.Аллаға шөкөр, ҡулдан килгәнсе бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Кешелек шуның менән дә көслө.Үҙемә килгәндә инде, хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Бына шул ваҡытта шул кеше ярҙам иткән ине, тип аныҡ ҡына әйтә алмайым, сөнки кеше бер-береһенә минут, сәғәт һайын ярҙам итеп кенә тора,тик быны күрә Һәм аңлай белергә генә кәрәк.Берәү, мин ярҙамды осоп барған себендән дә алам, тип әйткән ти бит .Шулай, йәмәғәт, тәбиғәткә яҡыныраҡ булайыҡ, кешеләрҙе яратайыҡ,бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ һәм яҡлайыҡ.Изгелек көнө менән һеҙҙе, гәзит уҡыусылар!