Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
19 Ноябрь 2020, 12:01

Һүнгән усаҡ

Әлиә бер нөктәгә ҡарап оҙаҡ ултырҙы. Әмир менән танышҡан, осрашып йөрөгән миҙгелдәр күҙ алдынан китмәй. Бер-береһенә ғашиҡ булып йөрөгән миҙгелдәр оноторлоҡмо һуң? Ул ваҡытта күңел һөйөү тулҡынында йөҙә, күҙҙәрҙә - шатлыҡ. Ә хәҙер нимә? Күңелдә - бушлыҡ, ә ҡулда – айырылышыу тураһында таныҡлыҡ... Эйе, ул ваҡытта йәштәр киләсәктәрен бер-береһенән башҡа күҙ алдына ла килтермәй ине. Һәр осрашыуҙы һағынып көтөп алалар, ә айырылышыу ғазапҡа әүерелә. Әлиә Әмирҙең йөрәген алсаҡ булыуы, сибәрлеге менән яулап алды. Ә Әлиәгә һөйгәненең тыныс холоҡло, ғәҙел, шаян булыуы оҡшай ине. Осрашып йөрөүҙәренә бер йыл үтеүгә егет ҡыҙға тәҡдим яһаны

Йәштәр гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Тәүге осорҙа Әмирҙең ата-әсәһе менән бергә йәшәнеләр ҙә, һуңынан ипотекаға фатир алып, район үҙәгенә күстеләр. Ғаилә тормошоноң тәүге миҙгелдәре күңелдә тик йылы хәтирәләр менән генә һаҡлана. Тик тора-бара ике йәш йөрәк араһында ниндәйҙер упҡын барлыҡҡа килә башланы. Әлиә көләс, алсаҡ ҡыҙҙан һәр ваҡыт нимәнәндер етешһеҙлектәр эҙләргә, мыжырға яратыусы ҡатынға әүерелде. Уға иренең йә теге ҡылығы оҡшамай, йә быныһы. Әмир тәүҙә ҡатынының был “кәзәләнеү”ҙәрен шаянлығы менән ыңғай яҡҡа бороп ебәрергә тырышты. Әлиә иһә ирен “тәрбиәләү”гә ныҡлап тотондо. Иренә аҡыл өйрәтеүҙән, уның холҡон төҙәтергә тырышыуҙан ләззәт ала ине ахыры ҡатын. Тик барыбер үҙ маҡсатына ирешә алманы Әлиә. Киреһенсә, мыжыуы ире менән үҙе араһындағы араларҙы йырағайты ғына. Әмир татыу ғаиләлә үҫкәнгәме, иркәләп, наҙлап ҡына һөйләшкәнде ярата. Ҡатыны “Матурым, бөгөн урманға барып фотосессияға эшләйекме әллә?” тигән һораһа, юҡ, тип яуап ҡайтарыр инеме һуң? Ә инде “Уф, бөтә таныштар ғаиләһе менән көҙгө урманға фотосессияға барған, беҙ генә бер ҡайҙа ла йөрөмәйбеҙ” тигән ҡәнәғәтһеҙлек белдереү бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән сығып китә, етмәһә кәйефте боҙа. Ҡайһы берҙә ҡатынының нимә өсөн үсеккәнен дә аңлай алмай ине Әмир. “Үҙең аңларға тейешһең”, ти Әлиә һәм бер-ике көн һөйләшмәй. Әлиәне бөтөнләй насар ҡатын тип әйтеп булмай: аш-һыуға оҫта, таҙалыҡ ярата, өйҙәрендә һәр саҡ тәртип. Шулай булғас, нимә етмәй тағы, тип әйтерһегеҙ. Юҡ шул. Ғаилә - ул донъя көтөү өсөн генә тупланған коллектив түгел бит. Ғаилә өшөгән күңелдәрҙе йылытыусы, һүнгән ҡараштарҙы яҡтыртыусы усаҡ булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына ул кешене бәхетле итә ала. Түҙемлек сикһеҙ түгел шул. Мөхәббәт тә бер килеп юҡҡа сыға икән. Яҡшы мөнәсәбәт, яғымлы ҡараштар, наҙлы һүҙҙәр етмәүе юя икән күңелдәге был йылы хистәрҙе. Әмирҙең дә шулай булды. Ғүмер бер генә бирелә, тине лә, әйберҙәрен йыйып сығып китте. Уның иҫтәлеге булып диуарҙа эленеп торған фотоһүрәт кенә ҡалды. Унда Әлиә лә, Әмир ҙә бәхетле йылмаялар һәм киләсккә өмөт тулы ҡараш менән баҡҡандар. Тик бәхетте ҡайһы саҡта кеше үҙ ҡулдары менән емерә шул. Ә аңлағанда инде һуң була... Гүзәл АСҠАРОВА.
Читайте нас: