Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
3 Декабрь 2020, 00:08

"Яңғыҙлыҡ ҡосағында" Гөлнур Ғиззәтуллина

Ире иҫенә төшөүгә яңынан йөрәген өйкәгән рәнйеүе ҡалҡып сыҡты ла баяғы яман уйҙы төртөп уятты: “Үлергә!” Дарыуҙар һалынған тартманан ниндәй икәнен дә ҡарап тормайынса, бер ус дарыу йыйҙы Илүсә. Уларға унлаған йоҡо дарыуы өҫтәне. Дарыу булды. Әҙерләнәһе генә ҡалды.– Ҡайҙа ятып үлергә?Ошо уй килгәс, Илүсәнең зиһене яҡтырып киткәндәй булды. Ул йылмайғандай итте.– Урын-ерең юҡмы, үлергә икән, үл дә ҡуй… – ти эске бер тауыш.– Һин кеше булып йәшәнең, кешесә үлә лә бел, – ти икенсеһе.Кешесә икән, кешесә булһын һуң, әйҙә…

– Эй, галушлы һылыу, яңғыҙың яр буйында юрғалап, ни эш ҡыйратып йөрөйһөң? Ә мин бына йәш кәләш ҡуйынында ирейем, ха-ха…Ирен осратырмын тип уйламағайны Илүсә. Аяғына иҫке генә галуш эләктереп, тубығы сыҡҡан трикола, һуҙылған футболкала яр буйлап, ҡайтмаған ҡаҙҙарын ҡыуып булаша ине. Ә Рәфил буяуға батҡан бер бисә ишаратын етәкләп, йылға буйына төшөп бара. Һыу инмәкселәрҙер. Икеһе лә үҙҙәренсә бәхетле күренә, йылмайышҡан була биғәләштәр.Эй, рәнйене иренә Илүсә. Нисәмә йыл бер түшәк бүлешкән, сәскә кеүек өс ҡыҙ үҫтергән иргенәһе бер һепертке алдында һине түбәнһетһен әле. Ярай, ташлап та сығып китһен, ти, инде. Ә осраған һайын бысраҡ бәрергә ниндәй зыян эшләне һуң әле Илүсә?Ташлап тип, әҙәмсә айырылыша ла белмәне, исмаһам. Ата бесәй кеүек, төндәрен юғалып торғоланы ла, бер төндә, сумаҙанын тотоп, Илүсә йоҡлаған саҡта, ҡасып тигәндәй, сыҡты ла китте. Һәм иң ғәрләндергәне – инде эше бөткән, күсенәһе генә ҡалған яңы өйҙәрендә бер елбәҙәк йәш ҡатын менән йәшәй башланы. Әлбиттә, “яҡын” әхирәттәр ҡыуана-ҡыуана Рәфилдән “сәләм” еткерҙеләр. Имеш, Илүсә ҡартайған инде, яңы өйгә ҡарт бисә эйәртеп йөрөмәм, тип маҡтанған икән. Тағы ла йәш кәләше малай алып ҡайтмаҡсы, имеш, яңы өйҙө ҡотлап. Илүсә ҡыҙҙар табыуҙан бушамаған... Тағы әллә күпме имеш-мимештәр яйлап ҡына йөрәк итен кимерергә эйәләшеп алды.Тамсы тама-тама ташты ла тишә, тиҙәр. Илүсәнең, төндәрен ғәрләнеп илауҙарына, төрлө яҡлап яуған ғәйбәттәргә бөгөнгө осрашыу ҙа өҫтәлгәс, күк йөҙө түңкәрелеп төшкән кеүек булды. Аңҡы-тиңке килеп, өйөнә ҡайтып ингәс, оҙаҡ ҡына көҙгөгә ҡарап ултырҙы. Көҙгөләге йонсоу ҡатынды танымай торҙо тәүҙә. Бөтә эште үҙ елкәһендә йөкмәп, ирен күтәрергә тырышып йәшәй торғас, ысынлап та, “галушлы һылыу”ға әйләнгән икән шул. Ни эшләп элегерәк, ире эргәлә саҡта, көҙгөләге һынына бына шулай текләберәк ҡарамаған икән?Ләкин бер һорауға ла яуап бирерлек хәлдә түгел ине Илүсә. Бая иренең йәш һөйәркәһе алдында ошо ҡиәфәттә күренгәненә ғәрләнеүе, ҡаҙҙарын ҡыуғанда тәкмәсләп йығылып ауырттырған теҙ ҡапҡасының әрнеүенә ҡушылып, ниндәйҙер үтеп сыҡмаҫлыҡ бер ҡара төҫ барлыҡҡа килтерҙе. Ҡап-ҡара диуар. Был ҡаралыҡ, ниндәйҙер шылғаҡ бер матдә булып һинең мейеңде уратып алған да, донъя матурлығын ғына түгел, көн яҡтылығын да күрһәтмәйҙер кеүек. Уң яҡтан да, һул яҡтан да йәшәүгә кәрәклектең бер нуры күренһәсе?! Шул ҡара төҫтән яйлап ҡына сыҡҡан ниндәйҙер ҡара үрмәкес Илүсәне үҙ ауына сорнай, урай, һәрмәүестәрен йөрәгенә тиклем батыра һымаҡ.Йөрәге сәнсеп ауыртҡанға Илүсә уянып киткәндәй булды. Һаман көҙгө алдында ултыра икән дә баһа.Көнө буйына картуф утап арыған тәне ял һораһа ла, ул йоҡларға ашыҡманы. Мейеһендә ҡайнашҡан әллә нисәмә төрлө ҡара уйҙарының береһе ниңәлер аңына нығыраҡ баҫым яһаны: “Үлергә, үлергә, үлергә, үл…”Былай барлы-юҡлы йәшәүҙең мәғәнәһен тапмаған Илүсә, ысынлап та, үлергә булды. Үлеменең дә ниндәй ҡиәфәттә булырын белә икән дә – бер ус йоҡо дарыуы һәм бөттө китте, вәссәләм. Яңғыҙ ҡатындың был донъянан киткәнен белмәй ҙә ҡалырҙар.Яңғыҙ тип, бөтөнләй яңғыҙ ҙа түгел инде ул. Өс ҡыҙы ла буй еткереп, үҙ ояһын ҡорҙо. Башлы-күҙле булғас та, заман модаһына эйәрепме, аҡса эшләргә булыпмы, контракт төҙөнөләр ҙә, сит илдәрҙең береһенә эшкә сыҡтылар ҙа киттеләр. Йә телефондан, йә скайп аша хәл белешеп, онотҡанда бер аҡса ебәреп көн күрмештәре. Өсөһө лә бер тирәлә йәшәгәс, быға тиклем күңеле тыныс булды. Бер уйлаһаң, шатланырға ғына ла бит. Сит ил күрше ауыл түгел, кеше алдында ла маһайыбыраҡ ала ине Илүсә. Балалары, ҡарт-ҡоро ҡарап, кеше тупһаһында йөрөмәй, кейәүҙәренән дә уңдылар, Аллаға шөкөр. Ҡыҙҙары ла, кейәүҙәре лә әллә нисә сит тел белә, алған белемдәрен камиллаштырып, бер тигән эшҡыуарҙар булып йәшәп ята.Ә бөгөн, күңеле һыҡтаған, үҙен донъяла япа-яңғыҙ тойған Илүсә “миҙалдың икенсе яғын” күргәндәй булды. Күпме көс түгеп үҫтергән, уҡытҡан, ҡартлыҡ көнөндә таяныр иңдәр булыр тип ышанған балаларың ҡайҙа инде? Дөрөҫ, сит илдә! Ана шул-шул. Атай-әсәй генә түгел, йәмғиәт, ил алдында ла бурыслы бит һуң улар. Илүсәнең балалары кеүек, күпме йәштәр сит илдә эшләп йөрөй. Ә уларҙы бит һуң ошо ерҙе, инде матурлаһын, алға ебәрһен, оло быуындан киләсәкте үҙ ҡулдарына алһын, ошо ерҙә үҫкән балалары үҙ телен ҙурлаһын, үҙ халҡы өсөн файҙа килтерһен тип күпме кеше көс түккән. Ә әсәй?! Ейәндәрен тупылдатып яратҡыһы килеп китә бит Илүсәнең. Ҡыҙҙары менән һөйләшеп ултырһалар, кейәүҙәре гөрләшеп ошо ихатала йөрөһә, ейәндәре шау-гөр килеп йүгерешһә, насар булыр инеме ни? Ошолай итеп яңғыҙлыҡ ҡосағында ултырыр инеме лә, илле йәш ишеген шаҡығанда кемгә барып һүҙ ҡушырға белмәй, шатлыҡ-хәсрәтен уртаҡлашыр кеше тапмай ҡаңғырыр инеме? Ейәндәренә алданһа, бәлки, Рәфиле лә йәш ҡатын эҙләп ситкә китмәҫ ине…Ире иҫенә төшөүгә яңынан йөрәген өйкәгән рәнйеүе ҡалҡып сыҡты ла баяғы яман уйҙы төртөп уятты: “Үлергә!” Дарыуҙар һалынған тартманан ниндәй икәнен дә ҡарап тормайынса, бер ус дарыу йыйҙы Илүсә. Уларға унлаған йоҡо дарыуы өҫтәне. Дарыу булды. Әҙерләнәһе генә ҡалды.– Ҡайҙа ятып үлергә?Ошо уй килгәс, Илүсәнең зиһене яҡтырып киткәндәй булды. Ул йылмайғандай итте.– Урын-ерең юҡмы, үлергә икән, үл дә ҡуй… – ти эске бер тауыш.– Һин кеше булып йәшәнең, кешесә үлә лә бел, – ти икенсеһе.Кешесә икән, кешесә булһын һуң, әйҙә…Илүсә, тыштағы йәйге душта ҡойоноп алғас, йоҡо бүлмәһенә инде. Ундағы урын-ер әйберҙәрен, үҙенең өҫ кейемдәрен алмаштырҙы. Хәҙер хушлашыу хаты ғына яҙһын да…Яҙышырлыҡ ҡағыҙ-ҡәләм эҙләгәндә ул ҡыҙҙарының иҫтәлеккә тип һалып ҡуйылған мәктәп дәфтәрҙәренә, төрлө һүрәттәренә юлыҡты. Уларҙы күкрәгенә ҡыҫып, әллә күпме ултырҙы. Рәхәтләнеп илағыһы килә лә, әллә нишләп күҙ йәштәре сыҡмай, йөрәк ташҡа әйләнгән кеүек. Бына – күп йылдар элек иренә арналған шиғырҙар шәлкеме. Ҡара, апаруҡ ҡына матур яҙылған булғандар икән. Эй, тегеһе шуларҙы уҡырға ярата ине. Бер-икеһен ятлап та алғайны, шикелле. Ҡасандыр уны бик яратҡан иренең хыянат итерен, сығып китерен кем күҙ алдына килтергән?..Оҙаҡ ултырҙы Илүсә үткәндәр ҡосағында онотолоп. Күҙҙәре шиғыр юлдарын күрмәҫлек хәлгә еткәс, диван эргәһендәге тәпәш өҫтәлдә торған күҙлегенә үрелде һәм үлер өсөн әҙерләнгән тейешле дарыуҙарҙы яңылыш иҙәнгә сәсеп ебәрҙе. Тегеләре иҙән араһына, шкаф аҫтына тәгәрәшеп инеп бөттө. Илүсәгә улар шатлана-шатлана тәгәрәшкән кеүек тойолдо. Ҡатын, ҡалған ике бөртөк төймәкәйҙе йотоп ҡуйҙы ла, ташландыҡ бесәй балаһылай, бөршәйеп кенә мендәргә башын терәне.Иртән уянғанда уның күҙенә иң беренсе булып бүлмәһенең болалығы сағылды. Кисә алмаштырған урын-ер япмаһы ла, кейемдәре, китап-ҡағыҙҙары ла иҙәндә туҙып ята. Өй күңелһеҙ, “шылт” иткән тауыш та юҡ. Тынлыҡ ҡолаҡты ҡыҫа. Ә быға тиклем бындай тынлыҡҡа иғтибар ителмәгән бит.– Әлдә кисә үлмәгәнмен, – тип уйланы ҡатын. – Өйөм ниндәй бола. Ғүмер буйы шулай лапы булды, шуға киттем тип, иренә аҡланырға бер сәбәп булыр ине.Илүсә, туҡмалған эттәй, көскә ҡалҡынып торҙо ла, аяҡтарын бөкләп, арҡаһын стенаға терәне. Эшкә барһа, яҡшы булыр ине – кеше араһында яңғыҙлыҡ ул саҡлы беленмәй. Ләкин сираттағы ялы яңы башланған, кемгә, нимә тип бараһың иртән иртүк.“Үлергә” тигән уй инде беренсе сиратта тормай, шулай ҙа башынан сыҡмаған. Һөйләшеп ултырһам, күңел баҫылмаҫмы тип, ултырған еренән генә кеҫә телефоны аша бер-ике әхирәтенә шылтыратып сәйгә саҡырып ҡарағайны ла, һәр береһенең эше-мәшәҡәте булып сыҡты – матур ғына итеп кире ҡаҡтылар. Үсекмәне Илүсә, сөнки үҙенең дә шулай “эш күп, ваҡыт юҡ” тигән саҡтары аҙ булманымы ни?Ул, аҙыраҡ бер нөктәгә ҡарап ултыра биргәс, һаташҡан кешеләй торҙо ла йыртма календарҙың биттәрен һанай башланы. Ун бит һанағандан һуң ҡара маркер менән әүернә һүрәте эшләне. Бына ошо көндө үләсәк ул! Ә хәҙер… Хәҙер ошо көнгә әҙерләнергә кәрәк. Уны һуңғы юлға оҙатырға килеүселәр алдында оятҡа ҡалырлыҡ булмаһын.Илүсә һыу йылытырға ҡуйҙы, сәйнүк йырлай башланы, телевизор терелде – өйҙә йәшәүгә ут бирерлек әҙ генә булһа ла йәнлелек һиҙелде. Компьютер экранында “Йәшәргә 10 көн ҡалды!” тигән һөйләм пайҙә булды. Ун көн… Нимәләр эшләп өлгөрөргә?“Өйҙө тәртипкә килтерергә – өс көн, үҙемә ваҡыт – ике көн, баҡсаны йыйыштырырға – ике көн, оҙатырға килгән кешеләрҙе ашатыу өсөн бешеренергә – ике көн, ә унынсыһы – үҙемә!” Был һүҙҙәр ҡағыҙ битендә урын алды. Илүсә уны оло ҡаҙаҡ менән шифоньер ситенә ҡаҙаҡлап ҡуйҙы. Әйҙә, ғүмерҙең ҡыҫҡалығын күрһәтеп торһон.Шунан һуң эшенә сумды. Яңы өйгә күсенгәс, был өйҙәрен ремонтлап һатмаҡсы булғанға, ҡул етмәй тора ине. Бына бит нисек килеп сыҡты. Үҙенең отпускы аҡсаһы ла бар, балалары ебәргәне лә – Аллаға шөкөр. Буяуға, башҡа кәрәк-яраҡҡа аптырап тораһы түгел хәҙер. Йыйыштырыуҙы иҫке галуштарҙы утҡа яғыуҙан башланы “галушлы һылыу”. Бүлмәләрҙең эше бөткәс, баҡсаһында тир түкте, һуңынан үҙенә лә ваҡыт бүлде: сәсен киҫтереп буятты, ыҡсым ғына бриджи алып кейҙе, уға килештереп бер нисә кофта алды. Әсәһе әйтмешләй, “хөкүмәт эшендә” йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙың өйҙә, мал янында кейергә шул алама галуш, иҫке футболка менән триконан башҡа яраҡлашҡан кейеме бик булмай икән – шуны белде. Ә әле инде, ҡайҙа барһа ла, хатта тауыҡтарын ашатырға ла сәсен тарамайынса, көҙгөгә ҡарамайынса сыҡманы.Үҙен ерләргә киләсәк кешеләрҙе ашатыр өсөн магазиндан тейәнеп аҙыҡ-түлек алып ҡайтып килгәндә ире осраны.– Нимә, әллә яңы йәр таптыңмы, кәртишкә кеүек кейенеп алғанһың, – тине ул, күҙен аҡайтып. Тик ни эшләптер был юлы йәш кәләшенең йылы ҡуйынын иҫенә төшөрөргә онотто, бәлки, теге ҡуйын һыуына башлағандыр, кем белә инде.– Эйе, – тине Илүсә йылмайғандай итеп, – туйыма саҡырам, йәш кәләшеңде лә алып кил.Илүсә кейәүгә сыға икән, кемгә икән, тигәнерәк хәбәрҙәр яңылыҡ көтөп аптыраған ауылдаштары араһында йәшен тиҙлегендәй таралды ла онотолдо. Был хәбәрҙе башҡа яңылыҡтар баҫып китте. Балалары ла онотҡанда бер шылтыратып алған булды.– Хәлең нисек, әсәй? – тигәнгә:– Һәйбәт! – тигән дежур һүҙ осто ла юғалды. Һәйбәт тимәй, нимә тиһен һуң әсәй кеше. Хәлен кеше түгел, үҙе аңламаған сағы.Ниндәйҙер сәйер ашҡыныу менән йәйге оҙон туғыҙ көн үтте лә китте. Һәр иртә һайын “әлдә кисә үлмәгәнмен” тип шатланды, сөнки һәр көндө бер эш табылып торҙо. Бүлмәләрҙә ҡояш нурҙары йүгерешеп уйнай, баҡсалағы гөл-сәскәләр менән күбәләктәр серләшә – йәшә лә йәшә генә. Туғыҙ көн апаруҡ ҡына ғүмер, юғиһә икәүләшеп күпме көс түгеп һалған яңы өйҙәрендә ирен йәш ҡатыны менән бергә күҙ алдына килтерһә, йәшәгеһе килмәй ҙә ҡуя. Туғыҙ көн буйы уйында үлем юлдарын барланы ҡатын.Дарыу эсеп үлеү ысулы кире ҡағылды, сөнки ҡатын-ҡыҙ үлгәс тә матур, гүзәл булып ҡалырға теләй. Дарыу эсеп үлһәң, ауыҙыңдан күперегең ағып ятһа (бер ваҡыт шундай күренеште кинола күргәйне), әгәр оҙаҡ ваҡыт кеше белмәһә, ҡомаҡтар ҡолағыңды кимерһә… Тәүбә, тәүбә…Аҫылынһа, теле сығып тороуҙан, һыуға батһа – ҡорһағы ҡапайыуҙан ҡурҡты ҡатын. Ни эшләптер, туҡтарға кәрәк был уйҙан, тигән фекер башына ла инеп ҡараманы хатта.Бына инде иҫәп буйынса унынсы көн – Илүсәнең китәһе көнө. Ҡатын, аныҡ ҡына бер ҡарарға килгәндәй, әүернә төшөрөлгән календарь битен йыртып алды ла өҫтәлгә һалды. Аҡ ашъяулыҡ йәйелгән өҫтәлдә ҡара әүернә һүрәте әллә нисек шомло булып ята.Илүсә, хушлашҡандай, тирә-яғына әҙерәк ҡаранып торғас: “Хушығыҙ, мин киттем!” – тигән һүҙҙәрҙе тиҙ генә яҙҙы ла, ишекте бикләй һалып, асҡысын билдәле урынға ҡуйҙы. Уны ниндәйҙер аңлашылмаҫлыҡ көс алға әйҙәй, шуға ла ул туҡтап ҡуймайым тигәндәй, ҡарһалана-йүгерә урман яғына ыңғайланы. Ә урман аръяғында һәр саҡ күңелле итеп паровоз тауышы яңғырап киткәненә ул күптән күнеккән – ире нисәмә йыл машинист булып эшләне бит.Күпме атлағандыр, уны хәтерләмәй Илүзә. Күҙ алдын һоро томан ҡаплап алды, ике ҡолағында, әйтерһең, көслө тулҡын шаулай. Шунан һуң ҡолағы ишетмәҫ, күҙҙәре күрмәҫ булды – бөтә донъя ҡараңғыланып китте. Ул ҡулдарын һонған килеш бер-ике аҙым атлағандай итте лә ағас олонона һөйәлде, ипләп кенә ергә сүгәләй башланы. Бына ул үлем… Поезд юлына сығып та етә алманы – үҙе эҙләп тапты…– Оп-па!.. – тигән тауышты, йылы ғына көслө ҡулдарҙың уны тотоп ҡалғанын, ипләп кенә ергә ултыртҡас, термостан ҡойолған үлән сәйе йотҡанын төштәгеләй генә ҡабул итте ҡатын. Ә күҙҙәрен асҡанда эргәһендәге спорт костюмы кейгән ир рюкзагы өҫтөнә ултырған да уға нашатыр еҫкәтеп булаша ине.Илүсәнең керпектәре асылғанды күргәс, ул йылмайып ебәрҙе:– Ҡайҙа бара инең, һылыу, был саҡлы бәрелә-һуғыла? – тине ир күҙҙәрендә шаян сатҡылар бейетеп. “Йыйырсыҡтары шундай йылы!” – тип уйланы Илүсә һәм беренсе синыф уҡыусыһы кеүек һорауға шунда уҡ яуап та бирә һалды:– Үлергә!– Ә-ә?!Ир аптырап ҡалды. Шаяртманы бит ҡатын, ысынын әйтте. Сөнки йөҙө ап-аҡ булған, күкһел ирендәре ҡыҫылған, ә күҙҙәрендәге һағыш һәм тәүәккәллекте үлсәрлек бизмәндәр табылмаҫ төҫлө.– Нисек рәхәт итеп әйттең дә ҡуйҙың, әй! Үлем юлы бынан үтеүен белмәй ҙә инем. Ал, әйҙә, мине лә шул яҡҡа, берәүҙән икәү яҡшы бит әкиәттә лә…– Сәйеңә рәхмәт. Ләкин был юлға тик яңғыҙ ғына барыу хәйерле.Ҡатын тауышын үҙе көскә ишетте, һөйләшеүе лә нишләптер ауыр бирелә ине. Урынынан ҡуҙғалған ҡатынға теге ир һикереп тора һалып, ҡулын һондо.– Тотон ҡулыма, һылыу. Ҡан баҫымың түбән һинең, йөҙөңә сыҡҡан. Шуға башың әйләнә. Ни эшләп ирең урманға бер үҙеңде ебәрҙе һуң?Ирҙең һонолған ҡулына ҡағылған бармаҡтар тертләп китте.– Исемем Фуат була. Ә һинең?– Илүсә.Фуат, Илүсәне ауыр уйҙарынан арындырыр өсөн, әллә нимәләр һөйләргә тотондо. Ул был һылыу ҡатындың хәл-торошон яҡынса аңлағайны инде.Улар урман эсендәге юл буйлап яй ғына йәнәш атлап киттеләр.Донъянан ваз кискән Илүсәгә бөтөнләй белмәгән Фуаттың йылы ҡулдары, ҡыҙыҡ ҡына итеп кетерҙәтеп көлөп ҡуйыуы күпмелер дәрәжәлә көс өҫтәгәндәй булды. Күҙ ҡырыйы менән генә ирҙең саллана башлаған сәстәрен, мәҙәк кенә итеп йәмшәйгән ҡолағын шәйләй, әллә ҡайҙан, алыҫтан килгән һымаҡ тауышындағы айырым-айырым ауаздарҙы ла ишетеп ҡала. Шул уҡ ваҡытта уның хәлен аңлаған бер йән эйәһенең эргәһендә барыуына, бер артыҡ әйбер һорашмауына үҙенсә ҡыуана ла һымаҡ. Ниндәй ҡурҡыныс эш артынан китеп барғанлығы башына саҡ барып еткәндәй булды… һәм ҡатын ҡапыл боролдо ла ирҙең күкрәгенә бышын һалып үкһеп илап ебәрҙе. Оҙаҡ иланы ул, күҙ йәштәре үҙенән-үҙе ағылды ла ағылды. Ә аптырап ҡалған Фуат, ни эшләргә белмәй, ҡатындың ҡалтыранған иңбашынан ипләп кенә һыйпаны…– Ҡотҡарыусы фәрештәм һин! – тип әйтәсәк уға Илүсә аҙаҡ, тыйнаҡ ҡына никах мәжлесенән һуң.– Илағым минең! – тип йылмаясаҡ урмансы Фуат – тәүге ҡатыны вафат булғас, бүтән мәңгегә өйләнмәм тип уйлаған, яңғыҙлығын эш мәшәҡәттәре менән баҫырға тырышҡан, ләкин йөрәге кемделер көткән уҙаман.Хәлдәрҙең асылын улар икеһе генә белер. Балалары әсәләренең был аҙымын аңламай аптырар, уларға, әсәй кеүек, атай ҙа яҡын бит. Ә Рәфил, ҡыҙылға ҡыҙыҡҡан үгеҙҙәй, йәш тән көҫәгән һәм йәш кәләшкә ярарға тырышып, төрлө ҡиәфәткә кергән сал сәсле ир, төн уртаһында йөклө иҫерек йәш ҡатынын эҙләп йөрөгәндә, ҡасандыр үҙе бәхетле ғүмер кисергән йорттоң тәҙрәһенә малайҙарса таш бәреп китәсәк.Ҡара әүернә төшкән йыртма календарь бите аяҡ аҫтында буталып йөрөр-йөрөр ҙә сүп һауытынан урын алыр. Тик Илүсәнең тормошондағы ҡәһәрле ун көндә нимәләр кисергәнен бер кем дә белмәҫ. Ҡатын-ҡыҙ күңеле даръя бит ул, ә даръя төбөндә нимә ятҡанын кем өйрәнеп бөткән инде?!Үҙ башынан үткән был кисерештәрҙән һуң, Илүсә яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған “Әхирәттәр” клубы ойошторасаҡ. Хоҙай уға тиккә генә ошоларҙы үҙ йөрәге аша үткәртмәгәндер, яңғыҙҙарҙың хәлен аҙға ғына еңеләйтә алырлыҡ аң һалғандыр, юл күрһәткәндер, Фуатты ла уның терәге, кәңәшсеһе булыр өсөн алдына сығарғандыр, тип ҡабул итәсәк Илүсә.– Әхирәттәр! Яңғыҙлыҡ Хоҙай бүләге түгел, уны бер кем дә һорап алмай. Шуға ла ҡайғы-шатлыҡтарҙы ла, хистәребеҙҙе лә үҙебеҙҙә бикләп тотмайыҡ, беҙҙе аңларҙай кешеләр менән уртаҡлашайыҡ, бер-беребеҙгә терәк һәм кәрәк булып, ауырлыҡтарға, һағыштарға бирешмәй, тормоштан гел яҡшылыҡ, изгелек көтөп йәшәйек. Яңғыҙлыҡ әсирлегенән ҡотолоу сараһын күмәкләп эҙләйек, һөйләшәйек, кәңәшләшәйек, – тип башлаясаҡ ул тәүге ултырышты.
https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Ya-i-li--osa-inda-G-lnur-izz-tullina-482570/
Гөлнур Ғиззәтуллина
фото т.роза
Читайте нас: