Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
18 Октябрь 2020, 20:05

Эҙһеҙ юғалырға ул энәме?

Стерлетамаҡта ошо көндәрҙә машинаһына ултырып сығып киткән һәм транспорт сараһы менән бергә ғәйеп булған 35 йәшлек ирҙе эҙләйҙәр.

Евгений Плисов 15 октябрҙә үҙенең Hyundai Solaris автомобилендә билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән.
Ул яҡындарына ҡайҙа йүнәлеүен, ҡасан ҡайтыуын хәбәр итмәгән.
Шаһиттар уны юғалған көндө бер ҡыҙ компанияһында автозаправка станцияһында күргәнен белдерә: ир Стәрлетамаҡтан йыраҡ түгел, Раевка трактындағы АЗС-та булған.
Ошонан һуң Евгенийҙан бер яңылыҡ та юҡ. Социаль селтәрҙәргә лә ул һуңғы тапҡыр юғалған көнөндә ингән. Яҡындары ир өсөн бик борсола.
Әгәр фотолағы кеше таныш тойолһа йәки уның аҡ Hyundai Solaris (дәүләт номеры О199УМ102) автомобилен күрһәгеҙ, тиҙ арала аҫта күрһәтелгән телефондарға йәки полицияға мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.
Евгенийҙың билдәләре: буйы 170 сантиметр тирәһе, уртаса кәүҙәле, көрән күҙле, ҡуңыр сәсле.
Затлы яғалы ҡара дубленка, ҡара джемпер, күк джинсы, ҡара замша туфли кейгән булған.
Мәғлүмәт булһа, 89871060601 йәки 02 телефондарына шылтыратыу һорала.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: