“Иремдең эсеүенән, бер ҡайҙа ла эшләмәүенән, етмәһә, барыбыҙға ла ҡул күтәреүенән арып, биҙеп, балаларымды алдым да өйҙән сыҡтым да киттем. Әлеге ваҡытта Себерҙә эшләп, ғаиләһе менән шунда йәшәгән һәм минең нисек көн күргәнде яҡшы белгән ҡустым буш торған фатирына индерҙе, – тип тормошо хаҡында бәйән итте Динара. – Балалар менән һәүетемсә йәшәп киттек, мин эшләйем, улар уҡый. “Ҡайҙа йөрөнөң быға тиклем? Һин эштән биш минут элек үк ҡайтырға тейеш инең!” тип йәнде ашаған ир булмағас, өйгә йүгереп, ашҡынып ҡайтам. Балаларым моңайып ултырмаһын тип, уларға тәмле ризыҡтар бешерәм, кистәрен бергәләшеп дәрес әҙерләйбеҙ, шаярабыҙ, көләбеҙ. "Шауламағыҙ, өнөгөҙ ҙә сыҡмаһын!” тип ҡысҡырып ултырған иҫерек атай булмағас, улар ҙа нисектер күңелләнеп, йөҙҙәре асылып киткәндәй.
Әммә “Балаларымды атайҙарынан айырып дөрөҫ эшләнемме? Уларҙы күрәләтә етем иттем түгелме? Әллә кире ҡайтырғамы икән?” тип икеләнә башланым. Ошо турала үҫмерлек осорона аяҡ баҫҡан өлкән улыма әйткәйнем, ҡырҡа ҡаршы төштө, “Юҡ, әсәй, ҡайтмайбыҙ”, – тип мине бөтөнләй аптырауға һалды. Үҙемдең дә иремә шул тиклем күңелем ҡалған, әммә был аҙымды яһап, дөрөҫ эшләнемме тигән икеләнеү, балаларым алдында үҙемде ғәйепле тойоу күңелемә һис тынғылыҡ бирмәй…”