Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
15 Октябрь 2020, 13:20

Өсөнсө ҡаттан ташлаған...

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәшәү урыны булмаған 35 йәшлек ир үҙенең 47 йәшлек дуҫын төҙөлөп бөтмәгән бинанан ташлаған. Һөҙөмтәлә, асарбаҡ һәләк булған. Аяныслы ваҡиға Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк дауаханаһының бинаһында теркәлгән.

Асыҡланыуынса, ике ир ҙә быйыл август айында төрмәнән сыҡҡан. Улар икеһе лә урлашыу осрағы буйынса хөкөм ителгән булған. 2 октябрь көнө дуҫтар төҙөлөп бөтмәгән бинала араҡы эскән, кәйеф-сара ваҡытында улар араһында низағ сыҡҡан. Ҡулға алынған ир зыян күреүсене өсөнсө ҡаттан алып ырғытҡан...
Ғәйепләнеүсе ҡулған алынған, ул үҙенең ғәйебен таныған.
Фото: ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: