Йөҙөнә ҡараһаң, бер ҙә ғәрип тип әйтмәҫһең. Билдән түбән ике аяҡ урынына буш салбар балаҡтарын күргәс кенә, уның ниндәй ауыр хәлдә ҡалғанлығын аңлайһың. Тиҙ уртаҡ тел таптыҡ. Оҙаҡ йылдар күңеленә йыйған аһ-зарын берәйһенә бушатырға күптән уйлаған, күрәһең. Бер нөктәгә төбәлеп, хәтер йомғағын тағата башланы. Үҙен тыныс тоторға тырышһа ла, һөйләй торғас, тауышы ҡалтыранды. Бәй, ҡараһам, күҙҙәренән субырлап йәш аға. Ирҙәр иламай, тиҙәр. Үкенескә ҡаршы, тормоштағы ҡайһы бер хәл-ваҡиғалар көслө заттарыбыҙҙы ла һындыра, ергә сүгәләргә мәжбүр итә шул.
Илдарҙы ҡарттар йортона танышы юллап килтергән. Сығышы менән республикабыҙҙың көньяҡ райондарының береһенән ул. Ғаиләлә ете бала үҫәләр. Мәктәпте тамамлағас, үҙенә оҡшаған һөнәргә уҡып сыға. Химия комбинатына эшкә урынлаша. Күңеленә ятҡан ҡыҙҙы осрата. Күп тә үтмәй, уның менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Тормошо түңәрәкләнгән һымаҡ була: гөлдәй ҡатыны, ҡурсаҡтай ҡыҙы бар, ләкин әсәһенең генә әйләнгән һайын ҡатынын яманлап ҡолаҡ итен ашауы ялҡыта. Ни өсөндөр киленен яратмай ҡәйнә. Уныңса, килен кеше улына етерлек иғтибар бүлмәй, тиң күрмәй. Тупһаларын ашаҡлап ингәндән бирле ҡатынды ен урынына күрә. Эшләгән эшен, бешергән ашын оҡшатмай, уңайы сыҡҡан һайын тәнҡит һүҙен әйтеп ҡалырға тырыша.
Килен иһә өндәшмәй, тешен ҡыҫып түҙә. Тик Илдар ғына ҡатынын яҡлап бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Килен дә яҡшы белә, өйҙә ҡәйнәһе – “генерал”. Күптән үҙҙәре башлы-күҙле булған балалары ла бәләкәйҙән әсәләренең һүҙенән сыҡмай. Ул әйттеме – закон!
– Хатта атайым да уның “көйөнә” генә бейене. Бергә оҙаҡ йәшәгәстәр, әсәйем уны күптән инде үҙенең холҡона күндереп алған. Тегеһе лә, малайҙар шикелле, ниндәй әмер биргәнен көтөп кенә йөрөй, – тип һүҙен дауам итә Илдар.
Тамсы тама-тама ташты тишә, тиҙәр. Ир менән ҡатын араһынан да ҡара бесәй үтә, ғаиләнең ҡото китә. Илдар өйҙәге ғауғаны ишетмәҫ өсөн эшендә тотҡарлана, дуҫтары менән “төшөрөргә” әүәҫләнә. Ҡатыны ирен “йәшел йылан”дан араларға тырыша, күҙ йәштәре менән ялбара. Ҡәйнә эстән генә тантана итә, әммә киләсәктә бының фажиғәгә әйләнәсәген уйлап та бирмәй.
Күп тә үтмәй, улын ҡатынынан айырып, ауылға үҙенең эргәһенә алып ҡайта. Кәләше Илдарҙы ҡалырға өгөтләй, әсәһенең ҡотҡоһона бирелмәүен үтенә, ләкин ир әсәһенең һүҙен йыға алмай, әйберҙәрен тейәп, артынан эйәрә. Ишектән сыҡҡанда ҡатыны: “Аҙаҡ инәлеп килһәң дә, индермәйәсәкмен, әлегә һуң түгел, кире борол. Һин бит ғүмер буйы ата-әсәйең менән йәшәмәйәсәкһең, ғаиләң, ҡыҙың бар, аҡылыңа кил!” – тип ҡысҡырып ҡала. Тик Илдар бер һүҙ ҙә өндәшмәй.
Ата-әсәһе менән тәүҙә һәүетемсә йәшәйҙәр. Илдар иртән эшкә бара, кис ҡайта. Күпмелер ваҡыттан һуң ғаиләһен һағына башлай, ҡыҙын күргеһе килә. Әсәһе лә һуңғы арала ейәнсәрен теленән төшөрмәй, әммә улар эргәһенә барырға рөхсәт итмәй, ҡыҙын ауылға килтерергә ҡуша.
Илдар оса-ҡуна ҡыҙы эргәһенә бара, әммә күпме генә шаҡыһа ла, ишек асмайҙар. Иртәгәһенә лә килә, ишек төбөндә оҙаҡ тапана, әммә таныш тауыштар ишетелмәй. Әсәһе килененең ишек асмағанына ныҡ туҙына, күрһәтермен әле мин уға, тип эстән генә янай, әммә күрһәтеп өлгөрмәй, бәлә көтмәгәндә килә.
Илдарҙың аяғына шырау инә, дауаханаға һуң мөрәжәғәт итә. Операция яһайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптарҙың хатаһы менән операция дөрөҫ эшләнмәй. Аяғында гангрена башлана, бер аяғын ботонан киҫәләр. Дауахана тупһаларын оҙаҡ тапарға тура килә, әммә һөҙөмтә булмай. Баш ҡалаға йүнәлтмә ала, клиникаға ята. Тик бында ла өмөттәре селпәрәмә килә, гангрена икенсе аяғына күскән була, уныһын да ботонан киҫәләр. Етмәһә, шәкәр диабеты диагнозы ҡуялар.
Ошо сәбәпле операция яралары оҙаҡ төҙәлмәй ыҙалата, ҡанһырап, сейләнеп тора. Илдар сирләп аяҡтан йығылғас, дауахана буйлап бер туған апаһы йөрөтә. Ҡалған туғандары төрлө сәбәп таба, ваҡыттары юҡлыҡҡа һылтана. Әсәһе лә, оло йәштәмен, юлда йөрөүе ҡыйын, тип, өйҙә, ҡалыуҙы хуп күрә. Береһенән-береһе бәләкәй өс балаһы булыуға ҡарамаҫтан, апаһы ҡустыһын ҡалдырмай.
Илдар дауахананан тура тыуған йортона ҡайта, әммә әсәһе ауырыу улын ҡарарға теләмәй. Иҫе лә китмәй, ҡатының тәрбиәләһен, ҡатыныңа шылтырат, тип әмер бирә. Илдарға ата-әсәһе янында йәшәү ыҙаға әйләнә.
Апаһы ҡустыһының хәлен күрә-белә йөрөй, һуңынан йәлләп үҙҙәренә алып ҡайта, әммә бәләкәй фатирҙа күмәк ғаиләгә йәшәүе еңел булмай. Илдар апаһының нисек ҡаңғырғанын күрә, яҡын танышы менән кәңәшләшкәндән һуң, үҙен инвалидтар йәшәгән берәй үҙәккә алып барып тапшырыуҙарын үтенә. Апаһы тәүҙә риза булмай, аҙаҡ ҡына ҡустыһының теләгенә күнә.
Шулай итеп, Илдар ҡарттар йортона эләгә. Тыуған яҡтарын ныҡ юҡһына ул, туғандарын, яҡындарын һағына. Үкенескә ҡаршы, апаһынан башҡа береһе лә хәлен белешмәй. Ҡыҙына хат та яҙып ҡарай, яуап булмай. Үткәндәре өсөн ныҡ үкенә ул, ләкин башын ташҡа бәрһә лә, үткәндәрҙе ҡайтарып булмағанын аңлай.
– Әсәйемә үпкәләйем. Яҙмыш ҡосағына ташлар булғас, ниңә был донъяға тыуҙырҙы икән? Туғандарыңа һау-сәләмәт булғанда ғына кәрәкһең, шуныһы үкенесле. Шуға ла Хоҙай Тәғәлә берәүҙе лә кеше көнлө итмәһен. Әсәйемдең һүҙен тыңлап, ҡатыным менән айырылышҡанға үкенәм. Үҙемдең башым булмаған шул. Ҡатынымды ныҡ рәнйеттем, ғәфү үтенгем килә. 15 йыл йәшәнек бит. Кәләшем – изге йөрәкле кеше, һуңғы сиккә тиклем әсәйемдең игәүенә түҙҙе. Уның да кешесә йәшәгеһе килгәндер инде. Ә мин, иҫәр, һөйөклө ғаиләмдән тороп ҡалдым. Ҡыҙымды күргем килә, ғәфү итмәҫ инде. Кем белә, бәлки, уларҙың рәнйеше төшкәндер. Шуға ла һөйөшөп ҡауышҡан парҙарға шуны әйтер инем – арағыҙға ситтәрҙе индермәгеҙ. Һөйөклөләрегеҙҙе йәберләтмәгеҙ. “Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған” тигән әйтемде онотмағыҙ, – тине ул.
...Күптән түгел Илдарҙың йүнәлтмә алып, тыуған яғындағы ҡарттар йортона күскәнлеген ишеттем. Осоп-талпынып ҡайтып киткән, тиҙәр. Оҙаҡламай протезы ла буласаҡ икән. Өлгәшәһе маҡсаттары бар әле уның, һынып ҡына ҡуймаһа...
Учалы ҡалаһы.