Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
2 Ноябрь 2020, 09:00

Иртә уңмаған – кис уңмаҫ

Үтмәгән ваҡытты бер аҙ ҡыҫҡартыу өсөн дауахана тәҙрәһе аша тышты күҙәтәм. Урам буйлап тегеләй-былай үткән маши­наларҙы һанауҙан һәм ихатала һирәкләп күренгән медицина хеҙмәткәрҙәренең өҫ-башын тикшереүҙән ғибәрәт ул күҙәтеү. Шулай ҙа бер аҙ алданып торорға ярай. Әллә уйланып киткәнменме, әллә битараф­лыҡтанмы, Фәүзәнә апайҙың эргәмә килеп торғанын да һиҙмәгәнмен.

– Көҙгә лә аяҡ баҫтыҡ... – тигәс кенә тертләп киттем. Беҙ уның менән аҙнаға яҡын инде бер палатала ятабыҙ. Тик ниңәлер һүҙҙәр берекмәне. Хәйер, уның быға тиклем аралашырға, һөйләшергә хәле лә булманы шикелле. Тәҙрә янына ла тәүгә килеп баҫыуы.

– Аллаға шөкөр. Хәлегеҙ нисек?

– Бөгөн ярайһы ғына. Төшкө ашты ла ашап ҡуйҙым әле... – Шул саҡ коридорҙың теге башында шау-шыу ҡупты. Табиптар, шәфҡәт туташтары йүгереште, носилка этеп, палатаға инеп киттеләр. – Эй, ҡуйһаңсы, Таһир ағайҙың тағы хәле мөшкөлләнгәндер инде. Үткән аҙнала ғына реанимациянан сығарғайнылар...

– Ныҡ ауырыймы әллә?

– Нисек әйтәйем икән?.. – Фәүзәнә апай бер аҙ өндәшмәйерәк торҙо. – Һинең менән минең хәл күпкә хөртөрәк. Тик беҙҙә йәшәү көсө ныҡлы. Ә Таһир ағайҙың ҡатыны күптән түгел мәрхүмә булды. Шуға биреште.

– Эй, бахыр ғына... Ҡалай йәл...

– Ҡатыны йәл: 60-ы яңы тулғайны. Ул иҫән саҡта ире ер емертерҙәй йөрөнө. Эше лә, ашы ла, донъяһы ла шәп ине шул. Аңлауымса, ҡатынын артыҡ эшкә лә һанаманы. Үлгәс кенә уның донъя тотҡаһы икәнен аңланы шикелле. Хәйер, ир-атты көслө зат тиһәләр ҙә, уларҙы аяҡтан йығыр өсөн бик аҙ кәрәк.

– Ҡатындар араһында ла бар инде һынғандар...

– Бик һирәк. Айырыуса оло быуын араһында. Эй, һылыуым, ике тапҡыр иргә барырға тура килде. Икеһе лә башын элмәккә тыҡты. Береһе – ҡайғыға, икенсеһе ауырлыҡҡа түҙмәне. Шуғалыр ир-егеттәргә ныҡ итеп күңелем ҡатты. Кешегә артыҡ һөйләп бармайым, әммә икеһенә лә рәнйешем көслө. Эй, ҡуй, бында тормайыҡ әле. Палатаға инеп һөйләшәйек... – алда ҡыҙыҡлы тарих көтөрөн белеп, Фәүзәнә апай артынан эйәрҙем. Ә ул үҙ өйөндә йөрөймө ни, тиҙ генә сәй ҡуйып ебәрҙе лә, өҫтәлгә төрлө емеш менән кәнфит теҙә башланы. Эйәреүем бушҡа булмаған икән, әңгәмәсем сәй эскәндә тормошон бәйән итте. – Үҙемде әллә ни маҡтай ҙа, яманлай ҙа алмайым: ябай ауыл ҡыҙы, аҙаҡ ҡатыны булдым. Ғәҙәти ғаиләлә тыуып үҫтем, уҡыуға һәләт тә, мөмкинлек тә булманы. Район үҙәгендә ашнаҡсыға уҡып сыҡтым да, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләнем. Күрше ауыл егете менән киске уйында танышҡайныҡ, яратышып өйләнештек. Миңлебай менән 15 йыл бик бәхетле йәшәнек: йорт һалдыҡ, бер-бер артлы ике ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Аңлашып, килешеп кенә йәшәп ятҡанда беҙгә ҡара ҡайғы килде. Уға тиклем бәләкәс ҡыҙым Римманы мунсаға гел үҙем менән йөрөттөм. Ә фажиғә булаһы көндө Рәзилә апаһы уны үҙе менән эйәртте. Имеш, улар инде ҙур үҫкән: береһенә – 14, бәләкәсенә туғыҙ йәш ине. Ирем баҡсала эш менән була, ә мин киске ашҡа бәлеш бешерергә тотондом. Шуға әүрәп, тәүҙә иғтибар итмәгәнмен, ни бары духовкаға тыҡҡас ҡына ҡыҙҙарҙың һаман мунсала булыуына аптырап, яндарына барҙым. Ә унда... Ҡыҙҙарым иҫһеҙ булып икәүләшеп иҙәндә ята. Нисек сығып ҡысҡырғанмын, кем “Тиҙ ярҙам” саҡырған, кемдәр килгән – береһен дә хәтерләмәйем. Баштарына еҫ тейгәйне. Римма шунда уҡ йән бирҙе, олоһон дауаханаға алып киттеләр. Тик ул да аңына килмәйенсә, реанимация бүлегендә вафат булды. Аралары ике көн генә...

Үҙемде ғәйепләп, балаларымды юҡһы­нып, өҙгөләнеүҙәремде үҙем генә беләм. Төндәр буйы йоҡлай алмай сығам, кеше менән дә аралашырға теләмәнем. Шул саҡта иремә иғтибар етмәне шикелле – эскегә һалышты. Артабан йәшәргә кә­рәклеген аңлаған мәлдә ул бирешкәйне инде. Ярҙам итергә тырышыуым, дауа­ланырға өгөтләүем бушҡа булды. Аңҡы-тиңке бер йыл йөрөнө лә, башын элмәккә тыҡты. Ҡайғы өҫтәүенә ҡулымда яртылаш аҡылдан яҙған ҡәйнәм тороп ҡалды. Берсә, улымды, ейәнсәрҙәремде ҡарамай үлтер­ҙең, тип ҡарғай, берсә, ташламағаның өсөн мең рәхмәт, тип фатихаһын бирә. Башы эшләгән саҡта йорт-ҡураға ҡарауылсы, миңә иптәш булды. Ә яңылышып китһә, сыға ла юғала. Аҙашып йөрөгән сағында үҙем йә ауылдаштар табып, алып ҡайта инек. Иманы юлдаш булһын инде, ысын донъяла ята.

Ул да мәрхүмә булғас, Өфөгә эшкә сығып киттем. Аҡса эшләүҙән бигерәк, һәр нәмә иң яҡын кешеләремде хәтерләткән өйҙән бер аҙ ял иткем килде. Малды һаттым, йортто бикләнем. Эшкә әүрәп, байтаҡ ва­ҡыт үтте. Мәсеткә дин тәғлимәттәрен өйрә­нергә йөрөй башланым, мосолмандар өсөн махсус тур менән Үзбәкстанға, Төркиәгә сәйәхәт иттем. Беҙҙең төркөмдә Ләйлә исемле бер апай бар ине, шуның менән яҡындан аралаша башланыҡ. Башымдан үткәндәрҙе һөйләгәс, ул мине үҙенең өс туған ҡустыһына ҡатынлыҡҡа димләй башланы. Ике йыл элек биш бала менән тол ҡалған, эсмәй-тартмай, ауылда, ҙур ғына хужалығында йәшәй икән. Осраштыҡ, тик Рәлиф һис кенә лә күңелемә ятманы. Тик, димсе диңгеҙ кистерә, тигәндәй, туған­дары, айырыуса Ләйлә апай беҙҙе ҡауыш­тырып ҡуйҙы. “Мөхәббәт көтөп ултырырға һин 18 йәшлек ҡыҙ түгел. 40-ты уҙғас инде бала таба алмаҫһың. Донъя көтөрлөк: эшкә шәп, донъяһы етеш. Тағы ниндәй ир кәрәк һиңә?!” – тигәс, уйланым-уйланым да, ризалыҡ бирҙем. Дөрөҫөн әйтәм, яңғыҙ ҡартлыҡтан ҡурҡтым. Тик яҙмышыңа яҙылһа, бәлә-ҡазанан да, яңғыҙлыҡтан да ҡасып булмай икән. Ҡыҫҡаһы, Рәлиф менән ун йыл ғына йәшәп өлгөрҙөк. Төрлөһө булды: талаштыҡ та, яраштыҡ та, балаларын әллә ни яҡын итмәһәм дә, ситкә типмәнем. Эшкә шәп ине, йорт-ҡаралтыһы сынъяһау итеп ҡоролған, һәр нәмәлә бөхтәлек, тәртип яратты. Донъяһын хәләл көс менән бөртөкләп йыйған. Балалары ла эшкә шәп. Тик был тормош оҙаҡҡа барманы шул. Сентябрь айы ине, күмәкләшеп ҡырҙан алып ҡайтҡан бесәнде өйҙөк. Һарай янында ҙур, оҙон эҫкерт барлыҡҡа килде. Шунда берәйһе тәмәке төпсөгөн ташланымы, нимә булғандыр – эште тамамлап, сәй табынына ултырғайныҡ ҡына, “Янғын! Пожар!” тип ҡысҡырышҡан тауышҡа йүгереп сыҡтыҡ. Ә унда яңы өйгән ҡоро бесән дөрләп яна ине. Утты тыйып алып булманы, 2 – 3 сәғәттә ул барлыҡ донъяны ялмап алып, юҡҡа сығарҙы. Ҡоро бесән кәрәсин менән бер икән ул, гөлт итеп кенә ҡалды. Осҡондары сәсрәп тора, һарай ҙа, мунса ла, гараж да шунда уҡ тоҡанып китте. Уттың көсәйгәнен аңлағас, ярҙамға килгән кешеләр менән өйҙән документтарҙы, йыйған аҡсаны, байтаҡ ҡына йыһаз, кейем, кәрәк-яраҡты сығарып өлгөрҙөк. Тәүҙә сәбәләнеп, ҡурҡып, нимә эшләргә белмәй йөрөй инем, шул саҡта Аллаһы Тәғәлә аҡылдан айырманы ярай – тиҙ арала һәр баланың пенсияһы йыйылған һаҡлыҡ кенәгәләрен, өйҙөң һәм һәр беребеҙҙең барлыҡ документын йыя алдым. Ир-ат өйҙә янғын башланмаҫ борон стеналарға һыу һибеп, уттан һаҡлап ҡалырға тырышты ла ул, тик бер насос менән генә әллә ни эш ҡыйратып булмай икән. Район үҙәгенән пожарныйҙар килгәндә һуң ине, улар бары тик күрше-күләнде уттан һаҡлап ҡала алды. Ярай башҡалар зыян күрмәне.

Шаулап торған донъянан ҡара ҡором стеналар һәм көл-күмер генә тороп ҡалды. Был ваҡытта оло ҡыҙы кейәүгә сығып кит­кәйне, икенсеһе Өфөлә педагогия колледжында уҡып йөрөй ине. Өсәүһе – яны­быҙҙа. Тәүге көндәрҙә туған-тыумасала, балалар дуҫтары, класташтары янында ҡунып йө­рөнө. Бер аҙҙан буш торған иҫке генә йортҡа күсеп сыҡтыҡ. Мал бикләргә һа­райы ла, яғып инергә мунсаһы ла бар ине. Малға – бесән, үҙебеҙгә ризыҡ хәстәр­ләргә, артабан нисек йәшәү тураһында уйларға кәрәк. Тик Рәлиф һаман ҡайғынан арына алмай. Күсеп сыҡҡан йорттоң мейесен яңыртыу тураһында һүҙ башлағайным, ул ярһып ҡысҡырырға тотондо:

– Был йортмо ни ул?! Мейес нимәгә уға, барыбер йылынмаясаҡ! Нигеҙе серей башлаған бит! Беҙҙең һарай унан яҡшыраҡ ине! Күпме йыл йыйған мөлкәтем, күпме ҡул көсөм юҡҡа сыҡты! Нимә өсөн?!

– Тыныслан! Нигеҙен нығытырға була. Иҫән-һаубыҙ, ә йортто ни, яңынан төҙөрбөҙ. Ағайыңдар, бура белешербеҙ, тине бит. Ә һынауға килгәндә, Аллаһы Тәғәлә унан һәр кемгә тәғәйен өлөш сығара инде ул.

– Ана, ғүмер буйы алдаҡ, урлау менән донъя көткәндәргә бер ни юҡ! Ә минең, ғүмергә бер ҡаҙаҡ урламаған кешенең, ошо көндө бер нәмәһе ҡалманы! Йорт төҙөү анһат тип уйлайһыңмы әллә? Миңә тиҙҙән 50 йәш тула! Ҡартайғансы кешенең серек тупһаһында йәшәргә тейешменме?

– Тимәк, артабан да хәрәм юлға баҫ­маҫмы, тигән һынау был. Ә төҙөлөшкә килгәндә, анһат түгеллеген беләм. Әммә артыҡ ҙур итмәй генә башлаһаҡ, бер йәйҙә эш итергә булыр. Ауыл советынан да, район хакимиәтенән дә, ярҙам булыр, тинеләр бит. Моғайын, ауыл халҡы ла ҙур эштәрҙе өмә менән атҡарырға ярҙам итер. Әле уҡытыусылар кисә генә, ярҙамға аҡса йыйыу ойошторабыҙ, тип торҙо.

– Өмәнең эше тәп-ләп кенә була. Минән үткәнсе, эйәһенә еткәнсе, тип эшлән­гәндең йүне буламы?!

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һайлау мөм­кинлегебеҙ юҡ шул. Барына шөкөр итеп, артабан йәшәргә кәрәк...

Тик был һынауҙы үтергә Рәлиф үҙендә көс тапманы: аҫылынып үлде. Кистән сығып китеп, ҡайтмағас, күңелем нимәлер һиҙҙе инде. Әммә был аҙымға барыр тип уйламаным. Эскегә һалышыр, йорт төҙөргә ризалашмаҫ – иң насар уйлағаным шул булды. Әммә уттан һаҡланып ҡалған йәнен үҙ ҡулдары менән ҡыйыр тип һис кенә лә башыма килмәне. Үҙен, мине уйламаһа ла, балаларын уйларға тейеш ине бит! Кемгә кәрәктәре бар һуң уларҙың? Әсәйһеҙ ҙә, атайһыҙ ҙа, өйһөҙ ҙә нисек йәшәрҙәр тип уйланы икән? Әллә, етем ҡалһалар, хөкүмәт фатир бирер, тип уйланымы – белмәйем...

Шунан бирле йөрәк ауырыулы булып ҡалдым. Бар ауырлыҡ миңә һәм кейәүгә сыҡҡан ҡыҙға төштө. Йорт төҙөтөр хәлем юҡ ине, ҡыш сыҡҡас, ике баланы эйәртеп (11-се класты тамамлаған Айрат Наумовка ауыл хужалығы колледжына уҡырға инде), үҙ ауылыма, буш торған өйөмә күсеп ҡайт­тым. Ярай балаларҙың етемлек пенсияһы булды, нисек аяҡҡа баҫтырыр инем...

Сит сит булып ҡала инде, яҙмыш ҡосағына ташламай, эйәртеп йөрөп үҫтерһәм дә, рәхмәт һүҙен бик һирәк ишетәм. Айырыуса ҡыҙ балалар менән ауыр икән. Шулай ҙа аталары баш тартҡан бурысты атҡарып киләм: әле иң кеселәре, Айбулат ҡына эйәле-башлы булмаған. Ситтән тороп Ырымбур университетында уҡып йөрөй, Себерҙә эшләй. Уларҙан артыҡ тәрбиә, рәхмәт көтмәйем мин, ғаиләләре менән имен йәшәп, үҙҙәре иҫән-һау булһа, еткән. Миңә ыҙаларын һалмаһындар. Ҡартайған көндә тыныс йәшәге килә. Шулай, һылыуым, бына минең тормоштан алып, уйлап ҡара инде: кемдәр көслөрәк, ҡатындармы әллә ирҙәрме?

– Әллә инде. Һеҙ – ысынлап та, һоҡланырлыҡ көслө ҡатын. Шулай ҙа юғалып ҡалмаған ир-ат та бар бит...

– Бик һирәк. Ҡатын-ҡыҙ асылына әсәлек инстинкты көс, сәм бирәлер, тип уйлайым. Ә ирҙәр физик яҡтан көслө, әммә мейе төҙөлөшөн аңлап булмай уларҙың. Ишшеү ҡатындар тураһында көләмәс һөйләгән булалар...

Фото: Т.Роза
Яңылыҡ авторы: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Йәшлек сайтынан алынды
Читайте нас: