Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
28 Ноябрь 2020, 17:31

Семәрле сәңгелдәк (Хикәйә)

– Әсәйем, ҡәҙерлем! Хәйерле иртә! Таң менән тора һалып, бешеренеп тә йөрөйһөңмө? Ҡунаҡҡа ҡайтҡан берҙән-бер ҡыҙының ғаиләһе йоҡонан тороуына өлгөртәйем, тип ҡабаланып ҡыҫтыбыйға йәймә бешереп маташҡан Филзә, Фаягөлөнөң тауышын ишетеп, ихлас йылмайып ебәрҙе.– Эй, бәпесем, торҙоң дамы ни? Әҙерәк ятыр инең балалар йоҡоһонда! Атаң йортона ҡайтып, нишләп улайтып таң һарыһы менән тороп ултырҙың, бәпкәм?

– Икәүләп аулаҡлап һөйләшергә лә башҡа форсат юҡ бит, әсәй! Көндөҙ балалар менән мәж килдек, кисен мунса инеп сыҡҡас,тиҙерәк йоҡлау рәтен ҡараныҡ, юл да йонсотҡан. Ә бөгөн төштән һуң юлға сығырға кәрәк, иртәгә кейәүеңә лә, миңә лә эшкә, таң һарыһы менән балаларға ла баҡсаға. Әллә ниндәй бер туҡтауһыҙ саба торған замана бит... Ҡайҙалыр ашығабыҙ, йүгерәбеҙ, көндән-көн ваҡыт тиҙерәк үтә, ахырыһы.

– Шулай шул, балаҡайым. Өләсәйең әйтмешләй, замана ахырыһы еткәс, әҙәм балаһы йүгерер ҙә йүгерер, ҡайҙалыр ашҡыныр, ти. Үҙе ҡайҙа, нимәгә ҡабаланғанын белмәҫ, ти.

Фаягөл газ плитәһе өҫтөндә ултырған кәстрүлдең ҡапҡасын асып ҡараны:

– Әсәй, картуфты иҙә торайыммы?

– Ярай, балам, һуған менән боросто шкафтан ал, һөткә май һалып иретелгән, ана микротулҡынлы мейестә тора. Иҙә тор, балам, улай булғас, мин хәҙер йәймәләрҙе бешереп бөтәм, атайың да малын ҡарап инәлер, күмәкләп сәй эсеп алайыҡ.

– Минекеләр йоҡлай торһондар, кейәүеңдең дә йоҡоһо туйһын! Аҙна буйы эше тынғыһыҙ, таң һарыһы менән сығып китә лә төн уртаһында ҡайта, уның араһында командировкалар. Әйҙә, әсәй, элекке кеүек өсәүләп, сөкөрҙәшеп кенә ултырып сәй эсәйек.

Газ өҫтөндә бешереп торған Филзә, ҡыҙының был һүҙенә иҙерәп, ҡулындағы сәнске менән бысаҡты өҫтәлгә ҡуйып, Фаягөлөн тартып алып, күкрәгенә ҡыҫты.

– Бәпескенәмде инде, мин дә һине ныҡ һағынам, ҡосаҡлап ҡына ултырыр, сабый сағыңдағы кеүек, сәскәйҙәреңде еҫкәп кенә ҡуйынымда йоҡлатыр инем, кейәү алдында ғына уңайһыҙ...

Фаягөл, иркәләнеп, әсәһенең ҡосағына һыйынды. Ишектән килеп ингән Мирғәли, ҡыҙы менән ҡатынының ҡосаҡлашып торғанына аптырап:

– Бәй, берәй нәмә булдымы әллә? – тип, һораулы ҡарашын төбәне.

– Юҡ, атай, бөтәһе лә һәйбәт, һеҙҙе ныҡ һағындым, был юлы оҙаҡ ҡайтып булманы бит.

Ашығып йөрөп табын йүнәтергә керештеләр, тик Мирғәли генә оҙон-оҙаҡ сәйләп ултыра алманы, кемдер ишек дөбөрләткәнгә, тиҙ генә кейенеп, тышҡа юлланды, тағы бер нисә минуттан ишекте асып:

– Әсәһе, Ғәфүргә мал һуйышырға киттем, мине юғалтмағыҙ, – тип өндәште.

Әсәле-ҡыҙлы бер-береһенә ҡарашып, аулаҡ ҡалғанға ҡыуанып, һөйләшеүҙәрен дауам итте.

– Әсәй, мин һиңә бер нәмә әйтәйем әле. Телефон аша әллә нисек, шуға үҙең менән ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшәйем, тинем.

Филзә, һағайыбыраҡ, Фаягөлөнөң аяҙ күктәй зәңгәр күҙҙәренә баҡты. Ыуаланып, нисек һүҙ башларға белмәй аптырабыраҡ торған ҡыҙына күҙ һирпеп алғас, күңеленә шом төштө.

– Әсәй, ҡурҡма, бер бәләкәй генә асыҡлайһы мәсьәлә бар ине. Беләһеңме, мин “Бәйләнештә”, “Класташтар” селтәренә балаларҙың, үҙебеҙҙең фотоларҙы ҡуйып барам. Бер-ике ай самаһы элек шунда бер ҡатынҡай килеп инде, уны дуҫтар исемлегенә алдым. Урта йәштәрҙәге, һинән йәшерәк микән, матур ғына бер апай. Шул ҡатын минең фотолар аҫтында ҡыҙыҡ ҡына яҙмалар ҡалдыра башланы. Тәүҙәрәк яңылыш яҙғандыр, тип көлөп кенә ҡуйҙым, ләкин һуңғы арала был яҙыуҙар мине ысынлап та уйға һалды. Әллә мин белмәгән берәй туғаныбыҙмы тиһәм, бер ишетмәһәм, бер ишетер инем, тим...

– Ниндәй яҙыу һуң ул, балаҡайым? Нимә тип яҙа?

– Бына, әсәй, үҙең уҡып ҡара.

Өҫтәлдә ятҡан күҙлеген кейеп алғас, Филзә ҡыҙының телефонына үрелде. Һәр бер фотоның аҫтына яҙылған “Матурҡайым минең! Һылыуҡайым! Алтыным минең!” тигән һүҙҙәрҙе уҡығас, авторының кем икәнлеген танырға теләгәндәй, диуарындағы фотоға баҡты. Унан таныш булмаған сит-ят ҡатын ҡарай. Юҡ! Йөҙө таныш түгел! Күргән-белгән кешегә оҡшамаған. Филзә ҡатындың исеме, фамилияһына күҙ һалды. Унан үҙ алдына ғына мыңғырҙаны:

– Шул! Эйе, тап үҙе, ә исеме... Әлифә. Тик фамилияһы ғына башҡа! Иренекелер, күрәһең...

Филзә, күҙлеген һалып, өҫтәлгә ҡуйҙы. Ниндәйҙер бик кәрәкле әйберен юғалтҡандай, ялп итеп боролоп, аш бүлмәһенең бер шкафын асып ҡараны, һыуытҡыс эсенә күҙ һалды, тик бер нәмә лә алырға уйламаны. Унан елпелдәтә баҫып соланға сығып китте. Фаягөл әсәһенең ҡыланышын күҙәтеп, артабан нимә булырын көтөп, аптырап тора бирҙе. Артынан сыҡһа, уны уңайһыҙ хәлдә ҡалдырыуҙан тартынды. Бына бер нисә минуттан ишек асылды, тупһала күҙҙәре йәшкәҙәгән әсәһе күренде. Килеп ингән ыңғайы аптырап иҙән уртаһында баҫып торған ҡыҙын ҡосаҡланы, бер аҙ уны күкрәгенә ҡыҫып, арҡаһынан тупылдатып һөйөп алғас, ҡулынан тотоп, ултырырға әйҙәне. Диванға ултырғас та балаҡайының ҡулын ысҡындырмай, йомшаҡ ҡына итеп һыйпап, ирендәрен терәп, алмаш-тилмәш үбеп алды. Унан ҡапыл ниндәйҙер бер ҡәтғи ҡарарға килеп, күҙҙәрен тултырып, ни әйтерен көтөп торған ҡыҙына баҡты.

– Был... был һинең... әсәйең... Ысын әсәйең,ҡыҙым!

– Ә-с-ә-йем?! Ә һин... һин... минең әсәйем түгелме ни?!

Әсе йәштәре мөлдөрәмә тулған зәңгәр күҙҙәр Филзәнең бәғерен телде.

– Мин һиңә был хаҡта һөйләрмен тип әллә нисә тапҡыр уҡталдым, ҡыҙым! Кеше ауыҙынан ишеткәнсе үҙем һөйләп бирәйем, тип ниәт­ләнгәйнем, бер сәбәбе сыҡмай торҙо. Һин мәктәптә уҡығанда әҙерәк быуыны ҡатһын, нығынһын, тип һүҙ ҡуҙғатманым. Шунан һынылыш осоро булған үҫмер сағың үтеп китһен инде, тип кисектерҙем. Унан кейәүгә сыҡтың, балаларың тыуҙы, ул турала һүҙ башларға йөрьәт итмәнем. Хәҙер үҙең ике сабыйға әсәйһең, минең хистәремде, борсолоуымды, күңелем түрендә торған ошо серемде аң­ларһың, тип уйлайым.

Филзә, ауыр һулап, башындағы яулығын сисеп, эргәһендә торған артлы ултырғысҡа һалды, сәстәрен ҡулы менән һыйпап тарап ҡуйҙы. Ҡыҙы, дивандың икенсе башында ятҡан бәләкәй мендәрҙе ынтылып алып, әсәһенең тубығына һалды, унан, бәләкәй саҡтағылай, бөгәр­ләнеп кенә менеп ятып, әсәһенең ҡулын ҡосаҡлап, тынып ҡалды. Ҡыҙының йомшаҡ ҡына сәстәренән үбеп, арҡаһынан тупылдатып яратып алғас, Филзә әкрен генә хәтер төйөнөн сисә башланы.

...Атайың менән бер ауылда, бер урамда уйнап үҫеп, бер-беребеҙҙе иҫ белә башлағандан белеп, хистәребеҙҙе бик оҙаҡ һынап йөрөнөк беҙ. Уның өс йыл Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡанын да көтөп алдым, хаттар алыштыҡ, мин медицина училищеһын тамамлап, фельдшер-акушер дипломы алып, ауылда эш башланым. Оҙаҡҡа һуҙмай туй яһап, башлы-күҙле булдыҡ, тәүҙә өләсәйеңдәрҙә йәшәп торҙоҡ, унан өй һалып, башҡа сыҡтыҡ. Күп тә үтмәй буйға уҙҙым, атайың үҙ ҡулы менән семәрләп сәңгелдәк тә яһап ҡуйҙы. Эй тырышып, күңелен һалып эшләне уны! Колхоз эшенән ҡайта ла оҫтаханаһына инеп бикләнә! Әҙер булғас, күргән бер кеше һоҡланып, тел шартлатты. Тик мин генә сәңгелдәкте алдан эшләп ҡуйыуын һис өнәмәнем, ләкин ул тынысландырҙы, күңелемдәге шик-шөбһәне таратты.

– Кит инде, әбейҙәр кеүек хөрәфәткә ышанып тораһыңмы? Атеизм буйынса дәрескә бөтөнләй йөрөмәнеңме әллә? – тип минең һүҙҙәремде шаяртыуға борҙо. Уның шулайтып шаяртыуы мине лә тынысландырҙы.

Эшем дә бигерәк тынғыһыҙ булды шул, үҙең белмәгән ни эш бар? Төн тип тормай, көн тип тормай, ҡарҙа ла, ямғырҙа ла, буранда ла, йәшендә лә ауырыуҙар эргәһенә саҡырып киләләр, дарыу, кәрәк-яраҡ һалынған сумкаңды тотаһың да сығып йүгерәһең. Ярай, үҙебеҙҙең ауыл ғына булһа, минең ҡарамаҡҡа тирә-яҡтағы дүрт ауыл да инә ине бит. Шулай бәпес табыр ваҡытым етеп килә, урыныма икенсе кеше ебәрергә тейештәр, ә ул ҡыҙ йәй аҙағынаса килмәй ҙә килмәй. Мин, үҙ хәлемде уйламайынса, саҡырыуҙарға йө­рөүем­де дауам иттем. Август айының башы. Бер көн шулай эштән ҡайттым да атайыңа төшкө аш әҙерләп йөрөйөм. Көн ап-аяҙ ине, ҡайһы арала болотлап өлгөргән, эш менән йүгереп йөрөп күрмәй ҙә ҡалғанмын! Тәүҙә ямғырлап, йәшенләп баш­ланғайны, шунан боҙ яуырға тотондо. Ул боҙҙоң эрелеге! Бер сәғәткә яҡын яуған боҙ ер өҫтөн ҡапланы. Ағастарҙың япрағын, картуф һабағын салатҡа тураған кеүек ваҡлап бөттө. Йыйып алынмай ҡалған ҡыяр, по­мидорҙар тишкеләнеп, эштән сыҡты. Алмағаста ҡалған алмалар ергә ҡойолдо, араһында иҫән ҡалғандары юҡ! Йәй аҙағы тынсыу, эҫе булып тора ине, ә хәҙер урамға сыҡҡас, ҡар һыуығы өтөп ала. Бер аҙға ғына ҡояш йылтыраны, тик ҡалын боҙ тиҙ генә ирергә, бирешергә теләмәне. Шунан атайың да ҡайтып етте. Ишек алдынан боҙ-борсаҡтарҙы көрәк менән ҡапҡа тышына тауҙай итеп өйөп ҡуйҙы. Бөтә ауыл, бындай хәлгә иҫе китеп, аптырашты. Кемдеңдер урамда ҡалған бәпкәләре инде ҡаҙ булып үҫеп еткәс кенә үлеп бөткән, берәүҙәрҙең та­уыҡтары ағып киткән, дауыл ҡайһы бер ауылдаштарҙың өй, аҙбар ҡыйығын алып ташлаған!

ҒИЛМИЯЗА.

(Дауамы бар).

Өй алдында күпереп, күҙҙең яуын алып сәскә атып ултырған түтәлебеҙҙән эҫе һыуҙа бешекләп йөнө йолҡонған тауыҡтыҡы ише унда -һанда бер һабаҡ тырпайып ҡалған! Урамдан, яҙғы ташҡындағы кеүек, гөрләп гөрөн аға. Ҡиәмәт көнө шундай булалыр, тигән уй килә башҡа! Шундай мәлдә өй эргәһенә атлы юлаусы килеп туҡтаны. Күрше ауылдан биш йәшлек баланы алып килгәндәр, асыҡ торған мөгәрәп ауыҙынан баҫҡысҡа ҡолап төшөп, оҙаҡ ҡына ҡанһырап ятҡан, башында ҙур асыҡ яра, уныһы килеп тороп ҡанай, текмәйенсә булмай, ә уның өсөн район үҙәгенә барып етергә кәрәк. Балаҡайҙың иҫкенәһе инәле-сығалы! Атайың ҡалаға алып барырға машина юллап сығып китте, ауылдағы берҙән-бер машинаның шоферын көскә өгөтләп, юлға сыҡтыҡ. Атайың минең бер үҙемде ебәрмәй, ҡурсый, үҙе лә барырға булды, ул арала ямғыр тағы ҡоя башланы. Ҡайҙа ти ул саҡта асфальт юлдар! Баҫыу юлынан бата-сума, машинаны әллә нисә тапҡыр батҡан еренән этеп сығарып, һалыулай-һалыулай саҡ барып еттек. Баланы әсәһе менән бергә дауаханала ҡалдырғас, ҡайтырға сыҡтыҡ. Шофер егет, тиҙерәк ҡайтып етергә була, тау аша тура юлдан китте. Машина тау түбән төшкәндә, бер яҡҡа янтая башланы. Аҫта упҡын, унан төшөп китһәң, һөйәктәреңде йыйып ала алмаҫтар! Шофер беҙгә:

– Осабыҙ! Һикерегеҙ, һикер! – тип ҡысҡырҙы.Үҙе машинаһын алдараҡ юл буйында үҫкән ҡайынға тура килтереп, туҡтатырға тырыша.

Машина ишеген асып, һикергән ыңғайы, аяғым тайып, ҡолап киткәнде иҫләйем, башым ташҡа бәрелеп, аңымды юғалтҡанмын. Эсемдең ныҡ ауыртыуынан больницала ғына иҫемә килдем...

Филзә, халат кеҫәһенән ҡулъяулығын алып, танауын ышҡыны, күҙ йәштәрен һөрттө.

– Ярай, әмәлгә ҡалғандай, шул саҡ нефтселәр эштән ҡайтып килгән, мине уларҙың машинаһы менән кире больницаға алып киткәндәр. Үҙемде ҡотҡарғандар ҙа бит... Уянып киткәс тә эсемде ҡапшап ҡарайым, балам юҡ. Һәм башҡаса сабый таба алмаясаҡмын икән!

Филзә, хәҙер инде бите буйлап йүгергән күҙ йәштәрен дә тыймай, тәҙрә аша урамға ҡарап туҡтап ҡалды. Өйҙә тып-тын. Тик стенала торған сәғәт кенә тек-тек килеп, секунд-минуттарҙы һанап, үҙенең бурысын атҡарыуҙы дауам итә.

– Шунан мине ҡайҙан алдығыҙ һуң, әсәй!

Фаягөл, түҙемһеҙләнеп, бәләкәй мендәрен ҡосаҡлап, тороп ултырҙы. Филзә, кинәт аяғүрә баҫып, һыу һауыты эргәһенә килде, сүмес менән һоҫоп алып, йәйге селләлә сарсап килгән юлсылай, йотлоғоп һыу эсергә тотондо. Шунан өҫтәл эргәһендә торған ултырғысты тартып, сүгәләне.

– Аңыма килеп, үҙемдең хәлемде аңлай башлағас, бер генә лә йәшәгем килмәне, тормоштоң ҡыҙығы ҡалмағайны! Һөйләшкем дә, бер кемде күргем дә килмәй. Балаһыҙ йәшәүҙең йәме ҡалманы, атайың килһә лә, стенаға ҡарап тик ятам. Шунан бер ҡарарға килеп:

– Айырылашыҡ, Мирғәли! Һин башҡа ҡатынға өйлән! Исмаһам, һинең балаң булһын! Икебеҙҙең беребеҙ бәхетле булырға тейештер бит, – тип әйтеп һалдым.

– Оҙаҡ уйланыңмы?

– Эйе, оҙаҡ уйланым, биҙәү ҡатын менән йәшәп, ғүмереңде заяға үткәрмә, өйлән, бала һөй!

– Мин һинең менән генә бәхетле, ни күрһәк тә бергә күрербеҙ,– тип яуапланы атайың.

Шул көндө мин ятҡан палатаға бүлек мөдире килеп инде. Ултырғыс алып, эргәмә килеп ултырҙы. Бер аҙ тып-тын ултырғандан һуң:

– Балаңды ҡотҡара алманыҡ, ҡорһаҡта уҡ йән биргәйне. Бик йәл! Ҡулыбыҙҙан килгәндең бөтәһен дә эшләнек! Әммә Алла түгелбеҙ бит! Үҙең белмәгән нимә бар?– тип күҙҙәремә ҡараны.

– Нишләп мине ҡотҡарҙығыҙ?! Минең хәҙер йәшәүемдән ни файҙа? Бала ла һөйә алмағас, әсәй булыу хисен татый алмағас!..– Мин илап, мендәргә ҡапландым!– Китегеҙ! Минең үлгем килә! Бер кемде лә күргем килмәй!

– Тороп тор! Сабырһыҙланма! Баланы бит тәрбиәгә алырға мөмкин! Бер етем бәхетле булыр, исмаһам!

– Ул бит минеке булмаясаҡ! Нисек сит баланы яратмаҡ кәрәк!

– Ә һин төптән уйла, ашыҡма! Тормош бөтәһен дә үҙ урынына ҡуя! Унан был ҡайғы ирең менән һине айырырға түгел, киреһенсә, мөнәсәбәттәрегеҙҙе нығытырға тейеш!

Нисек килеп ингән булһа, шулай шым ғына сығып китте табип.Ә мин ике-өс көн ашамай ҙа, эсмәй ҙә стенаға ҡарап яттым! Атайың көн дә анауынса ерҙән килә, эргәмдә ултыра, ауыл хәлдәрен һөйләй. Минең генә уның менән һөйләшергә хәлем дә, теләгем дә юҡ. Бер көндө палатаның ишеген ипләп кенә шаҡынылар. Рөхсәт алғас, ишектән ҡулына йомшаҡ уйынсыҡ айыу тотҡан ҡыҙыҡай менән әсәһе килеп инде. Беҙ больницаға алып килгән балаҡай ине ул. Яраһы төҙәлә башлаған, тағы аҙна-ун көндән килеп ептәрен алдыртаһы ғына ҡалған. Ҡыҙыҡай тәтелдәп тора.

– Ә беҙ һиңә рәхмәт әйтергә килдек, апай!

– Рәхмәт,Алһыу.

– Әсәйем әйтә, Филзә апайың һиңә икенсегә ғүмер бүләк итте, ти. Ысын шулаймы ни? Минең ғүмерем юҡ инеме әллә?

– Бар ине! Һин бәхетле оҙон ғүмерле булырһың, Алла бирһә! Һиңә хәҙер күп итеп тәмлекәстәр ашарға, үҫергә, көс йыйырға кәрәк!

Эйелеп, тумбочканан кәнфит-печеньелар алып, ҡулына бирҙем, күлдәк кеҫәләренә тултырҙым. Ҡыҙыҡай ҡыуанысынан коридорға сығып йүгерҙе. Шул саҡ әсәһе минең карауатым эргәһенә килеп тубығына ултыра төштө.

– Ғәфү итегеҙ инде, беҙҙең баланы ҡотҡарам, тип үҙегеҙҙекен юғалтҡанһығыҙ! Зинһар, беҙгә рәнйемәгеҙ! Һеҙ ул көндө ярҙам итмәһәгеҙ, ҡыҙыбыҙҙы ҡотҡарып булмаҫ ине!

– Ҡуй, улайтмағыҙ! Тороғоҙ! Был нишләүегеҙ!

– Ҡыҙымдың ғүмерен һаҡлап ҡалғанығыҙ өсөн беҙ һеҙҙең алда мәңге бурыслы!

Шул саҡ күҙҙәренән шаян осҡондар сәсеп торған Алһыу палатаға киренән килеп инде.

– Филзә апай! Мин тәтәйемде һиңә бүләк итергә онотҡанмын! Матур, ивет!

– Ҡуй,кәрәкмәй, Алһыу! Мин бәпес түгел уйынсыҡ менән уйнарға!

– Һин уны, Филзә апай, ҡыҙыңа бир! Ул уйнаһын!

Тәтелдәп торған баланың бүләген кире ҡағырға баҙнат итә алманым. Әсә кеше, Алһыуҙың бала тураһындағы һүҙҙәренә ғәфү үтенгәндәй, күҙҙәрен тултырып ҡараны ла, тиҙерәк ҡыҙын етәкләп, башын түбән эйеп, сығырға ашыҡты. Гонаһһыҙ сабыйҙың теләге ҡабул булдымы, шул уҡ көндө кискә табан палатаға тағы бүлек мөдире килеп инде.

– Кисә 17 йәшлек кенә ҡыҙ балаһын ташлап сығып китте, бер нисек тә өгөтләй алманыҡ! Өйрәнеп китеүҙән ҡурҡып, хатта сабыйҙы бер тапҡыр ҙа имеҙеп ҡараманы. Өйгә алып ҡайтырға ата-әсәһе, өләсәһе менән ҡартатаһы ла ҡаршы. Баланың атай булған кешеһе мәктәп уҡыусыһы ғына икән. Әллә шул ҡыҙҙы алаһыңмы? Риза булһаң, үҙем бөтәһен дә һөйләшәм, – тип күңелемә ойотҡо һалып китте.

Атайың килгәнсе бәпесте барып күрергә рөхсәт һораным. Рөхсәт бирҙеләр. Барып инһәм, балаҡай оло бүлмәлә бер үҙе генә. Бүлмәлә генәме һуң? Бөтә донъяла, миллион әҙәм балалары араһында бер кемгә лә кәрәкмәгән гонаһһыҙ сабый! Ҡайһылыр баланың донъяға килеүен ғаиләһе, туғандары, дуҫтары, таныштары өҙөлөп көтә, ә был сабыйҙан хатта үҙ әсәһе (әсәһе тип әйтергә лә тел бармай) баш тартҡан! Хатта хайуандар, ҡоштар йөрәк ярып сыҡҡан балаһы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер! Ә минең кеүек күпме ҡатын бала һөйөү бәхетенән мәхрүм!? Ипләп кенә, аяҡ остарына баҫып, карауаты эргәһенә килдем. Ҡараһам,ауыҙ-тирәһенә һөт ҡатҡан, уймаҡтай ғына ирендәрен супылдатып һурып бер айҙай һөйкөмлө сабый ята. Үҙе шундай бәләкәй генә, биткенәһе ус аяһындай, танауы ла арыуыраҡ борсаҡ ҡәҙәрлем генә, ҡашҡынаһы тәңкә менән һыҙылғандай ҡыйылып ҡына тора, шул тиклем дә матур. Яңы ғына тыуған бала ла шулай матур була икән! Түҙмәнем, ҡулыма алдым. Ә ул кирелеп-һуҙылып алды ла, имергә эҙләп, ауыҙын сәпелдәтә, башын борғолай башланы. Ә еҫкәйенең тәмлелеге! Хатта бер минутҡа башым зыр әйләнеп китте!

– Ул бәпес мин инемме ни, әсәй?

– Эйе, бәпесем, һин инең.

– Атайым да мине алырға риза булдымы?

– Әлбиттә! Атайың бигерәк ныҡ һөйөндө, беҙ һине өйөбөҙгә алып ҡайттыҡ, бәләкәй генә тупсыҡ йәшәүебеҙгә йәм бирҙе, донъябыҙға ҡот өҫтәне, артабанғы тормошобоҙ һиңә бәйләнеп барҙы.

– Атайым яһаған сәңгелдәк миңә булдымы? Ә теге уйынсыҡ әллә минең айыуыммы?

– Эйе, һинең яратҡан уйынсығың – Алһыуҙың бүләге. Ана бит үҙеңдең балаларың да һаман уның менән уйнай! Ә теге сәңгелдәктә тәүҙә һин бәүелдең, аҙаҡ ейән-ейәнсәрҙәребеҙ Алһыу менән Азамат.

Фаягөл һикереп тороп, әсәһен ҡосаҡланы, ике битенән үбеп алды.

– Әле саҡ ҡайһы бер ваҡиғаларҙы сағыштыра башланым, әсәй !Мин бит һинән гел генә ҡусты, йәки һеңле алып ҡайтығыҙ, тип ныҡышам, ә һин йә аҡса етеңкерәмәй, йә беҙ барғансы Ғәйшә еңгәң, йә Сабира апайың алып ҡуйған, тип яуаплай инең. Шул апай-еңгәйҙәрҙе мине туғанһыҙ ҡалдырған өсөн эстән генә әрләй ҙә йөрөй торғайным. Һеңле-ҡустыларын үҙҙәре менән бергә уйнарға алып сыҡҡан иптәштәремә ҡыҙығып ҡарайым. Минең дә ҡустым йә һеңлем менән уйнағым килә, көн дә ныҡышып, бәпес таптырам. Бер көн баҙарҙан матур ҡурсаҡ алып ҡайттың.

– Бына һиңә һеңле алып ҡайттыҡ! – тип ҡулыма тотторҙоң. Үҙе һары ғына сәсле, зәңгәр генә күҙле, "Мама"тип әйтә лә белә, ҡулынан тотһаң, атлап китә. Шуны күтәреп урамға сыҡҡас,Гөлниса минән ҡурсағымды һораны. Мин яңы уйынсығымды бирмәгәс, ныҡ асыуланып:

– Һине бит детдомдан алғандар, һин урыҫ балаһы! Ана, әсәйеңә лә, атайыңа ла оҡшамағанһың, һин етемәк һарыҡ бәрәсе кеүек! – тип ҡысҡырҙы. Ә һин, был хаҡта ишеткәс:

– Бер кемде лә тыңлама, ҡыҙым! Һин беҙҙеке, Гөлниса юрый ғына әйткәндер, иртәгә ярашырһығыҙ, тағы бергә уйнарһығыҙ. Ә һин, балаҡайым, һаран түгел бит, ҡурсағыңды уға ла биреп тор! Гөлнисалар күмәк, аталары мәрхүм булып ҡуйҙы, әсәһе уларға уйынсыҡ ала алмай, – тип яуап биргәйнең.

– Эй, балаҡайым! Шуларҙы иҫләйһеңме?

– Эйе! Эшкә ярай башлағас, аҡса тоттороп мине магазинға ебәрә инең. Бер көн шулай тиҙ генә алаһы әйберҙе алып, ҡайтырға сыҡтым. Мин магазинға инеп барғанда ҡапҡа төбөндә машина тора ине, эсендә – таныш түгел апай менән ағай. Сыҡҡанымды күргәс, апай машинанан сыҡты ла эргәмә килде. Исемемде һораны, сәсемдән һыйпаны, арҡамдан һөйҙө, зәңгәр генә туп, плиткалы шоколад һондо, мин алмай тора инем, ҡулыма көсләп тотторҙо ла битен ҡаплап, машинаға инеп ултырҙы. Хәҙер уйлайым да ошо апай ине шикелле.

– Шулайҙыр, ҡыҙым, һин туп күтәреп ҡайтҡас, һатыусыларҙан һорашҡайным, ул ҡатындың бер нисә көн рәттән килеп, магазин эргәһендә ултырғанын әйттеләр. Һорашҡандыр, белешкәндер, күрәһең, сөнки беҙ ҡапсыҡта ятмай, утыҙ теш араһынан сыҡҡан һүҙ утыҙ ауылға етә, тиҙәр. Һинең ул көндө магазиндан ҡайтҡаның бөгөнгөләй хәтеремдә. Мин шул Әлифәлер, тип уйлағайным, үҙемдең, һине юғалтыуҙан ҡурҡып, ҡотом осто.

Фаягөл әсәһенең икмәк еҫе сығып торған ҡулын еҫкәп, иркәләнде.

– Әсәйең, һине бала табыу йортонда Әлфиә тип яҙып ҡалдырғайны, тик беҙ ул исемде һиңә ҡушманыҡ, тәүге сабыйыбыҙға инселәнгән Фаягөл исеме менән атаныҡ. Тик, ни ғәжәптәндер, һин Әлфиә тигән исемде яраттың. Атайың менән мин генә белдек был серҙе, ә үҙең шул исемде телдән төшөрмәнең. Беҙ бүләк иткән теге матур ҡурсаҡты ла Әлфиә тип йөрөтә инең, кәнфит бирһәң, икене һорайһың, береһе миңә, береһе Әлфиәгә, тип. Үҙ алдыңа ла гел: “Әлфиә, Әлфиә, Гөлфиә, Гөлфиә !” – тип көйләп йөрөй торғайның. Әлфиәһе үҙ әсәйең ҡушҡан исем, ә бына Гөлфиәһе кемдер? Бәлки, өләсәйең шул исемле булғандыр? Мин, һинең ауыҙыңдан шул һүҙҙәрҙе ишетһәм, ҡай саҡ ҡурҡып китә инем. Яңы тыуған бала ҡайҙан уны ишетергә, иҫендә ҡалдырырға мөмкин һуң? Хоҙай үҙе ҡолағыңа бышылдап торғандыр, күрәһең, йүргәк исемеңде. Ҡыҙым, Фаягөлөм, әсәйеңә үпкәләмә, йәшлеге менән хаталанғандыр инде балаҡай. Дүрт аяҡлы ат та абына, әгәр уның менән осрашам тиһәң, ҡаршылығым юҡ, бәлки үҙеңдең атайыңды ла табырһың. Һәр кеше үҙ тамырын белергә тейеш. Бер туған һеңле-ҡустыларың барҙыр, туғандарың менән аралашһаң, мин ризамын. Унан, балаҡайым, беҙ олоғайып барабыҙ, донъя хәлен белеп булмай, әсәйеңә һыйын, һөйләш. Ул һиңә яҡын килергә ҡыйынһынып торалыр, үҙең беренсе булып бар, өндәш. Кейәү ҙә ҡаршы булмаҫ, моғайын.

Филзә, шифонерҙың өҫкө бүлегенән, хәйерлеккә тип әҙерләнгән әйберҙәре араһынан, шыптыр моҡсайға һалынған ҡағыҙҙарҙы тартып сығарҙы.

– Бына документтар. Һиңә бәлки кәрәк булыр! Бәләкәй сағыңда был ҡағыҙҙарҙы күреп, йөрәге яраланмаһын тип, үҙемдең хәйерлектәр эсенә һалдым. Һинең үлемтеккә йыйылған әйберҙәремде тоторға түгел, ҡарарға ла ҡурҡҡаныңды белгәс, шунда тыҡҡайным. Иманым камил, һин уларҙы тапмаҫ инең! Ә хәҙер дөрөҫөн һөйләп биргәс, өҫтөмдән тау төшкән кеүек, еңел булып ҡалды! Ниндәй ҡарар ҡабул итһәң, беҙ шуның менән риза булырбыҙ, балам! Тик бәхетле генә була күр, йөрәккәйем!

Аш бүлмәһендә тынлыҡ урынлашты. Филзә нисә йылдар йөрәк түрендә йөрөткән серен асып, өҫтөнән ауыр йөгөн төшөрөп, ҡыҙы алдында үҙ бурысын атҡарып тынысланды. Ә бына ҡыҙғынаһы, бер бөртөгө нимә тураһында уйлай икән? Ауылда булған бер фажиғәле хәлдән һуң ҡото осоп йәшәне бит Филзә, ҡыҙына серҙе асыу тураһында уйларға ла ҡурҡты.

... Аръяҡ урамында тағы бер ғаиләнең, Иршат менән Гүзәлдең, балалары булманы. Бик оҙаҡ көтөп тә табиптарҙан өмөтләнерлек яуап алмағас, улар тәрбиәгә әсәһе бала табыу йортонда ҡалдырып киткән малайҙы алып ҡайтты. Айҙар тип исем ҡуштылар, матур тәрбиә биреп, үҙ балалары кеүек яратып үҫтереп, уҡытып, илай-илай һалдат хеҙмәтенә оҙаттылар. Һағыныуға сыҙай алмай, егеттең ант биреү тантанаһына ла тейәнеп сыҡтылар ҙа киттеләр. Бер йылдан һуң ул үҙе, ата-әсәһен ҡыуандырып, яҡшы хеҙмәте өсөн отпуск менән бүләкләнеп, шатланып ҡайтып төштө .Ауылда хәбәр һә тигәнсе тарала бит! Иртән торғас та һалдат егеттең клубтан һуң ауылдың иң күрмәлекле ҡыҙы Айназаны оҙатыуы бар кешегә мәғлүм ине инде! Ҡыҙҙың әсәһе һатыусы Райхана ғына был хәл менән риза булманы.Иртәгеһенә үк ҡапҡа төбөндә ҡосаҡлашып торған йәштәр эргәһенә сығып:

– Минең ҡыҙым эргәһендә эҙең булмаһын! Әҡрәбәһенең кем икәнлеге лә билдәле булмаған ташландыҡҡа тип үҫтергән балам юҡ! Үҙеңә тиңде эҙлә!

Хаяһыҙ ҡатын Айназаны елтерәтеп һөйрәкләп өйөнә алып ҡайтып бикләп ҡуйған. Бер ни аңламаған егет ҡайтып, төн йөҙөндә ата-әсәһен уятып, дөрөҫөн һөйләткән, сығып китеп йылға буйындағы тирәктә муйынын элмәккә тыҡҡан. Ауыл халҡын ғына түгел, районды тетрәткән был хәлдән һуң Филзә Фаягөлгә дөрөҫөн әйтеүҙе билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерҙе.

Ҡыҙының тауышы Филзәне йоҡоһонан уятып ебәргәндәй булды.

– Әсәй, мин атайым менән һиңә шул тиклем рәхмәтлемен! Тапҡан әсәй түгел, баҡҡан әсәй, тигән бит халыҡ.Кемдәрҙер үҙ балаларынан баш тартҡанда, һеҙ сит баланы алып, тәрбиәләп, үҫтереп, бауыр баҫҡанһығыҙ! Мин бик күп атай-әсәйле баланан да нығыраҡ яратылып үҫтем. Өләсәйем менән ҡартатайым да минең өсөн аһ итеп торҙо, уларҙың ҡуйынында иркәләнеп кенә буй еткерҙем. Ике ятып бер төшөмә инмәне тәрбиәгә алынғанлығым! Ҡырын ҡараш күрмәнем, ата-әсәле балалар кеймәгәнде кейеп, ашамағанды ашап бәхетле бала булып үҫтем! Атайым менән һин, балаларым, һөйгәнем – минең иң ғәзиз кешеләрем! Ә инде әсәй булған кеше менән менән осрашырғамы, юҡмы, уйлармын... Әле генә уның менән осрашырға әҙер түгелмен. Мин, мәҫәлән, балаларымды үҙ иркем менән бер ваҡытта ла ташлап китмәҫ инем! Кәрәк булһа, улар өсөн йәнемде бирергә лә әҙермен. Ә атайыма... зинһар өсөн миңә асылғаныңды һөйләмә, йөрәген яраламайыҡ! Былай ҙа гел генә минең өсөн хафаланып, борсолоп ҡына тора! Мине бер ни белмәй, тип уйлаһын!

Солан ишеге асылды, унан-өй ишеге. Мирғәли килеп ингәс, Филзә менән Фаягөл йүгереп килеп Мирғәлиҙе ҡосаҡлап алды. Бер ни аңламаған өй хужаһы бер ҡатынына, бер ҡыҙына ҡарап, бәхетле йылмайҙы...

Фото: ҒИЛМИЯЗА.

Фото:т.роза
Яңылыҡ авторы: ҒИЛМИЯЗА
Читайте нас: