Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
4 Декабрь 2020, 17:29

Тормошта барыһын да аҡса хәл итһәсе...

Байыным тип, тейешле ғәмәлдәрҙе, атай-әсәй, туғандар тураһында оноторға ярамай. Күп түгел, ә бәрәкәтле мал бирһен.

Дин әһеле, ишан, "Рәсүлиә" мәҙрәсәһенә нигеҙ һалған мәғрифәтсе Зәйнулла Рәсүлевтән бер сауҙагәр: – Хәҙрәт, көн дауамында биш тапҡыр намаҙ уҡырға ла ваҡыт юҡ. Ҡайһы саҡта барыһын бергә ҡазаға ҡалдырып уҡыйым. Ҡайһы ваҡыт уныһына ла өлгөрмәйем. Хәҙер барыһы ла аҡсаға ҡоролған. Аҡсаңа ҡарап, кешегә баһа бирәләр. Әгәр бай булмаһаң, хөрмәт итмәйҙәр, фекереңә ҡолаҡ һалмайҙар. Ғаиләмде туйҙыраһым бар, эшселәремде хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итергә кәрәк. Сабырға ла сабырға тура килә. Аңлайһығыҙмы? – тигән. Зәйнулла ишан былай тип яуап ҡайтарған: – Бер нисә миҫал килтерәм. Һығымтаһын үҙегеҙ яһарһығыҙ. Аҡсаға күп хеҙмәтсе тота алаһығыҙ, әммә ысын дуҫтарҙы һатып алып булмай. Мөһабәт һарайҙар һалырға була, тик уларҙа күп аҡса менән генә именлектә йәшәй алмайһың. Аҡсаға йомшаҡ түшәк тә һатып алырһың, әммә йоҡоң тыныс булмаҫ. Ҡиммәтле ризыҡтар алһаң да, ауыҙ тәмен аҡсаға ҡайтарып булмай. Һирәк осрай торған дарыуҙар алырға була, тик сәләмәтлек кенә һатылмай. Ә хәҙер яуап бирегеҙ: был тормошта барыһын да аҡса ғына хәл итәме? – тигән. Эйе, кеше күп аҡса эшләргә, затлы йортта йәшәргә, донъя буйлап сәйәхәт итергә хыяллана. Бының ғәйебе юҡ һымаҡ, бай булырға ынтылыу гонаһ түгел. Әммә йыш ҡына күп аҡса кешене үҙгәртә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр өлгәшкәнендә туҡтап ҡала белмәй, нәфсеһе уны тағы ла ҡоторта. Байыраҡ булған һайын кеше эреләнә, тәкәббергә әйләнә. Ә бит мосолманға үҙ малынан зәҡәт, саҙаҡа сығарыу зарур, мохтаждарға ярҙам итеү ҡушыла. Бының урынына ул һаман байлыҡҡа ынтыла, күңел тыныслығын юғалта, өҫтө-өҫтөнә әйбер ала, һаранланғандан-һаранлана. Тормошта барыһын да аҡса хәл итһәсе... Кеше бәхетле генә булыр ине. “Әгәр Аллаһ Тәғәлә үҙенең ҡолон яратһа, Ул уны донъя малынан да һаҡлай”, – тиелә бер хәҙистә. Тимәк, күп аҡса менән генә бәхетле булып булмай. Байыным тип, тейешле ғәмәлдәрҙе, атай-әсәй, туғандар тураһында оноторға ярамай. Кеше өлөшөнә лә инеп, алдау юлы менән аҡса эшләү гонаһтыр. Аллаһ күп түгел, ә бәрәкәтле мал бирһен. Фото vladtime.ru Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: