Даирә
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
6 Ноябрь 2020, 13:51

МИНЕ УЛАРҒА БИРМӘ, ӨЛӘСӘЙ! (хикәйә)

Салауатҡа таныштарыма ҡунаҡҡа барғайным. Йәкшәмбе таң менән ҡайтырға сыҡтым. “Мерседес”та ун бишләп кенә кеше ҡайттыҡ. Эй, өйгә ҡайтаһым килә, ҡабаланам, Ҡайтмай ни, өйҙә мине ейәнсәрем көтә бит! Уға өс кенә йәш, белмәгәне юҡ. Таҡылдап тора инде, русса ла, башҡортса ла матур һөйләшә. Шул баланы һағындым. Ике көн генә күрешмәнек, ә ике аҙна һымаҡ булды. Тиҙерәк ҡайтҡым, шул баланы ҡосаҡлап алғым, майҙансыҡҡа алып барып уйнатҡым килә. Эй, шул баланы һағыныуҙың ҡәҙерле минуттары! Әле көҙ, япраҡтар ҡойола, ейәнсәрем Вәлимә шул япраҡтарҙы баҫтырып уйнай. Бына автобус та ҡуҙғалып китте. 3-4 сәғәт тә үтмәҫ, ҡайтып та етербеҙ. Эргәмә бер ҡатын килеп ултырҙы. Тәүҙә иҫәнләште, аҙаҡ:

– Урын бушмы?– тип һораны. – Миңә иң аҙаҡҡы билет эләкте, һуңғы рәттә тар һәм бигерәк һелкетә.
Эргәлә урын буш, ултырһын, миңә ҡамасауламай.
Ҡатындың йөҙөнә тәүге ҡарағандан уҡ иғтибар иттем, күҙҙәре шешенеп бөткән, берәй ҡайғыһы бармы икән,тип уйлап ҡуйҙым. Шулай булмаһа, сумкаһынан ҡулъяулыҡ алып, күҙҙәрен туҡтауһыҙ һөртмәҫ ине.
– Әллә берәй бәләгә тарынығыҙмы? – тип һораным.
Ҡайғыһын һөйләй алманы, ҡулын ғына һелтәне. Йоҡларға уйлағайным, нисек күҙеңде йомаһың, эргәңдә генә үҙең һымаҡ ҡатын буҫығып илап килә. Шунан һуң үҙе һөйләй башланы:
– Минең ҡыҙым ире менән аварияға эләкте. Төҙәлеп килә ине инде, тороп ултыра башлағайны, бер көн төндә шылтыраттылар. Хәле бик ауырайған. Такси яллай һалып, килеп еткәндә, күҙҙәрен йомғайны инде.
– Ғәфү итегеҙ инде, мин белмәнем, – тинем уға.
– Үткән аҙнала ҡырҡын үткәрҙек, ҡайғыбыҙ шул хәтле ауыр булды, күтәрә алманым. Кеше нисек күтәрәлер, ҡыҙымдың биш йәшлек улы ҡалды. Тәүге ире менән, бала тыуғас та айырылышҡайнылар. Бер тапҡыр ҙа килгәне, уйынсыҡ алып биргәне, күргәне булманы. Ҡыҙымды ерләп, аҙна үттеме, юҡмы, элекке кейәүебеҙ килеп инде. Күстәнәсе лә, бүләге лә юҡ. Үҙе ҡырынмаған, йыуынмаған, өҫтөндә йүнле кейеме лә юҡ. “Эштән ҡайтып киләм”, – ти. Килеп керҙе лә, уралтып-суралтып торманы: “Мин Вәкилде һеҙҙән алам”, – ти. “Нисек алаһың, кейәү, биш йәшкә тиклем һин уны бер тапҡыр ҙа күрмәнең, ярҙам итмәнең”, – тип әйтеп ҡарағайным, яҡын да килмәй. “Закон минең яҡта, мин уның атаһы”, – ти.
Вәкил нимә хаҡында һөйләшеүебеҙҙе шунда уҡ төшөнөп ҡалды, иларға самалай: “Өләсәй, һин мине был кешегә бирмә!” – тине.
Кейәү ишетеп тора, бала уны танымай. Арыуыраҡ кейенеп килһә ни хәл инде? Аптырағас, юристҡа барҙым, Юрист бөтәһен дә аңлатып бирҙе. Беҙгә элегерәк баланы тәрбиәләүҙә ҡатнашманы, алимент түләмәне, тип атайлыҡ хоҡуғынан мәхүм итергә булған. Кем уйлаған инде, шундай бәләгә тарырбыҙ, тип. Кисен улым әсәһен һорай, ниңә әсәй ҡайтмай ул, ти. Шунан мин уға кипләп кенә аңлатып бирҙем, беҙ бында ерҙә йөрөйбөҙ, ә әсәйең – өҫтә, һине күреп тора. Һине бер ваҡытта ла ташламай. Һин уны төштә күрәсәкһең, бергә паркта йөрөйәсәкһең.
Ышанды сабый, бер көн таң менән килеп торған, мин әсәй менән бергә уйнаным, ти.
Шул көндө атаһы тағы килеп керҙе. Ярай быныһында арыуыраҡ кейенгән. Ҡатынын эйәртеп алған. Вәкил ҡурҡып, ишек ярығынан ҡарап торҙо. Шунан килеп һыйынды ла: “өләсәй, мине уларға бирмә! – тине. – Әлгәр уларға биреп ебәрһәгеҙ,мин ҡасып ҡайтам!” – тип ҡурҡыта. Кейәү менән тағы һөйләшеп:
– Үҙебеҙ тәрбиәләрбеҙ, килеп йөрөгөҙ, бәлки каникулға алып ҡайтырһығыҙ, йәй көнө ял итергә алып барырһығыҙ, – тип әйтеп ҡараным.
Юҡ, ипкә килерлек түгел.
– Бала әле бәләкәй, беҙгә өйрәнгән, беҙ уның әсәһенең үлеүен әйтмәнек, – тинем.
Юҡ, аңлай торған кеше түгел икән. Ҡысҡыртып, илатып, баланы һөйрәп, тигәндәй, автобусҡа ултырытып алып киттеләр. Арттарынан йүгереп барып, ҡарап ҡалдым.
Телефондарын алғайным, шылтыратып ҡарайым, яуап бирмәйҙәр. Түҙмәнем, теге аҙнала ейәнемде юллап, үҙҙәренә киттем. Килеп ишектәрен шаҡығайным, әсәһе килеп сыҡты. Үҙенән араҡы еҫе килеп тора, мине өйгә лә саҡырманы, ишек төбөндә генә һөйләште:
– Һеҙ дөрөҫ эшләмәйһегеҙ. Килеп күренеп, баланың нервыһын боҙоп йөрөмәгеҙ. Ул һеҙҙе иҫкә лә төшөргәне юҡ! Беҙҙең фатирыбыҙ ҙур, уны тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар бар. Вәкилде онотоғоҙ! – тип сығарып ебәрҙе.
Күреп ҡайтҡым килә бит инде. Аптырағас, балалар баҡсына барҙым. Унда ла әйтеп ҡуйғандар икән, яҡын да ебәрмәнеләр. Кискә балалар баҡсаһынан ҡайтҡандарын көтөп йөрөнөм. Күңелем түҙмәй бит инде, бер генә күреп, арҡаһынан һөйөп китермен, тип уйлағайным. Балаҡайым атаһының әсәһе менән килеп сыҡты. Йыраҡтан ғына тороп: “Вәкил!”– тип ҡысҡырғайным, ейәнем: “Өләсәй, өләсәй!” – тип ҡысҡырып килә. Йүгереп килеп, мине ҡосаҡлап алды ла:
– Өләсәй, мине алып ҡайт! Мине алып ҡайт! – ти. Ул арала ҡоҙағыйым килеп етте.
– Юҡ, былай булмай! – тине ул ҡаты итеп. – Тағы килһәгеҙ, мин һеҙҙе полицияға биреп ебәрәм! – тип ҡурҡытты.
Кшеләр ниңә шул тиклем ҡаты күңелле була икән? Алып килгән уйынсыҡтарын, күстәнәстәрен дә алманылар. “Мәшәҡәтләп йөрөмәгеҙ, уның бында бөтәһе лә бар”, –тип. Бына хәҙер ни үле, ни тере ҡайтып барам, артабан ни эшләргә белмәйем. Нисек йәшәргә? Әллә судҡа биреп ҡарайһымы икән?
– Суд ҡына ярҙам итмәҫ, – тинем мин, ҡатындың хәленә инергә тырышып. Бындай осраҡта, миңә ҡалһа, яҡшылыҡ, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү хәл иткес әһәмиәткә эйә. Рәхмәт әйтегеҙ, маҡтағыҙ, ыңғайға һыпырығыҙ, улар һеҙҙе онотторорға тырышасаҡ. Ә бала күңеле әле яҙылмаған ҡағыҙ һымаҡ. Ул кемдәрҙе күрә, нимәләр яҙаһың, хәтерендә шул ҡала.
– Шулайтып ҡарайыҡмы икән? Юҡ, йөрәгем түҙмәй, үлтереп һыҙлай. Бала бит барлыҡ күңеле менән беҙгә ынтыла.
– Тәбиғи хәл, – тинем мин. – Ул һеҙҙән башҡа, бер кешене лә белмәй. Хәҙер әсәһе лә юҡ, тормошона ят кешеләр килеп инде. Улар баланы үҙ талаптарына буйһондорорға тырыша. Был осраҡта һеҙ бер нисек тә ярҙам итә алмайһығыҙ, ә зыян килтереүегеҙ бик ихтимал. Улар Вәкилде артабан да һеҙҙән айырырға тырышасаҡ. Шуға күрә тыныс ҡына итеп, ипле генә хәл итә торған мәсьәлә был.
– Һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙҙер, – тип ризалашты ҡатын. – Бәлки беҙ ҙә ҡыҙыбыҙҙы юғалтыу ҡайғыһынан, Вәкилде алып китеүҙе күтәрә алмайынса, уны үҙебеҙгә яуларға тырышып, хата ебәргәнбеҙҙер. Улар ҙа бит беҙҙең һымаҡ кеше, бәлки аңларҙар.
Оҙаҡламай Өфө күренде. Эргәмдәге ҡатын өнһөҙ генә илап килә. Ҡыҙын юғалтҡан, ейәнен яратыуҙан мәхрүм ителгән ҡатындан да бәхетһеҙерәк кеше бармы икән? Ә тормош яңы башлана. Алда күпме йоҡоһоҙ төндәр, ҡайғы һарҡып торған көндәр, һағыштар көтә.
Яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
***********************************
Үткәнендә ошо исемдәге тәүге сәхифә сығыу менән, шылтыратмаған кеше ҡалманы. Беҙҙең халыҡ йомшаҡ күңелле бит, ҡайғыралар, борсолалар, ярҙам итергә теләйҙәр. Теге ваҡыт Салауаттан бергә ҡайтҡан өләсәйҙең исеме Әнисә икән. Телефондарыбыҙҙы алышҡайныҡ, кеше бик ҡыҙыҡһынғас, шылтыратып, хәлен белергә булдым.
Онотмаған. Кәйефе лә бер сама. Былай һеҙҙең хаҡта яҙғайным, ҡыҙыҡһыныусылар күп булды, тип сурытып торманым. Интернет тирәһендә йөрөгән, компьютер менән эшләгән кешегә оҡшамаған.
Алдан һөйләшкәйнек, бер көн үҙе килеп инде. Мәрхүмә ҡыҙы Киров районында теркәлгән икән. Шул йомошо менән беҙҙең яҡҡа килеп сыҡҡан.
Ваҡытым бар ине, Әнисә менән оҙаҡлап ултырып сәй эстек. Кәйефе һаман шул, элеккесә, бер сама. Нимә генә һөйләһә лә, һүҙ ейәне һәм ҡыҙы тураһында килә лә сыға.
Ә ейәнен алып киткән кейәүе менән ҡоҙағыйы араһында аҙмы-күпме бәйләнеш урынлашҡан икән. Осрашыу булмаҫ ине, әгәр үҙҙәре эҙләп килмәһә. Улының, теркәлмәгән булһа ла, никахы бар икән. Килендәренең ҡыҙы тыуған. Хәҙер Вәкилде, талап, тигәндәй, алып ҡайттылар бит инде. Ир менән ҡатын, ЗАГС-ҡа барып, никах таныҡлығы алып, яңы тыуған ейәнсәрҙәрен һәм Вәкилде теркәтеп, икенсе бала тыуғандан һуң бирелә торған әсәлек капиталын алырға йөрөйҙәр икән.
– Килеп сығырмы, белмәйем, бер ҡаршылығыбыҙ ҙа юҡ, – тине Әнисә. – Әгәр кәрәк булһа, ярҙам итергә әҙербеҙ. Һуңғы килгәндәрендә Вәкилде лә алып килделәр. Шул тиклем күңелебеҙ булды, көнө буйы беҙҙең менән булырға рөхсәт иттеләр бит. Балаҡайым уйынсыҡтарына тиклем һағынған, хатта уйнап туя алмай.
Әнисә менән сәй эсеп, байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Ҡулымдан килгәнсә шик-шөбһәләрен таратырға тырыштым. Ана бит, һөйләшә башлағандар. Алла бойорһа, тағы ла яҡынайырһығыҙ әле, тип тынысландырҙым.
– Аҡсаға дәғүә итеүҙәрен баштан уҡ белдерһәләр, үҙебеҙ ярҙам итер инек. Бик мохтаж булһалар, кәрәкһә, тип тотҡан аҡсам да бар, ярҙам итер инем әле. Шулай ҙа Вәкилде еренә еткереп ҡарайҙармы икән, тигән шигем ҡалды. Тәүге килгәндәрендә үк Вәкил, мине күреү менән: “Өләсәй, асыҡтым!” – тип хәбәр һалмаһынмы!Ҡоҙағыйыбыҙҙың төҫө боҙолоп китте, хатта күҙенең ағын әйләндереп: “Эй, ошо бала, туя белмәне инде!” – тип асыуланды. Юл буйына “Пепси” эсеп, “Лайс” кимереп килдең, шул да етмәнеме ни?” – тип тиргәне. “Өләсәй, асыҡтым!” – тине бит балаҡайым. Иҙән уйылып, йөрәгем төшөп киткән һымаҡ булды. Беҙҙең өйҙә “Лайс”тар, газлы һыуҙар ғүмерҙә булманы. Ҡоҙағый һымағыраҡ кешемә шуны ипләп кенә аңлатып ҡарайым, юҡ, ҡолағына ла элмәй. “Ниңә баланы мәхрүм итергә, бөтәһе лә ашай бит”, – ти. Ашайҙарҙыр инде, ашҡаҙандары тимерҙән булғас. Ул таш һымаҡ нәмәне балаларҙың һаулығын бөтөрөр өсөн генә сығараларҙыр инде.
Әнисә апай әйтеүенсә, тегеләр әсәлек капиталын эләктереүгә бик ныҡыш тотонғандар. Хәҙер Вәкил ҡайҙа теркәлгән, ниндәй матди ярҙам алған, әле быға тиклем әсәлек капиталын юллағандармы әллә алғандармы, шул хаҡта белешмә кәрәк икән. Хөкүмәттең һәр һумы иҫәпле, ҡурҡалар инде, был етем малай тағы ла әсәлек капиталы алып, илде бөлдөрөп ҡуймаһын, тиҙәрҙер.
– Вәкил улым ҡоҙағый менән һуңғы килгәнендә уйынсыҡтарының ҡайһыларын һорап алды. “Ал, ҡайһыһын теләйһең, ал, килгәнеңдә уйнарлыҡтарын ғына ҡалдыр”, – тинем. Һуң, мин уның теленән тартаммы ни инде, тағы алдыма килде лә: “Өләсәй, мин асыҡтым!” – тине. Берәү күрһә, өйрәтеп ҡуйғандар, тиер. Ҡоҙағыйым тағы туҙынды ла китте, малайҙы этеп ебәрҙе. “Ниндәй туя белмәгән бала булды был!?” – тип асыуланды. Өндәшмәнем, түҙҙем. Нимә тип әйтәйем инде.
– Өндәшмә, Әнисә апай, түҙ. Булғанына шөкөр ит. Үҙегеҙ барығыҙ, үҙҙәре килһендәр, ыңғайына һыпырығыҙ. Бәләкәй генә бәхәс, юҡ ҡына низағ һеҙҙең үҙ-ара аралашыуығыҙға нөктә ҡуясаҡ. Һеҙ Вәкилде яратаһығыҙ, ул һеҙгә кәрәк. Улар шуны белә һәм бик оҙаҡ файҙаһын күрергә ынтыласаҡ. Был осраҡта иң яҡын ярҙамсы – ваҡыт. Киләһе йылға Вәкил мәктәпкә барасаҡ. Әгәр алһалар, әсәлек капиталын тотоноп бөтәсәктәр. Шунан һуң инде Вәкилдең уларға, дөрөҫөн әйткәндә, кәрәге бөтәсәк. Улар ейәнегеҙҙе үҙҙәре һеҙгә килтереп ҡалдырмағайҙары. Тик түҙегеҙ, саҡ ҡына көтөгөҙ.
– Ысынлап әйтәһеңме? Шулай булырмы икән? Ҡайһылай шәп булыр ине, – тип апайҙың күҙҙәре йәшләнеп китте. – Эй, һеңлем, ошо йылы һүҙең өсөн рәхмәт! Һинеңсә генә булһа ярар ине.
– Ә Вәкил әсәһен онотмағанмы әле? – тип һораным.
– Онотмаған. Ике тапҡыр килде, икеһендә лә түшәмгә, йә һауаға ҡарап тик йөрөй. “Нимә эҙләйһең унда, улым?” – тим. Эргәмә килде лә, миңә ҡолағыма ғына бышылдап: “Өләсәй, хәтерләйһеңме, һин миңә әсәйең хәҙер һауала йөрөй, һинең һәр аҙымыңды күҙәтеп, күреп тора, һине һағына, ләкин эргәңә килә генә алмай, тип әйткәйнең. Мин әле уны, күренмәйме икән, тип ҡарайым. Ә ниңә тегендә барғас, мин күрмәйем уны? Төшкә лә кермәй?” – тип аптырана. Ҡоҙағыйым тыңлап торған була, баланың башын бутап бөттөләр, тиҙер инде. Ейәнемә былай тип әйттем: “Әсәйең һине күреп тора, ул һинең тәртибеңдән ҡәнәғәт. Ул да, һин уны һағынған һымаҡ, һине һағына”. Мин, инде өлкән йәштәге кеше, ейәнемдең кисерештәрен аңлайым. Өләсәй, асыҡтым, тип әйтеүе лә ас ултырыуҙан түгелдер. Ул беҙҙең тормошобоҙға, мин бешергән аштарға өйрәнгән. Ә уға йәшәү рәүешен, хатта, ғаимдар әйтмешләй, туҡланыу рационын ҡапыл үҙгәртергә тура килде. Хәҙер үҙем дә күндем инде. Бала бит ул, бер-ике йылдан вис кенә онотоп бөтөр инде. Тик иҫән-һау булһын, беҙ уға бәхет теләйбеҙ. Ара-тирә беҙгә күрһәтеп, һағышыбыҙҙы баҫып йыуандырһалар, миңә шул еткән.
– Шулай, Әнисә апай, һин бит өлкән кеше, түҙерһең. Ана бит, ҡоҙағыйың кейәүең менән, исмаһам, һөйләшә башлағанһығыҙ. Артабан да шулай ыңғай килер, – тип йыуаттым апайҙы.
“Үҙәк баҙар” туҡталышында тора инем, ямғыр яуа башлағайны, туҡталыш эсенә үтһәм, күптән күренгәне юҡ ине, Әнисә апай менән йөҙгә-йөҙ осраштыҡ. Күҙҙәре нурланып, йәшәреп киткән һымаҡ. Мине күргәс, ҡосаҡлап уҡ алды. Эргәһендә, һыйынып, бәләкәй генә бер малай тора.
– Ни эш бөтөрөп йөрөйһөң, апай? – тим.
– Вәкил 20-се гимназияға уҡырға төштө бит, беренсе класҡа, шуны алып ҡайтып киләм.
– Бәй, апай, ейәнең хәҙер һеҙҙәме ни? – тим аптырап.
– Һеҙҙәме ни, тип һораған була тағы. Үҙең былтыр уҡ киләсәктә нисек булырын, күрәҙә һымаҡ, вис һөйләп бөттөң бит инде. Барыһы ла һин әйткәнсә булды. Телефоныңды юғалтҡанмын. Шылтыратырмын, тигәйнем, әлдә үҙең килеп сыҡтың.
Ул арала ямғыр тымды, кешеләр туҡталыштан сығып бөттө. Шунда мөйөштә генә тороп, байтаҡ һөйләшеп өлгөрҙөк.
– Тегеләр менән тәки үҙ-ара аңлаштыҡ бит, – ти апай ҡыуанып, – аҙаҡ ҡоҙағыйым да ипкә килгән һымаҡ булды. Байрамдар етһә, билет алып, автобусҡа ултырта ла ебәрә, мин бында ҡаршы алып торам. Күңелем шул хәтле булды, – ти ул.
– Ярай, яҡшы булған, – тип мин дә ҡыуандым. – Үҙегеҙ ҙә бик ярҙам итә инегеҙ, әсәлек капиталын да алғандарҙыр инде, – тинем мин.
– Уныһын белмәйем, – тине Әнисә апай. – Мин һорашманым, улар өндәшмәне. Үҙем, аҡсаһын алып, мәнфәғәтен күрһәләр генә ярар ине, тип теләйем. Төпсөшөргә уңайһыҙландым. Мин һорармын, улар мине был аҡсаға өмөт итә, тип иҫәпләр, тағы боҙолошорбоҙ. Һиңә рәхмәтем ҙур. Теге ваҡыт алдан әйткән һүҙҙәрең әле лә ҡолағымда яңғырап тора. Түҙемле булырға, шөкөр итергә кәрәк икән шул. Бына хәҙер улыбыҙ үҙем менән, донъябыҙ түңәрәк, Вәкил хәҙер үҙенең уйынсыҡтарына әйләнеп ҡайтты. Ҡоҙағыйҙарҙы әйтәһеңме? Юҡ, йәй башында нисек килтереп һалдылар, шул килеш оноттолар. Шылтыратып, хәл дә белгәндәре юҡ. Ҡуй, ҡуй, шылтыратмаһындар инде. Тағы берәй һылтауын табырҙар, йонсота башларҙар.
Тормошта үҙ мәғәнәһен тапҡан, берҙән-бер ейәнен бағыу мөмкинлеген көтөп алған өләсәйҙән дә бәхетлерәк кеше бармы икән?
Иҫән-һау булығыҙ! Яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Г. Әлибаева
Фото: ат.роза
"Һәнәк" журналынан.
Читайте нас в