Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
12 Декабрь 2020, 13:18

Ҡарында биш ай... үле бала йөрөткән

Шаҡ ҡатырғыс хәбәр күп кешеләрҙең күңелен тирбәлтте.

Был турала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн булған "Диләфрүз" гәзитенә һылтанып, "Интертат" электрон гәзите яҙып сыҡты. Шаҡ ҡатырғыс хәбәр күп кешеләрҙең күңелен тирбәлтте. Ысын хәлдең Өфө ҡалаһында йәшәгән эстрада артистары ғаиләһендә булыуы үҙе бер хикмәт.
...Ғәжәп ваҡиғаға инде тиҫтәнән ашыу йыл. Ул саҡта йәш ғаилә бәпәй көтә. Берәү генә түгел, ике сабый – игеҙәктәр тыуасаҡ! Әммә 18-19 аҙналыҡ ауыры менән табипҡа барғас, УЗИ үткәндә ҡатынға бер яралғының йөрәге типмәүен әйтәләр. Ике аҙнаға яҡын йөрәге аҫтында үле бала йөрөткән икән.
Табиптар консилиумы йыйыла. Буласаҡ әсәгә: "Һеҙ әле йәш. Яңынан ауырға уҙырһығыҙ. Йөклөлөктө өҙөргә кәрәк буласаҡ", – тиҙәр.
"Йөрәгем аҫтында ике сабый… Береһе – үле, икенсеһе – иҫән. Табиптар икенсеһен дә үлтереүҙән башҡа сара тәҡдим итмәне. Шул ваҡыт әсәйем "Илама! Башҡа табипҡа барабыҙ", тип Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына алып китте. Тәжрибәле табип ҡулына барып эләктек. Ул мине бик көслө профессорға күрһәтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күҙ йәштәрем аша уның исемен хәтеремдә ҡалдырмағанмын, әммә ғүмерем буйы уға рәхмәт уҡыйым. "Һин ни теләйһең?" тип кенә һораны ул. "Баламдың ғүмерен ҡотҡарырға", тинем. "Улайһа, бар, дауаханаға ят!" тине профессор", – тип һөйләй хәҙер артист.
Йәш ҡатын егерме аҙна дауаханала, көнө-төнө укол системалары аҫтында ята. Эсендә үлгән яралғы тарҡалмаһын өсөн бер төрлө дарыу бирһәләр, иҫәнен һаҡлап ҡалыр өсөн икенсеһен ҡаҙайҙар. Иң ауыр осор була ул. Ҡиммәтле дарыуҙар талап ителә. Ғаиләгә атай-әсәйҙәре ярҙам итә, ир кеше лә аҡсалы эшкә урынлаша.
Яҡшы ҡулдарға эләгеп, ҡарындағы баланың ғүмере һаҡлап алып ҡалына. Декабрь айында ҡатынға операция яһайҙар һәм күмәк көс һалып, зарығып көткән ҡыҙ бала донъяға килә. Уға әсәһенекенә оҡшатып исем ҡушалар.
Бөгөн был ҡыҙға 12 йәш, ғаиләгә шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәп кенә үҫеп килә.
Фото: soznatelno.ru
Гульдар Булякбаева-Бирганова
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: