Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
2 Декабрь 2020, 22:20

ЭТТЕҢ УРЫНЫ ҠАЙҘА?

“Әгәр кеше этте үҙенең ер биләмәләрен, йәки мал-тыуарын һаҡлау, һунар итеү маҡсатын да түгел, ә башҡа ниәт менән тотһа, уның ҡылған изге ғәмәлдәренең бер өлөшө тартып алынып торасаҡ”, – тигән

Бәйғәмбәр. Тимәк, ошо юҫыҡтан ҡарағанда, хәҙер киң таралған күренеш – этте матурлыҡ өсөн көтөү – һис тә дин ҡанундарына тап килмәй.
Мөхәммәт бәйғәмбәр тағы бер хәҙисендә бындай хайуандарҙы өй эсендә аҫрарға ярамауы хаҡында иҫкәртә. “Эттәр һәм йәнле нәмәләрҙең рәсемдәре булған өйгә фәрештәләр инмәҫ”, – тиелгән унда. Шуға ла эт йәшәгән йортта намаҙ уҡыу тыйылған. Әгәр эткә тейһәң, тәһәрәтең боҙола.
Эт тотоуҙың тағы ла бер нисә мөһим ҡағиҙәһе бар икәнен онотмағыҙ:
Эт күңеле – бер һөйәк, тиҙәр. Шулай булһа ла, был йән эйәләрен, ҡаты-ҡото менән алдаштырып, онотҡан да бер күҙ һалып аҫрау һис тә дөрөҫ түгел. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәлләмдең әйтеүенсә, йорт хайуандарын бәйҙә тотоп, аҙыҡ табып ашарға мөмкинлек бирмәй, астан үлергә мәжбүр иткән кешенең йәне ожмахҡа инмәйәсәк.
Эт тотоуҙың тағы ла бер нисә мөһим ҡағиҙәһе бар икәнен онотмағыҙ. Үҙебеҙ ҡулға эйәләштергән һәр нәмә – мал, ҡош-ҡорт, эт, бесәй, тутыйғош һ.б. – өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәтә дин. Этең бәйҙән ысҡынып, күршеңдең тауығын ашаған икән, был – һинең ғәйебең.
“Әгәр кеше этте үҙенең ер биләмәләрен, йәки мал-тыуарын һаҡлау, һунар итеү маҡсатын да түгел, ә башҡа ниәт менән тотһа, уның ҡылған изге ғәмәлдәренең бер өлөшө тартып алынып торасаҡ”, – тигән Бәйғәмбәр. Тимәк, ошо юҫыҡтан ҡарағанда, хәҙер киң таралған күренеш – этте матурлыҡ өсөн көтөү – һис тә дин ҡанундарына тап килмәй.
Мөхәммәт бәйғәмбәр тағы бер хәҙисендә бындай хайуандарҙы өй эсендә аҫрарға ярамауы хаҡында иҫкәртә. “Эттәр һәм йәнле нәмәләрҙең рәсемдәре булған өйгә фәрештәләр инмәҫ”, – тиелгән унда. Шуға ла эт йәшәгән йортта намаҙ уҡыу тыйылған. Әгәр эткә тейһәң, тәһәрәтең боҙола – уныһы ла хәтерегеҙҙә ҡалһын.
Йыртҡыс йәнлек булғанлыҡтан эттең ите лә, йөнө лә, шайығы ла харам. Шулай ҙа ҡайһы бер дин әһелдәре уның тиреһен яҡшы итеп эшкәртелгән хәлдә намаҙлыҡ сифатында ла файҙаланырға мөмкин тип һанай. Аллаһ Илсеһенең хәҙистәренең береһен дә: “Эт ялаған ҡашығаяҡты ҡулланыр алдынан ете мәртәбә йыуығыҙ, тәүгә сайҡатҡанда хатта ҡом менән ышҡығыҙ”, – тип өйрәтелгән.
Һис бер ваҡытта ла йән эйәләренә ҡарата уҫаллыҡ, аяуһыҙлыҡ ҡылмағыҙ. Үҙен уратҡан мөхиткә, шул иҫәптән йәнлектәргә лә һаҡсыл, шәфҡәтле мөнәсәбәттә булмағандар Аллаһ Тәғәләнең шәфҡәтлелегенән мәхрүм ҡала. Быны төшөн дөрөү өсөн йәнә хәҙис тәргә мөрәжәғәт итәйек. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм сәхәбәләргә: “Бер кеше юлда китеп барғанда ныҡ сарсаған да, ҡоҙоҡ күреп ҡалып, шунда төшөп һыу эскән. Өҫкә күтәрелгәс, ҡараһа, шунда бер эт һыуһауҙан хәлһерәп, телен оҙон итеп сығарған килеш йыш-йыш тын алып йөрөй икән. Хатта әҙ генә еүеш булып ятҡан тупраҡты ҡапҡылай, ти. “Был хайуан да минең һымаҡ уҡ сарсаған”, – тип уйлап ҡуйған мосафир һәм, ҡоҙоҡҡа кире төшөп, күн итегенә һыу
тултырып алып менгән дә эткә эсергән. Изге күңеллелеге өсөн Аллаһ Тәғәлә был кешенең барлыҡ гонаһтарын ғәфү иткән”, – тип һөйләгән. “Эй, Аллаһ Рәсүле! Беҙҙең йәнлектәр өсөн дә Раббыбыҙҙан мәрхәмәт көтөргә хаҡыбыҙ бармы ни?” – тип һорағандар. Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: “Һәр йән эйәһе өсөн рәхмәткә өмөт итә алаһығыҙ”, – тигән.
Даян МӘЖИТОВ.
Фото: Олег Яровиков
https://tamasha-rb.rbsmi.ru/articles/common_material/ETTE-URINI-AY-A-570541/
Читайте нас: