Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
15 Октябрь 2020, 12:03

"Уйлауыбыҙса, бала алдаған"

Республиканың Ҡалтасы районында булған башҡа һыймаҫлыҡ енәйәт тураһында хәбәр иткәйнек. 13 йәшлек ҡыҙыҡай атаһына үҙен үгәй атаһы көсләгәне, ә әсәһенең иренә был ҡара эштә ярҙам иткәне хаҡында әйткән. Атай кеше шунда уҡ полицияға барып ғариза яҙған.

“КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә ҡыҙҙың 36 йәшлек әсәһе Еленаны һәм уның 32 йәшлек ирен ҡулға алғандар. Тәфтишселәр уларға ҡарата 131-се статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
“Башҡортостан” ДТРК-һы хәбәр итеүенсә, баланы тәүге тапҡыр йәй үк көсләгәндәр. Әсә кеше балаһын яҡлар урынға, уны тотоп торған, ҡысҡармауҙы һораған. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡот осҡос...
Бала Еленаның тәүге никахында тыуған. Тик йәштәр айырылышҡан. 2016 йылда Елена Игорь менән танышып, уға кейәүгә сыҡҡан. Ирҙең туғандары белдереүенсә, үгәй атай ҡыҙыҡайҙы шунда уҡ яҡын күргән, тәрбиә эшендә ҡатнашҡан. Насар уҡығаны, тыңламағаны өсөн әрләгән, бер мәл һуғып та алған.
– Әлеге енәйәткә беҙ ышана алмайбыҙ. Әсәйем һаман шок хәлендә. Ҡыҙыҡай белдереүенсә, көсләү осрағы августа уҡ булған. Беҙ унан һуң баланы күп тапҡыр күрҙек. Һәр ваҡыт ҡәнәғәт, бәхетле күренә ине, ялыуҙары булманы, – тигән Игорҙың апаһы. – Өләсәһе менән атаһы был турала августа уҡ белгәс, ни өсөн әле саҡ полицияға барған?
Шул уҡ ҡатын белдереүенсә, элек Игорь менән Елена йыш эскән, былтыр ғына туғандарының кәңәшен тотоп дауаланғандар. Игорь эшкә урынлашҡан, Елена - хужабикә. Ғәҙәти ғаилә, тиҙәр улар тураһында.
Ирҙең туғандары әйтеүенсә, экспертиза үткәрелгән, ҡыҙ баланың тәнендә ҡанһыҙлыҡ эҙҙәре табылмаған.
"Әле ирле-ҡатынлы изоляторҙа, мин ҡустым менән һөйләшә лә алмай ҡалдым. Ә ҡыҙыҡай өләсәһе янында. Уны магазинда күрҙем, әхирәттәре менән йөрөй, йылмая. Нимә булғанын аңламаймы икән ни? Беҙҙең уйлауыбыҙса, ул алдаған. Ниңә улайтҡандыр? Ни уйларға ла белмәйбеҙ... Был хәлгә ышана алмайбыҙ", - тигән ирҙең апаһы.
Ысынбарлыҡта нимә булған? Тәфтишселәр быны асыҡлай.
Фото: "КП-Өфө".
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: