Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
23 Ноябрь 2020, 07:49

Бер ай эсендә - ике машина...

Межгорье ҡалаһынан 15 йәшлек үҫмер был башбаштаҡлығын нисек аңлатыр?

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Межгорье буйынса бүлегенең дежур часына ошо уҡ ҡалала йәшәгән кеше шылтырата һәм бер үҫмерҙең машина менән идара итеүе, уны туҡтатырға тырышыуы, әммә егеттең уңайлы мәлдән файҙаланып, ҡасыуы тураһында хәбәр итә. Үҫмер, әлбиттә, тотола. Һөҙөмтәлә түбәндәге хәл асыҡлана. 15 йәшлек үҫмер идара иткән автомобиль 63 йәшлек Межгорье кешеһенеке булып сыға. Бынан бер көн алда ул йорто янында машинаһынан әйбер бушата һәм өйөнә ташый. Шул мәлдә автомобиль асҡысын багажнигына һалып торған була. Машина янына кире килгәс, асҡыстың юҡлығын күрә. Пенсионер уны өйгә индереп һалғанмындыр тип уйлай. Тап шул мәлдә әлеге йорт янынан үтеп барған үҫмер багажниктағы асҡысты кеҫәһенә һалып ала. Икенсе көн кис ул автомобилде ҡыуып алып китә. Өҫтәүенә 15 йәшлек был үҫмер октябрь айында Белорет районында ла ошондай уҡ эш ҡылып тотолған була. Әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше асылған, тикшереү дауам итә. Фото: sun9-51.userapi.com Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: