Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
11 Октябрь 2020, 20:40

Ҡыҙыл раузалар ятаҡ иҙәненә һибелә...

Мөхәббәттән нәфрәткә бер аҙым, тигәндәре дөрөҫтөр. Белоретта йәшәгән ҡатынды, алтын балдаҡ менән раузалар гөлләмәһен алмағанға, ире бысаҡ менән яралаған. Был хаҡта Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Һөйгәненең йөрәген ҡабат яуларға уйлап, ир кеше уға балдаҡ һәм ҡып-ҡыҙыл раузалар гөлләмәһе тотоп бара. Әммә ҡатын, тупһала ир күренгәс үк, уға уҡлау менән ташлана. Шул рәүешле тегене ятаҡ бүлмәһенән генә түгел, үҙенең тормошонан да ҡыуып сығарырға маташа. Ҡыҙыл раузалар ятаҡ иҙәненә һибелә. Был күренеш ирҙең зитына тейә, бик ныҡ үпкәләй. Күп тә уйлап тормайынса, магазинға барып бысаҡ һатып ала ла кире ятаҡҡа килә. Һәм ҡатынына ташланып, эсенә бысаҡ менән сәнсә. Шулай итеп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, романтик рухта башланған көн ҡан ҡойош менән тамамлана...
Әлеге мәлдә ир ҡулға алынған, ҡатын дауаханала.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә Сайтакова.
Читайте нас: