аңланы. Әлеге егет Әсләмгә ҡулы менән, туҡта, китмәй тор, тигән ишара яһаны ла ҡабаланмай ғына уның яғына атланы. Ҡасыуҙан мәғәнә юҡ, бараһы юлын асыҡ ҡына белмәй, аҡсаһы ла ҡалманы, шуға уны тыныс ҡына көтөргә булды.
– Ҡарале, иптәш, һинең унда барыуыңдан мәғәнә юҡ, – тине таҡыр баш Әсләм янына килеп еткәс. Ҡапыл әйтмәне, көттөрөп әйтте, Әсләмгә берауыҡ һынсыл ҡарап торғандан һуң ғына әйтте. – Кире әйлән лутсы. Үҙеңдең ғәйепһеҙ икәнеңде барыбер иҫбатлай алмаясаҡһың.
Әсләм тәүҙә бер нәмә лә аңламаны, хәбәренең мәғәнәһе аңына барып еткәс тамам шаңҡыны – бөтөнләй таныш булмаған эскесе егет уның ҡайҙа, ниндәй йомош менән китеп барыуын белә! Баш етмәҫлек хәл, торғаны бер мөғжизә! Был да көтөүсе ҡарт әйткәнде ҡабатлап тора.
– Ҡайҙа барыуҙан?
– Ҡайҙа-ҡайҙа? – егет шырпы һымаҡ ҡапыл тоҡанып китте. – Ниндәй маҡсат менән китеп барыуыңды беләм, бәй.
– Ҡайҙан беләһең? Мин бер кемгә лә һөйләп йөрөгәнем юҡ та.
– Уны бөтәһе лә белә, һинең һөйләп йөрөүең кәрәкмәй ҙә.
– Ҡайҙан белгәндәр һуң?
– Кеше йөрөп ята, телефон бар, башҡаһы.
– Улайһа бөтәһе лә мине ғәйепле тип иҫәпләйме?
– Бер кем дә һине ғәйепләмәй. Киреһенсә. Ул егеттең атаһы районда ҙур түрә, ағаһы баш ҡалала, ә һине яҡларлыҡ бер кемең юҡ, шуға ла үҙеңдең ғәйепһеҙ икәнеңде иҫбатлай алыуың бик икеле. Шәп адвокат тап эшеңде отҡоң килһә. Табаһың да доверенность яҙып бөтә эшеңде уға тапшыраһың да ҡуяһың. Нимә тип үҙең йөрөйһөң? Юрист түгелһең, закондарҙы белмәйһең. Ҡабалан, иптәш, мин һиңә ихлас әйтәм, – һәм егет иптәштәре артынан китте. Бер аҙ барғас боролдо ла һөрәнләне: – Эй, аҡсаңды кеҫәңә һалдым. Ғәфү!
Әсләм ҡулын күлдәгенең түш кеҫәһенә тыҡты: салбар кеҫәһенән сығарып биргән аҡсаһы, ысынлап та, шунда ята ине. Ышанмай сығарып иҫәпләне – теп-теүәл! Торғаны бер фокус! Аҡсаһын нисек уға һиҙҙермәй генә һалыуына бер аптыраһа, икенсе аптырауы егеттең уның “эшен” төплө белеүендә ине. Хатта тегеләрҙе белә! Ҡайҙан шул тиклем мәғлүмәт эскесе ауыл егетендә?
Юҡ, бер сыҡҡас, барыбер ҙә барып, етеп ҡайтырға кәрәк. Асыҡларға, аңларға, тегеләргә аңлатырға кәрәк. Кем белә, бәлки, алыҫтан килгән, һуңлауында уның ғәйебе юҡ таһа, ысынлап та, повестканы алмағандыр, ярҙам итәйек кешегә, тип
йәһәт кенә йыйылып, судын да ҡабатлап үткәреп ҡуйырҙар, бәлки. Эйе, барған барған булыр, ғәйеп тапһалар, артабан нисек, ҡайһылайыраҡ эшләргә икәнен төшөнөп ҡайтыр. Справка-фәлән, башҡа документ йыйырға ла тура килер әле.
Ошо уйҙарынан һуң Әсләмгә нисектер еңел булып китте, зиһене яҡтырып күк ҡабағы асылғандай булды. Эйе, үҙенең ғәйебе юҡ икәнен иҫбатлауы ауыр буласаҡ, әммә ана шул ғәйепһеҙлеген күрһәтеү өсөн көрәшергә кәрәк. Егет әйткәнсә, яҡшы адвокат табырға. Кешеһе бар Әсләмдең, университеттың юридик факультетын тамамлаған һәм байтаҡ йылдар дәүләт органдарында эшләп, тик етәксеһе менән һүҙгә килешеп хеҙмәтенән киткән, бына бер нисә йыл үҙенең шәхси эшен асҡан Рим тигән иптәше бар. Алған процестарының барыһын да еңеп сыға, тигән даны таралған. Иң мөһиме, ғәҙел кеше, хаҡлыҡ тойғоһо көслө. Шуға үтенер. Моғайын, баш тартмаҫ.
Арып-талып, эләгә-йығыла байтаҡ атлағас ҡалын урман һирәгәйә, тәпәшләнә төштө, ул ваҡ ағастарға, һирәк ҡыуаҡлыҡтарға, бейек үләнгә алышынды. Әсләм еңел тын алды, кәйефе күтәрелде. Бер аҙ барғайны ауыл да шәйләнде. Ошомо икән инде мин киләһе ер, тип ни ҡыуанырға, ни аптырырға белмәй аҙымдарын әкренәйткәйне, артта ниндәйҙер дөңгөрҙөк тауыштар ҡолағына салынды. Көлөшкән дә һымаҡтар, ҡысҡырып һөйләшәләр ҙә, һайт-һайтлап сыбыртҡы шартлатып ат та ҡыуалар төҫлө. Хатта мылтыҡтан да атып ебәрҙеләр. Дошманын эҙәрлекләгән кавалерия килә, тиерһең. Тауыштар ауыл яғынан түгел, артта, урман эсендә яңғырай. Улай тиһәң, урман юлы, беленер-беленмәҫ һуҡмаҡ, арба үтерлек түгел, тәгәрмәстәр һә тигәнсе ер өҫтөнә сығып ятҡан тамырға, төпһәгә килеп менәсәк, йығылған ағасҡа эләгәсәк. Теге көтөүсе ҡарт әйткән оло юлдан ғына килмәһәләр.
Әсләм туҡтаны ла урман яғына боролоп баҫты. Был “яу”ҙы үткәреп ебәрергә кәрәк, уларҙан алда ауылға кереү ярамаҫ. Һөйләшеүҙәренә ҡарағанда, күмәктәр – берәй байрамға йәки туйға китеп барыуҙарылыр, моғайын. Мылтыҡтан атыу – туй йолаһы.
Тауыш торған һайын асығыраҡ, яҡыныраҡ ишетелә барһа ла ат күренмәне лә күренмәне. Ҡабаланмайҙар, тип уйланы Әсләм, кәйефе ҡырылып. Уға йәһәтерәк барырға кәрәк, ә былар һис ашыҡмай. Көтә торғас ул ергә ултырҙы, тороп, егерме-утыҙ метрлап алға китте, йәнә урман яғына ҡарап баҫты.
Ярты сәғәт кенә үткәндер йәнә, ниһайәт, урман ауыҙында тәпәш дуға, тәгәрмәстәре майланмағанлыҡтан шығырҙығы сыҡҡан ауыр арба һөйрәп башын аҫҡа ныҡ эйеп, тызырайып атлаған бейә күренде. Бер яҡ тәртәгә терәлеп килгән ҡолоно ла бар. Оҙон арбаның ике яғына дүртәр кеше ултырған, ятҡан, тубыҡланған йәнә дүртме, бишме кеше, ә йәштәр, ошо ике рәт араһына тығылған. Берсә үрләс, берсә түбәнләс тауҙар араһындағы юлда шунса халыҡты һөйрәп килһенсе әле меҫкен мал! Төшөп, арттан атлаһалар ни була. Атты йәлләү тигән нәмә юҡ икән. Етмәһә, береһе хайуандың арҡаһына ҡайыш сыбыртҡыһын төшөрөп-төшөрөп ала. Быныһы артынан икенсе арба ла күренде. Уныһына ла күбә бейеклек кеше тейәлгән. Тимәк, берәй төрлө байрам, ҡунаҡҡа китеп барыуҙары.
Әсләм тапҡырына еткәс егеттәрҙең береһе:
– Эй, һин, беҙҙе ҡаршыларға сыҡҡан ҡоҙамы әллә? – тип һөрәнләне. Ҡыҙмаса. Йәйенке йөҙө ҡыҙарған, бөҙрә сәстәре туҙған, иҙеүе асыҡ.
– Ҡаршыларға килгән ҡоҙа шулай йолҡош буламы ни? Улар тәтәй кеүек кейенә, ҡулында араҡы менән закуска була, – тип хихылданы икенсеһе. Әсләмдең меҫкен ҡиәфәтенә ишаралай инде, йәнәһе.
– Долой ундай ҡоҙа! Ундай ҡоҙа беҙгә кәрәкмәй! Беҙгә араҡылы ҡоҙа кәрәк.
– Ауылға байтаҡ әле, бәлки ҡаршы алырҙар ҙа. Йола буйынса – тейештәр. Мейе һелкенеп бөттө, турайтырға кәрәк, ысынлап та.
– Әйҙә ултыр, яҡташ, ҡыҙ алырға китеп барабыҙ, һиңә лә берәй бетле баш табырбыҙ, ҡоҙасалар була торған, – тине иң тәүҙә өндәшкән егет.
– Үҙебеҙҙән артһа, – тип ауыҙ йырҙы икенсеһе.
– Ҡайҙан киләһең? Был ауылдан түгелме?
– Юҡ, – тине Әсләм.
– Шулай булғас, әйҙә, беҙҙеке бул. Һинең кем икәнеңде улар ҡайҙан белһен? Ҡыҙыҡ итәйек. Беҙҙеке тиербеҙ ҙә ҡуйырбыҙ. Туй йолаһы шулай – осраған һәр кем туй ризығынан ауыҙ итә ала.
– Рәхмәт, үҙегеҙ генә, мин бүтән йомош менән китеп барам.
– Улай тимә, әйҙә эйәр, кәзәһенән бигерәк мәҙәге. Һине генә туйындырыр ризыҡтары барҙыр әле ҡоҙаларҙың.
Аттар үтеп китте. Әсләм еңел тын алды, хатта ҡыуанды, сөнки районға судҡа китеп бараһың икән, тип һораманылар, тимәк, былар әлегә белмәй. Был тирәнән түгел, йыраҡтан киләләрҙер. Яҡын-тирә ауылдан булһа, моғайын, белерҙәр, белгәс, һорарҙар ине. Ана ниндәй ҡыйыуҙар, телдәрҙәр бит.
Әммә тиҙҙән ваҡиғалар көтөлмәгән боролош алды. Арбалар ауылға яҡынайған һайын ҡунаҡтар менән бергә кермәҫ өсөн Әсләм дә аҙымдарын әкренәйтһә лә, әллә килешелгән ваҡыттан алда килеп ҡоҙаларын уңайһыҙ хәлгә ҡуймаҫ өсөн, әллә башҡа сәбәптән былар аттарын бөтөнләй яйлатты. Һәм оҙаҡламай шулай килеп сыҡты – ул ауыл ҡапҡаһынан тегеләр менән бергәрәк барҙы ла керҙе. Ситкә ялтанырға самалаһа ла, ҡаршы алыусы йәш ҡатындарҙың береһе уның терһәгенән эләктереп алды һәм кеше араһына килтереп тә ҡушты. Әсләм, мин ҡоҙағыҙ түгел, мин икенсе, юлсы, тип аңлатып ҡарағайны ла, теге ҡатын ишетергә лә теләмәне, шаярма, ҡоҙа, шуҡ нәҫел икәнегеҙҙе беләбеҙ, тип ауыҙына рюмка килтереп тә терәне. Һәм эсемлекте башын тегеләй ҙә былай борғолаған Әсләмдең ауыҙына ҡойоп та ебәрҙе. Шунан икенсе рюмканы ла тултырҙы.
Ҡаршы алыусылар байтаҡ ваҡыт шулай ҡоҙаларын ауыл ҡапҡаһы төбөндә һыйланы. Ике арба халыҡты ҡаршы алған ике йәш ҡатын менән ике егеткә башҡа хужалар килеп ҡушылды. Таҡмаҡ әйтешеүҙәр, йыр, бейеү башланды. Һәм әллә күпме кешенән хасил ҙур төркөм, гармун моңо аҫтында ике егет әйҙәләүенә буйһоноп, ауыл эсенә атланы. Әсләм улар араһынан һис һурылып тороп ҡала алманы – һаман ҡоҙа ла ҡоҙа тип уны һис ебәрмәнеләр. Ас ҡарынына төшкән бер нисә рюмка араҡы уның башын томалап, аяҡ быуындарын бәлтерәтте.
Ихатаға кереү менән танышыу-күрешеүҙәр, ҡосаҡлашыуҙар башланды, килгәндәрҙе батмус йөрөтөп эсереүҙәр китте. Арбаларҙан хужаларға әллә күпме төйөнсөктәр, сумка, сумаҙандар тапшырылды. Әсләмдең арҡаһында – буш рюкзак. Уның да төҫө уңып бөткән. Ул ҡапҡа төбөндә лә, ихатаға кергәс тә хужаларҙан күҙ яҙҙыра алманы – бер нисә аҙым ситкә тайшаныуы була, береһе килә һалып етеп, елтерәтеп дөйөм төркөмгә килтереп ҡушып та ҡуя. Әсләмгә ҡай саҡ, башҡа ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын улай уҡ ҡарамайҙар, бер уға иғтибарҙары ҙур һымаҡ тойола башлай һәм ошо тойғонан уңайһыҙлана. Өсөнсөгә ҡасырға ынтылыуҙан һуң уны гел эҙәрлекләгән йәш ҡатын, исеме Тәслимә икән, оло ғына йәштәрҙәге ир кешегә килтереп тотторҙо ла, абай бул, Рамазан ағай, был йәш ҡоҙа ниңәлер гел тайырға самалай, мин ҡараным, башҡа мәшәҡәтем бар, хәҙер һин яуаплы, тип тегеңә терәтте. Тәслимә менән шаярышып һөйләшергә, сираттағы рюмканы эсмәҫкә лә мөмкин ине әле, был етди ҡоҙа менән мөнәсәбәттәр ныҡ ауырлашты – бойороҡто хәрби кеше һымаҡ ифрат еренә еткереп үтәне – ҡултыҡлап алып өйгә инеп өҫтәл артына ултырышҡас та эргәһенә ултыртты.
Өй ҙур, иркен, йыуан ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған. Бер нисә бүлмәле. Бер яғында төкәтмәһе лә бар шикелле. Әсләм өсөн был ҡыҙыҡ яңылыҡ ине – улар яғында йорттарҙы төкөтмәй генә эшләйҙәр. Йыһаздары ла байтаҡ. Улар зауыҡ менән алынған һәм урынлаштырылған. Ҡыҫҡаһы, хужаларҙың ҡалын йәшәгәне күренеп тора. Йәштәр йүгерешә, ҡунаҡтар ултырыша, бындай осраҡта хас булғанса, тегеһен-быныһын ташыйҙар, ултырталар, өҫтәлде ҡарайҙар, тикшерәләр, исемләп-исемләп килгән ҡунаҡтарҙы барлайҙар.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһе менән танышҡан-таныштырған арала күтәрелгән тост-рюмкаларҙың бер нисәһенән һуң Әсләм тамам иҫерҙе. Сөнки тамағы ас ине, арығайны, эсемлек миҡдары ла байтаҡ булды. Ә эсеп ултырыуының сәбәбе – таныштырғанда уға ла сират етеп хужаларға үҙен кем тип әйтерҙәр тигәнде ишетмәмешкә һалышыу өсөн ине. Башты иҫәргә һалып өндәшмәм йәки берәй төрлө шаяртырмын да ҡуйырмын, тип ниәтләнде. Табын артындағыларҙың һәр ҡайһыһының баҫып оҙон өҫтәл башында ултырған кейәү менән кәләште ҡотлағандарын, бүләк тапшырғандарын да иҫләр-иҫләмәҫ хәлгә етте. Алдындағы тәрилкәһенә уның өсөн “яуаплы” ирҙең нимәлер һалғанын һәм ашарға ҡыҫтағанын да ярты-йорто ғына ишетә. Килгән ҡоҙаларға үҙенең бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡлығын, улар араһына осраҡлы ғына килеп эләгеүен, ысынында иһә район үҙәгенә (“ниндәй район үҙәге, был тирәлә ундай район үҙәге юҡсы”), судҡа китеп барыуын (“ниндәй суд, ҡуй әле, ҡоҙа, шаяртма”) һөйләргә тырыша. Башлай, туҡтай, онота, ҡабаттан башлай, әммә “яуаплы” ҡоҙаһы уның буталсыҡ хәбәрен ысынға алмай. “Ҡуй, Әсләм ҡоҙа, ниндәй суд ти ул,беҙ бит туйҙа ултырабыҙ, һин яңылышаһың, әйҙә йәштәр бәхете өсөн берҙе (хәҙер нисә бер инде!) күтәрәйек”, – тип рюмкаһын сәкәштереүен белә. Әсләмде эсерә (ҡоҙаларҙы мотлаҡ иҫертергә кәрәк, тигән бурыс ҡуйылыуын ул ҡайҙан белһен?), үҙе эсмәй, рюмкаһына иренен генә терәй ҙә кире ултырта. Әсләм үҙенең хәбәренә күршеһенең ышанмауына аптырай, асыуланып та ала, шунан йәнә һөйләргә тотона. “Яуаплы” иптәш ышанмағас икенсе яҡ күршеһенә һөйләргә маташа, тик уныһы Әсләмде бөтөнләй тыңламай, тыңларға ла теләмәй, бисәһенә боролған да уны һыйлау менән мәшғүл. Ҡатының ниңә шул тиклем күп ашай ул, етәр, бүтән һалма, һин мине тыңла, тип биленә төртә. Күрше, минең бит бер ниндәй ғәйебем юҡ, улар миңә нахаҡ бәлә яға, тип аҡланырға тотона, шунан батырайып китеп тегеләрҙе әрләй башлай, яҡшы адвокат табам, Рим дуҫым бар, шуға барам, фашлаясамын, тип ант итә...
...Тамағы кибеп, башы сатнап уянды Әсләм. Уянғас та ҡайҙа ятҡанлығын аңламай бер булды. Иҙәндә. Аҫтына матрас ташлағандар, башы аҫтына бишмәтме, фуфайкамы һалғандар. Ҡаҡ һикегә йәки өҫтәл аҫтына тыҡһалар ҙа килешер ине. Бөтөнләй сит-ят кешеләр өйөндә йоҡлап ята. Ниндәй оят! Иҙән ярығына төшөү мөмкинлеге булһа, валлаһи, төшөр ҙә китер ине. Эргәһендә ”ҡоҙалары” теҙелешкән. Береһе яман хырылдай, Әсләм шуның тауышына уянғандыр ҙа, икенсеһе йоҡо аралаш нимәлер һөйләнә, өсөнсөһө әллә өнөндә, әллә төшөндә ҡатынын таптыра. Тимәк, уларҙы ҡатындарынан айырып Әсләм янына теҙгәндәр. Судҡа китеп барған кеше әллә кемдәргә ҡушылып керҙе лә аҙғын эскесе һымаҡ иҫереп, иҙәндә йоҡлап ята! Етмәһә, үҙенең ҡайҙа китеп барыуы тураһында һөйләп ултырҙы. Уй, ҡайһылай оят! Әсәһе йәки апаһы белеп ҡалһа? Ғүмерендә бындай хәлгә төшкәне юҡ ине. Торорға ла береһе лә күрмәҫ элек сығып тайырға! “Ҡоҙалар” ҙа килешкән – юлдарында тап булған бөтөнләй сит кешене үҙҙәре менән ал да кит, имеш. Беҙҙеке түгел ул иптәш, ҡоҙағыҙ түгел, тип әйтһәләр ни була? Әллә берәйһе менән бутанылармы, әллә берәй төрлө хәйлә, мәкер булдымы ҡылыҡтарында? Хужалар ҙа шәп: кемдең кем икәнен ҡоҙаларынан текемләп һорарға тейеш ине. Ә улар уны тыңларға ла теләмәй өҫтәл артына ултыртып ҡуйҙы.
Әсләм һаҡ ҡына ҡалҡынды ла өй эсен байҡаны. Таң беленеп килә – ҙур тәҙрәгә яҡтылыҡ һарыла. Мөйөштәге карауатта икәү йоҡлай, уң стена буйындағы йәйелгән диванда шулай уҡ икәү булһа кәрәк. Зал уртаһындағы ҙур өҫтәлдәрҙе сығарғандар. Ҡайҙалыр сәғәт текелдәй, ихатала әтәс ҡысҡыра, эт өрөп ҡуя.
Әсләм сисенмәй ҙә ауған. Ярай ҙа эштән сыҡҡан түфлиҙарын, курткаһын сискән. Күҙҙәренә салынмай ғына нисек ысҡынырға икән? Әсләм һаҡ ҡына аяҡтарына баҫты ла, бер ҡайҙа ла ҡарамай, ишеккә йүнәлде. Бәхетенә, ул бикһеҙ ине. Эткәйне, асылды һәм Әсләм һалҡынса соланға сыҡты. Солан йәйге кухня һымағыраҡ: өҫтәл, ултырғыстар, бәләкәйерәк диван да бар, бейек һыуытҡыс безләп ултыра. Әсләм газ плитәһе өҫтөндәге сәйнүкте шәйләне лә һемәгенән ашығып һыу эсте.
Эсендәге ут-ялҡын күпмелер баҫылғандай итте. Ишек төбөндә аяҡ кейемдәре туҙылышып ултыра. Әсләм шулар араһынан үҙенең туфлиҙарын эҙләргә кереште. Ҡараңғыраҡ булғанғамы, әллә аяҡ кейеме үҙе лә танымаҫлыҡ булып үҙгәргәнгәме, һис таба алманы. Ҡабаланды, эйелеп берәм-берәм тотоп ҡарай башланы шунан. Өйҙә карауатмы, диванмы шығырҙаны, кемелер һөйләнде, бер аҙҙан кемдеңдер йөрөгәне ишетелде. Әй, ҡайһыһын булһа ла кейәйем дә ҡуяйым, тип Әсләм ҡулына эләккән резина калуштарҙы кейҙе лә, солан ишеген этте. Уныһы бикле булып сыҡты – тышҡыһын, әлбиттә, төнгөлөккә эләләр – келәне таба алмай аҙапланды. Һәрмәнә торғас тапты инде, ниңәлер бейеккә, баш тапҡырына, ҡуйғандарсы. Ишекте асып ябыуға өй ишегенең шығырҙағаны ишетелде. Болдорҙан төшөп ихатаның йәшел үләненә баҫҡас курткаһы менән рюкзагы иҫенә төштө. Кире керәйем, алайым тип берауыҡ икеләнеп баҫып торҙо. Соланға кемдер сыҡты. Юҡ, Әсләм уларға күренергә тейеш түгел, оят, киткәнме, киткән, тиерҙәр ҙә ҡуйырҙар. Курткаһы йәл, әлбиттә, рюкзагы ла бына тигән ине. Малдан бигерәк намыҫы ҡәҙерле. Һәм ул лапаҫ ышығындағы аттарҙы, иртәсел тауыҡтарҙы өркөтөп картуф баҡсаһына сыҡҡан ел ҡапҡаға ташланды.
Ҡыҫҡа тыҡрыҡтарҙы, ҡыйыш-мыйыш урамдарҙы саҡ уҙып ауыл осона аяҡ баҫҡанда тамам яҡтырғайны. Мал-тыуарын көтөүгә ҡыуған егәрле ҡатын-ҡыҙ, теремек әбей-һәбей уның итәгенә ут ҡапҡан кеше кеүек әле тегеләй, әле былай бәрелеп йөрөүенә аптырап ҡарап ҡалды. Иртәнге һауа һалҡынса, ысыҡ төшкән. Курткаһыҙ, ҡыҫҡа еңле күлдәктә өшәнес. Сыҡҡанда бер сәйнүк һыу һемерһә лә, яңынан ауыҙы кипте. Етмәһә, урлаған калуштары бәләкәйерәк эләккән – ике аяғын да ҡыҫа. Хужаныҡын түгел, хужабикәнекен сәлдергәндер. Өсөнсө көн юлда, ә ул һаман барып етә алмай. Бынау хәйерһеҙ туйға эләкмәгән булһа, кисә кисләтеп булһа ла апаһына барып ауыр ине. Был ҡиәфәт менән хәҙер нисек күренмәк кәрәк районда? Өр-яңы салбары тамам торбаға әйләнеп, тубыҡтары сыҡҡан, хәс тә хоккейсы кейеме, ямғыр, ысыҡ һыуынан ҡыҫҡарып уҡ киткән хатта – аяғының йөҙлөгөн ҡаплап тора ине, хәҙер ана ҡайҙа күтәрелгән. Күлдәге бөтәрләнгән, керләнгән, үҙе ҡырынмаған, етек сәстәре бысраныуҙан сыра кеүек тырпайған. Ас, булған ғына аҡсаһы курткаһында ҡалды, асҡысы, паспорты рюкзагында ине... Был ҡиәфәт менән барып инһә апаһы тамам аптырар инде. Уға үҙе менән юлда нимәләр булғанын аңлата ла алыр, ә бына судҡа барһа, иң тәүҙә паспортын һораясаҡтар. Бәй, юҡмы ни, улайһа, һин ниндәй байғош һуң, тип ҡабул да итмәҫтәр әле. Ҡағыҙһыҙ һин бер кем дә түгел шул. Эшен ҡарау урынына ҡыуып сығармаһалар...
Ауылдан сыҡҡан юл, ғәжәп, арыу ғына ине. Асфальт түгел түгеллеген, соҡорло-саҡырлы булһа ла, ҡасандыр ҡырсынташ түшәгәндәр, тимәк, юл район үҙәгенә илтә. Беҙҙә бит юл үҙәкләштереү сәйәсәтенең бер сағылышы. Район түрәләренең төпкөл ауылдарға бер ҡасан да ҡулдары етмәй, шул иҫәптән юлға ла.
Әҙәмсә юлға сығыу шатлығынан тәүҙә дәртле генә атлағайны ла, оҙаҡламай йоҡа һәм йомшаҡ табанлы калуштарҙың баҫҡан һайын таштарҙы ”һанауынан” табандары зәңкей башланы, етмәһә, яман ҡыҫа. Ҡайҙалыр уҡығайны, әллә япон, әллә ҡытай ҡыҙҙарына бала саҡтарынан уҡ бәләкәй аяҡ кейемдәре кейҙерәләр икән. Улар өсөн бәләкәй аяҡ – гүзәллек һәм камиллыҡ билдәһе. Ул балалар гел генә ҡыҫынҡы аяҡ кейемендә нисек түҙҙе икән? Әсләм әле бер нисә саҡрымға түҙә алмай.
Юл ситенә сыҡты. Әммә кинәнес бында ла оҙаҡҡа һуҙылманы: юл ситенә тәгәрәгән йәки машина тәгәрмәстәре аҫтынан осҡан таштар бында ла күп ине. Онотолоп китеп шуларға баҫа ла ҡуя, баҫа ла ҡуя. Өйҙән үк уңайлыраҡты кейеп сыҡһа бындай хәлгә төшмәҫ ине. Кисә урман эсендә күпме йонсоно, бөгөн килеп йәнә хитлана бәләкәй калуштар менән. Ай, башы етмәне, юл былай уҡ насарҙыр тип уйламаны, шул арҡала бара инде хәҙер аяҡтары бығаулы әсир кеүек. Өҫтәүенә, бармағын өйкәтеп ҡанға туҙҙырҙы. Һигеҙенсе класта военкоматҡа ҡаралырға барғанда тап ошондай ҡырсынташ юлдан барғайнылар шикелле. Ҡыш ине, әммә юл ҡарһыҙ, әлеге һымаҡ асыҡ ине.
Байтаҡ атлағас, саҡ ҡына булһа ла ял итәйем, тип, юл ситендә ауып ятҡан йыуан муйыл ағасына ултырҙы. Ултырыуы булды, уны танырға теләгәндәй, оҙаҡ текләп бер егет велосипедта үтеп китте. Әсләм тапҡырында туҡтарға ла ниәтләнгәйне шикелле, ләкин һуңғы мәл кире уйланы ла бар көсөнә педаленә баҫты. Йүнле кеше шулай таң тишегенән йөрөмәҫ, тип уйланы, ахыры. Бер аҙҙан ағас тейәгән йөк машинаһы уҙҙы. Теге көндәге урмансыларҙыр. Әсләмдең ҡул күтәреүенә ҡарамаҫтан, туҡтаманы. Мәшәҡәтләнәһе килмәгәндер – ауыр машинаны туҡтатырға, шунан ҡуҙғалтып китергә кәрәк. Ул байғоштоң әллә бар аҡсаһына, әллә юҡ аҡсаһына йонсорға ни. Ә водитель эргәһендәге ике урын да буш ине. Еңел машинала урта йәштәрҙәге ирле-ҡатынлылар үтте. Туҡтаманылар. Быларҙың да артҡы урындары буш ине. Һөйләшеп барырға ҡамасаулар, тигәндәрҙер. Бәлки уның судҡа китеп барыуын беләләрҙер. Ундай кеше менән кемдең бергә йөрөйһө килһен? Бәләһенән баш аяҡ.
Эргәһенән байтаҡ машина үтеп, береһе лә алмағас, Әсләм артына боролоп ҡарамай ғына юлын дауам итте – ни тиклем иртәрәк барып етһә, шул тиклем яҡшыраҡ. Резина калуштарының табандары ҡыҙҙы, береһенең башы аҡтарылып сыҡты. Үҙе асыҡты, һыуһаны. Юл ситенә сығып ял итеүҙәре йышайҙы. Ә машиналар үтеп кенә торҙо, әммә уларҙың береһендә лә юл ситендә аяҡтарын саҡ алыштырып атлаған кеше ҡайғыһы юҡ ине...
Ҡояш алыҫтағы тау артына тәгәрәй. Күҙ бәйләнер алдынан шулай ҙа бер мәрхәмәтле Алла бәндәһе табылды бит. Әсләмдең юл ситендәге ҡыуаҡлыҡтар араһында төн үткәрергә ниәтләнеп, шырлыҡҡа керергә туҡталған сағы ине. Эйе, артабан атларға хәле ҡалмағайны. Алда тағы күпме бараһын белмәй. Юл буйлап, моғайын, ошо юл алып барып сығарыр әле, тип атланы ла атланы. Шунан бөгөн барыбер ҙә барып етә алмаҫын аңланы ла туҡталырға ҡарар итте. Бөтә кәүҙәһе менән яй ғына боролдо машинанан төшөп үҙенә яҡынайған ике кешегә. Нишләп кабинанан сыҡтылар – аңламаны. Ғәҙәттә туҡтай ҙа ултырғанды көтөп тора бит инде водитель. Береһе, ышаныслы аҙымдар менән алдан атлағаны, ҡырҡ биш йәштәр тирәһендә генә барҙыр, эре һөйәкле, умарта кеүек йыуан, түрәләрсә тәкәббер ҡарашлы, башы тап-таҡыр итеп ҡырылған. Икенсеһе, уның артынан күндәм юрғалағаны, ҡурҡаҡ хәрәкәтле, кәүҙәгә бәләкәй, яшыҡ, бесәй ише йомшаҡ ҡына баҫып атлай.
Йыуаны Әсләм алдына килеп баҫты.
– Ҡайҙа китеп бараһың?
– Район үҙәгенә, – тип яуапланы Әсләм.
– Кис булып бөткәс унда нишләйһең?
– Кис барыу әллә тыйыламы? Бөгөн апайымдарға барып етергә ине. Иртәгә иртүк судҡа инергә кәрәк.
– Ниндәй суд? – йыуан һағайҙы, ҡаштары һелкенеп яңаҡ мускулдары тартышып ҡуйҙы.
– Булмағанды булған тип ерле юҡтан ғәйеп таҡтылар ҙа...
– Ниндәй ауылдан? Исемең кем?
Әсләм ауылының, шунан үҙенең исем-фамилияһын атаны.
– Улай икән. Аңлашылды, – тине “миһырбанлы” йыуан һуҙып ҡына. Һүҙҙәренә ниндәйҙер мәғәнә һалды, артына боролоп йәһәт кенә юлдашына, унан юлға ҡарап алды.
– Саҡырып ауылға повестка ебәргәндәр, тик мин уны алманым, автобус туҡталышы стенаһына йәбештереп киткәндәр. Шуны асыҡларға китеп барам, – тине Әсләм, үҙе һаман, былар мине алһалар ғына ярар ине, тип уйланы.
– Бөгөн барып етә алмайһың инде, – тине йыуан. – Иртәгә лә юлың уңмаясаҡ. Суд ҡарар сығарған бит инде, уны һин барыу менән генә үҙгәртмәйәсәктәр. Судтың кирегә худы юҡ. Так что барҙың ниҙә, барманың ни. Йонсоп йөрөмә, борол, ҡайт лутсы.
– Һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ? – Әсләм яуап көтөп йыуанға текәлде. – Ә минең бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ. Бына шуны иҫбатларға әйтәм. Минһеҙ суд нисек ҡарар сығара ул? Ғәйепһеҙ кешегә ғәйеп тағырға тейеш түгелдәр.
– Белмәйем, белмәйем, суд ғәйепһеҙ кешегә ғәйеп таҡмай ул, тимәк, бар. Повестка ла ебәргәс. Бәлки һин повестка алып та килмәй ятҡанһыңдыр? Уныһына ла яуап тотасаҡһың әле.
– Килмәне миңә бер ниндәй ҙә повестка.
Йыуан ҡырағай ҡараш менән йәнә юлға ҡарап алды, бармаҡтары суҡмар булып йоҙроҡҡа төйнәлде. Уның Әсләмде артабан тыңлағыһы килмәгәне йөҙөнә сыҡҡайны.
– Ә минең һеҙҙе ҡайҙалыр күргәнем бар...
Әсләм һүҙен әйтеп бөтөрә алманы, йыуан әҙәм эсенә шул тиклем ныҡ һуҡты, бындай аҫтыртын һөжүмде һис көтмәгән юлаусы дуға кеүек уртаға бөгөлдө лә төштө. – Еҙемдә йылым менән беҙҙе тоттоғоҙ... – Хәбәренең был яғы әйтелмәне, әйтелеп өлгөрмәне, мейеһендә ялағай ялтлауы һымаҡ сағылып ҡына үтте.
Ә йыуан бәндә уртаға һынған Әсләмде юл ситендәге һыулы соҡор-канауға тибеп төшөрҙө лә йәнһеҙ кәүҙәгә бер аҙ текәлеп ҡарап торҙо, тегеһе ҡыбырҙамағас, ласҡылдата төкөрҙө, шунан, ҡабалан эре аҙымдар менән машинаһына йүнәлде.
– Суд ошоноң менән тамам, – тине ыҫылдап. – Хәҙер барып йөрөмәһәң дә була. Бара ла алмаҫһың.
Бейек йылтыр ҡара машинаның быуар йылан кеүек йыуан ҡара тәгәрмәстәре аҫтынан саң күтәрелеп, ваҡ таштар ғына атылып ҡалды...

Йөҙөнә нимәлер ҡағылыуға уянды Әсләм. Ҡағылған нәмә йылы һәм йомшаҡ ине. Хәйер, тәүҙә ах ух килеп, өтәләнеп, йәлләү һәм аптырау ҡатыш һөйләшеү ҡолағына салынды. Эйе, кемдер кем менәндер һөйләшә, тимәк, икәүҙәр. Ҡатын-ҡыҙ тауыштары. Әллә әсәһеме? Юҡ, ул түгелдер, тауышы уныҡына оҡшамаған. Унан һуң былар икәү. Береһе оло тауышлы, ҡалыныраҡ сыға, икенсе тауыш нәҙек, балаларса. Әсләмдең күҙен асҡыһы, тауыш хужаларын күргеһе килә. Тик нимәнәндер ҡурҡа, күҙен асһа тауыштар юғалыр һымаҡ. Бәй, ҡайҙа ята һуң ул? Һыу эсендә түгелдер ҙә? Сөнки аяҡтары һыуҙа төҫлө һәм улар өшөй. Нишләп күҙен аса алмай? Өҙөлөп эсе ауырта, нимәһелер өҙөлгән һымаҡ, биле һыҙлай, башы геүләй.
Ҡатындарҙың береһе уның ҡулын тотто, пульсын ҡапшаны, тәне йылы, тере, тине, йөҙөнә, унан түшенә ҡағылды, иптәшенә, әйҙә, өҫкәрәк шыуҙырып һалайыҡ, аяҡтары һыуҙа ята лаһа, тине. Уны ике яҡ иңбашынан тотоп һөйрәп өҫкәрәк күсерҙеләр. Ай, эсе, ҡуҙғатҡандарында кәүҙәһенең аҫҡы яғы артта тороп ҡалды һымаҡ. Әсләм һыҙланыуҙан тештәрен ҡыҫты. Унан күҙҙәрен асҡайны: үҙенең ике яғында ике ҡатын һынын күрҙе. Икеһе лә өҫтән аҫҡа уға ҡарап баҡҡандар.
– Өләсәй, күҙен асты! – тине ҡыуаныслы бала тауышы.
– Алай ҙа, – тип яуапланы оло тауыш, шулай уҡ ҡыуанып. – Ғүмере бөтмәгән, әтеү ныҡ ҡурҡытҡайны ла. Нишләп бында ята һуң, бына шуныһы ғәжәп, оло юл уртаһында. Машина-фәлән төкөп киткәндер инде, меҫкенде, йә йығылып ҡалғандыр.
– Әлдә килеп сыҡтыҡ! – тине бала. – Өләсәй, шулаймы?
– Эйе, шулай, бәхетенә, – тине өләсәй, – тик бына аңына килеп аяғына баҫа алһа ярай ҙа. Имгәнгәндер инде. Машинабыҙ юҡ, берәй мәрхәмәтле Алла бәндәһе генә туҡтап алып китмәһә. Балнисҡа алып бармай булмаҫтыр.
Ҡалҡынырға ниәтләнеп Әсләм башын күтәрҙе, тирә-яғына күҙ һирпте. Унан терһәктәренә таянды, күтәрелергә маташты, тик эсе һыҙлауы уны кире ятырға мәжбүр итте. Теге бәндә ныҡ һуҡҡан икән шул, аңғармайыраҡ ҡалды – һин дә мин ҡыҙыҡһынып һорашып торғас һис көтмәгәйне бындай аҫтыртын хөсөттө. Ҡайҙан килеп сыҡты ул бәндә? Артынан күҙәтеп килгәндер инде. Булып үткән ваҡиға тиҙ ҡайтты Әсләмдең иҫенә. Эйе, теге көндө төшөнә кергән әҙәм булды был – шул бит йылым аша һикереп сыҡтым тигәндә, әлеге ише эскә бәреп төшөргәйне. Төшө, ҡабат-ҡабат күргән дауамлы төшө, бөгөн килеп ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡуйҙы. Осраҡлы хәлме, әллә, ысынлап та, уның артынан юллап килгәнме? Тегеләрҙең кешеһе инде. Улай тиһәң, ҡайҙан белһен ти ул Әсләмдең тап бөгөн район үҙәгенә китеп барыуын? Хәйер, теге эскесе егеттәр, унан килеп көтөүсе ҡарт, һинең ҡайҙа юлланыуыңды беләбеҙ, уны бөтәһе лә белә, тимәнеме ни? Тимәк, уға һуҡҡан бәндә лә уның ҡайҙа һәм ниндәй маҡсат менән китеп барыуын бик яҡшы белгән. Белгән һәм район үҙәгенә барып етмәҫ элек юҡ итергә ниәтләнгән. Сөнки суд була ҡалһа, хөкөм улар файҙаһына булмаясағын бик яҡшы төшөнгән.
Әсләм ыңғыраша-ыңғыраша ҡалҡынды ла ҡурҡыу ҡатыш ғәжәпләнеү менән үҙенә ҡарап торған ҡатындарға текәлде.
– Йә, улым, иҫеңә килдеңме? Нишләп былай юл буйында ятаһың әле? – тине оло йәштәрҙәге ҡатын, йәғни өләсәй.
– Машина башынан һирпелеп ҡалдым, – тип яуапланы Әсләм. Баяраҡ ҡолағына салынған һүҙҙе ҡабатланы, меҫкенләнеп, дөрөҫөн һөйләп торғоһо килмәне.
– Ай әттәгенәһе! – тине өләсәй бот сабып. – Шулай иғтибарһыҙ булырға ярамай инде. Йәш тә түгелһең. Имгәнеүең бар ҙа. Машиналар хәҙер шәп йөрөй шул.
Әсләм өндәшмәне. Ризалашып башын ҡаҡты ла тәнен, ҡулбаштарын тотҡоланы, аяҡтарына күҙ һалды. Калуштары юҡ, салбар балаҡтары һыу. Күрәләтә алдашыуынан уңайһыҙлыҡ кисерҙе – ҡайҙалыр китеп барған ерҙәренән туҡтаған һәм ярҙам итергә тырышҡан кешеләргә ялғанлап тора. Эш түгел был, әҙәмсә түгел. Хәйер, туҡмап киттеләр тип тә әйтә алмай инде. Хәбәр оҙонға китәсәк, мең һорау бирәсәктәр, әлеге мәлдә уларҙың ҡыҙыҡһыныуы һис кәрәкмәй Әсләмгә. Ваҡыт йәл.
– Ярай, имен-аман булһаң, улым, беҙ ҡуҙғалайыҡ. Юлдағыларҙың юлда булыуы яҡшы. Байтаҡ атлайһы бар әле. Ә һин үҙең атлай алаһыңмы һуң? – Үҙе биргән һорауына яуап та көтмәй хәбәрен дауам итте. – Бына ейәнсәрем килде лә, әсәйем сирләп китте тип үҙҙәренә алып ҡайтып бара.
– Район үҙәгенәме? – Әсләм ҡабаланып һорай һалды.
– Эйе, районда торалар.
– Ошо юл районға барамы?
– Эйе, ошо юл инде, бүтәне юҡ.
– Бынан нисә саҡрым?
– Әллә тағы? Алты-ете генә барҙыр, күберәк булмаһа. Һин дә районға китеп бараңмы ни?
– Эйе.
– Атлай алаһыңмы һуң? – өләсәй яңынан һораны.
– Алам.
Ябай ғына кейенгән ауыл әбейе менән орсоҡ ейәнсәр ҡуҙғалды. Улар боролмаға инеп юғалғансы Әсләм улар артынан ҡарап торҙо. ”Уятыуҙарына” еңел генә ҡалҡынһа ла атлап китеүе ҡыйын ине уға: эсе ауырта, биле һыҙлай. Әллә ҡабырғалары ла һынған? Кире боролорға ла ҡуйырғамы? Улай тиһә, әбей һүҙҙәренә ҡарағанда, ете-һигеҙ саҡрым ара ҡалған. Сәғәт ярым-ике сәғәтлек юл. Нисек тә үтер әле. Ауылына ҡарағанда барыбер ҙә күпкә яҡыныраҡ. Хәйер, нисек атлайһың бит. Әсәһе автобус туҡталышынан ун ике самаһы тигәйне. Әсләм шуның яртыһын ике көн буйы саҡ үтте. Был яғын да ике көн барырға тейеш буламы?
Байтаҡ икеләнеп баҫып торғандан һуң юлын шулай ҙа дауам итергә булды. Урманды үтте, оло юлға төштө. Ауылдар хәҙер, моғайын да, осрамаҫ. Аяҡтары иҫән-һау, зыян килмәгән, атларға була. Һыуһауҙан, асығыуҙан үлмәҫ, тик һаман эсе ебәрмәй.
Һурылып осҡан бер калушын канауҙағы һыу эсенән тапты, икенсеһен, күпме эҙләһә лә, таба алманы һәм аҡһай-туҡһай һыңар аяҡ кейемендә атлап китте.
Китеп бара әкрен генә, уйлап китеп бара. Район үҙәгендәге ул суд бинаһы бер килке Әсләмгә ғүмерҙә лә барып етә алмаҫлыҡ ифрат алыҫ булып тойола башлай.Өсөнсө көн килә, ә һис яҡынаймай, кемдән һораһаң да, шунса-шунса тип яуаплай, тик унан ҡаса ғына һымаҡ. Ул серле, барып тапһаң да керә алмаҫһың төҫлө. Уратып йөрөр ҙә йөрөр, ишеген таба алмай йонсор, тапҡас астыра алмай этләнер. Уның ҡалын ауыр ишектәре тик оло түрәләр, ҙур аҡсалы кешеләр өсөн генә асылыр һымаҡ. Әсләмгә осраған кешеләрҙең юлды белмәүе, ҡарт көтөүсенең, эскесе егеттәрҙең уның ниндәй маҡсат менән китеп барыуын белгәс эштең уның файҙаһына хәл ителмәйәсәген иҫкәртеүҙәренә ҡарағанда, тап шулай килеп сығыр ҙа. Бына бит бөтөнләй ғәйебе булмаған, һәр хәлдә Әсләм шулай иҫәпләй, арбағыс йылан ауыҙына инеп бара. Юҡҡа сыҡтым, тип икеләнә-икеләнә ниндәйҙер ҡеүәтле көскә ҡаршы тора алмай китеп бара. Ул уны магнит һымаҡ тарта, уйлау һәләтен юғалттыра – әлеге ябырылыуҙа аңды томалау, ҡәҙимге тормоштан айырыу һәләте бар. Ул хәс тә сөңгөл – өйөрөлтөп-өйөрөлтөп һыу төбөнә тартыуын белә.
Ағас тейәгән өс йөк машинаһы, теге көн тап булған телһеҙ урмансылар ташыйҙыр инде, даңғырҙап бер нисә буш машина, бер нисә еңел машина үтте. Әсләм ҡул күтәреп ҡараһа ла, береһе лә туҡтаманы. Өҫтөндәге кейеменә, тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап берәй хәйерсе тип уйлайҙарҙыр. Ә хәйерсенең кеҫәһендә аҡсаһы булмай. Аҡсаһы булмағас ниңә алырға? Буштың атаһы үлгән. Һыуһаны, асыҡты. Берәй шишмә-фәлән осрамаҫмы, тип юл ситенә күҙ һала-һала килһә лә уныһы ла күренмәне. Ә юл һис ҡыҫҡармаған, киреһенсә алыҫайған, район үҙәге унан хатта ҡаса һымаҡ тойола.
Бына бер мәл артында көлөшкән тауыштар ишетелде. Тауыш, Әсләм яй барғанлыҡтан, тиҙ яҡынлашты, йәштәр ни, шәп тә атлайҙыр, һәм бер төркөм ҡыҙ, бер егет уны сираттағы боролмала ҡыуып та етте. Үҙенең ҡиәфәтенән ныҡ уңайһыҙлыҡ кисерҙе Әсләм, үҙен меҫкен байғош итеп тойҙо. Йәштәр, юғары кластарҙа уҡыған балаларҙыр, күп булһа. Һонтор егет ҡыҙҙарҙың бер алдына, бер артына сығып нимәлер һөйләй, ҡыҙҙар тегенең хәбәренән ҡыҙыҡ табып түгелеп көлгән була. Бәхетле саҡтары, бер ниндәй ҙә проблемалары юҡ, суд та кәрәкмәй, кинәнеп көлөшәләр, шатлыҡтары эстәренә һыймай. Әсләм урман эсенә кереп ҡалырға уйлағайны ла, өлгөрмәне, егет уны алыҫтан шәйләп:
– Эй, ағай, ҡасма, тартырға бир әле! – тип һөрәнләне.
Әсләм туҡтаны, шунан яй ғына артына боролдо ла:
– Тартмайым, – тине.
– Өләсәйем әйтмешләй, эсең һау булһын, – тип яуапланы егет ишараты дорфа ғына.
Ҡыҙҙар йәнә сырҡылдашты. Нимәнән мәҙәк тапҡандарҙыр, Әсләм аңламаны.
Төркөм Әсләм менән тиңләште һәм барыһы ла аҙымдарын әкренәйтеп уға текәлде. Ятһыныу, аңламау, хатта ниндәйҙер ерәнеү сатҡылары бар ине ҡараштарында. Нишләйһең, ҡиәфәте бигүк шәптән түгел шул ҡәҙимге кеше күҙенә.
Төркөм үҙен уҙып, илле-алтмыш аҙым тирәһе китеү менән, буш йөк машинаһы ҡыуып етте лә былар тапҡырына туҡтаны. Барыһы ла кемуҙарҙан шау-гөр килеп машина башына күтәрелде. Әсләм, мин дә эләгәйем әле, тип аҙымдарын ҡыҙыулатып ҡарағайны ла, өлгөрә алманы. Водитель күрмәнеме, күрһә лә күрмәмешкә һалыштымы, әйтеүе ҡыйын, ә йәштәр уны иҫкәртеүҙе ниңәлер кәрәк тапманы.
Төш етте, көн кискә ауышты. Әсләм һаман атлай. Атлауы аҙым һайын әкренәйә бара. Байтаҡ машина үтте, әммә береһе лә туҡтаманы. Уларҙың туҡтамаҫын белгәс, хәҙер артына боролмай ҙа, ҡулын да күтәрмәй, туҡтағандарын да теләмәй Әсләм. Оҙаҡламай етәмдер, етәмдер, тип атлауын белә. Юл барған һайын күтәрелә, текәләнә бара, килә-килә ул яйлап тау рәүешен дә ала башланы. Юлды күтәргәндәр тиһәң, юл ғына түгел, бөтә тирә-яҡ шулай таулы. Таулы һәм ваҡ ылыҫлы урманлы.
Күҙ алдары ҡараңғылана башлаған Әсләм туҡтаны. Саҡ ҡына булһа ла хәл алыу ине ниәте. Бер нисә минут ҡына торғандыр, ҡаршыһында йәғни район үҙәге яғынан, ҡара йылтыр машина күренде. Ап-аруҡ шәп килгән машина Әсләмгә яҡынайған һайын тиҙлеген кәметкәндән-кәметте, тапҡырына еткәс тә шып түҡтаны. Былар кем булыр, ниңә туҡтанылар һуң әле, тип аптырап та, хафаланып та ҡарап көтөп торҙо Әсләм. Әллә берәй таныш-тоношомо? Әммә кабинанан төшөргә ҡабаланманылар, дөм ҡара тәҙрә быялалары аша йөҙҙәре лә күренмәне. Ҡыҙылға ҡаныҡҡан үгеҙ һымаҡ тексәйеп ҡарап ике минут самаһы ғына торғандыр машина. Әсләм дә ни уйларға, ни ҡылырға белмәй уға бағып тора бирҙе һәм ҡапыл мейеһен ярып башына уй килде: “Был бит теге машина! Тимәк, мине районға ебәрмәҫ өсөн теге йыуан бәндә кире әйләнеп килгән. Тикшереп йөрөй. Ауына барыбер ҙә эләктермәксе. Хәҙер тапата, йәки ата...”
Һәм бына машина ҡуҙғалды ла Әсләм яғына боролдо, Боролдо һәм тиҙлеген ҡапыл арттырып бар көсөнә Әсләмде төкөнө. Бер ни аңларға өлгөрмәгән Әсләм юл ситенә осто...
Машина артҡа сигенде, унан шыйылдығы сығып урынында тигәндәй район яғына ҡарап, боролоп ултырҙы, кабинанан ҡурҡаҡ хәрәкәтле, бесәй һымаҡ йомшаҡ баҫып, тоҡос ҡына кәүҙәле кеше сыҡты ла Әсләм янына килде. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына уның йәнһеҙ кәүҙәһенә ҡарап торҙо, аяҡ осо менән эткеләп ҡараны, шунан ҡабаланып машинаһына инеп ултырҙы.
Быуар йыландай йыуан ҡара тәгәрмәстәр аҫтынан ваҡ ҡом-таш атылып, туҙан ғына аҫылынып ҡалды ...
Әмир ӘМИНЕВ
фото Т.Роза
Читайте нас: