Бер бәләкәс малайға дүрт йыл буйы өйҙән сыҡмай ултырырға тура килә. Был хәл Иглиндә була, тип хәбәр итә Bash.News порталы.
Баҡтиһәң, балаға дүрт йәш тигәндә, бик көслө аллергия диагнозы ҡуя табиптар һәм өйҙән бөтөнләй сыҡмаҫҡа кәңәш итәләр. Дүрт йыл буйы урман-ҡырҙа йөрөүҙән, йылғала һыу инеүҙән, тиҫтерҙәре менән тәбиғәт ҡосағында уйнауҙан, ғөмүмән, бала саҡтың кинәнесле шөғөлдәренән мәхрүм ҡала ул.
Үҫеп, сир бер аҙ еңелгәс кенә тышҡа сығып йөрөй башлай малай. Һәм уның тирә-яҡты күреп, аптырауының сиге булмай - кешеләр үҙҙәре йәшәгән мөхитен, тәбиғәтте шул тиклем бысратҡан... Һөҙөмтәлә малай экология мәсьәләһе менән яна башлай - ул ағастар ултырта. Быны күреп, өлкәндәр ҙә ҡушылып китә. Шулай итеп, ҡасабала экология хәрәкәте барлыҡҡа килә.
Иглин ҡасабаһында йәшәгәндәр экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, сүп-сар ташлаусылар менән көрәшә. Ә йәш әүҙемсе социаль селтәрҙә үҙенең блогын булдырып, киләсәктә ауылдаштарын сүп-сарҙы айырып йыйыуға өйрәтеү хыялы менән йәшәй.
Эйе, тәбиғәтте, еребеҙҙе таҙа тоторға, тәртипкә кесе йәштән өйрәтеү, ҡанына һеңдереп үҫтереү мөһимлеген иҫбатлай был бала.