Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
18 Октябрь 2020, 20:20

Шаһиттар кәрәк!

Иглиндә кешене тапатып ҡасҡан водителде эҙләйҙәр.

17 октябрҙә киске сәғәт һигеҙ тирәһендә Өфө - Охлебинин юлының 10-сы километрында билдәһеҙ водитель 43 йәшлек урындағы кешене бәрҙергән һәм авария урынынан ҡасҡан.
Көслө бәрелеүҙән йәйәүле ваҡиға урынында уҡ һәләк булған.
Дәүләт автоинспекцияһы фажиғәнең шаһиттарын эҙләй, был юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында ниндәй булһа ла мәғлүмәткә эйә икәнһегеҙ, яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итеүегеҙҙе һорайҙар.
ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса 17 октябрҙә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, унда һигеҙ кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, береһе үлгән. Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2,5 мең юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағын асыҡлаған, 89 эскән водитель тотолған.

Фото:vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас: