Ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү маҡсатында Рәсәй Дәүләт Думаһына яңы закон проекттары тәҡдим ителеп тора, тик улар йә кире ҡағыла йә һаман тикшерелмәй. Әлегә депутаттар был мәсьәләне ҡарарға ашыҡмағанда, илдәге енәйәттәр һаны арта. Мәҫәлән, быйыл йәй республиканың Йылайыр районында шундай хәл теркәлде.
Июнь айында ир менән ҡатын йорт ихатаһында низағлашып китә. Бер мәл ҡатын ирен төртөп ергә ҡолата ла иҙән йыуған швабра менән туҡмай, хәләленең ҡулына һәм аяғына, күкрәк ситлегенә зыян килтерә.
Ирҙең йәрәхәттәре шул тиклем ауыр була, Аҡъяр үҙәк дауаханаһына килтерелгәс, ул вафат була.
Ҡатынды судта үҙ-үҙен тота алмайынса аффект хәлендә кеше үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Һөҙөмтәлә уға 75 мең һум күләмендә штраф һалалар. Баҡһаң, мәрхүм иҫән сағында ҡатынын күп тапҡыр мыҫҡыл итә һәм туҡмай.
Ғәйепләнеүсе ғәйебен таный, үкенеүен белдерә һәм, "енәйәт арҡаһында килтерелгән зыян"ды йомшартыу маҡсатында, балалар-үҫмерҙәр приютына матди ярҙам күрһәтә.
Фото: alev-biz.livejournal.com
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ir-e--leme-s-n-atin-a--shtraf-575833/