Даирә
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
8 Ноябрь 2020, 10:30
1
Бур атай кемдән ҡурҡа?
Малай кеше әйберенә тейергә ярамағанын аңлай, әммә атаһына ҡаршылаша алмай.
Бер атай балаһын эйәртеп баҫыуға урлашырға бара. Малай кеше әйберенә тейергә ярамағанын аңлай, әммә атаһына ҡаршылаша алмай, шуға һүҙһеҙ генә эйәрә.
Күрәһең, атай ҙа ҡурҡа, гелән алан-йолан ҡарана, уңға ла, һулға ла туҡтауһыҙ күҙ ташлай.
Улы, түҙмәйенсә:
– Атай, тағы бер яҡҡа ҡарарға оноттоң, – ти.
– Ҡайҙа? – тип аптырай атаһы.
– Өҫкә.
– Унда нимә бар?
– Унда Аллаһ Тәғәлә. Ул бит барыһын да күрә...
Ир, хатаһын аңлап, оялып, балаһын эйәртеп өйөнә ҡайтып китә.
Фото: rajathathablog.blogspotcom
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/iman/Bur-atay-kemd-n-ur-a-534165/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!