ҡатындың хоҡуғы юҡ, тип яр һала. Әммә был мәлгә улы ла, ҡыҙы ла әсәләрен онотоп өлгөргән була шул, һөмһөрө ҡойолоп торған ҡатынға яҡын да бармайҙар. Уларҙың хәҙер Зилә әсәйҙәре бар. Яңы тормош башлаған ғаиләне байтаҡ ҡына ҡаңғыртҡандан һуң, ниһайәт, йәнә юҡҡа сыға кәкүк әсәй. Зилә лә, балалар ҙа еңел тын ала. Әммә иртәрәк тынысланған икән. Бер көндө Радик эсеп ҡайта. Ҡатыны өсөн ҙур яңылыҡ була был. Уның аптыраулы ҡарашына: “Нимә, мин кеше түгелме ни?” тип мығырлай. Йәшел йылан менән алдан да дуҫлығы булмай уның, ҡатыны сығып киткәс, ауыҙына бөтөнләй алмай. Әммә әлеге хәлдән һуң эштә тотҡарланыуҙары, эсеүҙәре, янъял ҡуптарыуҙары йышая. Зилә башта иғтибар итмәҫкә, ирен төрлөсә аҡларға, аңларға тырыша. Әммә һаман да упҡынға тәгәрәүен дауам иткәс, аптыранып ҡала. Таныштары араһында ла имеш-мимеш хәбәр тарала. Кемдәрҙер: “Тәүге ҡатынын ярата ине бит, яңынан бара башлаған икән”, - тип юрай. Икенселәре: “Берәй һөйәркәһе барҙыр”, - ти. Өсөнсөләре: “Тәүге ҡатыны арбап киткәндер”, - тип утҡа кәрәсин һибә, сөнки Зилә үҙе лә һуңғыһы тураһында нығыраҡ уйлана. Эсеүгә ынтылып та ҡарамаған кеше нисек улай ҡапыл ғына боҙолоп китһен ти?! Зилә бик ауыр кисерә быны. Керпек тә ҡаҡмай үткәргән төндәре йышая. Ул бит Радикты яратып сыҡҡайны кейәүгә. Әллә “яратам” тип үҙ-үҙен алданы ғынамы? Бәлки, төп сәбәп балаларҙа, уларҙы йәлләүҙә булғандыр?
“Сабыйыбыҙ тыуғас, бәлки, аҡылына ултырыр”, - тигән өмөтө лә бушҡа була. Үҙгәрмәй ир кеше. “Ваҡытында эсмәнем дә, йөрөмәнем дә, балаларҙы үҙем ҡараным!..” – тип аңлата ул сәйер ҡылығын. “Ниндәй ғәйебем бар һуң?! Балаларыңды мин ташлап китмәнем бит һуң”, - тип Зиләнең иңрәүҙәре яуапһыҙ ҡала. Ата-әсәнең дә һүҙҙәре, тырышлығы стенаға борсаҡ менән бәргәндәй генә тәьҫир итә. Улы менән ҡыҙы иһә гел Зилә әсәләре янында. Иҫерек аталарынан ҡурҡа улар. Шуның һайын тегеһенең ене нығыраҡ ҡуба. Хатта, балаларҙы миңә ҡаршы ҡотортаһың тип, ҡатынына ҡул күтәрергә лә тартынмай. Тиҙҙән эшенән ҡолаҡ ҡаға, айныҡ саҡтарында унан-бынан тапҡан аҡсаға һәм балалар пособиеһына ғына көн күрәләр. Шулай уларҙың тормошона ҡара көндәр килә. Зиләнең был ауырлыҡ менән көрәшергә тәҡәте етмәй. Бөгөлөп төшә. Бер көн килеп иренән айырылырға мәжбүр була. Радиктың улы менән ҡыҙы аталары менән йәшәргә теләмәгәс, Зилә, иренең оло йәштәге ата-әсәһе менән кәңәшләшеп, балаларҙы үҙендә ҡалдырыуға өлгәшә. Ғәжәп, был юлы Радик юлын ҡыймай уның. Бәлки, тулыһынса иреккә сығыуына шатланған ғыналыр?
Радик ятаҡтағы бүлмәһенә ҡайта. Күптәр, бәлки шунан һуң аҡылына килер, тип ышана. Әммә уларҙың был өмөттәре лә аҡланмай. Киреһенсә, ул упҡынға тәгәрәүен дауам итә. Тыныс, үҙ алдына ғына йәшәп тик ятһа бер хәл, Зилә менән балаларҙы ҡаңғырта. Зиләне йә бүтән ирҙәрҙән көнләшеп, йә аҡса һорап бимазалаһа, балаларҙы “Мин һеҙҙең атайығыҙ! Шулай булғас, тыңларға тейешһегеҙ” тип илатып бөтөрә. Ата-әсәһен дә “минең балаларымды сит кешегә бирҙегеҙ” тип йәберләй.
Ире менән айырылғандың икенсе көнөнә үк Зилә балаларҙы үҙендә алып ҡалыуына үкенеп тә ҡуя. Кинәт кенә үҙгәрә улар. Улы, нисектер, баҫылып ҡалһа, ҡыҙы, киреһенсә, теш күрһәтә. Тышта йөрөп киләм, тип урамға сығып китә лә, юғала. Телефонын алмай, йә бөтөнләй һүндереп ҡуя. Тәртиптәре насар ҡыҙҙар менән дуҫлаша. Асыҡтан-асыҡ һөйләшәм тиһә, тыңламай, иренен турһайтып бүлмәһенә инеп китә лә бикләнә. Ҡайһы берҙә барыһын да аңлағандай булып, һин дә мин йөрөп ала ла, тиҙҙән барыһы ла яңынан башлана. Зиләнең инәлеүҙәренән ниндәйҙер бер ләззәт тапҡандай ул.
Әммә һәр нәмәнең дә берәй ваҡыт ахыры була. Шулай йөрөй торғас, машина аҫтында ҡала Радик. Дауаханала уның һөйәктәрен өр-яңынан йыялар. Отпускы алып, Зиләгә уны тәрбиәләргә тура килә. Сөнки, аталарының хәлен ишеткәс, балалары ныҡ ҡайғыра. Уның бәхетһеҙлегендә Зиләне ғәйепләйҙәр, атайыбыҙ менән йәшәйәсәкбеҙ тип ҡурҡыталар.
Дауахананан инвалид Радикты үҙенә алып ҡайта Зилә. Бынан ары эсмәй ир кеше, әммә үҙ эсенә йомола. Көндәр буйы бер нәмә лә өндәшмәйенсә бер нөктәгә текәлеп ултырырға ғәҙәтләнеп китә. Ашатһалар, ашай, һораһалар, ҡыҫҡа ғына итеп яуап бирә, ят тиһәләр, ята, тор тиһәләр, тора. Йөрөй алмауына, кеше елкәһендә имгәк булып ятыуына ғәрләнәме,