Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
24 Октябрь 2020, 16:32

“Улым булып ҡуймаһын...”

Ниндәй генә ваҡиғалар булмай гәзит редакцияһында! Ҡайһы берҙәре айырыуса иҫтә ҡала. Түбәндәге тарих

Ниндәй генә ваҡиғалар булмай гәзит редакцияһында! Ҡайһы берҙәре айырыуса иҫтә ҡала. Түбәндәге тарих – шундайҙарҙан.

Күп йылдар элек, яңылыҡтар бүлегендә эшләгәндә булды был хәл. Ғинуар уртаһы, оҙайлы каникулдан һуң ең һыҙғанып эшкә тотонғанбыҙ, гәзиткә яңылыҡтар әҙерләйбеҙ. Шуныһын да әйтеп ҡуяйым: ул саҡта интернет бөгөнгөләй төрлө-төрлө хәбәр-фотоларҙан сыбарланып тормай ине әле, социаль селтәрҙәр яңы барлыҡҡа килә башлаған мәл.

Сәғәт телдәре төшкә яҡын­лашҡанда, кабинетта сираттағы шылтырау яңғы­рай. Ипле генә тауыш менән оло йәш­тәге ағай кем менән һөйләшеүе хаҡын­да ҡыҙыҡһына. “Ағай, үҙегеҙ кем була­һығыҙ һуң?” — тип һорайым, яуап итеп. Трубкала билдәле исем-шәриф яңғы­рай, хөрмәтле, таныулы кеше шылтырата икән.

– Шундай-шундай һанда түбәндәге яңылыҡ баҫылған: Мәсетле районы биләмәһендә сит ил автомобиле менән йөк машинаһы бәрелешкән, еңел маши­наға идара иткән водитель – Екатерин­бургтан 48 йәшлек ир һәләк булған. Ул бик ҡабаланған, тип яҙғандар... Шул кешенең исем-шәрифен белеп булмаҫ­мы икән? – тип дауам итә шылтыратыусы.

– Берәй танышығыҙ тип шикләнәһегеҙме әллә, ағай?

– Танышым түгел шул. Хәл күпкә ҡатмарлыраҡ: улым булып ҡуймаһын тип борсолам...

Телефон бәйләнешендә тын­лыҡ урынлаша. Кинәт кенә нимә тип яуап бирергә лә белмәй, аптырап ҡалам.

– Ағай, беҙ юл-транспорт ва­ҡиға­ла­ры хаҡындағы мәғлүмәтте ЮХХДИ идаралығынан алабыҙ. Мәғлүмәт бүле­генең телефонын бирәйем һуң?! Ә ни­ңә яҡынығыҙ­ҙың үҙенә шылтыратып һорамаҫҡа?

– Уға шылтыратырға ҡыйыу­лығым етмәй. Улым Екатеринбургта йәшәй. 48 йәштә. Яңы йыл алдынан Өфөгә килеп китте.

“Тиҙҙән яңы сит ил автомобиле һатып алам, байрамдан һуң Өфөгә кире килеп, теркәү үтәм”, тип әйткәйне. Әллә беҙгә өндәшеп тормайынса, тыуған яғына килеп уранымы икән? Бәлки, эштәре күп булһа, беҙгә инеп тә тормағандыр, кире Екатеринбургка ашыҡҡан­дыр... Юл тап Мәсетле районы аша үтә. Ҡыҙым, үтенеп һорайым, ЮХХДИ идаралығына һин үҙең генә шылтырат инде!

– Ярар, белергә тырышырмын, зинһар, бер аҙ көтөгөҙ, улай бул­ғас, – ағайҙың телефонын яҙып алыуҙан һәм хәленә инеүҙән баш­ҡа сара юҡ. Етмәһә, хеҙмәттәшем: “Улы булһа, нисек кенә оло кешегә был хаҡта әйтерһең икән?” – тип йәнемде үртәй.
Башҡортостан Эске эштәр министр­лығы ЮХХДИ идаралығы­ның мәғлүмәт бүлегенә шылтыратам. Телефон трубкаһын алыусы юҡ. Баҡһаң, барыһы ла ниндәйҙер сарала икән, әммә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙеләр һәм бер ни тиклем ваҡыт­тан һуң һәләк булған кешенең исем-шәрифе билдәле булды. Беҙгә шылты­ратҡан хөрмәтле ағайҙың улы түгел ине ул – был бәләкәй генә тарихтың ыңғай яғы шул булһа, алыҫ Екатеринбургка, яҡындары янына ашыҡҡан, моғайын, йәшәү өсөн әллә күпме план ҡорған типһә тимер өҙөрҙәй 48 йәшлек ирҙең һәләк булыуы йәл, үтә йәл ине, әлбиттә.

... Юл хаталарҙы ғәфү итмәй шул. Ҡайҙалыр ярты сәғәткә тиҙерәк барып етәм тип ашы­ғыуҙан фәтүә юҡ, сөнки үлсәүгә ҒҮМЕР – бөйөк төшөнсә үҙе һалынған.

Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Фото Т.Роза
Читайте нас: